7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку для 7 класса (адаптированная)

Рабочая программа по башкирскому языку для 7 класса (адаптированная)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала


Рабочая программа

по башкирскому языку




класс:

7 «Б»

учебный год:

2014-2015

(адаптированная)

Учитель: Султанова .Р.З.

































7 - се класс өсөн
башҡорт (дәүләт) теленән
эш программаһы

дөйөм сәғәттәр һаны - 66 сәғәт
аҙнаһына - 2 сәғәт иҫәбенән

Төҙөүсе : Солтанова Резеда Зөлҡәрнәй ҡыҙы.
Башҡорт теленән программа (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).
Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.-Ижевск: "Книгоград", 2008 нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б.- Өфө: Китап, 2007 .






















Аңлатма яҙыу.



Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VII төрҙәге махсус(коррекцион)программалар,дәреслектәр булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған "VIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға(79 ст.. 1 ч Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы 29.12.2012 № 273) "нигеҙләнеп" төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды.Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәнлектән тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе "Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М. БР Мәғариф министрлығы ,2008 "нигеҙендә" еңелләштереп төҙөлдө.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Төҙөүсе: Солтанова Резеда Зөлҡәрнәй ҡыҙы

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2007.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн).

Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  2. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

  3. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2007.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.


Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше):

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны :

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 7 класта 66 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт)

Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1 , 28 август 2014 йыл.)


Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  1. Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау

күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  1. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  2. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  3. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  4. Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  5. 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  6. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  7. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.



Уҡыу курсының йөкмәткеһе


Бүлек темалары

Дөйөм сәғәттәр һаны

Сәғәттәр һаны


теоретик

практик (контроль эш, тест,диктант, изложение, инша)

1.

Яңынан мәктәпкә

6

5

1

2

Ауыл тормошо

6

6


3

Башкортостан буйлап сәйәхәт

6

5

1

4

Спорт. Спорт кәрәк-ярактары

5

5


5

Мин һәм беҙҙең ғаилә

8

7

1

6

Сәнғәт оҫталары.

7

6

1

7

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

4

4


8

Борон-борон заманда...

5

4

1

9

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

7

6

1

10

Йәмле йәй

13

12

1


Бөтәһе:

66

59

7



Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:



Тема

Сәғәт

Йөкмәткеһе

I. Яңынан мәктәпкә

6 сәғәт

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ауыл тормошо

6 сәғәт

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

Башкортостан буйлап сәйәхәт

6 сәғәт

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:Яңғыҙлыҡ исемдәр.

Спорт. Спорт кәрәк-ярактары

5 сәғәт

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре,һөйләмтөрҙәре.

Мин һәм беҙҙең ғаилә

8 сәғәт

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

Сәнғәт оҫталары.

7 сәғәт

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

4 сәғәт

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә - ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

Борон-борон заманда...

5 сәғәт

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы


Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ


7 сәғәт


Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы

Йәмле йәй

13 сәғәт

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.



Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

  2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

  3. Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

  4. Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 3-5шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  5. Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  6. Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  7. Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

  8. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

  9. Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  10. Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

  11. Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

  12. Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

  13. Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

  14. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

  15. Ижади диктанттар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  1. башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  2. тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  3. дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  4. һорауҙарға яҙма яуаптар;

  5. тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.


Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Яҙма эш


5


Күсереп яҙыу -


2


Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар


  1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  3. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

  4. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, 2004.

  5. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  6. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  7. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. - Өфө: Китап, 2009.

  8. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, Китап, 2006.

  9. Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. - Өфө, Китап, 1997.

  10. Балалар әҙәбиәте антологияһы. Әлибаев С. - Өфө, Китап, 1999.

  11. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  12. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. - Өфө, Китап, 2006.

  13. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. - Өфө, 1997.

  14. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит

  15. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

  16. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)

  17. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

Материаль-техник ҡулланмалар

  1. телевизор;

  2. компьютер;

  3. DVD-проигрыватель,

  4. Аудио-видеомагнитофон.


Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. - Өфө: Китап, 2008

  2. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  3. Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. - Өфө, Китап, 2007.

  4. Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. - Өфө, Китап, 2003

  5. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.

  6. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  7. Мостай Кәрим ижадында милли тәрбиә нигеҙҙәре. Вәлиев И.И. - Өфө, Китап, 2005.

  8. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  9. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  10. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008

Календарь- тематик планлаштырыу


Дәрес темалары

Бүлек буйынса сәғәттәр һаны

Сәғәт

тәр һаны

Дата

Яҡынса

өй эше

План буй-са

Факт

1

1- се сентябрь - Белем көнө.

I.

Яңынан мәктәпкә.

6 сәғәт

1

1.09

1.09

2-3 һөйләм яҙ.

2

Б.Бикбай. Туған тел.

Күсереп яҙыу.

1

3.09

3.09


3

В.Баймырҙина.

Дуҫлыҡ. Ҡылым төркөмсәләре.

1

8.09

8.09

8 -күнегеү

4

З.Биишева. Башҡорт теле.

1

10.09

10.09

10-11 бит

5

К.Кинйәбулатова.

"Көҙҙәр еткәс".


1

15.09

15.09

12 -күнегеү

6

Урман аптекаһында.

1

17.09

17.09

Һынамыштар яҙып кил

7

Ауыл тормошо.


II.

Ауыл тормошо.

6 сәғәт

1

22.09

22.09

18 -күнегеү

8

Алтын башаҡтар. Сифат ҡылым.

1

24.09

24.09

Һорауҙарға яуап яҙ 22- бит

9

Т. Йосопов. Икмәк еҫе..

1

29.09

29.09

22 -күнегеү

10

Ҡан ҡәрәҙәштәр.

1

1.10

1.10

Һүҙлек һүҙ.ятл.

11

Н. Мусин. Тәбиғәтте һаҡлау.Һөйләм.

1

6.10

8.10

26 -күнегеү

12

Башҡорт балы. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау.

1

8.10

15.10

32 -күнегеү

13

Башҡортостан.


III.

Башҡортос

тан буйлап сәйәхәт.

6 сәғәт

1

13.10

20.10

34 -күнегеү

14

Урал. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

15.10

22.10

39 -күнегеү

15

Р.Ғарипов. Урал йөрәге.

1

20.10

27.10

43 -күнегеү

16

Яҙма эш.


1

22.10

29.10


17

Тыуған ил. Хәҙерге заман сифат ҡылым.

1

27.10


8 -күнегеү

18

Беҙҙең ата- бабаларыбыҙ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

29.10


8 -күнегеү

19

Беҙҙең ғаилә- ярышта

IV.

Спорт. Спорт кәрәк яраҡтары.

5 сәғәт

1

5.11

5.11

50 -күнегеү

20

Башҡортостанда спорт төрҙәре.

1

10.11

17.11

спорт төрҙәре тур-да яҙ

21

Н.Иҙелбаев."Беҙҙең катокта

1

12.11


ҡабатларға

22

"Аҡбуҙат"ипподромы.

1

17.11

19.11

67 -күнегеү

23

Башҡортостан- чемпиондар иле.Һөйләм.

1

19.11


ҡабатларға

24

К.Шафикова."Әсәй күҙҙәре".





V.

Мин һәм беҙҙең ғаилә.

8 сәғәт


1

24.11

24.11

76-күнегеү

25

Кластан тыш уҡыу.

Аманат журналынан.

1

26.11

26.11

План төҙөргә

26

БХӘ. "Ҡошҡа әйләнгән әбей".

1

1.12

10.12

81 -күнегеү

27

Дуҫым, серҙәшем..

1

3.12

15.12

86 -күнегеү

28

Шәжәрә.

1

8.12

17.12

88 -күнегеү

29

Ҡ.Даян."Атай кәңәше".

1

10.12

22.12

94 -күнегеү

30

Яҙма эш.

1

15.12

24.12


31

Ф. Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй.

1

17.12

29.12

ҡабатларға

32

Й.Солтанов .Кәнәфер сәскәһе.


VI.

Сәнғәт оҫталары.

7 сәғәт

1

22.12

19.01

84 бит,уҡырға

33

Х Әхмәтов.Тыуған ауылым..

1

24.12

21.01

114 -күнегеү

34

Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов.

1

29.12

26.01

116 -күнегеү

35

Р. Туйсина. Теркәүес.

1

19.01

9.02

123-күнегеү

36

С.Юлаев ижады. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

21.01


ҡабатларға

37

Р.Хәсәнов. Күсереп яҙыу.

1

26.01

38

Яҡташ яҙыусылар ижады менән танышыу.

1

28.01

11.02

һөйләргә

39

Исемдәрҙә ил тарихы.

VII.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

4 сәғәт

1

2.02

16.02

Үҙ исемең тур-да яҙ

40

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

1

4.02

18.02

128 -күнегеү

41

Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы

1

9.02

25.02

Ҡабатларға

42

Яҡташ яҙыусылар ижады.

1

11.02


Ҡабатларға

43

Ирәндек.Киҫәксәләр тураһында төшөнсә.

VIII.

Борон- борон заманда.

5 сәғәт

1

16.02


уҡырға

44

Ф.Туғыҙбаева

"Тайыштабан т-да әкиәт".

1

18.02


һөйләргә

45

Әкиәттәр. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

25.02


Ҡабатларға

46

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

2.03


Һорауҙарға яуап яҙ

47

Яҙма эш.

1

4.03


Ҡабатларға

48

Ш. Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк.


IX.

Берҙәм

лек, дуҫлыҡ, тыныс

лыҡ.

7 сәғәт

1

11.03


Ҡабатларға

49

К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп.

1

16.03


Һүҙлек һүҙ.ятл.

50

Ҡ. Аралбаев. Дуҫлыҡ һәйкәле.

1

18.03


140-күнегеү

51

Дуҫлыҡ. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

1.04


Һорауҙарға яуап яҙ

52

С. Әлибаев."Ҡайын һыуы".

1

6.04


148 -күнегеү

53

Урман-ҙур байлыҡ.

1

8.04


Һорауҙарға яуап яҙ

54

Яҙма эш

1

13.04

55

Ярҙам.




X.

Йәмле йәй.

13 сәғәт

1

15.04


уҡырға

56

Ымлыҡтар.

1

20.04


Һүҙлек һүҙ.ятл.

57

Яҙ сәскәһе.

1

22.04


Ҡабатларға

58


59

З.Ҡотлогилдина."Йәй".


Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

2

27.04,

29.04


Ҡабатларға

60


61

Үҙе сәскә,үҙе сәғәт.(Аҡбуҙат журналынан)

Ҡырмыҫҡалар.

2

4.05,

6.05


Ҡабатларға

626364

Йәйге тәбиғәт.

Һөйләм.

Үтелгәнде ҡабатлау

3

11.05,

13.05,

18.05


ҡабатларға

65


Яҙма эш.

1

20.05

66

Үтелгәнде ҡабатлау

2

25.05,

27.05


ҡабатларға





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал