7


  • Учителю
  • Разработка урока на тему Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән (3 класс)

Разработка урока на тему Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән (3 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

44-се дәрес

Тема: Ғ.Рамазанов. "Яңы йыл менән". Маҡсат: шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу; һөйләү телмәрен үҫтереү; башҡорт теле дәрестәренә ыңғай ҡараш тәрбиәләү. Йыһазландырыу: дәреслек, презентация, шыршыны биҙәү.

Дәрес барышы.

l.Ойоштороу мәле. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

- Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ. Дәрестең девизын уҡыйыҡ: Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине ,телем.

Рәхмәт һиңә,һинең аша

Алам яҡшы белем!

II.Өйгә эште тикшереү. 109-110-сы биттә бирелгән шиғырҙы тасуири уҡытыу III .Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу (Белемде актуалләштереү).

1.Артикуляцион күнегеү

- Укыусылар, иғтибар менән мине тыңлағыҙ әле. Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә ҡырҡылған һүрәттәр таратып бирмәксемен, һеҙ тиҙ генә уларҙы тоташтырып сығығыҙ ҙа,артына яҙылған шиғырҙы уҡый һалығыҙ ниндәй һүрәт килеп сыҡты (шыршы таратыла).

Шыршы йәшел энәле, Төрлө уттар яналар. Матур кейемдәрен кейеп, Бейеп йөрөй балалар.

Был һүрәткә ҡарап һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? (шыршы - елка). (Шиғырҙы бер нисә баланан ҡысҡырып уҡытыу.)

-Тимәк, шиғырҙа нимә хаҡында һүҙ бара? Шиғыр юлдарын нисек аңланығыҙ? Дәрестә нимә хаҡында һөйләшәсәкбеҙ?

IV.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу (проблема ҡуйыу)

Дәрестең темаһын белер өсөн бирелгән хәрефтәрҙән һүҙ төҙөгөҙ. Ңяы ыйл нәемн Шулай итеп, теманың исеме нисек инде? V.Уҡыу мәсьәләһен сисеү. (яңы теманы өйрәнеү)

- Бөгөн беҙ Ғ.Рамазановтың "Яңы йыл" исемле шиғырын уҡырбыҙ. Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙып ҡуйығыҙ

1. Шиғыр өҫтөндә эш: а) Яҙыусы тураһында белешмә биреү (Слайд) (маршрут биттәре таратыла)

Ғилемдар Рамазанов (1923-1993). Саҡмағош районында тыуа. Шағир, әҙәбиәтсе, тәржемәсе. б)һүҙлек эше: шаҡый - стучит ғәҙәт - привычка в)шиғырҙы үҙем уҡыйым (уҡыусыларҙан тәржемә иттереп барам) физ-ка

VI.Белемде нығытыу(яңы белемде практикала ҡулланыу)

1. уҡыусыларҙан уҡытыу 2.шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса эш (ҡар бөртөктәрендә, уйынсыҡтарҙа эштәр)

- Яңы йыл нисек килгән? Шиғырҙан табып уҡығыҙ. Яңы йылда кешеләр ниндәй теләк теләйҙәр? - Ҡыш бабай нимәләр өләшә? 3. Таблицаны тултырыу (һөйләмдәр менән)3.112-се биттә бирелгән һүрәт буйынса эш. - Һүрәттә нимә күрәһегеҙ? Ҡыш бабай ҡайҙа ашыға тип уйлайһығыҙ? Яңы йыл байрамына һеҙ ниндәй костюм әҙерләйһегеҙ? 4. Яңы йыл тураһында һөйләмдәр төҙөү

VII.Йомғаҡлау. Рефлексив анализ.

Шиғырҙың авторы кем?



- Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ, нимәләр белмәй инегеҙ? Дәрес оҡшанымы, юҡмы, һеҙҙең алдығыҙҙы ятҡан йылмайликтарға билдәләгеҙ.

1.Өйгә эш : шыршы, ҡар бөртөктәре эшләргә.















































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал