7


  • Учителю
  • Тема НОУ 'Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе'

Тема НОУ 'Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

МУНИЦИПАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕ*Ы

«ЛИЦЕЙ №8» ҠАЛА ОКРУГЫ САЛАУАТ ҠАЛА*Ы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА*Ы

-------------------------------------------------------------------------------------

Фәрит Иҫәнғолов - балалар

әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе


Салауат ҡалаһы

8-се лицейҙың

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғарипова Альбина Малик ҡыҙы

Инеш

Фәрит Иҫәнғолов- шағир, яҙыусы.

Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында тыуа.1935-1945 йылдарҙа урта мәктәптә, 1945-1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ике йыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә уҡытыусы һәм завуч булып эшләгәс, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә күсерелә һәм мөхәррир, 1957 йылға тиклем өлкән мөхәррир булып эшләй. 1958-1960 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

1965 йылға тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була.

Фәрит Иҫәнғоловтоң тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк «Йәш төҙөүсе» газетаһында баҫыла башлай. Ләкин ул башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып таныла.

1970 йылда «Арыш башағы» романы өсөн Фәрит Иҫәнғоловҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.

Эҙләнеү- тикшеренеү эшенә дөйөм характеристика

Эштең тикшереү объекты. Ф.Иҫәғоловтың балалар

әҙәбиәте өсөн яҙылған хикәйәләренәдә һүрәтләү саралары.

Тикшереү предметы. Ф.Иҫәғоловтың хикәйәләрен өйрәнеү.

Эҙләнеү-тикшеренеү эшенең актуаллеге: Тыуған телебеҙҙе өрәнеүҙә Ф.Иҫәнғоловтың хикәйәләре. Ошо һорауҙарға яуап эҙләү тикшеренеү эшенең проблемаһы булып тора.

Проблеманан сығып, Эҙләнеү-тикшеренеү темаһы асыҡланды: «Фәрит Иҫәнғолов - балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе»

Эҙләнеү-тикшеренеү эшенең маҡсаты:

Проблемаға һәм маҡсатҡа ярашлы шундай бурыстар ҡуйылды:

-Ф.Иҫәғоловтың тормош юлын, ижадын өйрәнеү, белешмә биреү;

-Хикәйәләрендә яҡтыртылған темаларҙы к ү ҙәте ү;

-Хикәйәләрендә ҡулланылған һүрәтләү сараларын асыҡлау.

Эштең структураһы.Тикшеренеү эше инештән, ике бүлектән торған төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм

ҡушымтанан тора.

Төп өлөш

I б7лек Фәрит Иҫәнғәоловтың балалар өсөн яҙылған хикәйәләрендә яҡтыртылған темалар

Фәрит Иҫәнғолов - балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе. 1950 йылда «Ҡотлоәхмәт ҡарт» тигән тәүге хикәйәһе баҫыла. Бер-бер артлы «Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары донъя күрә.

Авторҙың балалар өсөн яҙылған төрлө жанрлы һәм төрлө тематикалы китаптары тиҫтәнән ашҡан. Геройҙар ҙа төрлө был әҫәрҙәрҙә: уңғандар,һәм ялҡауҙар, тәүәккәл,ҡыйыу малайҙар һәм ҡыҙҙар, улар менән йәнәш дан, шөһрәт артынан иртәрәк ҡыуа башлаусы үҫмерҙәр, эскерһеҙҙәр һәм хәйләкәрҙәр,батырҙар һәм ҡурҡаҡтар- төрлө йәштәге төрлө холоҡло персонаждар. Геройҙары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, әҫәрҙә уларҙың конкрет йөҙө бар. Йәш үҫмерме ул, әллә мәктәпкәсә йәштәге баламы ,яҙыусы уларҙа билдәле бер характер һыҙаттары, үҙенә күрә хатта конкрет шәхесте күрә белә. Яҙыусың балалар менән була торған ғәҙәти ваҡиғаларҙы, үҙенсәлекле хәлдәрҙе мауыҡтырғыс итеп һөйләй белеүе,вәғәз уҡыуға юл ҡуймауы,йәш айырмаһын иҫәпкә алыусы образлы һығылмалы тел, үткер диалогтар -былар барыһы ла әҫәрҙең кимәлен, уңыштарын билдәләй. Яҙыусының ижади алымдары ла күп төрлө. Йыш ҡына ул теге йәки был геройҙың һүҙе менән эше, хыял менән ысынбарлыҡ тура килмәүен файҙалана. «Һоп»хикәйәһендәге Хафиз , мәҫәлән, кескәй генә йылғасыҡты һикереп сығаһы урында, һикереү буйынса донъя чемпионы булып китеүе тураһында хыяллана. «Батырҙар» хикәйәһендә иһә батырлыҡ тураһында күп уйлаған, күп хыялланған малайҙар(Йәмил, Әмир,Тимер), һарай эргәһендә эленеп торған бүре тиреһен күреү менән ҡотторы оса. «Йорт алды ниңә йәмһеҙләнде?» тигән кескәй генә әҫәрҙә лә һәйбәт эш эшләргә йыйынған Төхвәт тәртип , тыныслыҡ урынлаштырам тип кескәйҙәрҙе сыр-сыу туҙҙыра, ирекеҙҙән ағас ботаҡ тарын һындырып төшөрә, «ҡаш төҙәтәһе урында күҙ сығарып», йорт алдын йәмһеҙләп йөрөй.

Яҙыусы геройғҙарҙа ыңғай сифаттарҙы күберәк күрергә ,уларҙың күңел яҡтылығын һүрәтләргә тырыша. Шөһрәт, ялған дан артынан ҡыуыусы үҫмерҙәргә лә ныҡ эләгә.*әр урын да үҙ исемен бәке менән уйып яҙып йөрөүсе ((хтәй («Тиктормаҫ бәке»),иптәштәренән ҡасып,бер үҙе генә күберәк муйыл,йыйырға уйлаған, тик емеш тигәне яраҡһыҙ эт муйылы булып сыҡҡан Хөрмәт(«Күстәнәс»)ана шундайҙар. Улар аша яҙыусы дуҫлыҡты, тоғролоҡто, берҙәмлекте яҡлай. Ф.Иҫәғоловтың әҫәрҙәрендә хеҙмәт темаһы, хеҙмәт кешеһе образы ҙур урын алып тора. «Йылмайыу» хикәйәһендә күрһәтелгәнсә, ялҡаулыҡ кешене йылмайыуҙан да мәхрүм итһә, «Тәүге һынау»ҙа ,мәҫәлән, үҙе яһаған ултырғыс яңы ғына һөнәрселек мәктәбен тамамлаған Фәхриҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Сөнки, бик үк шәп килеп сыҡмаһа ла, был уның тәүге ижади эше,үҙ аллы хеҙмәте.

Хеҙмәт темаһы Ф.Иҫәнғоловтың «Хәмит күпере »әҫәрендә күп яҡлап асыла. Ул кешенең йәмғиәттәге изге вазифаһы,кешелек хәтере.

Вафат булыр алдынан ата улдарына, имеш, васыят әйтеп ҡалдыра : «&ҙегеҙ үлгәс тә донъяла исемегеҙ ҡалырлыҡ итеп йәшәгеҙ».Ләкин ике төрлө аңлай балалар ата васыятын. Әгәр Хәмит эшһөйөүсән булып ,кешеләргә гелән изгелек ҡылып йәшәһә, уның ағаһы Вәлит үҙ исемен мәңгеләштереү өсөн ,ҡайҙа бармаһын , шунда яҙыу ҡалдырырға тырыша. Хатта ҡустыһы һалып ҡуйған күпергә лә: «Был күперҙе атаҡлы оҫта Вәлит һалды» тип ялған яҙыуҙан да оялмай.


II бүлек

Фәрит Иҫәнғәоловтың хикәйәләрендә тел-һүрәтләү өлгөләре

Фәрит Иҫәнғәоловтың балалар өсөн яҙылған хикәйәләрендә тел-һүрәтләү өлгөләрен күрергә була. Автор үҙенең хикәйәләрендә ыңғай һәм кире образдарҙы асыу өсөн төрлө һүрәтләү сараларын ҡулланған.

Шуны миҫалдар үрнәгендә ҡарайыҡ. Ф.Иҫәнғолов «Хәмит күпере» хикәйәһендә синоним,антоним һүҙҙәр ярҙамында һәр геройға хас төп һыҙаттар билдәләнә, характеристика бирелә.

Синонимдар. Хәмит: ыңғай, ә Вәлит тиҫкәре герой итеп һүрәтләнә. Хәмит: а)егәрле, эшлекле, булдыҡлы, уңған;б) сыҙамлы, сабыр, түҙемле; в) ихлас, әүәҫ.

Вәлит:а) ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан,арлы-бирле эшләгән;б) эшлекһеҙ, ялҡау, иренсәк, әрпеш; в) кире, тиҫкәре; г)изгелекһеҙ , игелекһеҙ.

Халыҡ Хәмитте хөрмәтләп, ихтирам итеп, ҙурлап, ололап, һоҡланып ә, Вәлитте көлөп, кәмһетеп, хурлап, түбәнһетеп телгә ала. «Уны тирә-яҡ та олһонан кесеһенә тиклем беләләр».

Антонимдар: олһонан- кесеһенә, хөрмәтләп- көлөп, ихтирам итеп- кәмһетеп, ҙурлап-хурлап, ололап -түбәнһетеп

Автор үҙнең хикәйәләрендә халыҡ ижады жанрҙарында оҫта ҡулланған. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе, мәҡәл, һәм әйтемдәрҙе күрһәтеп китергә була. Яҡшы һүҙ таш иретә, тиҙәр бит («Яң ғыраубикә»), бер аҡыл-һәйбәт, ике аҡыл унан да һәйбәт («Йылмайыу»). Әкиәт алымы: Әүәле йәшәгән, ти, бер бабай. Ҡасандыр булған, ти бик ҙур зиһенле бер йәш егет («Йылмайыу»).

-Ағай, юҡ менән булышҡансы, бушыраҡ арала әйҙә анау Айбатҡан күперенә баҫма һалайыҡ. Файҙаһыҙ нәмә менән булыу, бушҡа ваҡ ыт уҙғарыу.

-Уландарым миңә был донъянан китер ваҡыт етте. Үлеү.

Вәлит менән Хәмит баш ватырға керешкәндәр. Уйланырға.

Юҡты бар итәм, тип, ҡыланған һин ҡылан инде! Ҙур булдыҡлылыҡ күрһәтеү. Йылы һүҙ менән телгә алғандар Хәмитте. Яҡшы һүҙ. «Уны тирә-яҡ та олһонан кесеһенә тиклем беләләр». Бөтәһе лә.

Күңеле хушланып китте. Дәрт уяныу. («Йылмайыу») Күҙ йомдо. Иғтибарһыҙлыҡ. «&ҙегеҙ үлгәс тә донъяла исемегеҙ ҡалырлыҡ итеп йәшәгеҙ». Матур итеп йәшәү.

Мин ни тиклем генә көсәнһәм дә, (тырышһам да) йылмая ла көлә лә алмайым.. Аҡыл эйәһе йөҙөн һытып, (асыуланып) ыңғыраша-ыңғыраша урынынан тороп, тәнтерекләй-тәнтерекләй ҡарт артынан эйәргән («Йылмайыу»). «Ҡаш төҙәтәһе урында күҙ сығарып» Бер нәмәне йүнәтәм , яҡшыртам тип, икенсеһен, мөһимерәк булғанын боҙоп ҡуйыу.(«Йорт алды ниңә йәмһеҙләнде?»)



Йомғаҡлау

Тикшереүҙәр барышында алдыбыҙға ҡуйылған бурыс үтәлде. Ф.Иҫәғоловтың тормош юлы, ижадына байҡау һалынды. Әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы, геройҙарҙың эш хәрәкәттәрен, холоҡтарын, тормошҡа ҡараштарын, теге йәки был ситуацияларҙа үҙҙәрен нисек тотоуҙарын асыҡлау өсөн ҡулланылған һүрәтләү өлгөләре асыҡланды. Геройҙарының телмәрҙәрендә тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәләр, әйтемдәр аша халыҡ ижады өлгөләре күҙәтелде.

Йыш ҡына теге йәки был геройҙар урынында мин үҙемде нисек тотор инем, нимә эшләр инем?- тигән һорауҙарға яуаптар эҙләнем. Ыңғай һәм кире геройҙар аша « Яҡшылыҡ, матурлыҡ, изгелек бер ҡасан да онотолмай, быуындан - быуынға күсә килә»- тигән һүҙҙәрҙең айышын әҙәби геройҙар ябай халыҡсан тел менән аңлатып бирҙе. Шуға ла Ф. Иҫәнғоловтың әҫәрҙәре яратып уҡыла.


*ығымта

Ф.Иҫәнғоловтың балалар өсөн яҙылған хикәйәләрен өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға була. Ошо хикәйәләр туған телдең байлығын, матурлығын аңларға, образлы һүҙҙең нәфислеген һәм көсөн тойорға өйрәтә.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта.-%фө,1999.

2.Башҡорт әҙәбиәт тарихы.ҫ томда.- %фө, Китап,1996.

3.Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.Уҡыусыларҙың фәни-тьикшеренеү эшен ойоштороу:Методик ҡулланма.- %фө:Китап, 2012.-128 бит.

4.Ураҡсин З.!.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. -Яңыртылған,2-се баҫма. -%фө: Китап, 2006.- 344 бит.

5.Хөсөйенов !.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. -%фө: Китап, 2006.- 248 бит.


Ҡушымта





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал