- Учителю
- Тема: Тайфун Сәғитов “Футбол тубы”
Тема: Тайфун Сәғитов “Футбол тубы”
Тема: Тайфун Сәғитов "Футбол тубы"
Маҡсат: а) хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү ;
б) балаларһың телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу;
в) йөкмәтке аша икмәккә һәйбәт мөнәсәбәт тәрбиәләү; ҡәҙерен белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу: дәреслек ,кроссворд ,иген үҫтереү һүрәттәре.
Дәрес барышы:
I Ойоштороу моменты.
Орфоэпик күнегеүҙәр.
Өҙмәй уҡыу: о-у-ы; а-ә-и; ө-у-ү-и-ы-ө.
Ға-ға-ға - әйҙә киттек урманға,
Шә-шә-шә - урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле - ауыҙ итәйек әле
Ге-ге-ге - ҡалай тәмле еләге
Рә-рә-рә - урман буйлап йүгерә.
Ра-ра-р - ҡулын болғап саҡыра.
Рө-рө-рө - япраҡ ярған бөрө,
Урманда тыныс йөрө.
II Тема буйынса эш.
-
Бөгөн беҙҙең дәрес темаһы икмәккә арналған.
"Икмәк" Ф. Туғыҙбаева
Икмәк бешерҙе әсәйем ,
Таралды тәмле еҫе.
Сәй эсәбеҙ күмәкләп
Шау-гөр килә өй эсе.
Испекла мама хлеб.
Наполнился вкусный запах.
Все мы вместе пьем чай
Царит веселье в нашем доме.
-
тәржемә
-
бергәләп уҡыу.
-
1-2 баланан тасуири уҡытыу.
-
"Футбол тубы" хикәйәһен уҡыу алдынан шундай һүҙҙәр менән танышайыҡ һәм бергәләп тәржемә итеп сығайыҡ.
Түҙмәнем - нестерпел
әҙәплелек - порядочность
кешелеклелек - человечность
ҡапыл - вдруг
футболсы - футболист
әсенеү - огорчение
иҫе+китмәйенсә - зд. :ранодушно
намыҫлылыҡ - честность
баҡса - зд.: парк.
-
"Футбол тубы" хикәйәһен уҡыутыусының аңлатмалы уҡыуы.
-
Һорау: Һеҙ нимә аңланығыҙ?
Һеҙгә хикәйә ниндәй тәҫир ҡалдырҙы?
-
Хикәйәнең уҡыусыларҙың үҙ-аллы уҡыуы.
-
Һорау: Хикәйәлә ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр осораны?
-
Сылбырлап уҡыу.
-
Тәржемә итеп сығыу.
-
Йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуаптар.
- Хикәйә кем тарафынан һөйләнелә?(автор)
- Әсә кем менән килә?(ҡыҙы менән)
- Ҡыҙың ҡулында нимә?(ҙур булка)
- Малай булка эргәһенә килеп еткәс ни эшләне?(тибер ебәрҙе)
- Һеҙҙеңсә малай ниндәй уҡыусы?
- Хикәйәләге ҡыҙҙың ,әсәнең ҡылығын нисек әйтер инегеҙ?
- Һеҙ шул малай урынында булһағыҙ нимә әйтер инегеҙ?
- Интернатта ,өйҙә беҙ икмәктең ҡәҙерен беләбеҙме?
10) Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләтеү!
11) Кроссворд сисеү һәм мәҡәлдең мәғәнәһен аңлатыу.
Кем эшләмәй , шул ашамай!
13) Мәҡәлдәр уҡытыу , әйттереү.
Икмәк бөтә нәмәнән дә ҙур.
Икмәктең ҡәҙерен бел һ.б.
14) Тиҙәйткес өҫтөндә эш.
"Әйтсе". А. Игебаев
Әйтсе миңә , әйтсе миңә ,
Әйтсе миңә , әсәкәй!
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигерәк тәмле әпәкәй.
-
Үҙ һүҙҙәре менән яҡынса рус теленә тәржемә.
-
Бергәләп әйтеү.
-
Берәмләп әйттереү.
-
Һүҙ эсенән һүҙ табыу.
Баҡсаһында.
Баҡса - сад.
Аҡса - деньги
Һандыҡ - сундук
Баҡа - лягушка.
-
Йомғаҡлау , баһалау.
-
Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек?
-
Өйгә эш : уҡырға , йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә.