7


  • Учителю
  • Эссе. Һәр кемдең ҡалалыр үҙ йәдкәре. М.Өмөтбаев.

Эссе. Һәр кемдең ҡалалыр үҙ йәдкәре. М.Өмөтбаев.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

</ Һәр кемдең ҡалалыр үҙ йәдкәре.

Эссе.

Уң яҡҡа барһаң уңырһың,

Һул яҡҡа барһаң туңырһың...

Бәй, йәдкәр тураһында эссе яҙырға ултырған еремдән ниңә башыма бындай һүҙҙәр килде һуң әле? Тә-ә-әк, әлегә эшемде башларға теүәл генә планым да юҡ, шулай булғас был фекеремде тәрәнәйтеп, хистәремә эйәреп уйланыуымды дауам итәйем булмаһа . Фантазиям ҡанаттарын йәйҙе, уға ултырып уйҙар донъяһына сумам!

Уң яҡ, һул яҡ... Кеше тормошонда улар ҡайҙа күрһәтелгән һуң? Тормош йүнәлешен билдәләгәндә йыһандың ҡайһы нөктәһенә барып баҫырға? Ҡайҙа ҡарап торорға? Ниндәй билдәләр һинең томошоң ошо яҡта уңыр тип күрһәтә? Уңырлыҡ итеп, үҙ эҙеңде, тормош йәдкәреңде ҡалдырырлыҡ итеп нисек йәшәргә? Белмәйем. Был һорауҙарҙың береһенә лә аныҡ яуап бирә алмайым.

Бәлки алдымда портреты ятҡан кеше әйтә алыр?!

Был партреттан миңә бөхтә кейенгән урта йәштәрҙәге ағай ҡарай. Тиҙ генә кейеменә күҙ йөрөтөп сығам: өҫтөндә бер аҙ таушалған булһа ла затлы костюм, шул уҡ төҫтәге жилет, аҡ күлдәк, эшләпә, һәм тағы берҙе һүрәткә күҙ һирпергә мәжбүр иткәне-күбәләк-галстук . Кейеменә ҡарап самалайым, портрет үткән быуат башында йәшәгән кешенекенә оҡшаған. Был кем һуң әле, мин был кешене таныйыммы? Әллә берәй билдәле кеше менән бутайыммы? Миңә ниндәйҙер этәргес нөктә кәрәк. Портрет буйлап сәйәхәтемде дауам итәм. Ыҡсым ғына ҡаштар, ҡолаҡтар, һаҡал-мыйыҡ, һәм иң мөһиме, үҙҙәренә тартып торған ҡап-ҡара күҙҙәр. Был күҙҙәр ренген нурҙарындай һине үтәнән-үтә тишеп ҡарай, хатта уйҙарыңды ла сканерлаған кеүек. Ҡарашы тыныс, ләкин уҫал ҡараш түгел, ихтирамлы, кешелекле. Бындай ҡараш йә табиптарҙа, йә уҡытыусыларҙа, йә булмаһа киноларҙағы кеүек берәй адвокаттыҡы булырға мөмкин (был урында бөтә кластағы уҡыусылар яңыраҡ ҡына туған тел дәрестәрендә танышҡан кешене танып ҡысҡырырҙар ине).

Күп уратып тормайым инде. Мин дә был кешене беләм. Юрамал ғына һүҙҙе һуҙҙым. Эйе,әлбиттә, был Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Был беҙҙең атаҡлы телсебеҙ һәм тәржемәсе, тарихсы һәм этнографыбыҙ, уҡытыусы һәм йәмғиәт эшмәкәре-бөтә ғүмерен халыҡҡа бағышлаған данлыҡлы яҡташыбыҙ.

Бына ул мине уйланырға мәжбүр иткән кеше. Яҙмыш уны үҙ ваҡытында һайлау алдына ҡуйған: йә хәрби һөнәр һайларға-ил һағында торорға, йә халыҡ мәнфәғәтен яҡларға-мәғрифәтсе булырға. Ул икенсе юлды һайлаған. Был юлды һайлап уңғанмы һуң ул?

Мөхәммәтсәлим ишле балалы ғаиләлә тыуған. Ата-әсәһе бик уҡымышлы, тәрбиәле, юғары мәҙәниәтле, тыуған ере, халҡы тормошо менән янып йәшәгән кешеләр булған. Балаларында ла ошо уҡ сифаттарҙы тәрбиәләгән. Сабый сағынан уҡ дөрөҫ тәрбиә алған тейер инек.

Ата-әсә биргән тәрбиә ныҡышмал кеше булырға этәргес булһа, башланғыс белемде үҙенең тыуған яғында алыуы үҙенә ышаныс тыуҙырһа, Ырымбурҙағы кадет корпусы Мөхәммәтсәлимгә энциклопедик белемле кешегә әйләнергә булышлыҡ иткән. Хәҙерге мәктәп күҙлегенән сығып ҡына ҡарайыҡ. Туған теленән башҡа фарсы, төрөк, ғәрәп телдәрен белгән! Артабан һанап китәм: математика, география, тарих кеүек фәндәрҙе уҡыған ( быныһына аптырамайым һәр дәүерҙә кәрәк белем) . Бынан тыш уларҙа һынлы сәнғәт, әҙәбиәт дәрестәре булған. Быныһы менән дә килешәм, билдәле рассамдарҙы, яҙыусыларҙы белмәгән кеше уҡымышлы була аламы һуң? Тик мине иң шаҡ ҡатырғаны-архитектура. Минең ҡарамаҡҡа был бик етди фән, шуға ғына таянып та Ырымбурҙағы кадет корпусында уҡып сыҡҡан Мәхәммәтсәлим Өмөтбаевтың белем кимәлен юғары баһалар инем.

Яҡшы уҡыусы, йәш шағир, бәлки иң яҡшы кадет та булғандыр, ләкин уға хәрби һөнәр бөтөнләй оҡшамаған. Уның күңелен бөтөнләй башҡа уйҙар уратҡан, быны атаһы ла аңлаған. 8 йыл уҡығандан һуң ул тормошон уҡытыусылыҡ, шиғриәт, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Бына ошонда уның тормошоноң икенсе яҡҡа боролоу мәле еткән.

Ошо йылдан һуң уның тормошо уҡыусыларға рус теле һәм математиканан белем биреүгә, тәржемәселек менән шөғөлләнеүгә, шиғырҙар яҙыуға бағышланған. Бынан тыш күпме халыҡ араһында эшләү, башҡорт ерҙәрен һатыуға ҡаршы тороу, халыҡты аң-белемгә, европаса йәшәүгә өндәү, газеталарҙа мәҡәләләр яҙыу, халыҡ алдында сығыштар яһау, Аҡмулла кеүек билдәле сәсәндәр менән әйтештәрҙә (заманса дискуссия тейер инек) ҡатнашыу... Хатта Александр III батшалыҡ итә башлау тантанаһында ла булыу... Ниндәй эштәргә генә тотонмаған, ниндәй генә поблемалар өҫтөндә эшләмәгән-эшләмәгән эше, белмәгән нәмәһе юҡ!

Күпҡырлы тормош, күп яҡлы шәхес. Беҙҙең заман кешеләрен һоҡландырырлыҡ тормош, көнләшерлек хеҙмәт юлы, замнаның һәр тарафында исеме ҡалған Мәхәммәтсәлим Өмөтбаев, башҡорт халҡының тарихында алтын эҙе ҡалған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев.

Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тормошо үҙе бер йәдкәр, үҙе киләсәк быуынға өлгө булырлыҡ аманат. Беҙгә лә был турала уйланырға ваҡыт етте. Ваҡыт үтә, ваҡыт тар.

Онотмайыҡ, онотмайыҡ... Һәр кемдең ҡалалыр үҙ йәдкәре. Үҙ йәдкәре ҡалалыр.

Нефтекама ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең 10-сы б класы уҡыусыһы Сабирова Алһыу Мәҫһүт ҡыҙы (уҡытыусыһы Әхмәтшина Ә.Р.ҡ.)



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал