7


  • Учителю
  • Урок по башкирской литературе Я.Хамматов Салауат

Урок по башкирской литературе Я.Хамматов Салауат

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Компьютер технологияһы ҡулланып эшләнгән дәрес өлгөһө. Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн .



Тема:Яныбай Хамматов "Салауат" (3-сө бүлек.)



Маҡсат:а)уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү,әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү,һүҙлек байлығын арттырыу;

б)Уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа, уның үткәненә,азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарға ихтирам тәрбиәләү,

в) халыҡ йолалары, Салауат Юлаевтың бала сағы тураһындағы белемдәрҙе байытыу,башҡорт халҡының ҡунаҡсыллыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен асыҡлау.



Йыһазландырыу: "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге "Н.Ф.Суфиянов, З.Ғ.Ураҡсин, компьютер,проектор,авторҙың портреты.

Дәреслек:Хөснөтдинова Ф.Ә.,Тикеев Д.С.," Башҡорт теле һәм әҙәбиәте". Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек".-Өфө:

Китап,2011. -86-90сы бит



Дәрес барышы:

- I-Ойоштороу моменты.Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ! Класта кем дежур? Дәрестә бөгөн бөтәһе лә бармы?



- Үткән дәрестә ниндәй әҫәр менән таныша башлағайныҡ?Авторы кем? Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында бара?( Петербургтан рус академиктары И.И. Лепехин һәм П.И.Рычковтың башҡорт халҡы йәшәгән ерҙәрҙә өйрәнеү маҡсаты менән килеүе тураһында)

-Мин һеҙгә улар тураһында мәғлүмәт эҙләргә ҡушҡан инем.(әҙерләнгән презентациялар менән танышыу. Ҡушымта1 ҡара)

II-Өй эшен тикшереү.

Әҫәрҙең үткән дәрестәрҙә уҡыған өлөштәре тураһында белемдәрегеҙҙе тест формаһында тикшерергә булдым.Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып,бөгөнгө числоны яҙып ҡуйығыҙ. Һорауҙарҙы иғтибар менән уҡығыҙ(һорауҙар таҡтаға проектор аша сығарыла)

  1. 1.-Петр Иванович Рычков һәм уның улы Андрей башҡорттарҙан ниндәй ярҙам һорай?

а)Тирә-яҡ тәбиғәте менән таныштырырға;

б)ыласын балаларын табыуҙа һәм эйәләштереүҙә;

в)ҡайтырға аттар бирергә.

  1. .-Ыласын балаларын аулау нимәһе менән ҡурҡыныслы?

а)ыласындар оя ҡороу өсөн иң текә ҡая таштарҙы һайлай;

б)ыласын балаларын аулаусыларҙы язаға тарттырғандар;

в)ҙур штрафтар һалғандар.

  1. -Ҡош балаларын кем төшөп ала?

а)Кинйә

б)Салауат

в)Иван Иванович Лепехин.

  1. -Салауатҡа ниндәй ҡурҡыныс янай?

а)бөркөттәрҙең балаларын яҡлап һөжүм итеүҙәре;

б)айыу осрауы;

в)иптәштәре ташлап китеү.

  1. -Ыласын һәм бөркөт балаларына һунар нисек тамамлана?

а)ояла ҡош балалары булмай;

б)уңышлы;

в)Салауат,бөркөттөрҙән ҡурҡып, ҡош балаларын алмай.

  1. -Был эш Салауатты нисек характерлай?

а)йор һүҙле сәсән икәнлеген;

б)яҡшы етәксе икәнлеген күрһәтә;

в) ҡыйыу,тәүәккәл икәнлеген күрһәтә.

( Парҙар менән эш.Эштәрҙе тикшереү,яуаптарҙы дөрөҫләү(таҡтаға сығарыла)

III-Текстың өсөнсө бүлегенә инеш.

Балалар ,һунар уңышлы үттеме?Һунарсылар,ғалимдар тауҙан нисек төштөләр икән?Уларҙың мажаралары нисек тамамланыуын белер өсөн,уҡыуҙы дауам итәбеҙ.Тексты уҡыр өсөн таныш булмаған һүҙҙәр менән танышып үтәйек.Алдығыҙҙа (аңлатмалы һәм башҡортса- русса) һүҙлектәр,ике төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ.(һүҙлектә булмаған һүҙҙәрҙе уҡытыусы алдан таҡтаға яҙып ҡуя йәки проектор аша сығара)

IV- Һүҙлек эше

Монар-мгла,дымка,туман

Мөшкөл- плохо,худо

Күҙ алды ҡамашыу-лишиться возможности что-то увидеть

Туҙ-береста

Һәрмәкләп барыу(һәрмәү)-идти на ощупь

әмәл- возможность

һәрәнәү-споткнуться

һиҙгерлек (һиҙгер) -чутье (яһалыу юлы)

ғауғалашыу( ғауға)-шуметь (яһалыу юлы),ҡысҡырышыу,тауышланыу(синонимдар)

тәҡдир- судьба,удел,рок

мәжлес- званый обед,ужин,пир (синонимдар)

тәьҫорат-впечатление

(Яуаптарҙы бергәләп тикшереү)

V-Тексты өлөштәргә бүлеп уҡыу. Рус телендә ҡыҫҡаса эстәлеген һөйләү. Китаптағы һорауҙарға яуап биреү.

-Ни өсөн һунарсылар тауҙан ҡараңғы төшмәҫ борон төшөп ҡалырға ашығалар?

Хатта йәй көндәрендә лә тау башында һыуыҡ.

-Тауҙан төшкәндә аттар ниндәй ярҙам күрһәтәләр?

Улар кешеләр юғалтҡан һуҡмаҡты табырға ярҙам итәләр.

-Алған ҡош балаларын Салауат үҙендә ҡалдырамы, әллә бүләк итәме?(яуабын китаптан табып уҡығыҙ)

-Ни өсөн яралы бөркөттө иреккә ебәрәләр?

Сөнки ул инә бөркөт. Ә инә бөркөт тағы ла балалар сығара. Был башҡорттарҙың тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашын күрһәтә.

-Йәйләүгә ҡайтыу менән ҡунаҡтар оҙатыу хөрмәтенә Юлай нимә уҙғара?(китаптан табып уҡырға) Мәжлес йыя.Йыраҡтан килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы башҡорттар милли аштар менән һыйлап,күңел асып оҙаталар.

Уҡытыусы: Балалар.Был башҡорттарҙың Рәсәй хөкүмәте тарафынан ниндәй генә йәберләүҙәр кисереүенә ҡарамай,рус ғалимдарын ихтирам итеүен билдәләй,урыҫ халҡы менән дуҫ йәшәүен күрһәтә.

-Табында ултырғанда Петр Иванович Рычковтың йөҙө үҙгәрә.Ни өсөн Юлайҙың һөйләгәндәре уларға оҡшамай?

Сөнки Юлай Ҡараһаҡал, Батырша исемдәрен телгә ала.

-Ниңә уларҙың исемдәрен телгә алырға ярамай?

Улар ихтилал башлыҡтары.

-Батырҙарҙың исемдәре халыҡ күңелендә нисек һаҡлана?

Халыҡ үҙенең ил уҙамандарын ихтирам итә һәм уларҙың исемдәре,халҡы өсөн ҡылған эштәре,яҙмышы хаҡында йырҙар һәм риүәйәттәр сығарып киләсәк быуындарға ҡалдыра.

-И.И.Лепехин башҡорттарҙы тәбиғәт балаһы икәнен,уларҙың ҡыйыу һунарсы һәм яугир икәнлектәре тураһында яҙа.Тағы ла үҙ яҙмаларында башҡорттарҙың ниндәй сифаттарын күрһәтә?

Шаулашып таралышһалар ҙа,үҙ- ара ыҙғышҡандарын күрмәҫһең.

VI-Йомғаҡлау.

Уҡытыусы:Дөрөҫ,был сифат башҡорттарҙың берҙәм халыҡ икәнлеген күрһәтә.

Дәрестә үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?(Яуап)

Халыҡ үҙенең батырҙарын,тарихын онотмай,илдең үткәне менән ғорурланған һәм ғорурлана.Ғөрөф- ғәҙәттәрен быуындан- быуынға һаҡлап алып килә.Ниндәй генә ҡунаҡ ҡапҡаһын ҡаҡмаһын ул уны хөрмәтләп ҡаршы алған һәм оҙатҡан.Әҫәрҙә уҡыған ҡайһы хөрмәтләү ғәҙәттәре беҙҙең көнгә тиклем килеп еткән?Был һорауға яуапты өй эше итеп бирәм.

VII-Өй эше:1) презентация эшләргә (ҡунаҡсыллыҡ )

2) башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы тураһында яҙылған өҙөктө һөйләргә өйрәнергә.

VIII-Баһалау.



Ҡушымта1:

Уҡыусының академиктар тураһында яҙылған ҡыҫҡаса мәғлүмәте.(презентация формаһында бирелә)интернет ресурстарынан алынған.



Иван Иванович Лепехин- рус сәйәхәтсеһе,натуралист,географ,академик. 1768 йылда Санкт-Петербург Фәндәр Академияһы тарафынан Волга- Урал, Себер яҡтарын өйрәнеү өсөн ойошторолған экспедицияла ҡатнаша. 1770 йылда Урал буйлап сәйәхәт итә.Сәйәхәт һөҙөмтәләре тупланған "Дневные записки путешествия по разным провинциям Российского государства" исемле китабы баҫылып сыға.Башҡортостанда ул башҡорттарҙың ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын, тарихын өйрәнә һәм яҙып ала. Ыласын балаларын алыу һунарында үҙе лә ҡатнаша.Был эпизод Я.Хамматовтың беҙ әле уҡыған " Салауат" әҫәрендә урын алған.





Рычков Петр Иванович- Башҡортостандың беренсе тарихсыһы.

Ул үҙенең яҙмаларында башҡорттарҙың тормош-көнкүрештәре, Рәсәй колонизацияһы,восстаниелар тураһында яҙа. 1734 йылда Ырымбур ҡалаһын төҙөү экспедицияһында ҡатнаша.Емельян Пугачевтың Ырымбурҙы ҡамап алыуының шаһиты була. Уның "Записи об Оренбургской осаде" яҙмаларын Александр Сергеевич Пушкин үҙенең "Пугачевтың тарихы" әҫәрендә ҡуллана.

1760 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеп, ғилми эшен баҫтырып сығара.П.И.Рычков беренселәрҙән булып Башҡортостанда тимер һәм баҡыр , Илецк таш-тоҙ ятҡылыҡтары барлығын күрһәтә.

























 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал