- Учителю
- Урок по башкирскому языку на тему 'Сложные слова' (5 класс)
Урок по башкирскому языку на тему 'Сложные слова' (5 класс)
Тема: Ҡушма һүҙҙәр һәм уларҙың яһалышы.
Маҡсат: 1). Уҡыусыларға ҡушма һүҙҙәр тураһында алынған белемде
системаға һалыу һәм тәрәнәйтеү;
2). Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу;
3). Башҡортостан тәбиғәтенә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: проектор, компьютер, интерактив таҡта.
Дәрес барышы
I.Психологик комфорт булдырыу.
- Хәйерле көн, уҡыусылар!
Һеҙҙең менән осрашҡанға бик шатмын. Әйҙәгеҙ, тәҙрә аша тәбиғәтте күҙәтәйек. Ҡояш йылмайып, һеҙгә йылы нурҙарын һибә. Сәләмләйек ҡояшты.
Слайд - 1 Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумы, матур көн!
- Ултырығыҙ! Изге сәғәттә эшкә тотонайыҡ.
II. Уңыш ситуацияһын ойоштороу.
-
Һүҙлек эше.
- Бөгөнгө дәрестә, уҡыусылар һеҙгә ошондайыраҡ һүҙҙәр осрар. Әйҙәгеҙ ҡарап үтәйек.
Таҡыя - көпшә һабаҡлы сатыр сәсәкәле үләндәрҙең башы.
Слайд - 2
-
- Ә хәҙер мин һеҙгә йомаҡ уҡып ишеттерәм. Һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.
Таяҡ башында тора
Эленеп алтын иләк
Бер таҡыя тултырып
Орлоғон алдым иләп
Слайд - 3
- Эйе, ә хәҙер көн тамыры менән булған һүҙҙәрҙе табайыҡ.
Слайд - 4
- Уҡыусылар, ошо һүҙҙәр тураһында һеҙ нимә әйтә алырһығыҙ?
- Был һүҙҙәр араһында ниндәй оҡшашлыҡ бар?
- Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә һеҙҙең алда ниндәй маҡсат тора?
1. Ҡушма һүҙҙәр тураһында белемебеҙҙе нығытыу, киңәйтеү.
2. Уларҙың яһалышын өйрәнеү.
3. Башҡортостан тәбиғәте тураһында әңгәмәләшеү.
- Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
- Тимәк, алдағы ҡараған һүҙҙәр ниндәй һүҙҙәр тип атала?
- Ҡушма һүҙҙәр нисә һүҙҙән яһала?
( Ҡағиҙә сығарырға)
- Ҡушма һүҙҙәрҙе нығытыу өсөн киләһе слайдҡа иғтибар итегеҙ.
Слайд - 5
Уҡытыусының уҡыуы.
- Был текста нимә тураһында һүҙ бара?
- Һеҙгә ошо текстан ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм матур итеп дәфтәрегеҙгә һайлап яҙып алыр кәрәк.
Тикшереү.
III. 1). - Беҙ йәшәгән республика нисек атала?
- Башҡортостан һүҙе лә беҙҙең хатта ҡушма һүҙгә инә.
- Беҙҙең республикабыҙҙа мул һыулы йылғалар, сылтырап аҡҡан шишмә ләр бик күп. Әйҙәгеҙ йылға һәм күлдәребеҙҙе барлап үтәйек.
Слайд - 7
- Уҡыусылар, был ҡушма һүҙҙәр нисек яһалған? ( ҡушып)
- Эйе, һеҙҙең алдығыҙҙа таблица формаһында ҡағыҙҙар ята. Беренсе төркөмгә ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуяйыҡ .
2). - Бынан тыш, башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәр бер нисә юл менән барлыҡҡа килә.
Слайд - 8
- Һеҙҙең алдығыҙҙа "Ай Уралым, Уралым" ҡобайырынан өҙөк. Һеҙгә ошо өҙөктән ҡушма һүҙҙәрҙе табырға кәрәк. Бының өсөн парлап етеҙ генә алдығыҙҙа ятҡан ҡағыҙҙың икенсе бағанаһына яҙырға кәрәк.
Тикшереү.
- Уралтау нимәләргә бай?
- Ҡобайырҙа ниндәй ҡушма һүҙҙәр бар. ( ҡабатлау)
- Шулай итеп, беҙҙең икенсе төркөм дә барлыҡҡа килде.
3). -Ҡушма һүҙҙәр тағы ниндәй осраҡта һыҙыҡса аша яҙыла? Таҡталағы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ һәм уның парын табып, ҡушма һүҙҙәр яһар кәрәк.
Слайд - 9,10
- Тимәк, был осраҡта ҡушма һүҙҙәр нисек яһалған? ( парлау)
- Өсөнсө бағананы тултырап, үҙебеҙ уйлап парлы ҡушма һүҙҙәр яҙабыҙ.
Тикшереү.
4) - Ә хәҙер һүрәттәргә иғтибар итәйек!
Слайд - 11,12,13
- Был һүҙҙәрҙең яҙылышына ҡарағыҙ. Ошо һүҙҙәр нисек барлыҡҡа килгән?
- Был һүҙҙәр бәйләү юлы менән барлыҡҡа килгән. Улар һәр ваҡыт бер мәғәнәне аңлатып бергә йөрөйҙәр.
- Ә хәҙер дүртенсе бағананы тултырып бәйләү юлы менән килеп сыҡҡан ҡушма һүҙҙәр яҙабыҙ.
Тикшереү.
5). - Әбыл һүҙҙәр нисек яһалған икән? ( ҡыҫҡартыу)
Слайд - 14
- Эйе, уҡыусылар ҡыҫҡартыу юлы менән. Бишенсе төркөмгә яҙып ҡуяйыҡ.
- Шулай итеп, ҡушма һүҙҙәр яһалышы буйынса нисә төргә бүленә?
- Ниндәй юлдар?
Слайд-15
Ял минуты.
- Ял итеп алайыҡ. Мин һеҙгә һүҙҙәр уҡыйым. Әгәр ҙә ҡушма һүҙҙәр булһа, ҡулдарҙы өҫкә күтәрәбеҙ, булмаһа сүкәйәбеҙ.
IV. 1)- Дәреслектәге 218 - се күнегеүҙе ҡарайбыҙ. (Эшен аңлатырға)
Бында уҡыусылар төркөмләп эшләйбеҙ.
Тикшереү.Һығымта.
2)."Күптән бергә" уйыны.
Мин предметтарҙы уҡыйым, ә һеҙ уларҙы төркөмләп яҙығыҙ.
-
Һауыт - һаба
-
Кейем - һалым
-
Мал - тыуар
-
Бала - саға
-
Ҡарт - ҡоро
V.Шулай итеп,Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтеғәжәйеп хозур, йәнлектәргә, ҡош - ҡортҡа, ҡаҙылма байлыҡтары ифрат бик бай.
- Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрескә ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?
- Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимәләр эшләнек?
- Үҙегеҙгә ниндәй баһалар ҡуйыр инегеҙ?
Өйгә эш: ҡушма һүҙҙән торған ауыл исемдәрен яҙып алып килергә.
5