- Учителю
- Сочинение ученика 4 класса Кинзябулатова Азамата на тему ' Тарихың бай һинең, Башҡортостан!'
Сочинение ученика 4 класса Кинзябулатова Азамата на тему ' Тарихың бай һинең, Башҡортостан!'
Тарихың бай һинең, Башҡортостан!
Нимә һуң ул Тыуған ил?... Минең өсөн Тыуған ил ул- ата-әсәйем менән йәшәгән фатирым; атлап йөрөгән урамым; матур, төҙөк ҡалам; олатайым менән өләсәйем йәшәгән Яңауыл ауылы.
Был ауылда минең әсәйем тыуып үҫкән. Каникулымдың яртыһын ауылда, олатайым менән өләсәйем янында, үткәрҙем. Ауылда рәхәт: саф һауа, иркенлек, бөтә ерҙә тыныслыҡ. Күңелең булғансы урамда малайҙар менән уйнайһың, бер һүҙ менән әйткәндә- хөрриәт.
Ауылымың тәбиғәте тураһында ла һөйләп китәйем әле, бер һөйләй башлағас. Ул матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, бер яҡтан- әллә нисә саҡрымдарға һуҙылған, бик бейек булмаған тауҙар теҙмәһе; икенсе яҡтан- бормаланып-бормаланып ағып ятҡан Наҡаҫ йылғаһы. Ауылдың бер яҡ осонда тигеҙлек башланһа, икенсе яҡ осонан- туғайлыҡ. Бына шундай матур урындар был ерҙәрҙә.
Йәйҙең оҙон матур көндәренең береһендә беҙгә һыйыр көтөүе етте. Мин дә олатайым менән көтөүгә сығырға булдым. Мине сәғәт алтынан уяттылар. Йоҡом туймаһа ла, малайлыҡ сәмемемдән көлөп ҡуймаһындар тип һикереп килеп торҙом. Һәм беҙ олатайым менән һыйыр көтөүенә сығып киттек. Беҙҙең менән ике туған ағайымдар ҙа бар ине. Уларҙың береһе - атта , икенсеһе - машинала, шуға көтөү бик ауырға тура килмәне.
Көтөүҙе ауыл осонан сығарып, тау аҫтындағы яланға ебәргәс, олатайым менән беҙ тау башына менеп ултырҙыҡ. Унда бөтә нәмә ус төбөндә кеүек күренә икән: тирә-яҡтағы ауылдар, тауҙар, урмандар. Шулай, тирә-яҡты күҙәтеп ултырғанда, бер тауҙы әйләндерелгән кәмәгә оҡшаттым һәм олатайыма: "Ҡара әле, олатай, анау тау кәмәгә оҡшаған",- тинем. Олатайым: "Ул тау, улым, ысынлап та кәмәгә оҡшаған, шуға ла уны элек-электән Кәмәтау тип йөрөтәләр",- тине. Миңә бик ҡыҙыҡ булып китте һәм мин яҡын- тирәләге тауҙарҙың исемдәрен һораша башланым. Ошонда олатайым миңә ауыл тарихын да һөйләне. Беҙҙең ауыл элек Яңауыл тип аталмаған икән, ә Эткөсөк булған. Был исемде уға яңыраҡ бер нисә тиҫтә йыл элек биргәндәр. Ауыл боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә. Уға 18-се быуат урталарында нигеҙ һалғандар. Был ҡыҙыҡ исемде ауылға бына ни өсөн биргәндәр. Бер ваҡыт ҡарт бабай күсеп ултырырға ер эҙләп сығып киткән, бара торғас ошо ерҙәргә килеп сыҡҡан. Тәбиғәтен ҡарап, йөрөй торғас, көн кисләп киткән һәм бабай ошо ерҙә төнлөккә ҡалған. Уның менән бергә эте лә булған. Ошо төндә бабайҙың эте көсөкләгән. Бабай иртәнсәк уянып китһә, урындың бик уңайлы икәнен күргән. Бер яҡтан йылға, икенсе яҡтан тау, был элек бик кәрәк булған. Йылға - малдарҙы һыулауға төшөрөргә, ә тау - яу маҙар килһә, ышыҡланырға. Бабай этен ҡалдырып, ғаиләһен, малдарын алырға ҡайтып киткән. Күсеп килгәс исемде ауылға оҙаҡ уйламағандар. Был ерҙә этебеҙ көсөкләп бирҙе, ауыл Эткөсөк булыр, - тигән ҡарт. Һәм ауыл һикһәненсе йылдарға тиклем ошолай аталған. Кеше күбәйеп йылғаның икенсе яҡ ярына күсенгәс, ауыл Яңауыл булып киткән. Хәҙер тулыһынса йылғаның шул ярында ауыл, ә был ерҙәрҙе көтөүлек иткәндәр, - тип һөйләп бирҙе олатайым.
Мин көтөүҙән иҫ киткес ҙур тәҫьораттар алып, тыуған яғымдың матурлығына һоҡланып, ер-һыуҙарыбыҙҙың һәр береһенең тарихы булыуына ҡыуанып ҡайттым. Мин тыуған яғым, уның тарихы менән бик ғорурланам.
Кинйәбулатов Азамат, 1-се гимназияның 4Б класы уҡыусыһы.
Уҡытыусыһы: Кинйәбулатова Л.С.