7


  • Учителю
  • Урок, Презентация, З. Биишева, 'Ҡотолдо', Рассказ

Урок, Презентация, З. Биишева, 'Ҡотолдо', Рассказ

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: З.Биишеваның «Ҡотолдо» хикәйәһен өйрәнеү.

Маҡсат: халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады менән танышыу; яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү күнекмәләрен үҫтереү, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу, уҡыусыларҙы һау - сәләмәт тормош алып барырға өндәү.

Йыһазландырыу: мультимедия проекторы, Зәйнәб Биишеваға арналған күргәҙмә.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты.

1- се слайд.

Хәйерле көн, ҡояш ҡалҡа.

Уяналар ауылдар, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

2. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

2- се слайд:

Дә-дә-дә - һөйләшәм башҡорт телендә,

Дә-дә-дә - уҡыйым башҡорт телендә,

Дә-дә-дә - беҙ йәшәйбеҙ Дәүләкәндә.



2) Өй эшен тикшереү

- Уҡыусылар, үткән дәрестә һеҙ "Ҡар бөртөктәре" шиғыры менән таныштығыҙ. Шиғырҙың авторы кем? Хәҙер тасури итеп кем уҡып сыға?

Һорауҙарға яуап бирәләр.

1) Шиғырҙың тәүге куплетында нимә тураһында һүҙ бара?

2) Ҡар бөртөктәрен автор нимәләргә оҡшата?

3) Шиғырҙа ҡарҙың файҙаһы тураһында нимә әйтелә?

3) Инеш әңгәмә.

3- сө слайд. Ҡыш һүрәте.

4-се слайд. Балаларҙың ҡышҡы уйындары тураһында һүрәттәр. Был һүрәттәргә ҡарап беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (яуаптар)



4) Төп өлөш. Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән З.Биишеваның "Ҡотолдо" хикәйәһе менән танышып үтәсәкбеҙ. З.Биишеваның ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу.

5-се слайд З.Биишеваның портреты.

6-сы слайд Китаптары.

-З.Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында тыуған. (Картанан күрһәтеү).Ул - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты.Уның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" ,"Мөхәббәт һәм нәфрәт" хикәйәте, "Яҡтыға", трилогияһы, "Дуҫ булайыҡ", " Сәйер кеше" повестары киң билдәле.

Һүҙлек эше

-Хикәйә менән танышҡанға тиклем, унда осраясаҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайыҡ.

7-се слайд

Ауырый - болеет

Саңғы - лыжи

Ҡалдыра - пропускает

Айырып - особо

Алыҫҡа - далеко

Ҡалышмай - не отстает

Һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлау

Уҡытыусы З.Биишеваның "Ҡотолдо" хикәйәһен ҡысҡырып уҡый. Уҡыусылыр аңлашылмаған һүҙҙәр килеп сыҡһа, ҡәләм менән билдәләй. Уҡыусылар сылбырлап уҡыйҙар.

Ял минуты.

8-се слайд

Ял минуты бик кәрәк

Дәрестең уртаһында

Төрлө хәрәкәттәр яһау

Арыуҙы оноттора.

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Аттар кеүек сабайыҡ,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ,

Һәм урынға ултырайыҡ. (төрлө хәрәкәттәр яһау)

Афарин уҡыусылар! Ял итеп алдыҡ, эшебеҙҙе дауам итәйек. Уҡыусыларға Һорауҙар, эштәр.

  1. Булат ниндәй малай булған?

  2. Ул ауырыуҙан нисек ҡотолған?

  3. Хикәйәне ике өлөшкә бүлегеҙ, һәр бүлеккә исем бирегеҙ.

  4. Эштәре шәптән түгел, күҙе төштө, һыуыҡ теймәй, әйләнгән һайын һүҙбәйләнештәренең мәғәнәләрен аңлатығыҙ. Ошо һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

  5. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле Булаттың спорт менән шөғөлләнгәнгә тиклемге һәм спорт менән шөғөлләнә башлағас ниндәй сифаттарға эйә булғанын һанап китәйек.

  6. 9-сы слайд

Ауырыған - һау- сәләмәт

Көсһөҙ - көслө

Насар уҡыған - яҡшы уҡый

Дуҫтары булмаған - дуҫтары күбәйгән

Һеҙгә ошо сифаттарҙың ҡайһыһы оҡшай?

Уҡыусылар, мин һеҙгә мәҡәлдәр алып килдем, мәҡәлдәрҙең аҙағын әйтеп бөтөрөргә кәрәк.

10-сы слайд

Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл.

Һаулығың - байлығың.

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен асыҡлау.

Йомғаҡлау.

Беҙ һеҙҙең менән ниндәй хикәйә уҡыныҡ? З.Биишеваның хикәйәһе оҡшанымы? Һеҙ Булат кеүек булырға теләйһегеҙме? Һау- сәләмәт булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Спорт- ул уҡыусылар һаулыҡ, көс, матурлыҡ. Әгәр Булат кеүек сәләмәт һәм матур булғың килһә, спорт менән шөғөллән.Спорт үҙеңдең етешһеҙлектәреңде лә еңергә өйрәтә. Тыуған илебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн көслө, сыҙамлы кешеләр кәрәк.

Өй эше. Хикәйәне уҡырға, "Ҡышҡы уйындар" тигән темаға һүрәт төшөрөргә.

Баһалау.

Һау булығыҙ!





Башҡортостан Республикаһы мәғариф министырлығы

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты

Дәүләкән районы муниципаль районы

мәғариф бүлеге

ТЕМА; ЗӘЙНӘП БИИШЕВАНЫҢ «ҠОТОЛДО»

ХИКӘЙӘҺЕН ӨЙРӘНЕҮ





Башҡарыусыһы:

Дәүләкән ҡалаһы 4-се һанлы

лицейының башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Кәримова Рәсимә Ғайса ҡыҙы



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал