7


  • Учителю
  • Презентация по башкирскому языку (4 класс)

Презентация по башкирскому языку (4 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

5 АБВ класында асыҡ дәрес планы



ТЕМА: Ҡ.Даян. "Шыршы" шиғыры.



Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү телмәрен үҫтереү;

2. тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

3. уҡыусыларҙы башҡорт шағирҙары, уларҙың ижады менән таныштырыу.



Йыһазлау: дәреслек, автор портреты, компьютер, презентация, карточкалар



ДӘРЕС БАРЫШЫ



  1. Ойоштороу.

  1. Әңгәмә

А. Дежур отчеты, число, һауа торошо тураһында һөйләшеү

Б. Өй эшен тикшереү.



  1. Телдәрҙе шымартыу: (2-3 тапҡыр уҡыу) Өйөрөлөп яуа ҡарҙар,

Ергә ябып аҡ шәлен.

  1. Дәрескә маҡсат билдәләү - Уҡыусылар беҙ бөгөн шағир Ҡ.Даяндың "Шыршы" исемле шиғыры менән танышырбыҙ, тасуири уҡырға өйрәнербеҙ, һорауҙарға яуптар бирербеҙ, төрлө күнегеүҙәр башҡарырбыҙ.



  1. ЯҢЫ ТЕМА

  1. Автор хаҡында мәғлүмәт биреү. (презентация ҡарау)

А) - Кем ул Ҡадир Даян? Ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Ул ниндәй әҫәрҙәре, китаптары аша билдәле? (Уҡытыусының мәғлүмәте)



  1. - Уҡыусылар, шиғыр "Шыршы" тип атала. Ә нимә ул шыршы? Ул ниндәй ағас һәм ҡайҙа үҫә?

  • Ул йәшел төҫтә, урманда үҫә. Шыршының бер-нисә төрө була. Ул ылыҫлы ағас төрөнә инә. (1-се уҡыусының яуабы)

  • Ул ни өсөн һәр ваҡыт йәшел төҫтә? Кешеләргә, тирә-яҡҡа ниндәй файҙаһы бар? (2-се уҡыусының яуабы)

  1. - Яҡшы балалар, бына шыршының файҙаһы, уның сиафаттары тураһында һөйләштек. Әйҙәгеҙ, шиғыр менән танышайыҡ әле, автор уны нисек һүрәтләй икән, белербеҙ. Башта яңы һүҙҙәр танышайыҡ.





  1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу

А) уҡыу, тәржемә

Б) хор, рәт менән, һайлап уҡыу.

В) һүҙлек дәфтәренә яҙып алыу

  1. - Шиғырҙы уҡыу.

А) уҡытыусы уҡый;

Б) әңгәмә: - Нимә тураһында һүҙ бара? - Ни өсөн уйынсыҡтар тағыла?

- Кем ул Ҡыш бабай? Ни өсөн шыршы өй түрендә ултыра? Был ҡасан була? - Ни өсөн балалар шыршы тирәләй уйнайҙар, йырлайҙар?

В) балаларҙың яуаптары: - Шыршы байрамы тураһында һүҙ бара. Күңелле булһын өсөн, байрам булғанға уйынсыҡтар тағыла. Сөнки йылына бер тапҡыр Яңы йыл килә һәм һәр кем өйөнә шыршы ҡуя, уны матур итеп биҙәй. Ҡыш бабайға теләктәрен әйтә, унан бүләктәр көтә. Шыршының матурлығы тураһында әйтелә. (презентация: Ҡыш бабай, шыршы байрамы тураһында һүрәттәр күрһәтелә)



В) уҡыусыларҙан уҡытыу, сылбырлап уҡыу.



ЯЛ МИНУТЫ

( презентация ҡарау, ял итеү)



  1. Йыр тыңлау. - Ял иттек, балалар, дәресте дауам итәйек. - Уҡыусылар, был шиғырға башҡорт композиторы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Исмәғилев көй ҙә яҙған. Был йыр уҡыусыларҙың шыршы байрамындағы иң яратҡан йыры. Әйҙәгеҙ, ошо йырҙы тыңлайыҡ. (презентация һәм колонка аша йырҙы тыңлау)

  2. - Бергәләп йырлап ҡарау.

  • Өй эше һеҙгә,балалар, был йырҙы йырларға өйрәнеп килергә һәм һүҙҙәрҙе ятларға



  1. НЫҒЫТЫУ.



  1. Һорауҙарға яуаптар: - Уҡыусылар, бына шиғырҙы уҡыныҡ, йырҙы йырланыҡ. Хәҙер шундай һорауға яуап бирегеҙ әле. Үрҙә әйтеп үттек бит инде, шыршы урманда үҫә тип. Башҡортостан ҡуйы урмандарға бик бай.Унда төрлө ағастар үҫә. Әйтегеҙ әле, ниндәй ағастарҙы беләһегеҙ? (имән, саған, ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай, шыршы һәм башҡалар) - Ағастар ни өсөн кәрәк? (Өй йылытыр өсөн, ҡағыҙҙы ағастан яһайҙар, төрлө йорт йыһаздарын ағастан эшләйҙәр) Тимәк, балалар, ағастарҙы һаҡларға кәрәкме? Эйе, бер ағас ҡырҡһаң урынына икене, өстө ултыртырға кәрәк. Сөнки зыян күргән ағастар, урман бик күп йылдарҙан һуң ғына, оҙаҡ үҫә. Киләсәк быуынға ла беҙ таҙа тәбиғәт ҡалдырырға тейешбеҙ. Урман-ҡырға ял итергә барғанда ла тирә-яҡты бысраныуҙан һаҡларға кәрәк.



  1. Төркөмдәр менән эш. - Яҡшы балалар, дәресте дауам итәйек. -Артабан һеҙгә шундай эш. Карточкалағы һүрәттәр менән һөйләмдәр төҙөргә. (Хор менән килеш һорауҙарын иҫкә төшөрөү)



А төркөмгә - шыршы байрамы

Б төркөмгә - шыршы биҙәү

В төркөмгә - балаларҙың уйындары

Г төркөмгә - сана,саңғы шыуыу



  • Һәр төркөм үҙенең һөйләмдәрен уҡый. (2-3-әр һөйләм)



  1. Шыршыны биҙәү, Ҡыш бабайға хат ебәреү,. - Балалар, беҙ бөгөн башҡорт шағиры Ҡ.Даяндың "Шыршы" шиғыры менән таныштыҡ, йыр йырланыҡ, һөйләмдәр төҙөнөк. Шыршының ни өсөн ҡыш көнө өйҙә биҙәлгән килеш ултырғанын белдек. Беҙҙең дәрескә лә матур шыршы ҡунаҡҡа килгән, әйҙәгеҙ уны биҙәйек. Һеҙҙең алдығыҙҙа шарҙар ята, шул шарҙарға теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ. Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ? Яҡындарығыҙға нимә теләйһегеҙ?

  • Һаулыҡ, тыныслыҡ, яҡшылыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт, татыулыҡ, күп аҡса, дуҫлыҡ



  • Һеҙ өйҙә Ҡыш бабайға хат яҙып килергә тейеш инегеҙ, килегеҙ, уларҙы бына ошо ҡумтаға төшөрөгөҙ, хатты Ҡыш бабайға ебәрербеҙ. (ҡумтаға хаттарҙы һалыу)



  1. Рәхмәт, балалар, хәҙер шиғырҙың һуңғы юлдарын табығыҙ әле:

Шыршы матур, шыршы матур,

Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.

Энәләрен ҡоймай бер ҙә,

Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.



А) Хор менән уҡып сығыу.

Б) - Һорау - Шыршы ниндәй? (матур, йәм-йәшел, йәп-йәш)

- Эйе, балалар, әгәр ҙә беҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлаһаҡ, уны таҙа тотһаҡ, ағастарыбыҙ һәр саҡ йәш, йәшел, матур булыр.



IV. Йомғаҡлау.Баһалау. - Тәртипле, аҡыллы, уңған, эшһөйәр булығыҙ.Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым. Уҡыуығыҙҙа уңыштар, теләгән теләктәрегеҙ ҡабул булһын!

  • Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырғанығыҙ өсөн, рәхмәт! Баһалар ҡуйыла.

  • Өй эше:

  • А) шиғырҙы тасуири уҡырға,

  • Б) шиғырҙы ятларға,

  • В) 4 юллыҡ шиғыр яҙып ҡарарға.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал