7


  • Учителю
  • Разработка урока Жемчужина Башкортостана - Кандрыкуль. Порядок слов в предложении

Разработка урока Жемчужина Башкортостана - Кандрыкуль. Порядок слов в предложении

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Информационно-методический центр

Управления образования Администрации муниципального района

Туймазинский район Республики Башкортостан





Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа № 1 с.Кандры

муниципального района Туймазинский район

Республики Башкортостан













Разработка урока

по башкирскому (государственному) языку

«Жемчужина Башкортостана - Кандрыкуль.

Порядок слов в предложении»

6 класс





Ахуньянова Эльза Галиахметовна,

учитель башкирского языка

первой категории









Кандры, 2016 г.

Дәресте әҙерләне: Ахунйәнова Э.Ғ.





Класс: 6 - сы класс





Предмет: башҡорт (дәүләт) теле





Дәреслек: башҡорт теле 6 - сы класс





Дәрестең темаһы: Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. Ҡандракүл. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.





Дәрестең маҡсаты : үҙең йәшәгән ерҙе, уның күренекле урындарын өйрәнеү, уның исем-атамаһы, тарихы менән танышыу; уҡыусыларҙа туған тәбиғәткә ҡарата һоҡланыу, һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; һөйләү телмәрен үҫтереү; үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү һәм яҙыуҙа, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;





Йыһазландырыу: Ҡандракүл тураһында төҫлө һүрәттәр,слаидтар, һүҙлек һүҙҙәре, урман ҡағиҙәләре, русса - башҡортса - латинса ботаник терминдар һүҙлеге, "Ҡандракүл " - альбом, маршрут картаһы, карточкалар

Дәрес барышы.





l. Ойоштороу мәле.

1. Дежур уҡыусы менән әңгәмә.

2.Фонетик күнегеү.

Матурҙарҙың,моңлоларҙың

Тыуған ере -Ҡанд(ы)ра.

Һандуғас та Ҡанд(ы)раны

Маҡтап телен талдыра.





ll. Төп өлөш.

1.Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.

-Уҡыусылар,бөгөнгө дәресебеҙҙе дәрес-сәйәхәт формаһында үткәрәбеҙ. Беҙ Башҡортостан иленең иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә сығарбыҙ,уларҙың исем-атамаһы,тарихы менән дә танышырбыҙ,һөйләм телен үҫтереү өҫтөндә эшләр-беҙ,һөйләм тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөрбеҙ һәм яҙыуҙа,телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнербеҙ. Башҡоростанда иҫтәлекле урындар бик күп. Һеҙ улар тураһында күп беләһегеҙ.

-Хәҙер әйтегеҙ әле, "сәйәхәт" һүҙе русса нисек була? (яуап)

-Беҙгә сәйәхәт итергә карта һәм транспорт кәрәк буласаҡ. Ҡартабыҙ бар,ул таҡтала эленеп тора.Ә сәйәхәткә нимә менән сығабыҙ? Һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?

2. Йомаҡ ҡойоу.

-Хәҙер мин һеҙгә йомаҡ әйтәм,ә һеҙ яуабын табығыҙ.

Был күк өй ҡайҙа бара?

Эсе тулы бала-саға.

Аяғында - резина,

Үҙе туймай бензиндан. (автобус)

(Автобус һүрәтен күрһәтеп) Беҙҙең транспорт әҙер. Уҡыусылар,беҙҙең районда бөтә республикаға билдәле, Башҡортостан республикаһының хазинаһы һаналған бер күл бар. Ул күл нисек атала? (Ҡандракүл )

-Дөрөҫ. Сәйәхәткә барырға әҙерһегеҙме? 1 - се туҡталыш.Мәктәп Автобусҡа ултырып китеү өсөн беҙгә бер бирем үтәргә кәрәк буласаҡ. Таҡтала һүҙҙәр язылған.Ошо һүҙҙәрҙе беҙгә бергәләп тәржемә итәргә кәрәк. 3.Һүҙлек өҫтөндә эш.

Ынйы - жемчуг

Ҡомартҡы - реликвия

Утрау - остров

Ерек - ольха

Бүҙәнә - перепелка

Суртан - щука

Ҡыҙылғанат- красноперка

Ҡыҫала - рак

Һүҙҙәрҙе һүҙлеккә яҙып ҡуйыу. Әйҙәгеҙ ултырайыҡ, ҡуҙғалдыҡ.

2- се туҡталыш.Ҡандракүл.

-Алда йәмле Ҡандракүл буйы күренә.(һүрәттән күрһәтергә) Килеп еттек.

-Ә хәҙер Ҡандракүлдең матурлығын күҙәтеп алайыҡ әле.

4.Слайдтан фотолар ҡарау. Күл тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү.

- Тыуған еребеҙҙең һоҡланғыс тәбиғәт байлығы Ҡандракүл Туймазы районында урынлашҡан.Ҙурлығы буйынса Аслыкүлдән бер аҙ ҡалышып икенсе урында тора. Күл көнбайыштан көнсығышҡа тиклем һуҙылған оҙонса түңәрәк формала. Ул 1250 гектар ерҙе биләй, оҙонлоғо - 4,8 км, киңлеге - 3,5 км. Күлдең уртаса тәрәнлеге - 5м. Иң тәрән ере 16 - 17 метрға етә. Ярҙың оҙонлоғо - 17,6 км. Күл тәрәнлеге һәм күләме буйынса ла Аслыкүлдән алда бара.





1965 йылдың 17 авгусында БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары буйынса Ҡандракүлгә Тәбиғәт ҡомартҡыһы тигән статус бирелә.





1995 йылдың 18 ғинуарында сыҡҡан 17- се һан аҫтындағы Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары буйынса Ҡандракүлгә милли парк статусы бирелә.





-Уҡыусылар,күлдең исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан,ул нимә аңлата икән? Кем белә?

5. Исеменең килеп сығышы менән таныштырыу.(уҡыусылар белһә уларҙан һорарға)

1.Оҙаҡ ваҡыт,400 йыллап,күл исемһеҙ булған. Башҡорт-тарҙың ырыуҙары шунда йәшәгән. Норатауҙа хандың матур һарайы урынлашҡан булған.Ерле халыҡ унда кем йәшәгәнен белгән,ә ситтәр быны белмәгән һәм һорағандар: "Бында кем йәшәй?" Уларға: "Хан тора"-тигәндәр.Ошо башҡорт һүҙен бо-ҙоп был урынды "Ҡантра",һуңыраҡ "Ҡандра" тип атай башлағандар.Күлдең исеме лә шунан.

2.Элек башҡорт иле ҡиммәтле йомшаҡ тиреләр менән дан тотҡан.Улар сәүҙә өсөн иң кәрәкле товар һаналған.Шул ваҡыттарҙа күлдең һыуы күп булған һәм унда ҡондоҙҙар йә-шәгән.(бобёр болғарсанан "кандр", йәки "ҡондоҙ") Шулай итеп Ҡандра исеме элеке-болғарсанан "ҡондоҙ" һүҙенән килеп сыҡҡан.

3.Волга буйы татарҙарын Иван Грозный көсләп суҡындырғанда,Кандр йылғаһы буйында йәшәгән күп кенә татарҙарға,тыуған ерҙәрен ташлап ҡасырға һәм башҡорт ерендә йәшеренергә тура килгән.Уларҙың ҡайберҙәре күл буйына урынлашҡан булған. Үҙҙәренең ташлап киткән тыуған яҡтары хөрмәтенә был ерҙе "Ҡандра" тип атағандар ҙа инде.

6.Грамматик тема. Һөйләм темаһын ҡабатлау.

-Күл уртаһында утрау бар. Хәҙер шунда барайыҡ әле. Күлдә ниндәй транспорттарҙа йөрөп була?(яуаптар)

-Беҙ катерҙы һайлайыҡ.Катерға ултырып утрауға йөҙөү өсөн беҙгә бирем үтәргә кәрәк буласаҡ.Автобус беҙҙе теге яҡ ярҙа ҡаршы алыр. Һөйләм бирелгән,нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙарға кәрәк.

-Иҫкә төшөрөп китәйек әле,нимә ул һөйләм?





Ҡандракүл … республикаһының … районында урынлашҡан.





- Ниндәй һүҙҙәр ҡуйырһығыҙ? Был һүҙҙәр нимәне белдерә, улар нисек яҙылған?(яңғыҙлыҡ исемдәр,ҙур хәреф менән яҙыла)

- Число,тема яҙыу.Һөйләмде дәфтәргә яҙыу.

-Биремде үтәнек. Катерга ултырып утрауға йөҙәйек.Ҡотҡарыу жилеттарын кейҙек.Һыуҙа,катерҙа үҙебеҙҙе тотоу ҡағиҙәләрен дә онотмайыҡ.





3 - сө туҡталыш. Утрау.





7. Слайдтан,һүрәттән утрауҙы ҡарау.(ҡыҫҡаса мәғлүмәт)

- Күл өс яҡтан да тауҙар менән уратып алынған. Төньяҡта тау Ҡыңар-Ҡаҙған тип аталһа,төньяҡ-көнбайышта -Туныйман, көньяҡта-Ҡыҙыл-Тау һәм Гөлбикә.Яҡындағы һыу артерияһы - Ҙур Нөгөш йылғаһы.Төньяҡ-Көнбайышта,дөйөм кимәле 4,5 гектарлыҡ утрау бар.Исеме лә шулай - Утрау. Йыраҡтан ҡара-ғанда ул бик бәләкәй күренә. Ысынында оҙонлоғо 1километр-ға,киңлеге - 500 метрға,бейеклеге - 12-13 метрға етә.Яр буйында ерек (ольха) ,талдар үҫә.Унда ҡыуаҡлыҡтар, ҡайын-дар, ҡарағайҙар (сосна),эт муйылы,селек үҫә. Үләндәрҙән - бөтнөк(мята), күгәрсен күҙе (незабудка душистая),майсыбыҡ (зопник) һәм башҡалар үҫә. Утрауҙа һыу баҫа торған болондар ҙа бар.Көньяҡ яры текә. Күл балыҡҡа бай.Бында бигерәк тә табан балыҡ (карась), суртан,ҡыҙылғанат,ташбаш (пескарь), сабаҡтар күп.Бында ҡышын да балыҡ тотоу буйынса ярыштар үткәрәләр. Балыҡсылар берәр метр боҙҙо тишеп ҡармаҡтарын һалалар.Ҡыҫалалар (раки) ҙа бик күп бында.

lll. Нығытыу.

1.Йылға-күлдәргә һаҡсыл ҡараш тураһында әңгәмә.

- Беҙҙең эргәбеҙҙә генә ҙур,матур күл бар. Шуның өсөн, йылға-күлдәребеҙҙе һаҡлайыҡ! Һыуға төкөрмәгеҙ,быяла ватыҡтарын ташламағыҙ! Ял итергә барһағыҙ,яр буйҙарын таҙартығыҙ,үҙегеҙҙән һуң да сүп-сар ҡалдырмағыҙ!





- Утрауҙа һеҙгә оҡшанымы? Әйҙәгеҙ юлды дауам итәйек. Катерға ултырҙыҡ.Күлдең теге яҡ ярына сығабыҙ.

2.Ял минуты.

-Катерҙан төшкәс,ял итеп алайыҡ.





Һаумы,алтын ҡояшым! (ҡулдарын өҫкә күтәреп түңәрәк яһайҙар)

Һаумы,зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарын йәйеп ебәрәләр)

Һаумы,йәшел урманым! (ҡул болғайҙар)

Иҫәнме һин, елкәйем! (ҡул болғайҙар

Барығыҙҙы сәләмләйем! (ҡул болғайҙар)





4 -се туҡталыш. Урман.

-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ,был урмандарҙа ниндәй йәнлектәр,ҡоштар йәшәй икән? (яуаптар)

-Эйе,урманда төрлө ҡоштарҙың тауыштарын ишетергә һәм күрергә мөмкин.Йәнлектәр ҙә бар бында.Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә ҡайһы бер хайуан,ҡош төрҙәре юғалыу ҡурҡынысы аҫтында тора. Күптән инде төнгө тынлыҡты ярғанат (летучая мышь),өкө(сова) тауышы боҙмай. Бурһыҡ-тар ҙа күренмәй.Был ҡурҡыу белмәҫ хайуандар ҡасандыр кешеләрҙе үҙҙәренә бик яҡын ебәрә торған булғандар.

3.Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында әңгәмә.

- Күп нимә юғалды,әммә күл урынында тора,һыуҙа балығы,урманда кейектәре бар,юғалып барған боронғо үҫемлектәр ҙә күренгеләй.Быларҙың барыһын да беҙгә һаҡларға һәм арттырырға кәрәк.Урманда,күл буйында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫтән сығарырға ярамай! (һүрәттәр ҡарау,) Урман ҡағиҙәләрен уҡыу.

4. Грамматик тема.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.(ҡабатлау)

-Ҡандра-күл тураһында белгәндәрҙе ҡулланып,һүҙҙәрҙе тәртипкә килтереп һөйләм төҙөйөк әле.

- Иҫкә төшөрөп китәйек.Башҡорт телендә һөйләм төҙөгәндә ниндәй ҡағиҙәне иҫтән сығарырға ярамай. (ҡылым һөйләм аҙағында килә)





Күлдә,үрсетәләр,балыҡтар. Урманда,үҫә, ағастар, төрлө.Киң,биҙәй,болондарын,сәскәләр.





Һөйләмдәрҙе төҙөп дәфтәргә яҙыу.





llll. Йомғаҡлау өлөшө.

1. Йомғаҡлау әңгәмәһе.

- Беҙҙең сәйәхәтебеҙ аҙағына яҡынлаша. Нисек ял иттегеҙ? Сәйәхәт һеҙгә оҡшанымы? Нимә оҡшаны?Хәҙер автобусҡа ултырып Ҡандраға ҡайтайыҡ.

2.Өй эше биреү.

1.Дәфтәрҙә яҙылғандарҙы уҡып, һөйләргә әҙерләнергә.

2.Бирелгән тексты башҡортсаға тәржемә итергә.





Летом на Кандрыкуле отдыхают много людей.Они там ловят рыбу,купаются,загорают и любуются природой.

3.Баһалау.











































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал