- Учителю
- Урок обобщения (Поле чудес) по башкирской литературе на тему Р. Гарипова (11 класс)
Урок обобщения (Поле чудес) по башкирской литературе на тему Р. Гарипова (11 класс)
Мөғжизәләр яланы (дәрес-уйын)
Тема: Рәми Ғарипов ижадын йомғаҡлау (11-се класс).
Маҡсат: уҡыусыларҙың Р.Ғарипов ижады буйынса белемдәрен тикшереү, баһалау, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, шағирҙың талантлы ижад кешеһе булыуын иҫбатлау.
Йыһазландырыу: шағирҙың портреты, интеркатив таҡта, магнито-фон.
Дәрес барышы
l.Ойоштороу мәле.
- Уҡыусылар, беҙ бөгөн оло талант эйәһе, халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры Рәми Ғарипов ижады буйынса үткәрелгән "Мөғжизәләр яланы" уйынына йыйылғанбыҙ. Уйын шағирҙың ижадын йомғаҡлау һәм ҡабат-лау маҡсатында үткәрелә.
ll. Төп өлөш.
-Был уйында беҙ Р.Ғариповтың ижадына , тормош юлына байҡау яһарбыҙ. Ә хәҙер уйынды башлайыҡ. Барабан янына 1-се турҙа ҡатна-шыусыларҙы саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡаршы алайыҡ. (музыка аҫтында ҡатнашыусылар сыға).
- Ярышты башлар алдынан уйын тәртибе менән танышайыҡ. *Һүҙҙәге хәрефтәр берәмләп әйтелә. *Һүҙҙе тулыһынса ла әйтергә мөмкин. *Бер юлы ике хәреф әйтелһә махсус бүләк. * * *
- Шулай итеп, һеҙҙең алдығыҙҙа - 1-се төркөм:
1. Фәйзә Әхмәткәримова 2.Алина Ғәйфуллина 3. Азат Ғәлимов
1-се турға һорау: Рәми Ғариповтың "Тирмәнсе" шиғыры кемгә арналған? (Һорау таҡтала яҙыла, яуабы өсөн шаҡмаҡтар ҙа шунда эшләнгән) Яуап: Мостай Кәрим.
-Рәми Ғариповтың ниндәй әҫәрҙәрен яратып уҡынығыҙ? - Берәй шиғырын яттан һөйләп ишеттермәҫһегеҙме?
2-се төркөм уҡыусылар сыға. (музыка яңғырай)
1.Тимур Ғәббәсов 2. Наилә Ғәйфуллина 3.Рифат Зәйнетдинов
- Р.Ғариповтың тыуған яғы тураһындағы шиғырҙарын әйтегеҙ. ("Йүрү-ҙән", "Ҡайтыу", "Бына минең тыуған ер был", "Ауылдаштыр" һ.б.) - Шағир ижадынан айырыуса ниндәй шиғыр оҡшаны? 2-се турға һорау:
Был өҙөк ҡайһы әҫәрҙән алынған?
Яҙғандыр, күрәһең, Зинданда ҡатырға,- Юҡ өмөт, юҡ сара, Юл ябыҡ ҡайтырға. ("Батырша")
3-сө төркөм уҡыусылар алға сыға. (Музыка яңғырай).
1.Айгөл Ғәниева 2.Алеся Әйүпова 3.Нәркизә Закирова
- Шағирҙың ҡобайырҙарын һанап сығығыҙ ("Уйҙарым", "Аманат"). -"Аманат" ҡобайыры кемгә бағышланған? (Телсе-ғалим Ж.Ғ. Кейекба-евҡа).
3-сө турға һорау:
Р.Ғариповҡа ниндәй әҫәре өсөн С.Юлаев исемендәге дәүләт премия-һы бирелә. ("Табыныу")
Тамашасылар менән уйын.
Һорау: Шағир исемендәге рубрика ниндәй газетала баҫыла ине? ("Йәшлек")
Финал.
Һорау: Өҙөк ҡайһы әҫәрҙән?
Илкәйенең хөр көндәрен даулап, Ирек, Ырыҫ, Хаҡлыҡ хаҡына Сал быуаттар аша сапты, сапты, Сапты һаман ғәзиз халҡына.
("Салауат батыр")
lll.Йомғаҡлау.
-Уҡыусылар, уйын бик сәмле барҙы. Барығыҙ ҙа тырышып әҙер-ләнгәнһегеҙ. Р.Ғарипов ижадын һәйбәт белеүегеҙ һөйөндәрә, сөнки был шағирҙың ижадын белмәй тороп башҡорт әҙәбиәтен яҡшы беләм тип әйтеп булмай.
-Уйында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү. Дәресте шағирҙың һүҙҙәре-нә яҙылған йырҙарҙың береһе менән тамамлайыҡ.
Йыр "Кәкүк" Р.Сәхәүетдинова музыкаһы.