7


  • Учителю
  • Разработка урока на тему Йыл миҙгелдәре. Күрһәтеү алмаштары.

Разработка урока на тему Йыл миҙгелдәре. Күрһәтеү алмаштары.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Йыл миҙгелдәре. Күрһәтеү алмаштары.

Маҡсат:

  • "Йыл миҙгелдәре" темаһы буйынса түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау,дөйөмләштереү;

  • уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу.

  • Тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һөйөү уятыу, кешелек сифатын тәрбиәләү.

  • Күрһәтеү алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Йыһаз: компьютер, экран, проектор, дәреслек, һүрәттәр.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу (психологик момент).

  • Хәйерле көн, уҡыусылар! Һеҙҙе күреүемә шатмын. Минең исемем Хәмиҙуллина Ольга Юрий ҡыҙы. 46-сы лицейҙа башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләйем. Бөгөн һеҙҙә дәрес үткәрәм. Әйҙәгеҙ әле йылы һүҙҙәр менән дәресте башлап ебәрәйек.

Һаумыһығыҙ! Һаумы, һаумы!

Һаулашам - сәләм бирәм.

"Һаумы" тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға еткерәм. (Р.Ураҡсина)

  • Ошо йылы, матур һүҙҙәр кеүек үк, дәресебеҙ матур үтер тип ышанайыҡ.

  • Ошонда (проектрға күрһәтеү: сәғәт һүрәттәре эсендә ҡәләм, китап, кеше төшөрөлгән) ҡарағыҙ әле, нимәләр күрәһегеҙ? Дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ? (Уҡыусыларяуабы).

  • Дөрөҫ, яҙасаҡбыҙ,уҡыясаҡбыҙ.

  • Һеҙгә өйгә эш итеп, 148-се күнегеү бирелгәйне, беҙ ул эшегеҙҙе дәрес барышында тикшереп китербеҙ.

Артикуляцион күнегеү:

  • Дәресте башлап ебәрер алдынан, таҡтаға күҙ һалайыҡ. Бирелгән шиғырҙы хор менән тасуири итеп уҡып сығайыҡ, үҙенсәлекле башҡорт өндәренә иғтибар итәйек.

Ҡырға аҡ ҡарҙан

Юрған ябылған,

Ер яҙға тиклем

Йоҡоға талған. (Ғабдулла Туҡай)





  • Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Ниндәй ваҡыт һүрәтләнгән?

  • Әйҙәгеҙ әле, тәҙрә аша тышҡа күҙ һалайыҡ.

  • Нимә күрәһегеҙ?

  • Һауа торошо бөгөн ниндәй?

  • Ә хәҙер ниндәй ай?

  • Ә ноябрь айы ул ниндәй ай?

  • Ә һеҙ үҙегеҙ ниндәй ваҡытты нығыраҡ яратаһығыҙ? Йылы ваҡыттымы, һыуыҡ ваҡыттымы?

  • Шулай итеп, былар бөтәһе лә нимә була ул? Был ваҡыттарҙы берләштереп, нисек әйтергә була?





-Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлау өсөн таҡтала бирелгән йомаҡтың яуабын сисергә кәрәк буласаҡ. (Бер уҡыусы матур итеп уҡып ишеттерә)

Бер ҡарттың ун ике улы бар,

Шуларҙың өсәүһе һоро көпө кейә,

Өсәүһе йәшел күлдәк кейә,

Өсәүһе һары сәкмән кейә,

Өсәүһе аҡ тун тун кейә. (йыл миҙгелдәре)





- Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

- Эйе, дөрөҫ. Беҙ бөгөн йыл миҙгелдәре тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ә шулай уҡ, алмаш темаһын дауам итеп, уның яңы төрөн өйрәнәсәкбеҙ. Иҫкә төшөрөп китәйек әле, нимә ул алмаш? (Алмаш -башҡа һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр урынында ҡулланыла алған һүҙҙәр) Һеҙ быға тиклем зат алмаштарын(личные) һәм һорау алмаштарын(вопросительные) өйрәндегеҙ бит инде.

- Таҡтаға ҡарағыҙ әле: һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ:

- Был минең китабым. Ошо ерҙә мин тыуғанмын. Теге кеше кем ул? Ә былары кемдәр? Ана тегеләр минең сәсемдән тартты. Шулар бик матур йырлай.

- Алмаштарҙы табығыҙ. Был алмаштар нимәне аңлата? Эйе, дөрөҫ. Улар кемделер йәки нимәнелер күрһәтә.

- Дәреслектәрҙең 68-се битен асып, күрһәтеү алмаштарын уҡып китәйек. ( Бер уҡыусы уҡый)

Шулай итеп, дәфтәрегеҙҙе асығыҙ. Число, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

  • Уҡыусылар , ә хәҙер телдәрҙе шымартып алайыҡ.

ды-ды-ды -һалҡын ҡыш башланды

до-до-до - һары япраҡтар ҡойолдо

ҙы-ҙы-ҙы - ҡарҙар ҙа яуҙы

те-те-те - ҡоштар осоп китте.

- Афарин, уҡыусылар!

- Ә хәҙер өйгә эш тикшерергә ваҡыт етте. ( һүрәттәрҙе таратырға)

- зәңгәр һауа

- һалҡын ямғыр

- аҡ ҡар

- ҡалын боҙ

- йәшел үлән

- ҡояш ҡыҙҙыра

- көслө ел

- ташҡын йылға

- шаян тамсы

- матур сәскәләр





  • Дәфтәрҙә күнегеү эшләп алайыҡ.





Сентябрь, октябрь, ноябрь - ........

Ҡыш айҙары ...., ...., .....

... көнө ҡоштар йылы яҡтан ҡайта.

.....еләк бешә.





  • Ял минуты:

Йәй көнө бәшмәк, еләк сүпләнек, (эйелеү)

Көҙ еткәс, баҡсаларҙа алма, грушалар йыйҙыҡ. (үрелеү)

Ҡыш саңғыла йөрөнөк елдереп, (саңғыла йөрөгәнде күрһәтеү)

Яҙ килгәс, болондарҙа һикерҙек елпенеп. (һикереү)









Грамматик теманы нығытыу. Таҡтала күнегеү.





Был минең әсәйем.

Шул кешене мин бик яратам.

Теге малай минең ҡустым.

Былар минең туғандарым.





( теге, был, былар, шул )

  • Был һөйләмдәрҙә кем тураһында һүҙ бара? Әсәй тураһында әңгәмә.

  • Икенсе аҙнала ниндәй байрам?





Йомғаҡлау.

- Һеҙҙең алдығыҙҙа һүрәттәр ята. Уларҙа йыл миҙгелдәре күрһәтелгән тинек бит инде. Уларҙың һәр береһе хаҡында һөйләшеп китәйек әле.

Һеҙҙең иң яратҡан миҙгелегеҙ ниндәй?

Ҡыш беҙ нимә эшләйбеҙ?

- Ҡыш көнө беҙ сана шыуабыҙ, хоккей уйнайбыҙ.

Яҙ еткәс, ниндәй мауыҡтырғыс эштәр беҙҙе көтә?

- Яҙын беҙ гөрләүектәр буйлап кораблдәр ағыҙабыҙ, күбәләктәр ҡыуабыҙ, сәскәләр йыябыҙ.

Йәй булғас, нисек ял итәбеҙ?

- Йәй көнө һыу инәбеҙ, еләк йыябыҙ, балыҡ тотабыҙ.

Афарин,балалар! Көҙ айҙары килеп еткәс, беҙҙе ниндәй эштәр көтә?

- Көҙ уңыш йыябыҙ. Уҡырғабарабыҙ.

Һай,афарин! Шулай итеп, беҙ һәр йыл миҙгелендә була торған эштәрҙе, нисек ял иткәнебеҙҙе һанап сыҡтыҡ. Бик яҡшы.

Рефлексия:

- Беҙ бөгөн дәрестә яңы нимәләр белдек?

- Ниндәй миҙгелде яратһаҡ та, беҙ һаҡсыл булырға тейешбеҙ.

  • Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Оҡшаһа йылмайған смайликты, оҡшамаһа кәйефһеҙ смайликты күтәрегеҙ.

  • </<font face="Times New Roman, serif">Яҡшы, хәҙер көндәлектәрҙе асып, өйгә эш яҙып алығыҙ. Өйҙә альбом битенә яратҡан миҙгелегеҙҙе төшөрөп, аҫтына 4-5 һөйләм яҙып килергә.

  • Әйҙәгеҙ, хәҙер һеҙгә баһалар ҡуяйыҡ.

  • Актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт, дәрес бөттө, һау булығыҙ!



























 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал