7


  • Учителю
  • Асыҡ дәрес. Тема: Көҙ. Күплек ялғауҙары

Асыҡ дәрес. Тема: Көҙ. Күплек ялғауҙары

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

</

Дәрес темаһы

Көҙ. Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең күплекте белдереүе

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, уҡыусыларҙы күплек ялғауын ҡулланырға өйрәтеү;

Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;

Тәрбиәүи: тәбиғәттең матурлығын күрә белергә, эстетик матурлыҡты танып белеү тойғолары тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, күплек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуллана белеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, туғандарына, дуҫтарына, класташтарына иғтибарлы, ихтирамлы булыу, матурлыҡты күрә һаҡлай белеү.



Йыһазландырыу

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.. "Башҡорт теле". 3-сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек - Өфө: "Китап", 2010., мультимедиа проекторы, маршрут биттәре.

Предмет-ара бәйләнеш

Тормош һабаҡтары, рәсем.



Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

I.- һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Хәйерле көн!

- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөн беҙҙең дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ уларҙы ла сәләмләйек:



Бөгөн беҙҙең туған тел,

Яратам һиңә телем.

Рәхмәт, һиңә Һинең аша

Алам мин яҡшы белем



II. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр

  • Телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.

Ә - әсәй, дәрес

Ө - Өфө, бөгөн

Ү - күңелле, күп

Ҡ - ҡунаҡ

Ғ - байрамға

Һ - һый, һыйлай

Ҙ - ҙур, ҙурлай

ң- минең, һинең, уның.

Уҡыусыларҙың яуаптары



















Хор менән ҡунаҡтарҙы сәләмләйҙәр.







Уҡыусылар башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен, һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.





Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

- Ә хәҙер тәҙрәгә ҡарайыҡ әле. Тышта ниндәй миҙгел?

- эйе дөрөҫ, беҙ көҙ тураһында нимәләр әйтә алабыҙ?



Тәҙрәгә ҡарайҙар. Ниндәй миҙгел икәне н билләйҙәр.

Уҡыусылар яуап бирә.

























Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.



Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте иҫкә төшөрөү





Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар





Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

(Көҙ темаһына һөйләшеү, текст уҡыу һәм күнегеүҙәр эшләү)

Көҙ тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.



Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.

  1. Хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ һәм бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйҙыҡ.



  1. Числоны яҙҙыҡ, әйҙәгеҙ әле, таҡталағы һөйләмдәргә иғтибар итәйек. Был һөйләмдә ағастар, япраҡтар, ҡоштар һүҙҙәренә иғтибар итәйек әле, улар индәй һорауға яуап бирәләр?





  • .Дөрөҫ, тимәк улар предметты белдерәләр, ә улар бер предметты белдерәләрмә әллә күп икәнен ме?

  • Бер генә икәнен белдерһә бе уларҙы нисек әйте инек?

  • Нимәгә ҡарап беҙ предметтың күп икәнен беләбеҙ?

  • Тимәк ниндәй ялғауҙар күп икәнде белдерә. Ә улар ниндәй ялғауҙар?



  1. Карточкалар менән эшләп алабыҙ. Бирелгән һүҙҙәрҙә дөрөҫ ялғау ҡушылған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.

  • Эшләп бөттөгөҙмө? Хәҙер күршегеҙ менән алышып бер-берегеҙҙең эшен тикшерәбеҙ

  • Ә хәҙер үҙ-үҙебеҙҙе тикшерәбеҙ

Дәфтәргә число һәм теманы яҙып ҡуйыу.





Уҡып сығалар, тәржемә итәләр.









Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнаша.



















Бирелгән эште эшләй, иптәшенең эшен тикшерә, үҙенекен һәм иптәшенекен тикшерә



Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.



Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр



Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша



Шәхси: күплек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуллан белергә өйрәнә.



V. Ял минуты



  • Ел иҫә, иҫә

Ағастарҙы һелкетә,

Ел бөтә, бөтә

Ағастар бейек үҫә.

Күҙҙәрҙе йомоп, тәбиғәт тауыштары тыңлау.

Шиғырҙы һөйләйҙәр,

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

  1. - Беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең көҙ тураһында нимә уйлауыбыҙ тураһында әйтеп киттек, ә хәҙер дәреслектән Фәрит Иҫәнғоловтың көҙ тураһында нимә яҙыуын уҡып китәйек. Дәреслектәрҙең 61-се битен асайыҡ, 61-се күнегеү күнегеү. Көҙ килә өҙөгөн уҡыу.

Һүҙлек эше:

моңһоу - печально, грустно

тәңкә - монета

тын - тихо, бесшумно



  • Уҡытыусының уҡыуы.



  • Үҙаллы уҡыу.





  • Сылбыр буйынса уҡып тәржемә итеү





  • Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итәйек әле. Кем тапты? Был һүҙ күпме предметты белдерә?





  • Бөтә һүҙ ҙә күп предметы белдерәме?





  • Ул ниндәй һорауға яуап бирә?



  1. Ә хәҙер, Николай Бурзянцевтың Тауҙарҙа көҙ картинаһын ҡарап китәйек. Бында нимәләр күрәһегеҙ?

Картинала ҡайҙағы көҙ һүрәтләнгән?

Ф. Иҫәнғолов көҙгө тәбиғәтте ҡайҙа күҙәтә?

Беҙҙең күргән көҙ, рәссамдың һәм яҙыусының көҙө айырыламы?

Нимәһе менән оҡшаш?

Тәбиғәт матурмы? Уны ошолай һаҡлар өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?











Һүҙлек эшен башҡаралар.











сылбырлы уҡыйҙар, тәржемә итәләр

















Һорауҙарға яуаптар бирәләр.











Һүҙҙәрҙең күплек ялғауын айыралар









Парҙар менән эш.











Әңгәмәлә ҡатнашалар.







Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу





Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу







Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша











Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү



VII. Өйгә эш



32-се бит, 33 -сө күнегеү, һүҙҙәрҙе күплек мәғәнәһендә яҙығыҙ.

Көндәлеккә өй эшен яҙалар.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.



VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

  • Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

  • Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

  • Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?



Уҡыусыларҙы баһалау.

  • Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.



  • Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.



Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.























 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал