- Учителю
- Разработка урока башкирского языка, 2 класс
Разработка урока башкирского языка, 2 класс
2 класс
Башҡорт теле
Тема: Һөйләмдең баш киҫәктәре. ( 2-се дәрес)
Маҡсат:Һөйләмдәрҙә баш киҫәктәрҙе билдәләргә өйрәтеү;
уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү ;
әсәйҙәргә ҡарата һөйөү, ихтирам, хәстәрлекле булырға өйрәтеү.
Йыһазландырыу: дәреслек.
Дәрес барышы:
-
Ойоштороу моменты.
-
Ҡыңғырау шылтыраны,
Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп,
Яуап бирергә әҙер.
(хор менән ҡабатлау)
-Һаумыһығыҙ, балалар.
Хәйерле көн һеҙгә!
Тел һәм зиһен асҡыстарын
Теләймен һәр берегеҙгә.
Психологик инеш.
-
Бөгөнгө матур көнгә күҙ һалайыҡ: һауа, ҡояш, ағастар... Барыһы ла ниндәй йәмле! Матур! Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур, тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ. Уларға нимә әйтәбеҙ?
-
Рәхмәт! Хәйерле көн!
-
Уҡыусылар, беҙ был яҡты донъяла йәшәүебеҙгә кемдәргә рәхмәтле булырға тейешбеҙ? (әсәйҙәргә)
-
Кем беҙҙе тәрбиәләй, тәмле аштар ашата...?
-
Эйе ,уҡыусылар, Бөтә Рәсәй буйынса 1998 йылдан башлап үткәрелеп килгән байрам яҡынлаша. Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө үткәрелә. Бөгөн дәресте яратҡан кешеләребеҙгә бағышлайыҡ.
-
Ә хәҙер телмәребеҙ шыма, матур булһын өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.
Тамаҡты ҡарағанда доктор нимә әйтергә ҡуша? (а-а-а-а)
Ҡаҙҙар нисек ҡаңғылдай? (ға-ға-ға)
Эттәр нисек ырылдай? (р-р-р)
Тишек шарҙан һауа нисек сыға? (с-с-с)
-
Ә хәҙер уҡыусылар слайдҡа иғтибар итегеҙ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.
-
Ә хәҙер әйҙәгеҙ бергәләп.
Да-да-да - ҡуян саба урманда
Ды-ды-ды - иңләп-буйлап урманды.
Өп-өп-өп - эттәр сабыша өрөп,
Өп-өп-өп төндәр буйына йөрөп.
-
Бына беҙҙең телмәребеҙ хәҙер дәрескә әҙер.
Уңыш ситуацияһы.
-
Балалар, үткән дәрестә һеҙгә яттан яҙыу өсөн шиғыр бирелгән ине. Әйҙәгеҙ шиғырҙы ҡабатлап үтәйек.
Мин бәхетле, бик бәхетле,
Әсәйем янда һәр саҡ.
Һин булғанға ғына, әсәй,
Көндәрем яҡты һәр саҡ.
-
Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙҙар ята, ашыҡмайынса ғына ятлаған шиғырҙы яттан яҙайыҡ. Ә шиғырҙы яҙғанда ниндәй ҡағиҙәләрҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ.
-
Шиғырҙың һәр юлы айырым юлға яҙыла.
-
Һәр юл баш хәрефтән башланып яҙыла.
-
-
Ә хәҙер слайдтағы өлгөгә ҡарап яҙғандарығыҙҙы тикшерегеҙ.
-
Кемдең бер хатаһы ла юҡ 5-ле билдәһе ҡуя, кем 1-2 хата эшләне 4-ле. Ә кемдең хатаһы күберәк 3-лө
-
Ҡағыҙҙарығыҙҙы арттан алға ебәрегеҙ, дәрес аҙағында баһаларҙы көндәлеккә ҡуйырбыҙ.
Уҡыу проблемаһын ҡуйыу.
-
Ә бөгөн дәрестәүткән теманы өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.
-
Иғтибарығыҙҙы таҡтаға йәлеп и тегеҙ. Бында һөйләмдәр яҙылған.
(Балалар байрамға әҙерләнә. Гөлназ өй йыйыштыра. Илнур гөлдәргә һыу һибә. Марат һүрәт төшөрә. )
-
Әйҙәгеҙ беренсе һөйләмде хор менән уҡыйыҡ.
-
Был һөйләмдә кем тураһында һүҙ бара?Балалар нимә була?
-
Балалар ни эшләй?әҙерләнә был нимә?
-
Беҙ һөйләмдә нимәләрҙе таптыҡ? (эйә менән хәбәр)
-
Был һөйләмдең нгиндәй киҫәктәре? (баш киҫәктәре)
-
Һөйләмдә беҙ баш киҫәктәрҙе нисек һыҙабыҙ?
-
Әйҙәгеҙ уҡыусылар ҡалған һөйләмдәрҙе лә тикшереп үтәйек. Кем таҡтаға сыға?
Ғәмәли эштәр башҡарыу.
-
Эйә менән хәбәр темыһын ҡабатлап үттек. Үҙебеҙҙең алған белемебеҙҙе тикшереү маҡсаты менән күнегеүҙәр башҡарып алайыҡ.
-
Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө датаны һәм теманы яҙайыҡ.
-
Дәреслектәрҙең 65-се биттәрен асып 2-се күнегеүҙе табығыҙ.
-
Был тексты кем уҡып ишеттерә?
-
Текста нимә тураһында һүҙ бара?(әсәй тураһында)
-
Ә һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?Һөйләмдәрегеҙҙе эйә менән хәбәр ҡулланып төҙөгөҙ.
-
Тимәк уҡыусылар, төҙөгән һөйләмдәрҙән сығып беҙ һеҙҙең әсәйҙәрегеҙгә нисек булышҡанығыҙҙы белдек. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙә эш башҡарып үтәйек. Слайдта күрһәтелгән һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ. Нисек яҙа башл
-
Ә хәҙер уҡыусылар ошо һөйләмдәрҙә һөйләмдең баш киҫәктәрен билдәләйек. Ҡулдарығыҙға ҡәләм һәм линейкаларҙы алып эйә менән хәбәрҙе билдәләп барығыҙ.
-
Ҡулдарығыҙ, күҙҙәрегеҙ арып киткәндер, ял итеп алайыҡ.
Ял минуты.
-
Ултырыштыҡ уҡыусылар. Яңы эш төрөнә күсәйек. Хәҙер мин һеҙгә һүҙҙәр менән карточкалар таратам. Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп ҡарағыҙ. Һеҙгә бер минут ваҡыт бирәм.
-
Уҡыусылар кемдәр әҙер? Ә кем үҙенең һөйләмен таҡтаға элергә теләй?
-
Уҡыусылар был эш төрөн уңышлы ғына тамамланыҡ. Үҙебеҙҙең алған белемебеҙҙе ҡулланып әсәйҙәргә йылы, матур һүҙҙәрҙе еткерәйек.
-
Алдығыҙҙа ятҡан открыткаларығыҙҙы алығыҙ. Был открытканы беҙ кемгә яҙабыҙ, кемгә бағышлайбыҙ?(әсәйҙәргә)
-
Әһеҙ әсәйҙәр тураһында ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтер инегеҙ? (матур, мөләйем)
-
Уҡыусылар, ә открытканы яҙғанда беҙ ниндәй һүҙҙе ҡулланабыҙ? (ҡәҙерле)
-
Тимәк иң беренсе юлға уртаға яҙып ҡуйҙыҡ (Ҡәҙерле әсәйем!)
-
Икенсе юлда әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. Тимәк нимә тип яҙабыҙ ? (Мин һине байрам менән ҡотлайым!)
-
Һеҙ әсәйҙәрегеҙгә ниндәй теләктәр теләр инегеҙ?(телдән әйтеп китәләр)
-
Әйтелгән теләктәрегеҙҙе текстҡа һалайыҡ.
-
Тексты дауам итәбеҙ. (Һаулыҡ, бәхет теләйем.)
-
Открытканы кем исеменән яҙылғанын яҙып ҡуйығыҙ. (ҡыҙың…улың)
-
Был открыткаларҙы ял көндө әсәйҙәрегеҙҙе байрам менән ҡотлап тапшырырһығыҙ.
-
Уҡыусылар, таҡтаға иғтибар итегеҙ әле. Был нимә?
-
Ҡояш нимә өсөн кәрәк?
-
Эйе, ҡояш йылыта, йылмая,иркәләй,йәшәүгә көс бирә.
-
Ә беҙҙе кем йылыта, иркәләй?
-
Эйе, дөрөҫ, уҡыусылар. Беҙ әсәйҙәрҙе ҡояшҡа тиңләнек. Ә хәҙер уларҙың фотоларын ҡояш нурҙарына йәбештерәйек.
-
Ҡарағыҙ әле, ҡояшыбыҙ тағы ла нығыраҡ йылмайып ебәрҙе. Һеҙ ҙә әсәйҙәрегеҙҙе һәр ваҡыт шатландырып тороғоҙ, уларға матур, йылы һүҙҙәр әйтегеҙ, яҡшы билдәләр алып уларҙы һөйөндөрөгөҙ.
Анализ
-
Уҡыусылар һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы?
-
Нимәләр белдек? Нимәләргә өйрәндек?
-
Эйе уҡыусылар, әсәйҙәр байрамы яҡынлаша. Тағы ниндәй тема өҫтөндә эшләнек? Тимәк һөйләмдең баш киҫәктәре нимә булды?
-
Эйә ниндәй һорауға яуап бирә?
-
Хәбәр?
-
Эйә менән хәбәр темаһын беҙ һеҙҙең менән өлкән кластарҙа ла өйрәнеүҙе дауам итербеҙ. Дәрестә булып үткән яҡты минуттар, алған белемдәр күңелегеҙҙә эҙ ҡалдырыр тип ышанам.
-
Һеҙҙең бөгөнгө эшегеҙгә ошондай баһалар ҡуям.
Өй эше.
1-се күнегеү( 65 бит.)
-
Уҡыусылар, слайдҡа иғтибар итегеҙ. Дәресте Роза Ғәббәсованың "Әсәйем ҡояш кеүек" шиғыры менән тамамлағым килә.