7


  • Учителю
  • Урок башкирского языка 9 класс

Урок башкирского языка 9 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

































Конспект урока по башкирскому (государственному) языку

в 9 классе по теме:

Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады..

</ Йәнләндереү.





























Провела: учитель башкирского языка

и литературы Сибагатова Венера В.

МОБУ СОШ с. Наумовка









Тема: Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады. Йәнләндереү.

Маҡсат: 1) Ш. Бабичтың тормошо һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу; 2) шиғырҙарҙың йөкмәткеһен үҙләштереү; 3) һөйләү телмәрен үҫтереү; 4) "йәнләндереү" төшөнсәһен аңлатыу.

Йыһазландырыу: Ш. Бабич портреты, китаптары, һүҙлектәр.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу. Һаулыҡ һорашыу. Ҡышҡы тәбиғәт һәм көн тураһында әңгәмә.

  2. Артикуляцион, фонетик күнегеүҙәр.

Ултырҙым мин тауҙың күкрәгенә,

Йырҙар яҙам, елкәй, иҫмәй тор.

(Ш. Бабич)

а) шиғырҙы үҙ аллы уҡыу;

б) шиғырҙы тасуири уҡыу.

III. Төп өлөш. Уҡыусыларға дәрес маҡсатын еткереү, инеш әңгәмә үткәреү.

Таҡтаға Шәйехзада Бабич портретын элеү, китаптарынан күргәҙмә эшләү.

  • Кем ул Шәйехзада Бабич? Уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?(Уҡыусыларҙың яуаптары)

  • Атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Мөхәммәтзәкир улы Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губернияһының Бөрө өйәҙе (хәҙерге Дүртөйлө районы) Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

Ун биш йәшендә бәхет эҙләп ҡаҙаҡ далаларына сығып китә, Дүсәнбай тигән ауылда балалар уҡыта,ҡаҙаҡ телен өйрәнә. 1911 йылда Өфөгә килә һәм "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә.

"Ғәлиә" мәҙрәсендә уҡыу Шәйехзада Бабичтың ижадына һәм тормошона ҙур йоғонто яһай. Ул мәҙрәсәлә алдынғы шәкерттәрҙән һанала: шиғырҙар яҙып, әҙәби-музыкаль кисәләрҙә сығыш яһай, мандолинала бик оҫта уйнай, кәрәк икән, бейеп тә ебәрә. Иптәштәре уны йор һүҙле, асыҡ йөҙлө булғаны өсөн ихтирам итә һәм үҙҙәренең лидерҙары итеп һанай. "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә уҡытыу юғары кимәлдә була, сөнки унда Ғәлимйән Ибраһимов кеүек күренекле яҙыусылар һабаҡ бирә. Мәҙрәсәлә уҡыу йылдарында Бабич әҙәби ижад менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра.

1916 йылда "Ғәлиә"не тамамлағас, Шәйехзада Троицк ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй, "Аҡмулла" сатирик журналында шиғырҙар, эпиграммалар баҫтыра. Аҙаҡ "Ҡармаҡ" журналы саҡырыуы буйынса Ырымбурға китә, ләкин оҙаҡ эшләмәй, 1917 йылдың икенсе яртыһында Зәки Вәлиди етәкселегендә иң актив эшмәкәргә әйләнә. Зәки Вәлиди үткәргән сәйәсәтте яҡлап, күп кенә материалдар яҙа, шиғырҙар ижад итә. Ырымбурҙа ла йәштәрҙең яратҡан лидерына әйләнә.

Башҡорт республикаһы Ваҡытлы Хәрби революцион Комитетының 1919 йылдың 25 февралендәге приказ менән Бабич Башревкомдың башҡорт матбуғатына эшкә тәғәйенләнә. Ләкин шағирға бында оҙаҡ эшләргә насип булмай. 1919 йылдың 28 мартында Бабич, типографияны тейәп, ун бишләп һыбайлы менән Темәстән Ҡыҙыл Мәсеткә (Мораҡҡа) юлға сыға. Йылайырға етеү менән, Шәйехзада Бабич ҡулға алына һәм ундағы ғәскәр тарафынан йыртҡыстарса язалап үлтерелә.

  • Быйыл шағирыбыҙҙың тыуыуына нисә йыл тулды?

  • Вафат булыуына 24 март көнө нисә йыл булды?

IV. Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары буйынса эштәр.(Уҡыусылар үҙ аллы уҡый).

  1. "Халҡым өсөн" шиғыры.

  2. "Кем өсөн?"шиғыры.

А) шиғырҙы тасуири уҡыу

Б) Был әҫәр-романтик лириканың үрнәге булып тора. Ә шиғриәттә нимә ул "романтизм"? һорауына яуап эҙләү, әңгәмә.

  1. "Бер минут" шиғыры.

  2. "Көрәшеп үткәр ғүмереңде" шиғыры.

V. Грамматик тема.Йәнләндереү темаһын уҡытыусының аңлатыуы.

Йәнләндереү- бик борондан килгән фәнни нигеҙһеҙ ҡараш, йәнһеҙ тәбиғәт күренештәрен, ҡош-ҡорт, йәнлек-хайуандарҙы кешегә хас сифат, хис-тойғолар менән һүрәтләү.

Миҫал:

-Һис зарар юҡ, ал,-тине Ай,-

Ал да нур сәс халҡыңа,

Мин дә бит төн хаҡына

Алдым ҡояштың нурҙарын. (Ш. Бабич)

-Уҡыусылар, был шиғыр өҙөгөндә йәнләндереү ҡайҙа? Эйе, Айҙың һүҙҙәре йәнләндерелгән. Бындай йәнләндереүҙәр шиғырҙарҙа, әкиәттәрҙә, ҡобайырҙарҙа осрай.

VI. Күнегеүҙәр эшләү.

1.Йәнләндереүгә ике миҫал табып яҙырға. Йәнләндерелгән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға.

2. 84-се күнегеү. Һынамыштарҙы уҡырға, иҫтә ҡалдырырырға.

3. 85-се күнегеү. Һүрәттәр урынына һүҙҙәр ҡуйып тексты күсереп яҙырға.

4. 86-сы күнегеү. Диалогты ролләп уҡыу.

VII. Йомғаҡлау. Баһалау. - Бөгөнгө дәрестә үҙегеҙ өсөн кәрәкле һәм фәһемле нимәләр алдығыҙ? Йәнләндереү тип нимәне әйтәләр? Мин бөгөнгө дәрес менән ҡәнәғәтмен, бөтәгеҙҙә актив ҡатнаштығыҙ, рәхмәт. Баһалар ҙа яҡшы буласаҡ.

VIII Өй эше. "Халҡым өсөн" шиғырын ятларға.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал