7


  • Учителю
  • Открытый урок по башкирскому языку А.Игебаев Башҡортостан шиғырын өйрәнеү

Открытый урок по башкирскому языку А.Игебаев Башҡортостан шиғырын өйрәнеү

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Открытый урок по башкирскому языку А.Игебаев Башҡортостан шиғырын өйрәнеү



Ҡандра ауылының 1 - се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы













8 Б,В класында башҡорт әҙәбиәтенән дәрес өлгөһө









Тема: А. Игебаевтың «Башҡортостан» шиғырын

өйрәнеү

























Уҡытыусы: Ахунйәнова Э.Г.





















Ҡандра - 2016 йыл









Тема: А. Игебаевтың "Башҡортостан" шиғырын өйрәнеү.

Маҡсат: А.Игебаевтың тормош юлын һәм ижадын иҫкә төшөрөү; «Башҡортостан» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың һүҙлек запасын арттырыу, телмәр үҫтереү һәм байытыу; Башҡортостан тураһында белемдәрен киңәйтеү; тыуған республикаға, тыуған ергә, тыуған тәбиғәткә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: телевизор, ноутбук, презентация, Башҡортостан тәбиғәтенә арналған репродукциялар; А.Игебаевтың портреты, плакат, индивидуаль эш өсөн карточкалар, тема буйынса төшөрөлгән һүрәттәр.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты.

  • Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!

  • Бер - беребеҙгә йылмайып ҡарап алайыҡ. Һәм яҡшы кәйеф менән дәрестә актив ҡатнашып ултырайыҡ, яраймы?! Хәҙер әҙәбиәт дәресенә күсәйек.

  1. 1. Фонетик - орфоэпик күнегеүҙәр.

  • Иғтибарҙы слайдҡа йүнәлтәбеҙ.

  • Слайдта бирелгән шиғыр юлдарын иғтибар менән уҡып сығабыҙ.

Башҡортостан - ҡурай иле,

Башҡортостан -Урал ере,

Башҡортостан - ҡумыҙ теле,

Башҡортостан - ҡымыҙ сере.

( Әхмәр Үтәбай)

  1. Шиғыр буйынса әңгәмә.

  • Бында беҙгә бик тә таныш шиғыр юлдары бирелгән.

  • Шиғырҙа аңлашылмаған һүҙҙәр бармы?

  • Хәҙер беҙгә шиғырҙы … уҡып ишеттерер.

  • Рәхмәт! … !

  • Уҡыусылар, был шиғыр нимә тураһында?

  • Башҡортостан тураһында нимәләр әйтелә?

  • Ни өсөн автор шулай тип әйтә?

  • Дөрөҫ, уҡыусылар, Башҡортостан үҙенең ҡурайы, Урал тауҙары менән бөтә Рәсәйҙә дан тота. Милли музыка ҡоралының моңо, ҡымыҙының тәме кешеләрҙе таң ҡалдыра. Башҡортостанды ҡурай, Урал тауҙары, ҡумыҙ һәм ҡымыҙһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.

  1. Шиғыр өҫтөндә эшләү.

Шиғырҙы вариантлап уҡытыу.

  • Хәҙер, уҡыусылар, шиғырҙы вариантлап уҡырға әҙерләнәбеҙ.

1 юлды - 1 вариант уҡый,

2 юлды - 2 вариант уҡый,

3 юлды - 3 вариант уҡый,

4 юлды - бөтәгеҙ бергә уҡыйһығыҙ.

Афарин! Яҡшы ғына уҡынығыҙ, уҡыуығыҙ миңә оҡшаны.

lll. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

1. Темаға сығыу.

  • Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшербеҙ тип уйлайһығыҙ?

  • Эйе, бөгөн беҙ һеҙҙең менән А.Игебаевтың Башҡортостанды нисек, ниндәй һүҙҙәр ярҙамында

  • данлауын күҙәтеп китербеҙ..

  • Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләрбеҙ?

  • Уҡыусыларҙың яуабы ( тасуири уҡырбыҙ, һүҙлек запасын арттырырбыҙ, автор тураһында белемдәрҙе иҫкә төшөрөрбөҙ, һ.б.)

2. Өй эшен тикшереү.

  • Өй эше итеп, һеҙ Башҡортостан тураһында 1 төркөм - авторҙың биографияһын иҫкә төшөрөп килергә тейеш инегеҙ, 2 төркөм - презентация, Өй эшен дәрес барышында тикшерербеҙ.

3. А.Игебаевтың биографияһын ҡабатлау.

- А.Игебаевтың биографияһын иҫкә төшөрөп китер өсөн, эш төрө үтәп алайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята. Белешмә өсөн һүҙҙәрҙе ҡулланып, һөйләмдәрҙе тулыландырығыҙ. (Ваҡыт бирелә)

А.Игебаев . .. йылда Башҡортостандың ... районы ... ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт....институтын тамамлай. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге ... вазифаһын башҡара.

А.Игебаевтың ... китабы донъя күргән. 2010 йылда уға Башҡортостандың ... шағиры исеме бирелә. Ул Башҡортостан Республикаһының .... исемендәге дәүләт премияһына (... ), һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡорт АССР- ының һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ( ...), Салауат Юлаев ордены кавалеры исеменә лайыҡ була.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: Күсей, педагогия, С.Юлаев. (1980), (1990), 34 китабы, мөхәррир, Баймаҡ районы</<font color="#000000">, халыҡ, 1930.

- Әйҙәгеҙ, тикшереп китәйек. Сылбырлап, берәр һөйләмләп уҡыйыҡ.

Уҡытыусының биография буйынса өҫтәлмәһе.

- Тимәк, беҙ һеҙҙең менән А.Игебаевтың биографияһын ҡабатлап үттек.

III. Яңы материал өҫтөндә эш.

  • Бик күп яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, бейеүселәр Башҡортостанды данлап ижад итәләр. Башҡортостаныбыҙ тураһында тағы ла күберәк белер өсөн бөгөн А. Игебаевтың "Башҡортостан" шиғырының йөкмәткеһе менән танышырбыҙ.

  1. Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү.

  • Һүҙлек эше.

  • Шиғырҙы уҡыр алдынан, һүҙлек эше үткәреп алайыҡ. Мин һүҙҙәрҙе тәржемә итеп ҡараған инем. Тикшерегеҙ әле, эште дөрөҫ үтәнем микән?! ( Слайд )

  • Ҡыйыу - удалой, храбрый

  • Быуын -

  • Терәк - опора, защита

  • Ғазап - мучение, страдание

  • Канһырап - истекать кровью

  • Баҡҡан, бакһаң - оказывается

  • Бөгөлмә - не изгибайся

- Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйттереү.

- Ә хәҙер ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ.

- Яҡшы, уҡыусылар, был эште лә еңеп сыҡтығыҙ.

2. Шиғырҙы уҡытыусы уҡый.

- Хәҙер инде шиғырҙы тыңлап китәйек.

3. Йөкмәткеһе буйынса әңгәмә.

- Нисек уйлайһығыҙ, шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара?

- Тыуған ил төшөнсәһе ниндәй һүҙҙәр менән бирелә?

- Балаларҙың яуабы.

4. Дәфтәрҙә эшләү.

- Эш дәфтәрҙәрен асып датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

5. Синонимдар һүҙлеге менән эш.

- Алдығыҙҙа ятҡан синоним һүҙлектәре ярҙамында слайдта бирелгән һүҙҙәрҙең синонимдарын табығыҙ һәм эш дәфтәренә яҙып ҡуйығыҙ.

1 рәткә - ҡыйыу, азатлыҡ һүҙҙәре

2 рәткә - терәк, ғазап һүҙҙәре

3 рәткә - баҡһаң, бөгөлмә һүҙҙәре

Ҡыйыу - батыр, йөрәкле, үткер һ.б.

Азатлыҡ - ирек, бойондороҡһоҙлоҡ,суверенитет

Терәк - таяныс, ышаныс, яҡлаусы, таяу,таған,тотҡа

Ғазап - ыҙа, яфа, аҙап, яҙа

Баҡһаң - баҡтиһәң,икән

Бөгөлмә - эйелмә, һығылма, иңкәймә

- Афарин! Эштәрҙе яҡшы ғына башҡарҙығыҙ.

6. Шиғырҙы үҙ аллы уҡыу.

- Хәҙер инде шиғырҙы үҙ аллы, тасуири итеп уҡып сығығыҙ.

- Тасуири уҡыу алымдарын ҡулланып шиғырҙы берәр строфалап сылбыр буйынса уҡыйбыҙ.

7. Һайланма уҡытыу.

- Беҙ һеҙҙең менән ҡайһы бер һүҙҙәрҙең синонимдарын таптыҡ. Әйҙәгеҙ, ошо синоним һүҙҙәр кергән шиғыр юлдарын табып уҡыйыҡ.

Ҡыйыу, терәк, бөгөлмә.

- Хәҙер инде һуңғы өй эшен тикшереп китәйек.Һеҙ презентация эшләп килергә тейеш инегеҙ.

8. Презентацияларҙы ҡарап китеү.

IV. Үтелгәнде нығытыу.

- Дәресебеҙҙе Әхмәр Үтәбайҙың шиғыр юлдары менән башлаған инек. Шуға кире ҡайтып, мин һеҙгә Вилюр Мавлютов көйө, Әхмәр Үтәбай һүҙҙәренә яҙылған ҡобайырҙы тыңлатыр инем.

Ҡобайыр тыңлау.

V. Йомғаҡлау.

1. Айһылыу Йәғәфәрованың шиғырын уҡып ишеттереү.

  • Тағы ла бер шағирәбеҙ Айһылыу Йәғәфәрованың һүҙҙәрен әйткем килә, ҡолаҡ һалығыҙсы:

Башҡортостан - Тыуған илең…

Нығыраҡ баҫ ереңә!

Һин хужаһың илеңә -

Башҡортостан еренә:

Алтынына, игененә,

Тауҙарына, күгенә,

Олатайың иленә,

Тәпәй баҫҡан ереңә…

Нығыраҡ баҫ ереңә!

2. Йомғаҡлау әңгәмәһе.

- Тимәк, уҡыусылар, автор был шиғыры менән һеҙгә ни тип әйтергә теләй?

- Яуаптар.

- Дөрөҫ. Һеҙ, Башҡортостандың киләсәге, уның буласаҡ хужалары. Шуға күрә лә, һеҙ уның тәбиғәтен, байлығын һаҡларға һәм яҡларға тейешһегеҙ. Был шиғыр юлдары һеҙҙә һаҡсыл ҡараш тәтбиәләр тип уйлайым.

VI. Өй эше биреү.

Синоним һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөргә. Шиғырҙы сәнғәтле уҡырға өйрәнеп килергә.

VII. Баһалау.











 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал