7


  • Учителю
  • Конспект урока Галимов Салям. Поэма 'Бала'

Конспект урока Галимов Салям. Поэма 'Бала'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Ғалимов Сәләмдең «Бала» поэмаһында мөхәббәт һәм ғаилә темалары.

Маҡсат: «Бала» поэмаһында күтәрелгән социаль-әхлаҡи проблемаларҙы асыҡлау. Уларҙың 30-сы йылдар һәм бөгөнгө көн өсөн актуаль булыуын һәм тәрбиәүи әһәмиәтен күрһәтеү. Поэмаға анализ биреү,уҡыусыларҙы үҙ аллы, төркөмләп эшләргә өйрәтеү, фекерләү һәләттәрен үҫтереү, әҫәр нигеҙендә уҡыусыларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, уларҙы ҙур тормош юлына әҙерләү.

Йыһазландырыу: Ғ.Сәләмдең портреты, проектор, ватман, фломастер.

Дәрестең барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Бөгөн беҙҙә әҙәбиәт дәресе. Дәресебеҙҙе Рәшит Шәкүрҙең һүҙҙәре менән башлап ебәрәбеҙ. Ул беҙгә фонетик күнегеү өсөн дә буласаҡ.

2.Фонетик күнегеү.

Исемдәре хатта юғалһа ла

Шағирҙан һүҙ ҡала, ҡала һүҙ.

Шиғри һүҙҙә илдең тел асҡысы

Шиғри һүҙҙәр илдә үлемһеҙ.

-Был юлдарҙың айышын нисек аңлайһығыҙ?

Бөгөнгө көндә үҙҙәре иҫән булмаһалар ҙа, шиғри һүҙҙәре үлемһеҙ булған шағирҙарҙан кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ?

-Аҡмулла, Салауат, М.Ғафури, Ш.Бабич, Р.Ғарипов, М.Кәрим.

3.Уҡытыусының инеш һүҙе.

-Уҡыусылар, һеҙ әҙәбиәт дәрестәрендә бик күп әҙиптәрҙең тормошо, ижады менән таныштығыҙ. Әҙәбиәттең халыҡ тормошо менән тығыҙ бәйләнештә икәнен күрҙегеҙ. Кешене, тормошто яратыу - төрлө осорҙарҙа ижад ителгән әҫәрҙәрҙең барыһы өсөн дә хас сифат.

Үткән дәрестә беҙ Ғ.Сәләмдең тәрән йөкмәткеле «Бала» поэмаһын уҡыныҡ.

Ғалимов Сәләм… Был исемде телгә алыу менән зәңгәр киңлекте - 30-сы йылдар башҡорт шиғриәте күген бер итеп ҡыйыу иңләгән сая шоңҡар күҙ алдына баҫа. Уның әҫәрҙәре яңы ҡоролоштоң идеалдары яҡтылығына ысын күңелдән инанып ижад иткән өсөн дә үлемһеҙ: улар иң ғәҙел тәнҡитсе - ваҡыт иләге аша үтеп, бөгөн дә беҙҙе, бөтә уҡыусыны һоҡландыра, хисләндерә.

«Бала» поэмаһының темаһы ла, идеяһы ла, унда күтәрелгән проблемалар ҙа бөгөнгө көндә шул тиклем актуаль һәм беҙгә яҡын. Шуның өсөн дә мин бөгөнгө дәресебеҙҙе был поэманы анализлауға бағышлайым.

4. Дәфтәргә число, теманы яҙыу.

5.Һорауҙар.

-Поэма нисәнсе йылда ижад ителгән?

-37-39-сы йылдарҙа.

Поэма нимәне данлаған юлдар менән башланып китә?

-Дөрөҫ, поэма йәшлектең, йәштәр араһындағы мөхәббәт тойғоларының сафлығын, матурлығын данлаусы юлдар менән башланып китә.

-Ә кемдәрҙең мөхәббәте данлана һуң поэмала?

-Беҙҙең күҙ алдыбыҙға улар ниндәй йәштәр булып күҙ алдына килеп баҫалар?

Уларға характеристика биреп китәйек әле.

-Улар тормошта янып, дөрләп йәшәүсе йәштәр.Сәйҙел төҙөлөш техникумын тамамлай, дәртләнеп, бөтә күңелен биреп, изге, намыҫлы хеҙмәт юлына баҫа.

Зәйнәп тә - бер йылдан медтехникум тамамларға тейеш. Киләсәктә халыҡ һаулығы өсөн көрәшселәр сафына баҫасаҡ ул. Йәштәр икеһе лә тейешле белем һәм тәрбиә алған дәртле, көләс, эшһөйәр кешеләр.

-Был йәш ғаиләнең араһынан ел дә үтмәҫлек кеүек тойола. Ләкин тормош бик ҡатмарлы, ул кешеләр алдына бик күп һынауҙар ҡуя. Бөтә кешеләрҙең дә был һынауҙарҙы еңеп сыға алмауҙары бар.

-Ә ни өсөн Сәйҙел менән Зәйнәп арһында ҡаршылыҡ килеп тыуа, хатта уларҙың ғаиләһе тарҡалыуға тиклем барып етә?

-Кем ул Әршит? Уға ниндәй характеристика биреп була?

(Төп геройҙарҙың исемдәрен өс төҫлө шаҡмаҡ эсенә ҡуйыу.)

6. Поэмала күтәрелгән проблемаларҙы асыҡлау.

-Әйҙәгеҙ хәҙер поэма буйынса йәш ғаиләнең проблемаларын асыҡлап китәйек.

Мещанлыҡ - үҙ файҙаһын ғына күҙәтеп, үҙе өсөн генә йәшәй торған тар маҡсатлы кеше.

-Поэмала бала проблемаһы ғаилә рамкаһында ғына ҡаламы, әллә социаль проблемалар итеп үҫтереләме?

-Эйе, үҫтерелә.

-Тимәк, поэмала ниндәй проблемалар күтәрелә?

-Социаль-әхлаҡи проблемалар.( шәхес һәм йәмғиәт проблемаһының үҙ-ара бәйле үҫтерелеше)

-Ошо проблемалар араһынан әҫәрҙең төп конфликтын ниндәй проблемалар тыуҙыра?

Әхлаҡ конфликт мещанлыҡ

-Ә хәҙер текстан ошо проблемаларҙы асыҡларҙай, раҫларҙай строфаларҙы уҡып үтәйек әле.

(9-сы бүлек,220б., 20-се бүлек, 223б.)

-Бына ошо проблемалар арҡаһында Сәйҙел менән Зәйнәптең ғаиләһе тарҡалды.

7.Әҫәрҙең композицияһы.

Әйҙәгеҙ хәҙер әҫәрҙе композицион өлөштәргә бүлеп ҡарайыҡ.

-Әҫәрҙең төйөнләнеүе булып нимә тора?

-Сәйҙел менән Зәйнәптең ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙары.

-Ваҡиғалар үҫешенә нимәләр инә?

-Сәйҙелдең Әршит менән осрашыуы;

-Зәйнәптең балаға ҡалыуы;

-Сәйҙелдең йәмғиәт эше өсөн баланан баш тартыуы;

-Нәзирә менән осрашыуҙары;

-Әршиттең ысын йөҙөн белеүҙәре;

-Әҫәрҙең кульминацияһын күрһәткән элемент нимә?

-Ғаилә.

-Дөрөҫ, тәүҙә беҙ ялған кульминацияға тап булабыҙ.

-Сәйҙелдең Зәйнәпте ташлап сығып китеүе, шунан һуң ғына уның ысынына тап булабыҙ, ә быныһы иһә, кульминацияға алып килеүсе мөһим бер аҙым, ваҡиғалар үҫеше генә булып ҡалыуын аңлайбыҙ.

-Әйҙәгеҙ, әҫәрҙең кульминацияһы булған юлдарҙы уҡып сығайыҡ.

(21-се бүлек)

-Әҫәрҙең сиселеше?

-Бала.

-Беҙ һеҙҙең менән әҫәрҙе композицияһы яғынан тикшерҙек, ундағы проблемаларҙы асыҡланыҡ. Әммә проблемаларҙы асыҡлау ғына етмәй, уларҙың хәл ителеш юлдары ла булырға тейеш.

Хәҙер беҙ ошо проблемаларҙың хәл ителеш юлдарын күрһәткән проект төҙөйәсәкбеҙ.

8. Проект - документтың алдан әҙерләнгән яҡынса тексы. Проектлаусы - проектты башҡарыусы. Беҙ бөгөн ике төркөмдә ике проект төҙөйәсәкбеҙ. Төркөмдәргә эпиграфтар ҙа һайланды.

1-се төркөм

Һин-мәңгелек усаҡ,

Һин-мәңгелек сәскә.

Әй, мөхәббәт, әйтсе,

Һин һуң нисә йәштә?

2-се төркөм

Һәр ғаилә - үҙенә күрә бер карап ул…Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш.

-Һеҙ төркөмдәрегеҙҙә кәңәшләшеп эшләйәсәкһегеҙ.Ә һеҙҙе уртаҡ бер фекергә алып килеүсе эксперт булырға тейеш. Әгәр ҙә рөхсәт итһәгеҙ, мин был рольде үҙемә алыр инем, уҡытыусы булған өсөн түгел, ә был өлкәлә һеҙгә ҡарағанда тәжрибәлерәк булған өсөн.Һеҙ быға ҡаршы түгелме?

1-се төркөмдөң проект темаһы

"Бала" поэмаһында йәш ғаилә проблемаларының хәл ителеше.

2-се төркөмдөң прект темаһы

«Бөгөнгө йәш гаилә проблемаларының хәл ителеше»

-1-се проектты яҡлау.

-2-се төркөмдөң һорауҙары бармы?

-Тимәк, хеҙмәттең кеше тәрбиәләүҙәге һәйбәт йоғонтоһо, йәмғиәт хәстәрлеге арҡаһында, Сәйҙел үҙ - үҙен еңеп сыға һәм Зәйнәбенә әйләнеп ҡайта, ике йәш кеше араһындағы конфликттың тамам хәл ителеүе бына ошонда.

-2-се проектты яҡлау.

-Эйе,ниндэй дәүер былыуына ҡарамаҫтан, 30-сы йылдармы, бөгөнгө көнмө, ғаилә мәсьәләһе йәмғиәттә иң көнүҙәк проблема булып ҡала.Беҙҙең илебеҙ балаларға, йәш ғаиләләргә ҡарата ҙур хәстәрлек күрһәтә.

-Поэмала Сәйҙел ниндәй ҙур хата яһай?

Был хатаны ул нимә хаҡына төҙәтә?

-Мөхәббәт.

-Ә Зәйнәптең ниндәй күркәм сифаты асыла бында?

-Сабыр, ғафү итә белә.

-Эйе, «Сабырлыҡ-ярты бәхет»- ти халыҡ.Сәйҙел уға күпме ауырлыҡтар килтерһә лә, ул уны ғәфү итә, нимә хаҡына?

-Мөхәббәт.

-Эйе, мөхәббәт ул мәңгелек тема. Ул бер генә яҙыусы, шағирҙән дә ситтә ҡалмаған.

Донъяла өс нимә юҡ: диңгеҙгә ҡапҡас, күккә-баҫҡыс, мөхәббәткә-дарыу. Уны бер нимәгә лә һатып алып булмай, ул - тәбиғәт бүләге. Ер тип аталған планетаға йәшәргә тип килгән кешеләр ғүмер итеү осоронда төрлө хис-тойғолар кисереп, күп төрлө рәхәтлек һәм ҡыйынлыҡтарға дуҫар ителә.

-Яратаһыңмы?

-Яратам.

-Һөйөүең мәңгелекме?

-Мәңгелек. Һинән башҡа йәшәүемде күҙ алдына ла килтермәйем.

Ошондай һөйләшеү һәр кешенең тормошонда була торғандыр, булырға тейештер ҙә.Кеше мөхәббәт тигән тойғоно ғүмерендә татыған ләззәттең иң ғәзизе тип баһалай. Уны һағына, юғалтһа эҙләй, һыҙлана, көтә.

Уҡыусылар, һеҙ әле ғүмерегеҙҙең иң гүзәл сағын кисерәһегеҙ.Йәшлек иле-мөхәббәт иле-һөйөү иле. Тик аҡыл менән һөйөгөҙ, бер-берегеҙгә ихтирамлы булығыҙ.Мөхәббәт беҙҙе ҡанатландыра, донъяның матурлығын, рәхәтлеген күрергә ярҙам итә.Күңелендә ысын мөхәббәте булған кешенең яуызлығы булмай.Ул һәр ваҡыт яҡшылыҡ, изгелек эшләргә ымтыла.

Ә.Атнабаев «Мөхәббәт юлы» шиғырын тыңлау.

-Эскерһеҙ, ихлас, саф мөхәббәт никахҡа, ғаилә ҡороуға килтерә. Нимә ул ғаилә?

Ғаилә - бәләкәй бер дәүләт, бер-береһе менән рухи һәм матди йәһәттән бәйләнгән кешеләр берлеге.

-Эйе, ғаилә бер-нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Ул - ҙур дәүләттең бәләкәй, әммә ныҡлы нигеҙ ташы. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, кем менән генә эшләмәһен, һәр-береһе ашҡынып, талпынып үҙенең бәләкәй «дәүләтенә ҡайта. "Ғаилә бәхете- ил бәхете"- ти халыҡ. Был иһә ғаиләнең сәләмәтлеге һәм ныҡлығы , ырыу-нәҫелдең абруйы-ил абруйы тигән һүҙ.

-Поэмала ни өсөн ғаилә тарҡалды?

-Бала булмаулыҡтан.

-Эйе, бер булып типкән ике йөрәктең яратыу емеше - бала булһа ғына, ғаилә ныҡлы һәм бәхетле була ала. Атай-әсәй донъяның тотҡаһы булһа, балалар - уның көҙгөһө. Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле ҙур.

Халыҡта: «Әсәһенә ҡарап-ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап-улын һөй»-тигән әйтем бар. Бының мәғәнәһе тәрән: кеше ғаиләлә ниндәй тәрбиә алһа, тормошта ла шулай буласаҡ. Тәрбиә өсөн әҙер рецептар юҡ тиҙәр, әммә һәр бер ата-әсә бала тәрбиәләүҙә ниндәй ҙә булһа ҡағиҙәгә таяна. Киләсәктә ғаилә ҡороп, бала тәрбиәләй башлаһағыҙ, үҙегеҙгә ниндәй ҡағиҙәләр яҙыр инегеҙ?

Биш алтын ҡағиҙә.

1.Һәр кемдең фекере ихтирамға лайыҡ, хәл иткес мәсьәләләрҙе бергә кәңәшләшеп, дөйөм фекер ҡабул итергә кәрәк.

2.Һис кемгә ҡарата физик көс ҡулланма.

3.Ололарҙы олола, кеселәрҙе рәнйетмә, яҡла, терәк бул.

4.Һаулыҡ - ҙур байлыҡ. Сәләмәт тормош менән йәшә.

5.Спорт һәм физик күнегеүҙәр көндәлек юлдашың булһын.

«Нәҙек еп» тигән шиғыр тыңлау.

Әйҙәгеҙ хәҙер дәрес буйынса сылбыр төҙөйбөҙ.

Мөхәббәт----------ғаилә-----------бала

1-се төркөмдөң темаһы-мөхәббәт. Уның кульминацияһы нимә?

-ғаилә

-2-се төркөмдөң темаһы-ғаилә. Уның кульминацияһы?

-бала.

Төркөмдәрҙең эпиграфтары буйынса эшләү.

9. «Синквейн» төҙөү.

1-се төркөм «Мөхәббәт»

2-се төркөм «Ғаилә»

10. Йомғаҡлау. Өйгә эш.

Донъяны рухи көс нығыраҡ үҙгәртә. Һеҙ - буласаҡ атайҙар, әсәйҙәр.Тормошта Сәйҙел менән Зәйнәптең хаталарын ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ.Ундай хаталарҙы эшләмәҫ өсөн үҙ заманығыҙҙың Әршитлегенә ҡаршы торорға тейешһегеҙ. Донъялар үҙгәреп тора, заманалар буталсыҡ, ләкин ниндәй генә йәғиәттә йәшәһәк тә беҙ үҙебеҙҙең милли һыҙатыбыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Бөгөн һеҙ үҙегеҙҙең проекттарығыҙҙа фәһемле, аҡыллы фекерҙәр әйттегеҙ. Мин һеҙгә әле төҙөгән проекттарығыҙҙы дауам итеп милли проект төҙөргә тәҡдим итәм. Сөнки киләсәктә бындай проблемалар һеҙҙең өсөн ят булмаясаҡ. Бәлки һеҙҙең арағыҙҙан психологтар, социологтар сығыр, һәм ошо проектҡа кире әйләнеп ҡайтырға тура килер.Проект «Йәш ғаиләне һаҡлау» тип атала.

-Бөгөнгө дәрес һеҙгә нимә бирҙе?

-Был әҫәр һеҙгә кешелектең йәмғиәт, киләсәк алдындағы яуаплылығын әҙәбиәт теле менән әйтеп бирҙе.Тимәк, Ғ.Сәләмдең 30-сы йылдарҙа яҙылған поэмаһы бөгөнгө көндә лә актуаль яңғырай.Шағир 30-сы йылдарҙа бөгөнгөләр, иртәгәләр, киләсәк быуындар өсөн әҫәр ижад иткән.Уның исеме әҙәбиәт күгендә мәңге йәшәр.

Баһалау.


-



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал