7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку (6 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (6 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Раҫлайым

Мәктәп директоры:

_____________В.А.Иткулова

Приказ №

« » август 2016й.





Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы

Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районының

23-сө бюджет дөйөм белем биреү мәктәбе







2016-2017 уҡыу йылына

6 класы өсөн

башҡорт теленән

эш программаһы



дөйөм сәғәттәр һаны -68 сәғәт

аҙнаһына -2 сәғәт



Төҙөүсеһе:





Ҡаралған ____________

МБ ултырышында

туған телдәр буйынса директор урынбаҫары

Мостафина Г.Р.

протокол № 1

« » август 2016й.



Килешелгән ___________



Протокол № 1

« » 08.2016 й.











  1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Уҡытыусы:

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы / З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. - Өфө: Китап, 2015.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы / З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. - Өфө: Китап, 2015.



Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  • текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.



  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районының 23-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).



  1. Башҡорт теленең базислы уҡыу (белем биреү) планындағы урыны



Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 5-9 кластарҙа аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән, Бөтәһе 340 сәғәт.

  1. Уҡыу предметы йөкмәткеһенең рухи ҡиммәттәрен тасуирлау

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

  1. "Башҡорт тел" предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

  • уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

  • аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

  • элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

  • тыңлап аңлауҙа:

  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

  • уҡыуҙа:

  • өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

  • яҙма телмәрҙә:

  • - яҙыу техникаһына эйә булыу;

  • үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.



Тел компетенцияһы (тел сараларынүҙләштереү).

  • Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым уйыу;

  • Төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

  • Уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

  • Лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

  • Социомәҙәни компетенция.

  • географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

  • айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

  • өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

  • ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

  • үҙ-үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

  • балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.



  1. Төп йөкмәткеле йүнәлеш

Беҙҙең мәктәп. Һүҙ. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе- 8 сәғәт. Намыҫлы бул. Башҡорт балы. Көҙ етте. Ҡоштар. Г. Яҡупова "Октябрь". Көҙ күренештәре. Исемдәрҙең күплек ялғауы

Башҡортостан ере буйлап. Ҡылым - 16 сәғәт. А. Филиппов "Ватан". В. Э. Меостың "Тауҙарҙа томан. Белорет районы". Р. Бикбаев. Салауат батыр һәйкәле. Билдәле шәхестәр. А. Әхмәтова. Ҡайындар ниңә аҡ? Г. Юнысова. Башҡортостан - дуҫлыҡ иле.Ҡылым.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел - 5 сәғәт. Дуҫлыҡ өсөн шул етәме? Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. Ҡунаҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәк? Д. Фәтихова. Кем дуҫ? "Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел" темаһын йомғаҡлау.

Ҡыш дауам итә. Рәүеш. Рәүеш тураһында төшөнсә - 14 сәғәт. Ф. Мәҡсүтова. Ҡар бөртөктәре. Ҡоштар донъяһы.Рәүеш тураһында төшөнсә. Г. Яҡупова. Уртаҡ ҡыш. К. Шафикова. Ҡар яуа. Рәүеш. Т. Сәғитов. Икмәк. Ә. Бикташев. Хыял. Юл йөрөү ҡағиҙәләре. Н. Нәжми. Ҡыш. Ҡарағай урманындағы иртә. Ирек Кинйәбулатов. Хәйерле иртә, донъя! Телефондан һөйләшә беләһеңме? Ишәк, эт, бесәй, әтәс. "Ҡыш дауам итә" темаһын йомғаҡлау.

Яҙ килә, яҙ! Һан. Һан төркөмсәләре - 12 сәғәт. Р. Янбулатова. Ҡоштар ҡайта.Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Тәбиғәтте шулай яраталармы? Р. Ҡужина-Латыпова. Күҙҙәреңдә, әсәй - донъя… К. Кинйәбулатова. Ҡарғалар йыры. З. Биишева. Баҡсала. Ф. Рәхимғолова. Апрель йылмая. Б. Домашниковтың "Май. Ҡайынлыҡ" картинаһы буйынса эш. Еңеү көнө.Һандарҙы ҡабатлау. С. Әлибаев. Беҙ һанайбыҙ һандарҙы. Һан төркөмсәләре . Борсоулы мәғлүмәттәр. Рәт, бүлем, йыйыу һандары. Ғ. Хөсәйенов. Ете. Сама, кәсер һандары.

Йәмле йәй килә - 13 сәғәт. Г. Фәйзи. Йәйҙе яратам. Р. Әхмәҙиев. Июнь һәм май. Ш. Янбаев. Һабантуй. В. Ғүмәров. Тәбиғәт шифаханалары. М. Сиражи. Йәй. А. Тюлькиндың "Өфө янындағы шихандар" картинаһы буынса эш. Сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып… Г. Яҡупова. Июль. Йәйге каникулда һин нимә эшләйһең? Й. Солтанов. Тыуған еркәйем. "Йәмле йәй килә" темаһын йомғаҡлау.



  1. Тематик планаштырыу













































  1. Бүлектәр, темалар



    Бит



    Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре

    Өйгә эш

    Үткәреү ваҡыты

    яҡынса

    фактик

    Беҙҙең мәктәп. Һүҙ. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе- 8 сәғәт



    Беренсе сентябрь.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

    4-5



    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, бирелгән ситуацияға диалогтар төҙөү. Тема буйынса бәләкәй текстар төҙөү. Һүҙлектәр менән эш итеү

    3-сө күнегеү, 5-се бит





    Намыҫлы бул. Һүҙ.Һүҙҙең лексик мәғәнәһе.

    6-7

    6-сы күнегеү, 7-се бит





    Башҡорт балы.Исем.

    8-9

    11-се күнегеү. 9-сы бит. Диалог төҙөргә





    Көҙ етте.Диалог.

    10-11

    Яңы һүҙҙәрҙе ятларға





    Ҡоштар. Текст.

    12-14

    20-се күнегеү, 13-сө бит





    Г. Яҡупова. Октябрь. Баҫым.

    14-15

    27-се күнегеү, 16-сы бит. Шиғырҙы ятларға





    Көҙ күренештәре. Исемдәрҙең күплек ялғауы.

    17-18

    31-се күнегеү, 19-сы бит





    Мәктәп темаһын йомғаҡлау.Синонимдар.

    19-21

    Үтелгән темаларҙы ҡабатларға





    Башҡортостан ере буйлап. Ҡылым - 16 сәғәт

    А. Филиппов. Ватан. Ҡылым.

    22



    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп

    уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

    1-се күнегеү, 22-се бит. Ятларға











    В. Э. Меостың "Тауҙарҙа томан. Белорет районы" картинаһы буйынса эш.

    22-24

    24-се бит. Һорауҙарға яуап бирергә





    Р. Бикбаев. Салауат батыр һәйкәле.

    25-26

    5-се күнегеү, 25-се бит





    Билдәле шәхестәр.

    26-27

    Билдәле шәхестәрҙең исемдәрен ятларға





    А. Әхмәтова. Ҡайындар ниңә аҡ?

    28-29

    Әкиәтте һөйләп өйрәнергә





    Г. Юнысова. Башҡортостан - дуҫлыҡ иле.Ҡылым.

    30-31

    15-се күнегеү, 31-се бит





    Контроль эш. "Илем - Башҡортостан".











    М. Кәрим. Ватаным.

    32-33

    19-сы күнегеү, 33-сө бит. 4-се абзацты ятларға





    С. Юлаев. Тыуған илем.

    34-35

    21-се күнегеү, 34-се бит. Шиғырҙы ятларға





    Ф. Туғыҙбаева. Кем уңған? Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы.

    </ 36-37

    37-се бит, һорауҙарға яуап бирергә





    Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух. Ҡылымдарҙҙың зат менән үҙгәреүе.

    38-39

    28-се күнегеү, 38-се бит







    Тыуған яғығыҙҙы өйрәнегеҙ, яратығыҙ! Ҡылым.

    40-41

    33-сө күнегеү, 40-сы бит





    В. Сухомлинкий.Сөнки мин - кеше.Ҡылым.

    41-42

    35-се күнегеү, тәржемә итеп бөтөргә







    Ә. Әсәҙуллина. Хушлашыу.

    43-44

    Яңы һүҙҙәрҙе ятларға





    Оло яҙыусы һәм ғалим.

    44-45

    43-сө күнегеү, 45-се бит





    "Башҡортостан ере буйлап" темаһын йомғаҡлау.

    45-46

    Үтелгән темаларҙы ҡабатлау







    Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел - 5 сәғәт

    Дуҫлыҡ өсөн шул етәме?

    47-48

    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

    Дуҫ һүҙенә синоним, антонимдар уйлап яҙырға





    Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала.

    49-50

    8-се күнегеү, 49-сы бит





    Ҡунаҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәк?

    50-52

    13-сө күнегеү, 52-се бит





    Д. Фәтихова. Кем дуҫ?

    53-54

    17-се күнегеү, 53-сө бит





    "Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел" темаһын йомғаҡлау.



    Үтелгән темаларҙы ҡабатлау





    Контроль эш.









    Ҡыш дауам итә. Рәүеш. Рәүеш тураһында төшөнсә - 14 сәғәт

    Ф. Мәҡсүтова. Ҡар бөртөктәре.

    56-57

    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

    56-сы бит. Шиғырҙы ятларға





    Ҡоштар донъяһы.Рәүеш тураһында төшөнсә.

    58-60,74

    3-сө күнегеү, 58-се бит. Ҡош исемдәрен күсереп яҙырға





    Г. Яҡупова. Уртаҡ ҡыш.

    60-61

    5-се күнегеү, 61-се бит.





    К. Шафикова. Ҡар яуа. Рәүеш.

    62-63

    8-се күнегеү, 63-сө бит





    Т. Сәғитов. Икмәк.

    63-64

    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

    11-се күнегеү, 64-се бит





    Ә. Бикташев. Хыял.

    65-66

    16-сы күнегеү, 65-се бит





    Юл йөрөү ҡағиҙәләре.

    66-68

    19-сы күнегеү, 67-се бит





    Н. Нәжми. Ҡыш.

    69-70

    25-се күнегеү, 71-се бит





    Ҡарағай урманындағы иртә.

    71-72

    28-се күнегеү, 73-сө бит





    Ирек Кинйәбулатов. Хәйерле иртә, донъя!

    73-75

    31-се күнегеү, 75-се бит





    Телефондан һөйләшә беләһеңме?

    75-76

    35-се күнегеү, 76-сы бит





    Ишәк, эт, бесәй, әтәс.

    77-78

    40-сы күнегеү, 79-сы бит





    "Ҡыш дауам итә" темаһын йомғаҡлау.

    79-80

    Үтелгән темаларҙы ҡабатлау





    Яҙ килә, яҙ! Һан. Һан төркөмсәләре - 12 сәғәт

    Р. Янбулатова. Ҡоштар ҡайта.Һан. Ябай һәм ҡушма һандар.

    81-82



    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

    2-се күнегеү, 81-се бит





    Тәбиғәтте шулай яраталармы?

    82-83

    7-се күнегеү, 83-сө бит





    Р. Ҡужина-Латыпова. Күҙҙәреңдә, әсәй - донъя…

    84-85

    9-сы күнегеү, 84-се бит





    К. Кинйәбулатова. Ҡарғалар йыры.

    86-88

    14-се күнегеү, 89-сы бит





    З. Биишева. Баҡсала.

    89-90







    Ф. Рәхимғолова. Апрель йылмая.

    90-91

    Яттан яҙырға әҙерләнергә





    Контроль эш.









    Б. Домашниковтың "Май. Ҡайынлыҡ" картинаһы буйынса эш.

    92-93









    Еңеү көнө.Һандарҙы ҡабатлау.

    94-95

    22-се күнегеү, 95-се бит





    С. Әлибаев. Беҙ һанайбыҙ һандарҙы. Һан төркөмсәләре

    96-98

    28-се күнегеү, 98-се бит





    Борсоулы мәғлүмәттәр. Рәт, бүлем, йыйыу һандары.

    98-99



    31-се күнегеү, 99-сы бит





    Ғ. Хөсәйенов. Ете. Сама, кәсер һандары.

    100-102



    34-се күнегеү, 100-се күнегеү





    Йәмле йәй килә - 13 сәғәт.

    Г. Фәйзи. Йәйҙе яратам.

    103-104

    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

    2-се күнегеү, 104-се бит





    Р. Әхмәҙиев. Июнь һәм май.

    104-105

    4-се күнегеү, 105-се бит. Шиғырҙы тасуири уҡырға





    Ш. Янбаев. Һабантуй.

    106

    5-се күнегеү, 106-сы күнегеү. Һөйләп өйрәнергә





    В. Ғүмәров. Тәбиғәт шифаханалары.

    106-107

    7-се күнегеү, 107-се бит





    М. Сиражи. Йәй.

    108-109

    9-сы күнегеү, 108-се бит. Яттан яҙырға





    А. Тюлькиндың "Өфө янындағы шихандар" картинаһы буынса эш.

    109

    Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап

    биреү, диалогтар төҙөү







    Сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып…

    110-111

    14-се күнегеү, 111-се бит





    Г. Яҡупова. Июль.

    112-113

    19-сы күнегеү, 113-сө бит





    Йәйге каникулда һин нимә эшләйһең?

    114-115

    25-се күнегеү, 116-сы бит





    Й. Солтанов. Тыуған еркәйем.

    116-117

    26-сы күнегеү, 117-се бит. Һорауҙарға яуап бирергәә





    "Йәмле йәй килә" темаһын йомғаҡлау.



    Үтелгән темаларҙы ҡабатлау





    Контроль эш.

    111-112







    Кластан тыш уҡыу.

    113- 115

    Үтелгән темаларҙы ҡабатлау





    Уҡыу процесын матди-техник яҡтан тәьмин итеү

Материаль-техник ҡулланмалар

  1. телевизор;

  2. компьютер;

  3. принтер;

  4. DVD-проигрыватель,

  5. Аудио-видеомагнитофон

Ҡулланылған әҙәбиәт



  1. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы.- Өфө: Китап, 2009.

  2. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө : Китап, 2008. - 352 бит.

  3. Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы .- Өфө : Китап, 1996. - 320 бит.

  4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит.

  5. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу.



Һүҙлектәр:

  1. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап,2006.

  2. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-Өфө"Китап" ,2004 Усманова М.Г., Саяхова Л.Г.,6.

  3. Хисаметдинова Ф.Г. , Сиразетдинов З.А. Русско- башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан.- Уфа: Китап, 2001.

  4. Ф. И. Гарипов, З.Г. Ураҡсин, Г.З. Хасанов, Г.К. Кунафина, Г.Г. Галеева, З.Ф. Гарипова, Ю.З. Ураксин. Русса- башҡортса иҡтисади терминдар һүҙлеге.Өфө:"Китап" 2007.

  5. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге.- Өфө "Китап",2006.

  6. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь. Уфа-2006.

  7. Әхмәтов М.Х. Грамматика һүҙлеге: һүҙ үҙгәреше.- Өфө: Китап, 2007.

  8. Хисаметдинова Ф.Г., Р.З. Шакуров, З.А. Сиразетдинов, Ю.Х.Юлдашбаев. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан.-Уфа: Китап,2005.

  9. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәндәр үҙәге Тарих һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы Гуманитар фәндәр бүлеге. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. -Өфө:2004.

10. Ф.Ф. Асадуллина,З.Г.Сахипова .Русско-башкирский учебный словарь. -Уфа: Китап.2003.







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал