7


  • Учителю
  • 1 класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы

1 класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



ф























































































1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 99 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт).

Дәреслек:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.C. Бүләк: Урыҫ мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. - Өфө: Китап, 2010.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел һәм әҙәбиәт буйыса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. " Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ" уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2 кластарында башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн дидактик материалдар.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районының 94-се лицейы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡулланаалыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лигвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәнәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шрттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙеадекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу прцесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.); регуляти универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормшҡа ашырыу.) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренәнигеҙләнә һәм мәктәптә тыуған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу прцесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланыңдөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө беле биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

1. туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сферһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабу ителгән әхләҡи-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттрен үҙләштереү.

2. көндәлек тормошта һәмуҡыу эшмәкәрлегенә туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)

3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу прцесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

3. Башҡорт (туған) теленең уҡыу планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының урыҫ телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 99 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота:

4."Башҡорт (туған) тел" предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленң эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу прцесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

5. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

- Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

- төрлөсә уҡыу күнекмәлрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

- төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

- һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

- стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

- алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

- тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

- төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

- төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

- ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

- телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

- уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу;йөкмәткенән,һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

- алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған теде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;

- аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

9) туған телдең эстетикфункцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:

1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? Һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? Һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.

5. Әкиәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.

7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.

8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.

9. Һүҙҙе юлдан-юлға күсереү өсөн ижектәргә бүлеү.

10.Үҙләштерелгән ҡағиҙәләр ярҙамында һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу, орфографик хаталарҙы табып төҙәтеү.

11.Кешеләрҙеңисем-фамилияларын,хайуандарҙың ҡушаматын,географик атамаларҙы баш хәреф менән яҙыу

12.Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу

Һөйләү.

-уҡыусы диалог төҙөргә,

-картина буйынса һөйләргә,

-үҙе ,ғаиләһе, дуҫтары тураһында бәйән итергә,

-уҡыған тексты аңлы һөйләргә,

-ҙур булмаған шиғыр,һанашмаҡты яттан һөйләргә белергә тейеш.

Аудиояҙма тыңлау

-аудиотаҫмалағы әкиәт.хикәйәне ишетеп аңлау,

- таныш һүҙҙәре булған тексты контекстуаль яҡтан аңлау.

Уҡыу

-ҙур булмаған текста башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп ҡысҡырып уҡыу,

-был тексты үҙ аллы аңлы уҡыу,

-кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу,

-текстағы аңлашылмаған һүҙҙәргә иғтибар итмәй генә уҡып ҡарау.

Яҙыу

-текстан һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе ,һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу,

-өлгөгә ҡарап ҡотлау хаттары яҙыу.





6. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Тыуған телдең метапредмет белем биреү функциһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа "Башҡорт теле" предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәмкүнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәәттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡысыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәтергә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө беледе үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтр менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шу һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуациларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Телдән әҙерлек курсы (50 сәғәт)

Башҡортостан- 1 сәғәт.

Башҡортостандың бар матурлығын һүрәтләргә өйрәнеү. Һүрәттәр төшөрөү. Тыуған төйәк, үҙебеҙ йәшәгән урын тураһында әңгәмәләр үткәреү. Алфавит. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

Танышыу - 2 сәғәт.

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.

Һин ҡайҙа? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү).

Беҙ уҡыусылар -2 сәғәт.

Балалар ни эшләйҙәр? Уҡыусылар ниндәй булырға тейеш? Һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.

Уҡыу әсбаптары - 3 cәғәт.

Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау. Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү.

Уйынсыҡтар - 2 сәғәт.

Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау.Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү. Картина буйынса һөйләү. Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға яуап биреү. ( Магазинда ниндәй уйынсыҡтар һатыла? Магазинда үҙеңде нисек тоторға кәрәк?)

Беҙ һанай беләбеҙ - 2 сәғәт.

Башҡортса һанарға өйрәнеү. Картина буйынса һөйләү.

Ниндәй төҫ матур- 2 сәғәт.

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу. Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү.



Беҙҙең баҡса- 3 сәғәт.

Еләк-емештең, йәшелсәләрҙең исемдәрен үҙләштереү, уларҙың кеше организмына файҙалы яҡтарын билдәләү. Картина буйынса һөйләргә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.

Магазинда- 1 сәғәт.

Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға (Һин магазинға икмәккә бараһыңмы?) биреү.

Ҡоштар - 2 сәғәт.

Башҡортостандағы ҡоштар, уларға ярҙам итергә кәрәклеккә төшөнөү. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Һүрәт төшөрөү.

Тән өлөштәре- 3 сәғәт.

Тән өлөштәре атамаларын дөрөҫ әйтә белеү.Уҡылған һөйләмде аңлау.

Көн режимы- 5 сәғәт.

Көн режимы тураһында әңгәмә. Тел шымартҡысты һөйләү. Һорауҙарға яуап биреү ( Һин иртәнсәк зарядка яһайһыңмы? Уның сәләмәтлеккә ниндәй файҙаһы бар?).

Ғаилә - 2 сәғәт.

Ғаилә ағзалары тураһынд һөйләү. Баҫым төшөнсәһе менән танышыу, башҡортса һүҙҙәрҙә баҫымдың ҡуйылышын төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу. Һорау һүҙҙәренә баҫымды дөрөҫ ҡуйыу.

Кейемдәр - 4 сәғәт.

Өҫ кейемдәре, аяҡ кейемдәре исемдәрен иҫтә ҡалдырыу. Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу.

Йорт хайуандары- 1 сәғәт.

Йорт хайуандарын иҫтә ҡалдырыу. Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау.

Йорт ҡоштары - 2 сәғәт.

Йорт ҡоштарының исемдәрен үҙләштереү һәм уларҙы ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Кейектәр- 3 сәғәт.

Рус телендәге кейек атамалары менән башҡорт телендәге атамаларҙы сағыштырыу.Башҡорт телендә нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе айыра белеү.

Ҡыш. Яңы йыл.- 11 сәғәт.

Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Милли уйындар өйрәнеү.

Әлифба осоро (24 сәғәт).

Башҡорт алфавиты. А, О, Ы, Э өн-хәрефтәре-6 сәғәт.

Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү. Кластағы уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу. Тормошта алфавитты белеүҙең ҡасан һәм ҡайҙа кәрәклеген аңлау. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу.

Ә, Ө,Ү өн-хәрефтәре -5 сәғәт.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Хәрефтәрҙең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.Һүҙлек запасын байытыу. Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү.

Ҡ, Ғ, Һ, Ҙ, ң, ҫ, В өн-хәрефтәре- 9 сәғәт.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Хәрефтәрҙең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.Һүҙлек запасын байытыу. Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡабатлау һәм нығытыу- 6 сәғәт.

Өндө хәрефтән айыра белеү.Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Башҡортса уҡырға өйрәнеү.

Әлифбанан һуңғы осор (24 сәғәт)

Яҙ- 3 сәғәт.

Яҙғы тәбиғәт күренештәре тураһында шиғырҙар, текстар уҡыу, һүрәт төшөрөү. Күсеп килеүсе ҡоштәрҙың исемлеген хәтерҙә ҡалдырыу.Сыйырсыҡтарға оялар яһау кәрәклеген төшөндөрөү.Беренсе яҙ сәскәһе - умырзаяны өҙөргә ярамай төшөнсәһен хәтерҙәренә һалыу.Һүҙлек байлығын арттырыу.Телмәр үҫтереү.

Башҡортостан- 3 сәғәт.

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы, тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

Әкиәттәр, шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу.- 13 сәғәт.

Әкиәттәрҙе һөйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереү үҙенсәлектәрен төшөндөрөү. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу.Әҫәрҙән һорауҙарға яуап биреү.

Йәй - 3 сәғәт.

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Йомғаҡлау - 1 сәғәт.

Уҡыу йылында үтелгән бөтә темаларҙы йомғаҡлау, ҡабатлау.





























































7. Календарь-тематик план.

Беренсе сирек

Телдән әҙерлек курсы (50 сәғәт)



Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәр тө6өү, ижектә, һүҙҙә нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрҙең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү.





Тема

Сәғәттәр һаны

Дата

1а,б,в,г,д

фактик

1

Башҡортостан-тыуған илебеҙ.

1

1.09



2

Танышыу.

1

2.09



3

Кем? Нимә? Һорауҙары.

1

6.09



4

Ни эшләй? һорауы.

1

8.09



5

Беҙ уҡыусылар.

1

9.09



6

Беҙ мәктәптә.

1

13.09



7

Уҡыу әсбаптары.

1

15.09



8

Уҡыу әсбаптары. Ҡайҙа? һорауы.

1

16.09



9

Уҡыу әсбаптары.Диалогтар төҙөү.

1

20.09.



10

Уйынсыҡтар.

1

22.09



11

Уйынсыҡтар. Ниндәй? һорауы.

1

23.09



12

Һандар. Нисә? һорауы.

1

27.09



13

Һандар. Күпме? һорауы.

1

29.09



14

Төҫтәр.

1

30.09



15

Төҫтәр. Ниндәй? һорауы.

1

4.10



16

Беҙҙең баҡса. Йәшелсә,еләк-емеш.

1

6.10



17

Беҙҙең баҡса. Йомаҡтар сисеү.

1

7.10



18

Магазинда.Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.

1

11.10



19

Ҡоштар. Шиғырҙар уҡыу.

1

13.10



20

Ҡоштар. Һүрәт төшөрөү.

1

14.10



21

Кешенең тән өлөштәре.

1

18.10



22

Тән өлөштәре. Р.Ураҡсина "Был мин".

1

20.10



23

Шәхси гигиена. Тел шымартҡыс.

1

21.10



24

Көн режимы.

1

25.10



25

Гигиена темаһын нығытыу.

1

27.10



26

Беренсе сиректә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

28.10





Икенсе сирек



</ Өсөнсө сирек. Әлифба осоро (24 сәғәт)



Әлифба осоро (24 сәғәт)



Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай һәм айырыра белергә күнектереү.







51

Башҡорт алфавиты. А өн-хәрефе, ике телдә әйтелеше.

1

20.01

52

О өн-хәрефе, ике телдә әйтелеше.

1

24.01

53

Д.Талхина «Олатай».Өндәрҙе ҡабатлау.

1

26.01

54

Ы өн-хәрефе, ике телдә әйтелеше.

1

27.01

55

Э өн-хәрефе, ике телдә әйтелеше.

1

31.01

56

Һуҙынҡы өндәрҙе ҡабатлау.

1

3.02

57

Ә өн-хәрефе.

1

7.02

58

Ә өн-хәрефе. Д.Талхина «Рәхмәт»

1

9.02

59

Ө өн-хәрефе.

1

10.02

60

Ө өн-хәрефе. Рәссамдар.

1

14.02

61

Ү өн-хәрефе. Миҙгелдәр.

1

16.02

62

Ҡ өн-хәрефе. «Ҡыш» тексы өҫтөндә эш.

1

17.02

63

Ғ өн-хәрефе. « Ғәтиә» шиғыры.

1

21.02

64

Һ өн-хәрефе «Һәйкәл» тексы.

1

24.02

65

Ҙ өн-хәрефе. «Айҙар» тексы

1

28.02

66

Яҙ тураһында әңгәмә.

1

3.03

67

ң өн-хәрефе «Аҡкүл» тексы.

1

7.03

68

ҫ өн-хәрефе. Көләмәс.

1

9.03

69

Телмәр үҫтереү дәресе.

1

10.03

70

В өн-хәрефе. Ф.Туғыҙбаева «Бик мәрәкә»

1

14.03

71

«Белермән» дәрес-уйын

1

16.03

72

Ф.Рәхимғолова «Яҙыу таныған кеше»

1

17.03

73

«Йәшенмәк». Хәрефтәрҙең яҙылышы.

1

21.03

74

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

23.03













Дүртенсе сирек



Әлифбанан һуңғы осор (24 сәғәт)

Балаларҙы уҡырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнектереү. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.

































8.Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

1.«Аҡбуҙат» журналы.

2.CDдиск:

3.Аудиокассеталар:

4.Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во.

5.Башкирский язык. ru.

6.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

7.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы.

8.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1

9.Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө.

10.Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап.

11.Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө, 2008.

12. Сал Уралда - илдә бер ине.

13. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Материал - техник ҡулланмалар

1. телевизор;

2.видеомагнитофон;

3.компьютер;

4.интерактивная доска;

5.магнитофон.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт:

1.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. - Өфө, 2010.

2.Салихова М.Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (1-4-се кластар өсөн).

3.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө, 2009.

4.Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен.

5.Шарапов И.Ә. Йомаҡлы әлифба: Башҡорт телен өйрәнеүсе 1 класс уҡыусылары өсөн.

6.Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма.

7.Аҙнабаева Ф.Г., Нафиҡова З.Г. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма.

8. Сынбулатова Ф.Ш. "Туған тел" дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. - Өфө, 2008.

Электрон ресурстар.

1.Информационно-образовательный портал.

17





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал