7


  • Учителю
  • Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле.

Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле.

Бөгөн ғаилә институттарында туған телде һәм милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Йәш быуынға телде өйрәтеү һәм үҫтереү өсөн мәктәптә туған телдәр буйынса дәрестәр ойошторолған, төрлө саралар уҙғарыла, ваҡытлыса матбуғат биттәре, радио һәм телевидениелағы мауыҡтырғыс тапшырыуҙар, интернет селтәре, китапханала йөкмәткеле китаптар бар. Ә балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләү тәү сиратта ғаиләгә ҡайтып ҡала. Ғаиләлә кеше тәрбиәләү тураһында ғалим В.Сухомлинскийҙың атай-әсәйҙәргә мөрәжәғәтендә бындай юлдары бар: «Донъяла тиҫтәләгән, йөҙләгән һөнәрҙәр бар. Кемдер тимер юлдар төҙөй, икеселәре йорттар һала, өсөнсөләре икмәк үҫтерә, тик иң универсаль, иң ҡатлаулы, иң маҡтаулы, һәр кем өсөн кәрәкле, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ эш бар - ул да булһа ғаиләлә кеше тәрбиәләү» ти . Эйе, һәр ғаилә тормошҡа үҙенсәлекле шәхестәр әҙерләй. Шуға ла бала өсөн ғаилә киләсәктә үрнәк, йәшәү маяғы булып тора.

Бөгөнгө тормошобоҙҙа, кесә телефондары, компьютер модаға инеп киткән заманда, туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ғаиләнең роле бик ҙур. Бигерәк тә замандың кире яҡтарыла юҡ түгел - тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, наркомания һәм башҡалар. Бындай шарттарҙа йәш быуынға дөрөҫ юл һайлау еңелдән түгел. Шуның өсөн дә һәр ғаиләлә тәрбиә иң юғары урында булырға тейеш. Туған тел ҡәҙерен аңлаған һәр ғаилә үҙ балаһына туған телен биләүҙән өйрәтә: туған телендә бишек йырын көйләй, әкиәттәрен һөйләй һәм бала үҫә төшкәс милли йолаларҙы күрә, өйрәнә, ҡыҙыҡһына башлай.

Туған телендә һөйләшкән бала - бәхетле бала. Сөнки ул туған телендә аралаша, халыҡ араһында йәшәй, милли йолаларҙа тәрбиәләнә. Бындай кешенең киләсәге лә өмөтлө була түгелме !? Ә туған телен өйрәнмәгән, тел биҙәктәрен күрмәгән кеше - ярлы кеше. Тимәк, ғаиләлә туған телгә ныҡлы иғтибар биреп, балаларға кесе йәштән тел ҡәҙерен аңлатыу мотлаҡ. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йырҙарын, милли кейемдәрен, үҙ ырыу-шәжәрәңде , языусылар ижадын һәм халыҡ ауыҙ ижадын өйрәнеү кәрәк. Киләсәгебеҙ өмөтлө булһын тиһәк, һәр бер бала әсә телендә үҙ халҡының әҙәби мираҫын, күңел байлығын, динен һәм фәлсәфәһен үҙенә һеңдереп үҫергә тейеш. Сөнки, туған телгә милли үҙаң нигеҙҙәре һалынған, халыҡтың милли традициялары һәм ата-әсәнең тәүге һүҙҙәренең йылыһы һаҡланған, бары тик туған тел аша дөйөм кешелек фәнен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә юл асыла. Юҡҡа ғына халыҡта: "Тел белеү кеше йөрәгенә юл һала" , тип әйтмәгәндәр. Шуның өсөн баланы ата-бабанан ҡалған телдә һөйләргә һәм фекерләргә өйрәтеү һәм уның аша бала күңеленә халыҡ аҡылының тәрәнлеген еткереү - ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың төп бурысы. Ғаиләләрҙә милли йолаларыбыҙ дауам ителһә - туған телебеҙ һаҡланыр, үҫер, ә милли йолаларыбыҙ дауам итер.

Эльвира Муллаярова,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал