7


  • Учителю
  • 5-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

5-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан республикаһы

Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы


Ҡаралған Килешенде Раҫланды

РМО ултырышында Уҡытыу - тәрбиә эштәре Мәктәп директоры:

протокол №_____ буйынса директор урынбаҫары

«___»_________2014й. _______С.И. Данилова ______ Л.Г. Тинякова



2014-2015 уҡыу йылына

5-се класс өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән

эш программаһы




дөйөм сәғәттәр һаны - 70 сәғәт

аҙнаһына - 2 сәғәт иҫәбенән




Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы төҙөнө







2014йыл


Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсе:

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө - 2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө - Китап - 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2010.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған "Йәншишмә", "Аҡбуҙат", "Аманат" гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь - Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса "Көҙ" темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.


Үҙем тураһында (8 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.


Йыл миҙгелдәре (8 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.


Башҡортостанды беләһеңме? (7 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең - Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.


Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (6 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.


Яңы йыл менән. (8 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.


Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (6 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.


8 март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.(5 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Яҙғы байрамдар. (2 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 - 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Күсереп яҙыу-1

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант-4

Изложение-1

Инша-2


Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. -Өфө-2003.

нигеҙендә төҙөлдө.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. - Өфө: Китап, 2010







.

Календарь-тематик планлаштырыу

Тема

сәғәт һаны

биттәр

Ваҡыты



план.

үткәр.


1-се сирек - 18 сәғәт


I-IV кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 8 сәғәт.


1.

Белем көнө. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

4-5

1.09

2.

Ф.Ғөбәйҙуллина.Рәйфә мәктәпкә бара. Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре. Алфавит.

1

5-8

6.09

3.

Беҙҙең ғаилә. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

9-10

8.09

4.

Мәктәп. Исем. Исемдең күплек ялғауы.

1

11-12

13.09

5.

Беҙҙең мәктәп. Исемдең һан менән үҙгәреүе.

1

12-14

15.09

6.

Беҙҙең класс. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

16-19

20.09

7.

Дуҫтар. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

19-22

22.09

8.

Күсереп яҙыу.Ҡурай моңо. Сифат.

1

23-27

27.09

Үҙем тураһында. 8 сәғәт.



9.

Танышыу. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

1

33-36

29.09

10.

Үҙем тураһында. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

1

37-40

6.10

11.

Минең әсәйем. Алмаш. Зат алмаштары.

1

45

13.10

12.

Беҙҙең ғаилә. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше..

1

46-53

18.10

13

Өләсәйгә хат яҙам. К-г,ҡ-ғ,п-б тартынҡыларының сиратлашыуы.

1

58-60

20.10

14.

Мәҡәлдәр. йо, йө ижектәре.

1

61-62

25.10

15.

Контроль диктант. Көҙгө урман.

1

12

27.10

16.

Хаталар өҫтөндә эш. М.Ғафури. Ҡыр ҡаҙы.

1

56-57

8.11


Йыл миҙгелдәре (8 сәғәт)




17.

Был ҡайһы ваҡыт? Сифаттың исем менән ярашыуы.

1

63-64

10.11

18

Көҙ көнө һауа торошо. Һорау алмаштары.

1

65-67

15.11

2-се сирек. 16 сәғәт.


19.

Был минең бүлмәм. Күрһәтеү алмаштары.

1

68-71

17.11

20.

Альбинаның дуҫтары. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

1

72-73

22.11

21.

Дүрт теләк. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

1

74-75

24.11

22.

Инша. Алтын көҙ.

1

77,83-84

29.11

23.

Хаталар өҫтөндә эш.Г.Ситдикова. Төҫлө ҡәләмдәрем

1

81-82

1.12

24.

Уҡыу техникаһын тикшереү. Яратҡан миҙгелем.

1

84-85

6.12

Башҡортостанды беләһеңме? 7 сәғәт.

25.

Урал - башҡорт иле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

87-89

8.12

26.

Башҡортостан флагы. Юҡлыҡ алмаштары.

1

90-92

13.12

27.

Салауат Юлаев һәйкәле. Һөйләм төҙөлөшөн ҡабатлау.

1

95-96

15.12

28.

Изложение. Ҡурай.

1


20.12

29.

Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр.

1

97-99

22.12

30.

Контроль диктант. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

1

15

27.12

31.

Хаталар өҫтөндә эш. Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.

1

100-101

29.12


Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. 6 сәғәт.




32.

Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

1

103-106

17.01

33

Шәхси гигиена. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

1

107-109

19.01

34

Табипта. Эйәлек төшөнсәһе.

1

110-111

24.01

3-сө сирек. 20 сәғәт.


35

Кем нимә эшләй? Ҡылым.


114-116

26.01

36

Дарыу үләндәре. Ҡылым.

1

117-119

31.01

37

Диктант. Грипп ауырыуы.

1

121-125

2.02

Яңы йыл менән! 8 сәғәт.



38.

Башҡортостанда ҡыш. Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

1

123-125

7.02

39.

Һорауҙарға яуап. Ҡышҡы уйындар.

1

126,128

9.02

40.

Ҡоштарға ярҙам.

1

127,134

14.02

41.

Яуа ҡарҙар. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

131-133

16.02

42.

Яңы йыл ҡайҙа нисек үтә?

1

139-141

21.02

43

Экскурсия. Ергә аҡ ҡарҙан юрған ябылған.

1

парк

28.02

44

Инша. Ҡышҡы матурлыҡ.

1


2.03

45

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡар өй. Ғинуар.

1

137,142

7.03

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар. 6 сәғәт.


46.

Аҙыҡ-түлек.

1

143-145

9.03

47.

Кейем-һалым. Синонимдар.

1

146-148

14.03

48.

Магазинда.

1

156-157

16.03

49.

Мул уңыш үҫтерәбеҙ. Ҡылым.

1

153-154

21.03

50.

Контроль диктант. Кем нимә ярата?

1

20

4.04

51.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡымыҙ - файҙалы эсемлек.

1

162-164

6.04

8 март - ҡатын-ҡыҙҙар көнө. 4 сәғәт.


52.

8 март - ҡатын ҡыҙҙар көнө. Антонимдар.

1

163-165

11.04

53.

Минең әсәйем. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

1

167-168

13.04

54.

Беҙҙең ғаилә.

1

169-170

18.04

4-се сирек. 14 сәғәт.


55.

Эш бөткәс, уйнарға ярай.

1

171-172

20.04


Яҙ етте. 6 сәғәт.




56.

Яҙ килә. Омонимдар.

1

175-176

25.04

57.

Башҡортостанда яҙ. Синонимдар. Антонимдар.

1

180

27.04

58.

Ҡайтығыҙ ҡоштарым! Зат алмаштары.

1

177-178

2.05

59

1 май - яҙ байрамы.

1

181

4.05

60.

9 май - Еңеү байрамы. Кем?Нимә? һорауҙары.

1

184-185

11.05

61

Экскурсия. Яҙ етте.

1


16.05

Яҙғы эштәр. 5 сәғәт.


62.

Баҡса эштәре.ЙЫ,ЙЕ,ЙО,ЙӨ,ЙҮ ҡушымсалары.

1

189-190

18.05

63.

Суфия - яҡшы табип. Һан.

1

192-194

23.05

64

Яҙғы эштәр.

1

199

25.05

65.

Контроль диктант. Яңғыҙ ҡайын.

1

21

30.05

66.

Хаталар өҫтөндә эш. Алмаш. Яҙғы сәскәләр.

1

196-198


Яҙғы байрамдар. Йомғаҡлау. 2 сәғәт.


67.

Яҙғы байрамдар. Алмаш (ҡабатлау).

1

200-202


68.

Уҡыу техникаһын тикшереү. Йәй айҙары.

1

203-206


69

Журналдар менән эшләү

1



70

Йомғаҡлау

1



Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

1.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

2. Урыҫ мәктәптәренең 5-6 - сы синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

6. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • компьютер;

  • принтер;

  • DVD-проигрыватель


Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010.

2.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө - 2006.

3.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө - Китап - 2009.

4.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

5.Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

6.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

7.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

8.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

9.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

10.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11.М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле.Морфология. - Өфө: Китап, 2005.

12.Толомбаев Х.А., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән тестар. - Өфө: 2005

13.Русско-башкирский учебный словарь.Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. - Уфа: Китап, 2001.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал