7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку в 7 классе на тему: 'Д. Тикеев. Курай. '

Конспект урока по башкирскому языку в 7 классе на тему: 'Д. Тикеев. Курай. '

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Тема:    Данис Тикеев “Ҡурай”.  Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Маҡсат:   1). Уҡыусыларҙы Д.Тикеевтың тормошо, ҡурай әҫәре менән таныштырыу. Теләк һөйкәлеше ҡылымдарын өйрәнеү.                   2). Уҡыусыларҙың  фекерләү ҡеүәһен, бәйләнешле һөйләү телмәрен, хәтер кимәлен үҫ
предварительный просмотр материала

7 класс

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте


Тема: Данис Тикеев "Ҡурай". Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

Маҡсат: 1). Уҡыусыларҙы Д.Тикеевтың тормошо, ҡурай әҫәре менән таныштырыу. Теләк һөйкәлеше ҡылымдарын өйрәнеү.

2). Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, бәйләнешле һөйләү телмәрен, хәтер кимәлен үҫтереү.

3). Д.Тикеев ижадына, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы- ҡурайға ҡыҙыҡһыныу, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.


Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.

1. - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, хәйерле көн!

  • Дәрескә әҙерһегеҙме?

  • Улайһа, дәресте башлайыҡ.

2. Дәрес маҡсаттары менән таныштырыу.

  1. Артикуляцион күнегеү.

Телен һөймәҫ кенә илен һөймәҫ,

Теле юҡтың ғына моңо юҡ.

  1. Уҡытыусының уҡыуы.

  2. Аңлатыу.

Уҡыусылар был шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара?

Ни өсөн телен һөймәҫ кенә илен һөймәҫ тиелгән?

  1. Үҙаллы уҡыу

  2. Хор менән ҡысҡырып уҡыу

  3. 2-3 уҡыусының уҡыуы


  1. Төп өлөш.

  1. Өйгә эште тикшереү.

  • Өйгә эш итеп нимә бирелде? (3 ҡылымды бойороҡ һөйкәлешендә үҙгәртергә, ҡағиҙәне ятларға).

  1. Грамматик тема менән танышыу.

А) инеш әңгәмә

- Уҡыусылар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, алдағы дәрестә ҡылымдың нисә һөйкәлеше бар тип өйрәнгән инек әле? (дүрт)

  • Улар ниндәйҙәр, кем иҫләй?


Хәбәр


Бойороҡ

Һөйкәлеш

Теләк

Шарт

  • Үткән дәрестәрҙә беҙ ҡылымдың ниндәй һөйкәлештәрен өйрәндек? (хәбәр, бойороҡ)

  • Хәбәр һөйкәлеше менән бойороҡ һөйкәлешенең уртаҡ яҡтары бар?

  • Ә нимә менән айырылалар?

Б) Теманы аңлатыу.

- Беҙ бөгөн дәрестә ҡылым һөйкәлештәре темаһы менән танышыуҙы дауам итеп, теләк һөйкәлешен өйрәнербеҙ.

  • Һүҙлек дәфтәрҙәрен асып, яҙып ҡуйығыҙ.

Теләк һөйкәлеше - желательное наклонение

  • Был һөйкәлештең исеменә иғтибар итегеҙ әле, нимә тураһында һөйләй ул беҙгә? (теләкте белдергән һөйкәлеш, эште башҡарыуға теләк булдырыуҙы белдерә, үтәргә саҡырыуҙы белдерә )

  • Эйе уҡыусылар, был һөйкәлештең исеменән үк белергә була.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары теләк булыуҙы, саҡырыуҙы, өндәүҙе белдерә.

В) Ҡағиҙә менән танышыу.

Г) теләк һөйкәлешенең ике формаһы. (слайдта күрһәтеп аңлатыу)

Д) Затта, һанда үҙгәреүе

- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, ТҺҠ затта, һанда, заман формаларында үҙгәрәме икән? (слайд).

Е) Нығытыу маҡсатында күнегеүҙәр эшләү.

1) 24-се күнегеү.

3. Физминутка.


4. Әҙәби тема.

- Дәресебеҙҙең әҙәби темаһы: Д.Тикеев һәм уның "Ҡурай " әҫәре тип әйтеп үтелгән ине дәрес башында. Ниһайәт беҙ уға ла яҡынлаштыҡ.

- Кем ул Д.Тикеев? (ул телсе ғалим, беҙҙең дәреслегебеҙҙең авторы)

1. Д.Тикеев биографияһы. (слайдта)

2. Һүҙлек һүҙҙәре

Сыҙамлылыҡ -

Мөнәсәбәт-

Ҡөҙрәт-

Илһамлы-

Ышаныслы-

Арбау-

Дәүер -

Аманат -

Олпат-

Ҡитға-

А) уҡыу

Б) тәржемәһе

В) хор менән уҡыу

- уңдан һулға

- һулдан уңға

Аҫтан өҫкә

Г) мәғәнәләрен аңлатыу

Д) һүҙбәйләнештәр төҙөү.

3. Текст менән танышыу.

- Уҡыусылар, текстың исеменә ҡарап прогнозлағыҙ әле, текс нимә тураһында барыр икән? Нисек уйлайһығыҙ, нимә ул ҡурай?

- текст менән танышыр алдынан ҡурай моңон тыңлап алайыҡ әле. Беҙҙең арабыҙҙа ҡурайҙа оҫта уйнаусы уҡыусы бар. Марат рәхим ит. (Марат исемле уҡыусы ҡурайҙа халыҡ көйҙәренән 1-2 минутлыҡ попури уйнай)

- Ниндәй кисерештәр кисерҙегеҙ, ҡурай моңон тыңлағанда (моңландыҡ, уйландыҡ, күңелләндек, һағышландыҡ)

- Шулай итеп, ҡурай моңландыра ла, һағышландырала, уйландыра ла, күңелдәрҙе дәртләндерә лә. ошо ҡурай тураһында Данис Тикеев нимәләр яҙған икән.

ТЕКСТЫ УҠЫУ.

  • Альбина, тексты уҡы. Ҡалғандар ҡарап бараһығыҙ, дауам итерһегеҙ.

4.Һорауҙарға яуаптар.

- Ябай ғына көпшә ярҙамында халыҡтың ниндәй сифаттарын күрһәткән, автор?

- Ҡурайҙың оҙон моңо аша нимә сағыла?

- Ниндәй ролде башҡарыусы төп сараларҙың береһе ул?

- Ҡурай ҡайҙа үҫә? Автор Ни өсөн ҡурайҙы маҡтап Афарин ти?

5. Текст өҫтөндә эш.

1) буксир менән уҡыу

2) сиратлап уҡыу.


IV. Йомғаҡлау.

  1. Һығымта.

  • беҙҙең дәрес аҙағына яҡынлашты, әйтегеҙ әле беҙ бөгөн дәрес алдынан ниндәй маҡсаттар ҡуйған инек әле ?

  • нисек уйлайһығыҙ беҙ тулыһынса маҡсатыбыҙға ирешә алдыҡмы?

  • Ни өсөн? (сөнки ҡлымдың теләк һөйкәлеше менән таныштыҡ, аңланыҡ, Тикевтың "Ҡурай" хикәйәһен өйрәндек һ.б.).

  • Теләк һөйкәлеше ниндәй мғәнәне белдерә?

  • Кем ул Тикеев?

  • Ҡурай (слайд) . был һүрәт менән нимәләр әйтер инегеҙ?

  • Альбина, бөтә әйтелгәндәрҙе дөйөмләштереп, һығымта яһап ҡуй инде.

  1. Өй эше. Аңлатыу.

  2. Баһалау.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал