7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку 'Автор тураһында белешмә. Ф. Рәхимғолова“Мин – Башҡортостандан”'.

Конспект урока по башкирскому языку 'Автор тураһында белешмә. Ф. Рәхимғолова“Мин – Башҡортостандан”'.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

7-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы











Тема: Автор тураһында белешмә. Ф.Рәхимғолова

"Мин - Башҡортостандан".


Маҡсат:

- Ф.Рәхимғолованың тормошо һәм ижаты менән танышыу;

- "Мин - Башҡортостандан" тигән шиғыры нигеҙендә һөйләү телмәрен һәм аралашыу һәләтен үҫтереү;

- Башҡортостан республикаһына ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү.


Йыһазланыу: дәреслек, һүҙлек, компьютер, слайдтар,

мәҡәлдәр.

Класс: 5 Б, Г.

Үткәрҙе: башҡорт теле һәм

әҙәбиәт уҡытыусыһы

Ниғәмәйева Ҡәҙриә Гөлфәт ҡыҙы

Нефтекама-2015



I. Ойоштороу моменты


- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Мин һеҙҙе күреүгә бик шатмын. Рәхим итеп ултырығыҙ.


II. Телмәргә фонетик күнегеү

- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә яңы тема менән танышасаҡбыҙ. Иң башта телдәребеҙҙе шымартып алырбыҙ, уның өсөн беҙ телмәргә күнегеү үткәрәбеҙ.

Ға - ға - ға - әйҙә, киттек урманға,

Шә - шә - шә - урманда еләк бешә.

Ле - ле - ле - ауыҙ итәйек әле,

Ге - ге - ге - ҡалай тәмле еләге.

(Уҡытыусының үрнәкле уҡыуы, хор менән, берәмләп уҡыу).


Һығымта: телмәребеҙҙе шымарттыҡ, өндәрҙе дөрөҫ итек уҡырһығыҙ тигән фекерҙә ҡалам.


III. Өй эшен тикшереү.


Баһалау.


IY. Яңы тема өҫтөндә эш


Бөгөн дәрестә Башҡортостан яҙыусыһы Фәүзиә Рәхимғолованың тормош юлы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ һәм уның "Мин - Башҡортостандан" тигән шиғырын уҡыясаҡбыҙ.


1. Автор тураһында белешмә

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова (1921 - 1997). Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған.

Мәғариф бүлегендә инспектор, мәктәптә уҡытыусы була. "Пионер" (хәҙер "Аманат"), "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарында эшләй.

Фәүзиә Рәхимғолова 26 китап авторы.


Дәфтәргә яҙыу.


- Кем ул Ф. Рәхимғолова? (Башҡортостан яҙыусыһы).

- Ҡайҙа тыуған?

- Ул нисә китап авторы?


  • 11 октябрҙә ниндәй байрам билдәләп үттек? (Башҡортостан республикаһының конституцияһы көнө).

  • Республикабыҙҙың ниндәй символдары бар? (Герб, гимн, флаг).

  • Республикабыҙ нимәләр менән билдәле? (Бал, файҙалы ҡаҙылмалар, тәбиғәт һ. б.)


Ял минуты.

2. Фәүзиә Рәхимғолова ла Башҡортостан республикаһы менән ғорурланып "Мин - Башҡортостандан" тигән шиғырын яҙа.

Һүҙлек эше.

Шиғырҙы уҡығанда һеҙгә аңлашылмаған һүҙҙәр килеп сығыр, әйҙәгеҙ шулар менән танышып үтәбеҙ.


ирәйеү - возмужать

кинәнеү - наслаждаться

былбыл - соловей

муйыл - черемуха

аҡ елкән - белый парус


Дәфтәргә яҙыу.


(Үрнәкле уҡыу, хор, тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөү).


  • Ә хәҙер уның шиғыры менән танышайыҡ. (Уҡытыусының үрнәкле уҡыуы).

  • Шиғыр оҡшанымы һеҙгә? Шиғырҙы уҡығанда нимәләр тураһында уйландығыҙ?

  • Тәржемә итеү.

  • Хор менән уҡыу. Ә хәҙер "сылбырлап" буйлап һәр берегеҙ икешәр юл уҡыйһығыҙ.

3. Һорауҙарға яуап биреү.

- Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

- Автор республикабыҙҙың нимәләре менән ғорурлана? (Текстан миҫалдар килтереп уҡыу).

  • Һеҙ тыуған илегеҙ менән ғорурланаһығыҙмы?

  • Һығымта. Беҙ тыуған илебеҙҙе әсәйҙәрҙе яратҡан кеүек яратабыҙ. Ҡайҙа ғына барһаҡ та уларҙы һағынып ҡайтабыҙ.

4. "Әсәйҙәр - көнө" байрамы.

- Уҡыусылар, ноябрь айы аҙағында беҙ ниндәй байрам билдәләп үтәбеҙ. Кемдәргә рәхмәт әйтеп ҡотлайбыҙ? (Әйе, әсәйҙәрҙе, әсәйҙәр көнөн байрам итәбеҙ).


Ф. Рәхимғолова ла әсәйҙәргә ҡарата шиғыр яҙған, әйҙәгеҙ уны тыңлайыҡ.


(Уҡыусы яттан һөйләй).

Һығымта. Ф. Рәхимғолова әсәйҙәргә ҡарата, Башҡортостан тураһында, республикабыҙҙың халҡы тураһында, тыуған яҡ тураһында бик күп шиғырҙар ижат иткән.


Уның күп төрлө шиғырҙары менән танышасаҡбыҙ әле.


Y. Өй эше. Шиғырҙы тасуири уҡырға.

Баһалау. Йомғаҡлау.

  • Дәрестә ниндәй яҙыусы менән таныштыҡ?

  • Ул ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?

  • Нисә китап авторы ул?

  • Ниндәй темаларға шиғырҙар яҙған?

- Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

- Рәхмәт, дәрес өсөн. Һау булығыҙ.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал