7


  • Учителю
  • Разработки рабочих программ по башкирскому языку и литературе 6 класс.

Разработки рабочих программ по башкирскому языку и литературе 6 класс.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Структура рабочей программы по башкирскому языку:Рабочая программа включает следующие элементы: 1.  пояснительную записку;2.  требования к уровню достижений обучающихся;3.  Основные направления программ. 4.лингвистические,коммуникативные,этнокультурологические комп
предварительный просмотр материала

Аңлатма яҙыу.

Программа бөтәһе 68 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Вилданов А. Х, Хажин В.И.,һ.б. - Өфө: Китап, 2012.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  2. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө : Китап, 2008. - 352 бит.

  3. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. - Өфө : Китап, 1996. - 320 бит.

  4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Хажин В.И.,һ.б. - Өфө: Китап, 2012.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа"(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙеңI - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы муниципаль районы Куштирәк ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының уҡытыу программаһына ярашлы рәүештә төҙөлдө .

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.


Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.


6-сы класс өсөн телмәр күнекмәләренә талаптар

  1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

  2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

  3. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

  4. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдеңәһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу

  5. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.


Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.


Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 6-сы класта уҡытыуҙың маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленеңөндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Был программала башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышындабашҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ:

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, хәләте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, башҡа милләтхалыҡтарының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре:

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

шәхси үҫеш кимәле;

метапредмет кимәле;

предмет буйынса белем кимәле.


Шәхси үҫеш кимәле: Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле:Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында арала шырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.


Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.


Контроль диктанттар текстары күләме түбәндәгесә билдәләнә:

Яҙма эштәрҙен төрҙәре

синыфтар

2

3

4

5

6

7

8

9

10

11

Һүҙлек диктанты

5-8

8-10

10-12

12-15

15-18

18-20

20-22

22-24

24-27

27-30

Диктант

15-20

25-30

35-40

40-50

60-65

70-75

80-85

90-95

100-105

110-115

Изложение

15-20

20-30

35-40

40-45

45-50

50-55

55-60

60-65

65-75

80-90

Иншаларҙың күләме изложениеларҙағы һүҙҙәрҙән10-20-гә артығыраҡ


ЯҘМА ЭШТӘРҘЕ БАҺАЛАУ НОРМАЛАРЫ:

Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Диктанттарҙы баһалау.

Диктант бер генә билдә менен баһалана.

«5»билдәһе- хатаһыҙ йә иһә 1 тупаҫ булмаған орфографик йәки пунктацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.

«4»билдәһе- 2орфографик 2 пунктацион хаталы эшкә ҡуйыла,йәки 1 орфографик һәм 3 пунктацион(2/2) Шулай уҡ 3/1, 1/3,0/4,4 хаталы эштәр ошо баһаға лайыҡ булырға мөмкин.

«3»билдәһе -5 орфографик һәм 4 пунктацион ,йәғни 4/5, 6/3,7/2,2/7 3/5 хаталы диктанттарға ла «3 » ҡуйып була.Нисек кенә булһа ла, ике төр хаталар суммаһы туғыҙҙан артмаһын.Әммә 8,9 һүҙ хатаһы булған һүҙҙәргә «3»билдәһе ҡуйып булмай.

«2»билдәһе орфографик һәм пунктацион хаталар суммаһы туғыҙҙан артҡан осраҡтарҙа ҡуйыла. 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9.


Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1)мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2)әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3)автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4)механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1)ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2)бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3)бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4)үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5»-бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4»-эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3»-яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2»-бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.

Иҫкәрмә.бер үк ҡағиҙә буйынса булған өс пунктацион хата берәүгә иҫәпләнә.Мәҫәлән,хәл әйтеменең беренсе төрө буйынса өс хата бергә һанала.Дүрт-биш булып китһә,ике хата тип билдәләнә.Орфографик х аталар һәр береһе айырым иҫәпкә алына.

Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2.Фактик хаталар юҡ.

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4.Эштең һүҙлеге бай.

5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.Эштә йөкмәтке яғынан-1,телмәр яғынан 1 кәмселек булырға мөмкин.


1орфографик, 1пунктуацион йә 1 грамматик хата булыуы мөмкин.

"4"

1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә(бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2.Йөкмәтке дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда,эштең йөкмәткеһендә 2,телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин.

2 орфографик һәм 2пунктуацион йәки 1 орфографик йәки 3пунктуацион йәки

4 пунктуацион,шулай уҡ 2 грамматик

5 грамматик хата булыуы мөмкин.

"3"

1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ,ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай,һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4.Эштә йөкмәтке яғынан -4,телмәре яғынан5 хата булыуы мөмкин.

4орфографик,4пунктуацион,

йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7 пунктуацион,шулай уҡ4 грамматик хата булыуы мөмкин.

"2"

1.Эш теманы асмай.

2.Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4.Эштең йөкмәткеһендә-20 ,телмәрендә-20-нән күберәк хата ебәрелгән.

7/7, 6/8 ,5/9 ,8/8 нисбәтендәге орфографик,һәм пунктуацион һәм шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин. .


Уҡыу тиҙлеген тикшереү:

Башланғыс синыфтарпҙан алып,һәр бала билдәле бер кимәлдә,тиҙлеккә шыма итеп уҡый белергә тейеш. Түбәндә башланғыс синыфтарҙан алып,уҡыусы минутына нисә һүҙ уҡырға тейеш булған һандар бирелә.Уларға ҡарап,уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғаның билдәләргә мөмкин.

Баһалар


синыфтар

«5»

«4»

«3»

«2»

2

55

45

30

30-ҙан кәмерәк булһа

3

65

55

40

40-тан кәмерәк булһа

4

80

75

55

55-тән кәмерәк булһа

5

100

90

80

80-дән кәмерәк булһа

6

110

100

90

90-нан кәмерәк булһа

7

120

110

100

100-ҙәнкәмерәк булһа

8

130

120

110

110-нан кәмерәк булһа

9

140

130

120

120-кәмерәк булһа

10

150

140

130

130-нан кәмерәк булһа

11

160

150

140

140 -тан кәмерәк булһа







Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :

Йырым минең- Башҡортостан. З. Биишева." Башҡортостан". Р. Ғарипов. "Дан һиңә, Дан Башҡортостан". С. Ярмуллин. "Башҡорт аты". Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. .

"Ҡолой кантон" (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. "Рудасы Исмәғил Тасим улы"(повестан өҙөктәр). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре,уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. Ғ. Хөсәйенов. "Алдар батыр ҡиссаһы". Степан Злобин. "Салауат Юлаев". Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙеңһан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенеңүҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарыныңҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү. Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.


Уралып ятҡан Уралтау. Башҡорт халыҡ йыры " Урал". Б. Бикбай. "Урал". "Уралтау". Исем, сифат.Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Риүәйәт тураһында төшөнсә.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.

Тау башында балҡый бер ҡала. Р.Янбулатова "Гүзәл Өфөм - баш ҡалам"(йыр). А. Камалов. "Боронғо башҡорт ҡалалары". Минең тыуған ҡалам.

Башҡорт йолалары. А. Ҡобағошов. "Ҡарға бутҡаһы тәмлеме"? "Т. Ҡарамышева." Кәкүк сәйе". Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Башҡорт аштары. Ҡ. Даян. "Башҡорт ҡымыҙы". М. Өмөтбаев." Башҡорт ҡорото". Н. Сафин. "Бишбармаҡ". Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.

Әсәм теле- сәсән теле. Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. "Башҡорт теле". Башҡорт халыҡәкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов." Һүҙ хаҡында баллада." Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.

Башҡорттар китте һуғышҡа. Ҡ. Даян. "Шайморатов генерал" (йыр). Ә. Бикчәнтәев. "Бөркөт һауала үлә"(өҙөк). Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнәүҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙәҡулланыу.

Башҡорт ауыҙ-тел ижады.(белешмә). «Урал батыр» башҡорт халыҡә киәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар :

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

* текстың планын төҙөү;

* текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү - тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

* тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

* 5-6 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

* тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

* әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

* текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4.Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

* иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, каммилаштыра белеү күнекмәләре.



Төп әҙәбиәт.

  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек..,

Хажин В.И.,Вильданов Ә.Х һ.б. - Өфө: Китап, 2012

2. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (5-11-се кластар өсөн) - Өфө: Китап.

3.Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы.5- 11 -се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма-Өфө:


Яҙма эштәрҙең һаны: Диктанттар -4;Изложениелар -2; Иншалар-2


Календарь -тематик план


п/п

Тема

Дәрес

һаны

Үткәрелеү

Ваҡыты

Йыһазландырыу

Маҡсаттар

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Тем.план



Фак.

1

2

Башкортостан.

Башҡортостан минең яҙмышым.

1


1

02.09

05.09


БР картаһы,һүҙлек һүҙҙәре,портреттар.презентация.

Сюжетлы картина.

Башкортостан тураһында тарихи мәғлүмәттәр биреү,З.Биишева,Р.Ғарипов,Ф.Туғыҙбаева,Ш.Бабичтарҙың шиғырҙарын үҙләштереү.Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү. Телмәр үҫтереү.

ТБЭ:

План буйынса эшләү , үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштырыу.

РЭ:дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

КЭ:Әңгәмә ҡорорға өйрәнеү, үҙ фекереңдекешегә еткерә алыу оҫталығы өҫтөндә эшләү.икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау,

3


Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте.Ҡолой кантон.



1

09.09




видиотаҫма,телевизор.магнитофон,аудиотаҫма.компьютер

Башҡорт халҡының та рихи үткәне менән, Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте.Ҡолой кантон

әҫәрҙәре аша танышыу.Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.



ТБЭ: һүҙлек өҫтөндә эшләү һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлау.әҫәрҙәрҙең тематик

РЭ:дәрестен маҡсаттарын үҙаллы билдәләү, идеяларына төшөнөү.

КЭ: парҙар менән эшләү. Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте тураһында фекер алышыу

4

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре,уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.


12.09


Биремдәр менән карточкалар. Алфавит, Электрон дәреслек

Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау,үҙәнсәлекле өндәр,хәрефтәр, уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышына күнегеүҙәр үткәреү.Башҡорт әҙәби теле,уның өндәр системаһы тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.

ТБЭ: үҙәнсәлекле өндәр,хәрефтәр, уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышына күнегеүҙәр башҡарыу.РЭ: уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып өҫтәлмә мәғлүмәттәр менән эшләү.КЭ:парҙар менән эшләү.


5

Ғайса Хөсәйенов "Рудасы Исмағил улы Тасим улы"

1

16.09


Аудиотаҫма,видеомагнитофон,телевизор,магнитофон,видео

таҫма..

Башҡорт халҡының тарихи үткәне менән, "Ҡолой кантон.""Рудасы Исмағил улы Тасим улы" әҫәрҙәре аша танышыу,

ТБЭ: Ғайса Хөсәйенов "Рудасы Исмағил улы Тасим улы" әҫәрен тасуири уҡыу , план төҙөп яҙыу. Образлы һөйләрғә өйрәнеү. РЭ: уҡытыусы

тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.КЭ: Темаға ҡарата үҙ фекереңде булдырыу һәм

әңгәмәсенекен

хөрмәт итеү


6

Мәжит Ғафури "Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда"


1

19.09


һүҙлек һүҙҙәре,портреттар.презентация,терәк плакат

Автор тураһында биографик мәғлүмәттәр биреү.



ТБЭ:тасуири уҡыу тематик-идеяһын асыу. ижады менән танышыу.

РЭ: Уҡытыусы күрһәтмәләренә таяныпәҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау.


7

  1. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалар системаһы."Башҡорт ихтилалдары".



1

23.09


Сюжетлы картина,презентация

ЛММ,схема.

Тема буйынса төшөнсәләр биреү, уларҙы үҙләштереү.,.

ТБЭ: телмәр үҫтереү. һүҙлек байлығын арттырыу

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

хөрмәт итеү



8

Башҡорт халыҡ йыры "Салауат"Р.Бикбаев "Салауат ҡылысы"


26.09


Терәк плакат, презентация Аудиотаҫма,видеомагнитофон,телевизор,магнитофон,видео

таҫма

Салауат Юлаевҡа бағышланған әҫәрҙәр менән танышыу, тематик-идеяларын асыҡлау.Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү

ТБЭ: Әҙәби әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.Дәреслектә килтерелгән шиғри,йырҙарҙың көйҙәрен тыңлау,тематик идеяларын асыҡлау КЭ:Бер-береңде тыңлау,ҡабул итеү.

9

М. Иҙелбаев

"Хушлашыу"


30.09


һүҙлек һүҙҙәре,таблица,электорон дәреслек.һүҙлек һүҙҙәре,портрет,

презентация

М. Иҙелбаевтың "Хуш ла -шыу" әҫәренең тематик-идеяһын асыҡлау, уҡыусыларҙың һөйләм телмәрҙәрен байытыу.

ТБЭ: тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

* әҫәрҙең кәрәкле өлөштәрҙе һайлап алыу.

РЭ:

:группаларҙа эшләү.


10

Һүрәтләү саралары. Степан Злобин Салауат Юлаев.

.

03.10


һүҙлек һүҙҙәре,портрет,китаптар күргәҙмәһе.

Һүрәтләү саралары тураһында аңлатыу,әҙәбиәт теорияһын үҙләштереү.

ТБЭ: Тасуири уҡыу;һүҙлек эше.Һорауҙарға яуап биреү;РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.КЭ: әңгәмә ҡороу,бер-береңә теләктәшлек.

11

Бәйләнешле телмәр үҫтереү.Инша №1

Салауат батыр -ил күрке.


07.10


План-схема.

Иллюстрациялар.

Һөйләм һәм яҙма телмәр,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү

Газета-журналдар.

КЭ:Темаға ҡарата үҙ фекереңде

булдырыу һәм

әңгәмәсенекен


12

һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә.Исем.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр"Башҡорт ихтилалдары"


10.10


Электрон дәреслек

Яңы тем буйынса төшөнсәләр биреү, "Башҡорт ихтилалдары" әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү Телмәр үҫтереү

ТБЭ: күнегеүҙәр башҡарыу

РЭ:Уҡытыусыярҙамында үҙаллы эш кимәлен билдәләп ,эшләу.

КЭ: үҙ фекереңде

кешегә еткерә алыу оҫталығы

өҫтөндә эшләү

13


14.

Хаталар өҫтөндә эшләү. Исемдәрҙең һан һәм эйәлек заты менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәре.Кинйә"Ғ.Ибраһимов.

Исемдәрҙең һан һәм эйәлек заты менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәрен практик үҙләштереү" Кинйә"әҫәрен анализлау.




1410

17.10


Таблица,күнегеүҙәр.

һүҙлек


Электрон дәреслек

һүҙҙәре,портрет,

презентация.

Хаталар өҫтөндә эшләү.Яңы тема буйынса төшөнсәләр биреү,улаҙы үҙләштереү. . ".

ТБЭ: Кинйә"әҫәренең идеяһын асыҡлау, образлы һөйләргә өйрәнеү. Практиккүнегеүҙәр башҡарыуРЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

15

1812 йылғы ваҡиғаларға бағышланған башҡорт халыҡ ижады


21.10



Белем кимәлен тикшереү.Яҙма телмәр үҫтереү.

ТБЭ:белемдәрен системалаштырыу.Үҙ

ҙәренең белемдәрен тикшерәләр

РЭ:тыңлайҙар,аңлайҙар, ҡабул итәләр.

КЭ::бер-береңә ҡымасауламау.

16

Яныбай Хамматов "Төньяҡ амурҙары"


24.10



БХИ менән танышыу,уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү,фекер алышыу,

ТБЭ: тасуири уҡыу, ,һүҙлек байлығын арттырыу.

РЭ:Уҡытыусы биргән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

КЭ үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы өҫтөндә эшләү

17

Контроль диктант (биремле)№1Икмәк.




КИМ

Икмәк һүҙен килеш менән үҙгәртеү.Ауыр,ярлы һүҙҙәренә антонимдар яҙырға.

ТБЭ: тасуири уҡыу,яҙма һәм һөйләм телмәрҙәрен камиллаштырыу,һүҙ

лек байлығын арттырыу

18

.Хаталар өҫтөндә эш.Исемдәрҙең килеш менән хәбәрлек категориялары. Ә.Вәлиди Туған"Беренсе башҡорт ҡоролтайы"


07.11


Ә.Вәлиди Туған"Беренсе башҡорт ҡоролтайы"хәтирәләре,китаптары,папка.

таблица.

Башҡорт автономиялы

Республиканың төҙөлөү тарихы.Башҡорт ҡоролтайҙары тураһында төшөнсәләр биреү.

ТБЭ: .Башҡорт ҡоролтайы ваҡиғаларына арналған ғилми хеҙмәттәр менән танышыу,

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.КЭ:теләктәшлек белдереү.

19

Ш.Бабич "Башҡорт халҡына көйлө хитап". Килештәр системаһы


11.11


Терәк плакат.

ЛММ.

Презентация.

Электрон дәреслек.


һүҙлек

һүҙҙәре,портрет,


Исемдәрҙең килеш менән хәбәрлек категорияларын ,исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәрешеш, бәйләүесле һәм бәйләүесһеҙ ҡулланылыусы килештәрҙе күненеүҙәр аша практик үҙләштереү.

Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.



ТБЭ: яҙма эштәр башҡарыу. әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеү.,уларҙың авторҙары тураһында мәғлүмәттәр туплау.

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.КЭ::әңгәмә ҡороу.

20

Р.Солтангәрәев "Осто бөркөт". Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше.



14.11


КЭ үҙ фекереңде

кешегә еткерә алыу оҫталығы

өҫтөндә эшләү

ТБЭ: Муртазин образына характеристика биреү,уның тормошо,эшмәкәрлеге тураһында белешмәләр төҙөү,я


21


Р.Солтангәрәев "Осто бөркөт".Бәйләүесле һәм бәйләүесһеҙ ҡулланылыусы килештәр



18.11


ТБЭ: үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыры уҺорауҙарға яуаптар,тасуири уҡыу,анализлау

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

22

Бәйләнешлек телмәр үҫтереү.Изложение №1

Ярҙамсылар.


21.11


План-схема,

план-конспект.

КҮМ

Һөйләм һәм яҙма телмәр,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү

Һөйләм һәм яҙма телмәр,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү

23

Хаталар өҫтөндә эшләү"Урал","Башҡортостан тауҙары", "Уралыма " әҫәрҙәре буйынса телдән журнал.


25.11



Иллюстрациялар


презентация

план-конспект.

.

Башҡортостан тауҙары", "Уралыма " әҫәрҙәре буйынса телдән журнал. Яныбай Хамматов "Ғәйзулла әҫәрен өйрәнеү.


Үтелгәндәрҙе ҡабаблау.

ТБЭ:әҙәрҙәргә Тулы анализяһау.

РЭ:Йомаҡтар,мәҡәлдәр аша дәрестең маҡсаттарын билделәү.

КЭ үҙ фекереңде

кешегә еткерә алыу оҫталығы


24

25


Яныбай Хамматов "Ғәйзулла"(1-се 2-се бүлек Яныбай Хамматов "Ғәйзулла"3-сө бүлек.әҫәргә анализ.


2

28.11


02.12



ТБЭ: үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыры у Һорауҙарға яуаптар,тасуири уҡыу,анализлау.

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

1



Белемдәрен камиллаштырыу.

26

Башҡортостан йылғалары тураһында халыҡ ижады.



1

05.12


Башҡортостан Республикаһының картаһы,портреттар,терәк плакаттар,электрон дәреслек,тыуған яҡ күренештәре,магнитофон,аудиотаҫма,

Башҡортостан йылғалары тураһында белешмәләр биреү, уларҙы үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Башҡортостан йылғалары Ағиҙел тураһында халыҡ ижадын өйрәнеү.

Темаға бәйле телмәр үҫтереү.

Халыҡ хикәйәләре.Сифат. Сифаттарҙың дәрәжә менән үҙгәреүе

ТБЭ: Башҡортостан йылғалары тураһында географик мәғлүмәттәр төҙөү. РЭ: уҡытыусыбиргән белешмәләрге таянып эшләү.

КЭ үҙ фекереңде

кешегә еткерә алыу оҫталығы


27


28

29

Р.Бикбаев "Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ!"

Халыҡ хикәйәләре.Сифат. Сифаттарҙың дәрәжә менән үҙгәреүе.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Контроль диктант№2


1


1

1

09.12


12.12

16.12


ТБЭ: үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыры уҺорауҙарға яуаптар,тасуири уҡыу,анализлау

РЭ Уҡытыусы тарафынан ҡуйылган маҡсаттарҙы ҡабул итеү,үҙаллы план төҙөү һәм план буйынса эҙмә-эҙлекле рәүештә яңы теманы үҙләштереү

КЭ үҙ фекереңде

кешегә еткерә алыу оҫталығы


30


31.

Хаталар өҫтөндә эшләү Әнүр Вахитов "Ир ҡанаты" 1-се ,2-се бүлектәр

Әнүр Вахитов"Ир ҡанаты" 3сө, 4 -се бүлектәр

1

1

19.22


23.12


ТБЭ:әҫәрҙәрҙең,йырҙарҙыңтекстарын уҡыу,уларҙа халыҡтың тыуған төйәке,тәбиғәткә булған һөйөүен,халҡының яҙмышы,киләсәге өсөн борсолоуҙарын асыҡлау

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

КЭ:коллективта эшләү мәҙәниәте булдырыу.

32-


Башҡортостан ҡалалары.Башҡалабыҙ Өфө.

1

26.12


БР-ның картаһы.

Презентация.

Исем алдында килгән сифаттарҙың һан, килеш,род категориялары менән үҙгәрешен практик үҙләштереү. Башҡортостан ҡалалары.Башҡалабыҙ Өфө тураһында белешмәләр биреү,әҫәрҙәр уҡыу.

ТБЭ: Башҡортостан ҡалалары.Башҡалабыҙ Өфө тураһында мәғлүмәттәр

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.



33

Исем алдында килгән сифаттарҙың һан, килеш,род категориялары менән үҙгәрмәүен практик үҙләштереү.

1

30.12


Таблица.

34

Халыҡ йолалары.Йолаларға бәйле байрамдар.

1

16.01


БХИ томдары.

Милли аштар презентация,

сюжетлы картиналар.

Халыҡ йолалары.Йолаларға бәйле байрамдар тураһында тасуири уҡыу,фекер алышыу,

әҫәрҙәрҙең тематик-идеяларын асыҡлау Исемләшкән сифаттар менән нығытыу күнегеүҙәре башҡарыу.

Халык ауыҙ ижадының,әҫәрҙә тотҡан урының билдәләү.

Риүәйәттәрҙең йөкмәткеләрен һөйләргә өйрәнеү. Йолаларға бәйле байрамдар тураһында тасуири уҡыу

35

Сәғит Агиш "Ҡунаҡ һәм намыҫ".

1

20.01


Группала эшләгәндә теләктәшлек белдереү,бер-береңә ярҙам итеү.


36

Милли аштар .Милли аштарға бәйле әҫәрҙәр.

1

23.01



37

.Милли аштар.Исемләшкән сифаттар.

1

27.01


38

Бәйләнешле телмәр үҫтереүИзложение №2 "Ҡурай моңо"

1

30.01


КҮМ

Телмәр үҫтереү

Ижади фекеләү ҡеүәһен байытыу.

39

Хаталар өҫтөндә эш.Характеристика тураһында төшөнсә.Башҡорт теле(белешмә)

1

03.02


Яҙыусыларҙың портреттары,, һүҙлек һүҙҙәре.Терәк плакаттар,З.Биише

ваға арналған юбилей китабы,папка.Таблица.


КҮМ

Башҡорт теле уның тарихы,ҡәрҙәш телдәрараһынды уның урыны,уны өйрәнеүгә арналған ғилми хеҙмәттәртураһында фекер алышыу.Туған тел,уның ҡәҙере, әһәмиәте тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләрен,әҙәби әҙәрҙәр уҡыу.Алмаш һүҙ төркөмө тураһында төшөнсәләрҙе күнегеү- ҙәр аша практик үҙләштереү.


Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.

дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

ТБЭҡәрҙәш телдәрараһынды уның урыны,уны өйрәнеүгә арналған ғилми хеҙмәттәр тураһында

40

Зәйнәб Биишева "Башҡорт теле"

1

06.02


ТБЭ: әҫәрҙәрҙең тематик -идея

ларын асыҡлау.

Регулятив эшмәкәрлек

Уҡыу. Һүрәт йәки кроссворд Буйынса мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен аңлатып, дәрес темаһын билдәләү. төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү. Коммуникатив эшмәкәрлекүҙ фекереңде кешегә еткерә алыу,Әңгәмә ҡора белеү,

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы тарафынан бирелгән күрһәтмәләргә таянып эшләү.

КЭ Группала эшләгәндә теләктәшлек белдереү,бер-береңә ярҙам итеү

41

Яҡшы һүҙ-йән аҙығы(әкиәт)

1

10.02


42

Әнүр Вахитов "Һүҙ хаҡында баллада"

1

13.02


43


44

Контроль диктант №3

Ауылым.

Хаталар өҫтөндә эш.

Алмаш. Я.Хамматов "Башҡорттар китте һуғышҡа"

1

1

17.02

20.02



45

Жәлил Кейекбаев "Зөбәй Үтәғолов"

1

24.02


Портреттар,презентациялар,һүҙлек һүҙҙере.Терәк плакаттар.Иллюстрациялар һәм сюжетлы картина.

Бөйөк Ватан һуғышы,,унда Башҡортостанда төҙөлгән хәрби частарҙың112-се Башҡорт атлы дивизияныңҡатнашыуы, башҡорт әҙиптәренең һуғыш темаһына яҙылған әҫәрҙәрен барлау.

тасуири уҡыу,халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйыу. Ветерендар менән осрашыу.Сәсмә әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,образлы һөйләргә өйрәнеү Башҡортостанда тыуып үҫкәнСоветтар Союзы геройҙары тураһында мәғлүмәттәр туплау.






46

Әнүәр Бикчәнтәев "Бөркөт һауала үлә"

1

27.02


47

Рәүеф Насиров "Ил балаһы Шакирйән"

1

03.03


48

"Урал батыр"әкиәте

1

06.03



49

"Алдар менән шайтан" әкиәте.


1

10.03


Башҡорт ауыҙ-тел ижады томдары.Аудио

таҫма,магнитофон.

Презентация

Башҡорт ауыҙ-тел ижадытөшөнсәләр биреү,5-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау,дөйөмләштереү. ауыҙ-тел ижадының традицион жанрҙары,уларҙың үҙәренә генә хас үҙенсәлектәре,айырмалы һәм оҡшаш яҡтарын билдәләү.,уҡыған,ишеткән әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү,йомаҡтар ҡойоу,таҡмаҡтар әйтешеу.

Башҡорт мөғжизәһеВатандаш№5,164-се бит

БХИ-да һәм әҙиптәрҙең ижадындаҡурай һәм ҡурайсыБаш.ҡыҙы№52008 Ағиҙел журналы№1-2Ғ.ХөсәйеновР.Назаров ижадына бер ҡараш.

Б.Б.Ғафаров әҙәби мет.113-115се биттәр

50

БХИ.Ҡурай. "Ҡурай моңо

1

13.03


51

"Бәйләнешле телмәр үҫтереү.Инша№2.

1

17.03


52

Хаталар өҫтөндә эш

М.Кәрим "Азамат"

1

20.03


53

Әҙәбиәт теорияһы.Көләмәстәр һәм йомаҡтар.Һан

1

07.04


54

Р.Назаровтың тормош һәм ижад юлы."Япраҡ"

1

10.04


55

Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"

1

14.04



Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ менән танышыу

ТБЭ: әҫәрҙәрҙең тематик -идея

ларын асыҡлау.

Регулятив эшмәкәрлек

темаһын билдәләү. төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү. Коммуникатив эшмәкәрлекүҙ фекереңде кешегә еткерә алыу,Әңгәмә ҡора белеү,

РЭ: дәрестең маҡсаттарын ҡабул итеү,уҡытыусы

56

"Ҡармасан менән Сәрмәсән"

1

17.04


57

"Ҡарабай менән Сарыбай"

1

21.04


Аудио

таҫма,магнитофон.

Презентация

КҮМ

Сәсәндәр ижадын өйрәнеү,улар тураһында мәғлүмәттәр биреү.

58

С.Юлаев ижады. " Бүгәсәйгә ҡушылып ,ир-батырға ҡуш булып"

1

24.04


59

Мифтахетдин Аҡмулла"Нәсихәттәр"

1

28.04


60

Сәсәндәр ижады.

2

05.05


61

Контроль диктант№4 Башҡортостанда спорт үҫеше.


1

12.05


62

Хаталар өҫтөндә эш.

М.Ғафури,Р.Ниғмәти,М.Кәрим,С.Ҡудаш ижады.Телдән журнал.

1

15.05


портреттар,терәк плакаттар,электрон дәреслек,тыуған яҡ күренештәре,

магнитофон

аудиотаҫма


Башҡортостандың халык шағирҙары,яҙыусыларының тормош һәм ижад юлы менән тәрәнерәк танышыу,уларҙың әҫәрҙәрен тасуири уҡыу,

тематик идеяларын асыҡлау,телмер үҫтереү.

Шәхси үҫеш кимәле: Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи-эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү

Танып белеү эшмәкәрлеге

Әҙәбиәт теорияһын үҙләштереү. Повестың идеяһын, проблемаларын, асыу.


63-64

Р.Ғарипов,Н.Нәжми,Р.Бикбаев,Ә.Атнабаев ижадында Тыуған ил, илһөйәрлек темаһы.

2

19.05-23.05


Шәхси үҫеш кимәле: Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи-эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү

Танып белеү эшмәкәрлеге

Әҙәбиәт теорияһын үҙләштереү. Әҫәрҙәрҙең идеяһын, проблемаларын, асы.у

65

Ә.Хәкимов,Н.Мусин,Н.Асанбаев әҫәрҙәре буйынса кластан тыш уҡыу


26.05


67

68

Курс буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Дәрес-йомғаҡлау.


1

1

29.05




Группала эшләгәндә теләктәшлек белдереү,бер-береңә ярҙам итеү.


Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 5-9 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2008.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

Китап, 2006.

  1. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

Материаль-техник ҡулланмалар.

  • телевизор;

  • видеомагнитофон;

  • магнитофон;

  • мультимедиапроектор;

  • электрон таҡта.


КҮМ Контроль-үлсәү материалдары

Контроль диктант №1

Йәй.

Йәмле йәй етте. Бейек тау буйҙары,киң болондар матур сәскәгә күмелде.Туғайҙарҙа, болондарҙа бал еҫе аңҡый.Ошо матурлыҡ эсендә, ике тау араһын-да, бәләкәй йылға аға.

Йәй ҡойма ямғырҙар була. Үләндәр шифалы дымға туйына. Яландарҙа,туғайҙарҙа күпереп йәшел үлән үҫә. Иртәнән кискәсә шат ҡоштар һайрай. Ҡоштар зарарлы ҡорттарҙы, бөжәк тәрҙе ояларына ташыйҙар. Көн оҙон,йылы. Йәйге ҡояш байырға өл гөр мәй,көнсығыш алһыулана башлай. ("Дик танттар йыйынтығы"нан. 61 һүҙ.)

Контроль диктант №2

Ҡыр ҡаҙы.

Бер көн Аҡкүлгә киттем. Көҙгө кеүек ялтырап торған күл өҫтөнә юл һалынған. Күлдең бер яҡ ситендә ҡыр ҡаҙҙары йөҙә.

Мин ҡамыштар янына баҫып, тирә-яҡты күҙәтә башланым. Уларҙы ярып төпкәрәк индем. Унда һыңар ҡанаты менән талпынып, ҡыр ҡаҙы осорға маташа. Ләкин булдыра алмай, туҡтай. Мин уны тотоп өйгә алып ҡайттым.Ҡыр ҡаҙын тауыҡ кетәгенә яптым.Табаҡҡа һыу менән икмәк һалып,ҡунағымдың алдына ҡуйҙым. ( 65 һүҙ.)

Контроль диктант №3

Ауылым.

Ауылымдың көньяҡ осонда тау һырттары башлана. Тау түбәһенән тирә-яҡ ус төбөндә һымаҡ күренә.Түбәндә таллыҡ араһынан бормаланып-бормаланып Ҡарайылға ағып ята.Ул киң түгел, ләкин мул һәм саф һыулы. Ҡарайылғаның аръяғында зәңгәр күлдәр ята. Уларҙың ситтәрендә

йәшел ҡыуаҡтар үҫә. Әрәмәлектәрҙә ҡарағат, гөлйемеш күп була.Тау итәгендәге ҡайынлыҡтарҙа еләк бешә. Матур ҙа, бай ҙа беҙҙең тыуған яҡтар! ("Диктанттар йыйынтығы" нан.( 58 һүҙ.)


Контроль диктант №4

Башҡортостанда спорт үҫеше.

Беҙҙең республикала спортты үҫтереүгә күп көс түгелә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһы бихисап саңғысы һәм йөҙөүселәр тәрбиәләне.

Белорет - тау саңғысыларын үҫте реү се ҡала. Бында ҡышын бөтә Рәсәй спортсылары килеп, күнекмәләр үткәрә.

Бөрөлә боронғо һәм матур спорт төрө үҫешкән, унда уҡ атыусылар тәрбиәләнә.

Мәләүездә "Толпар" ипподромында ат спорты алға киткән.

Ишембай шахмат һәм шашка буйынса Рәсәй һәм донъя чемпиондары тәрбиәләгән үҙәккә әйләнде. (61 һүҙ.)

Изложение


29

29



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал