7


  • Учителю
  • Конспект урока Ҡыш. Минең яратҡан миҙгелем

Конспект урока Ҡыш. Минең яратҡан миҙгелем

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

</ Дәрес пландары - Конспекты уроков

Тема: Ҡыш. Минең яратҡан миҙгелем.

Маҡсат: 1.Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, телмәрҙә нығытыу.

2. Һөйләү телмәрен үҫтереү.

3. Ярҙамсыллыҡ, дуҫлыҡ сифаттарын тәрбиәләү

Йыһазландырыу: таблицалар, һүрәттәр, аудиокассета, магнитофон.

Дәрестең барышы:

I . Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ! Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар, һеҙҙең атай- әсәйҙәрегеҙ, улар менән дә иҫәнләшегеҙ.

Ҡояшты сәләмләйек!

Һаумы, ҡояш!

Һаумы дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ!

Дүртле, бишле билдәләрен,

Көн һайын арттырабыҙ!

- Бөгөн синыфта кем дежур?

- Синыфта кем юҡ?

- Синыф дәрескә әҙерме?

II. Психологик әҙерлек. Дәресте башлар алдынан, тәҙрәгә күҙ һалайыҡ әле, балалар.

- Бөгөн көн ниндәй?

- Һауа температураһы нисә градус?

- Бер - беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, кәйефтәребеҙ күтәрелде.

- Һинең кәйефең ниндәй төҫтә?

Темаға кереү: Әле ниндәй миҙгел? Ҡыштың билдәләрен әйтеп китәйек

III. Теманы маҡсатты әйтеү Бөгөнгө дәрестә беҙ ҡыш миҙгеле тураһында һөйләшәсәкбеҙ, яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйәсәкбеҙ.

IV . Проблемалы ситуация тыуҙырыу. Что вы чувствуете, когда падает снег?

V . Фонетик күнегеү. "Иң шәп хәтер" конкурсы үҙғарыла.

Тышта ҡар яуа.

Ниндәй саф һауа!

Әйҙә, сығайыҡ.

Саңғы шыуайыҡ.

Уҡытыусы уҡыуы. Үҙ аллы уҡыу. Үҙенсәлекле өндәрҙе бар хор менән уҡыу. Шиғырҙы хор менән уҡыу. Өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтәбеҙ. Кем шиғырҙы яттан һөйләй?

VI.Һүҙлек диктанты.

Күплектә ҡуйып яҙырға. буран- бурандар ҡыш- ҡыштар ҡар- ҡарҙар боҙ- боҙҙар саңғы- саңғылар сана- саналар Дәфтәрҙәрҙе алмашып тикшерәбеҙ.

Кем 5,4,3 алды? Бер-беребеҙҙе маҡтайбыҙ: афарин, маладис! Һүҙҙәр ярҙамында һүҙбәйләнештәр төҙөйбеҙ. (Таҡтала). ҡыш ҡалын ҡар һыуыҡ һауа көслө буран саф көндәр ап-аҡ боҙҙар һалҡын

7. Һүҙлек эше. Һүҙлек дәфтәренә яҙыу, һүҙбәйләнештәр төҙөү.

БӘҪ- ИНЕЙ ЯЛТЫРАЙ- БЛЕСТИТ ҠАР БӘРЕШЕҮ- ИГРАТЬ В СНЕЖКИ ОНОТМАҒЫҘ- НЕ ЗАБУДЬТЕ ТАҒАРАҠТАР ЭШЛӘРГӘ- ДЕЛАТЬ КОРМУШКИ

8. Текст өҫтөндә эш. Уҡытыусының уҡыуы.

Ҡыш

Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Ноябрь, декабрь, ғинуар- ҡыш айҙары. Күлдәр, йылғалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы менән ҡарағайҙар ғына йәп- йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Балалар ҡар бәрешеп уйнайҙар, сана, саңғыларҙа, конькиҙарҙа шыуалар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн. Ағастарҙа бәҫ ялтырай. Ғинуарҙа яңы йыл башлана. Ғинуар- беҙҙең Башҡортостанда иң һыуыҡ ай. Ыжғыр буранлы көндәр күп була. Ҡоштар һәм йәнлектәргә ҡышын бик ҡыйын. Уларға ярҙам итергә онотмағыҙ! - Берәр һөйләмләп уҡыусылар уҡый.

- Һүҙлек эше. Ниндәй таныш түгел һүҙҙәр осраны? Һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә итеү: ҡыш айҙары, ҡыш башлана, боҙ менән ҡаплана.

- Һөйләмдәрҙе тәржемә итеү: Только ели и сосны очень зеленые. Не забудьте им помочь!

- Берәр һөйләмләп уҡыу, тәржемә итеү. - Һорауҙарға яуап биреү: Башҡортостанда ҡыш ҡасан башлана? Күлдәр, йылғалар нимә менән ҡаплана? Балалар нимә эшләйҙәр? Ҡоштарға нисек ярҙам итергә мөмкин? -

10. Физминутка -

Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ.

Дәрес башында был шиғырҙы беҙ матур итеп уҡығайныҡ, хәҙер уны йырлап та алайыҡ. Парталарҙан сығып баҫтыҡ, ҡулдарыбыҙҙы бөйөргә ҡуйҙыҡ. (Ял итеү) -

- Тышта ҡар яуа, ҡар яуа.

- Ниндәй саф һауа, саф һауа! -

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ.

- Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ.

- Ҡырға барайыҡ, барайыҡ. -

Юлдар ярайыҡ, ярайыҡ. -

Биттәр ал булыр, ал булыр.

- Күңелле ял булыр, ял булыр.

11. Карточкалар буйынса эш. Беҙҙең ҡуян да ҡыш миҙгелен ярата икән. Мин һеҙгә уның иншаһын таратып бирәм. Ҡабаланып, ул тыныш билдәләре ҡуйырға онотҡан. Әйҙәгеҙ, беҙ төҙәтәйек.

ЕР - ЗЕМЛЯ ҠАПЛАНА - ПОКРЫВАЕТСЯ САФ - СВЕЖИЙ ҺАУА - ВОЗДУХ РӘХӘТЛӘНЕП - С УДОВОЛЬСТВИЕМ ШЫУАМ - КАТАЮСЬ ЙӨРӨЙӨМ - ХОЖУ

Минең яратҡан миҙгелем- ҡыш. Бөтә ер ап- аҡ ҡар менән ҡаплана. Һауа шундай саф! Рәхәтләнеп саңғыла йөрөйөм, сана, коньки шыуам. Ҡыш көнө иң матур байрам - Яңы йыл була. Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы. Үҙ аллы уҡыу. Тыныш билдәләре ҡуйыу, тәржемә. Сылбырлап уҡып, тикшереү. - Ә һеҙ ниндәй миҙгелде яратаһығыҙ? Таблица буйынса эш. Һин ниндәй миҙгелде яратаһың? Минең яратҡан миҙгелем…( ҡыш, йәй, яҙ, көҙ). Ҡыш көнө мин …, … . Уҡытыусы карточкалар тартып бирә Һөйләмдәрҙе тикшереү. Дөрөҫ итеп уҡыу.

12. Таҡтала эш. Һүҙҙәрҙе затта, һанда үҙгәртеү.Белә, йүгерә Мин шыуам Беҙ шыуабыҙ Һин шыуаһың Һеҙ шыуаһығыҙ Ул шыуа Улар шыуалар Күрмә диктант. Ҡыштың тәүге айы - декабрь. Ғинуар - иң һыуыҡ ҡыш айы. Ҡыштың матур байрамы - Яңы йыл. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

XI. Дәресте йомғаҡлау. Ҡыш тураһында ниндәй һөйләмдәр төҙөнөк? Ниндәй миҙгел тураһында һөйләштек ? Ул һеҙгә оҡшаймы? - Балалар ҡыш көнө ни эшләйҙәр? - Ер өҫтө нимә менән ҡапланған? Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?

XIII. Баһалау. 1. Һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып алығыҙ. БӘҪ- ИНЕЙ ЯЛТЫРАЙ- БЛЕСТИТ ҠАР БӘРЕШЕҮ- ИГРАТЬ В СНЕЖКИ ОНОТМАҒЫҘ- НЕ ЗАБУДЬТЕ ТАҒАРАҠТАР ЭШЛӘРГӘ- ДЕЛАТЬ КОРМУШКИ

2. Уҡығыҙ һәм тәржемә итегеҙ. Ҡыш Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Ноябрь, декабрь, ғинуар- ҡыш айҙары. Күлдәр, йылғалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар ялнғаслана. Тик шыршы менән ҡарағайҙар ғына йәп- йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Балалар ҡар бәрешеп уйнайҙар, сана, саңғыларҙа, конькиҙарҙа шыуалар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн. Ағастарҙа бәҫ ялтырай. Ғинуарҙа яңы йыл башлана. Ғинуар- беҙҙең Башҡортостанда иң һыуыҡ ай. Ыжғыр буранлы көндәр күп була. Ҡоштар һәм йәнлектәргә ҡышын бик ҡыйын. Уларға ярҙам итергә онотмағыҙ! 3. Һорауҙарға яуап бирегеҙ. 1. Башҡортостанда ҡыш ҡасан башлана? 2. Күлдәр, йылғалар нимә менән ҡаплана? 3. Балалар нимә эшләйҙәр? 4. Ҡоштарға нисек ярҙам итергә мөмкин? Минең яратҡан миҙгелем- ҡыш бөтә ер ап- аҡ ҡар менән ҡаплана һауа шундай саф рәхәтләнеп саңғыла йөрөйөм, сана, коньки шыуам ҡыш көнө иң матур байрам - Яңы йыл була.







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал