7


  • Учителю
  • Урок -разработка по башкирскому (гос) языку 'Ҡыш'

Урок -разработка по башкирскому (гос) языку 'Ҡыш'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Волга буйы Федераль округы А.В.Доставалов исемендәге

Башҡорт кадет корпусы


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Ғәләүетдинова Эльмира Минихан ҡыҙының

Башҡорт (дәүләт )теленән

дәрес өлгөһө

Тема:Ҡыш.Ҡылым.

(6 класс)

Ишимбай-2015


  1. Класс:6

  2. Предмет: башҡорт дәүләт теле, III линия.

  3. Дәреслек: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н.

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең уҡыусылары өсөн дәреслек.

  1. Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н.

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең уҡыусылары өсөн дәреслек.

  • Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар\ Автор-төҙөүселәре: М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова.- Өфө: "Китап", 2003. - 52 бит.

  • Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең класс өсөн "Башҡорт теле" дәреслегенә методик күрһәтмәләр.- Өфө: Китап, 2003. - 112 бит

  • Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. - Өфө: Башҡортостан, 2006. - 96 бит.

  • Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылар һәм студентар өсөн ҡул. - Өфө: Китап, 2008. -152 бит.

  • З.А. Хадыева, М.С.Давлетшина. Башкирский язык-государственный язык. Рабочая тетрадь.- Уфа. Мир печати, 2010.-138 с.

  • Үҫтереүсе уҡытыу технологияһы элементтары менән төҙөлгән дәрес

  1. Тема: Ҡыш. Ҡылым.

  2. Маҡсат:

  • Ҡыш миҙгеле, уның билдәләре менән таныштырыу.

  • Һүҙлек байлығын арттырыу,үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү.

  • Ҡылымдарҙы телмәрҙә ҡулланыуҙы нығытыу.

  • Уҡыусыларҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлеген үҫтереү.

  • Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

  1. Һүҙлек һүҙҙәр:

Һулыш-

Һиҙеп алды-

Тауыш-

Һирәк-

Йоҡоға талған-

Һыймай-

выжлай-

  1. Йыһазландырыу: дәреслектәр, мультимедиа проекторы, карточкалар, картиналар, эш дәфтәрҙәре,Һүҙлектәр

  2. Дәрес барышы:

Психологик комфорт тыуҙырыу(дәрес алдынан уҡыусыларҙың кәйефен күтәреү,эшкә өндәү-ҡыш тураһында йыр тыңлау)

- Ойоштороу моменты

  • Һаумыһығыҙ, балалар!

  • Һаумыһығыҙ!

  • Мин Ғәләүетдинова Эльмира Минихан ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бөгөнгө дәресте мин алып барасаҡмын, һеҙҙең менән дәрес барышында танышырбыҙ.

  • Бөгөн класта кем дежур?

  • Класта кем юҡ?

  • Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Ниндәй миҙгел? Һауа торошо ниндәй? Ҡар яуамы?(Яуаптар)

  • Яҡшы, дәресте дауам итәйек .

  1. Фонетик күнегеү. (слайд)

"Ҡ" , ошо хәрефкә һүҙҙәр әйттереү.

  1. Артикуляцион күнегеү. (слайд)

Ҡар яуа

Мамыҡ ҡар яуа,

Шундай саф һауа.

Саналар һөйрәп,

Беҙ киттек тауға...(маҡсатҡа сығыу

Саналар оса,

Ҡаршы ел выжлай.

Ә шатлыҡ беҙҙең

Күкрәккә һыймай.


  • Уҡытыусы уҡый;

  • үҙ аллы уҡыу;

  • хор менән уҡыу;

  • 1-2 уҡыусының уҡыуы.

  • Уҡыусылар, шиғыр нимә тураһында?

  • Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Текстағы яуа, киттек, оса, һыймай һүҙҙәренә иғтибар итәйек әле, ниндәй һүҙҙәр ул?

  • Дөрөҫ, шулай уҡ дәрестә беҙ һеҙҙең менән ҡылымдарҙы ла ҡабатлап үтәрбеҙ.

  1. Төп өлөш.

  2. Маҡсатты әйтеү

- Уҡыусылар, дәрестә яңы һүҙҙәр менән танышабыҙ, текст өҫтөндә һәм күнегеүҙәр эшләйәсәкбеҙ.

- Кем дә кем дәрестә әүҙем ҡатнаша, шул ҡар бөртөктәрен аласаҡ. Әүҙем ҡатнашып һәм ҡар бөртөктәрен күберәк йыйған уҡыусы, еңеүсе буласаҡ һәм юғары баһа аласаҡ.

Дәфтәрҙе астыҡ, датаны,теманы яҙып ҡуйҙыҡ.

Һүҙлек эше: (слайд)

Һулыш- дыхание

Һиҙеп алды- почуяли

Тауыш- звук

Һирәк- редко

Йоҡоға талған- уснул

Һыймай- не лезет

  • Хор менән уҡыу;

  • Уҡытыусы русса уҡый, балалар тәржемә итә.

  • Һүҙлек һүҙҙәре менән һүҙбәйләнеш төҙөү.

  • Йөкмәткене ҡабул итеү.Уҡыу күнекмәләре

- Ә хәҙер текст менән танышайыҡ.

- Уҡытыусы тексты уҡый, балалар үҙ аллы уҡый, сылбырлап уҡытыу,тәржемә итеү бергәләп

- Һорауҙарға яуап:

Ниндәй ҡыш килеп етте?

Ҡыштың һалҡын һулышын нимәләр һиҙеп алды?

Нимәләр тауышы урманда һирәк ишетелә?

Видео

  1. Ял минуты (слайд)




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал