7


  • Учителю
  • Открытый урок по башкирскому языку на темуКәтибә Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп». «Ҡылым» темаһын ҡабатлау.

Открытый урок по башкирскому языку на темуКәтибә Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп». «Ҡылым» темаһын ҡабатлау.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





Тема: Кәтибә Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп». «Ҡылым» темаһын ҡабатлау.

Маҡсат: 1) ысын дуҫ тураһында төшөнсә биреү;

2) уҡыусылар араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырыу;

3) ҡылым буйынса белгәндәрен иҫкә төшөрөү.

Йыһазландырыу: һүрәттәр, интерактив таҡта, Башҡортостан картаһы.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ!

- Һаумыһығыҙ, Гөлнур Батыргәрәй ҡыҙы!

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Иртәнге ҡояш кеүек.

Башҡорт теле - дәүләт теле,

Өйрәнергә тип килдек!

Артикуляцион, фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау. Һәр хәрефтең дөрөҫ яҙылышын ҡабатлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре менән һүҙҙәр, һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр уйлау.

Берәү, икәү,өсәү, дүртәү,

Бер ҡулымда биш бармаҡ.

Күҙем икәү, танау берәү,

Ҡолаҡтарым да икәү.

Шиғырҙы тасури итеп уҡырға өйрәнеү.

  1. Төп өлөш.

Инеш әңгәмә, уҡыусыларҙы дәрес маҡсаты менән таныштырыу. Өй эшен тикшереү.

Уҡытыусы: Бөгөн беҙ дәрестә дуҫлыҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Дуҫлыҡтың ҡәҙерле булыуы тураһында беләбеҙ. Ә хәҙер таҡталағы мәҡәлдәрҙе уҡып китәйек.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар.

Дуҫың булмаһа - эҙлә, тапһаң - юғалтма!

Яңғыҙ ағасты ел һындыра.

Ауыр эште күмәк ҡул еңә.

(мәҡәлдәрҙе хор менән уҡыу, мәғәнәләрен аңлатыу).

- Был мәҡәлдәр нимә тураһында?

(дуҫлыҡ тураһында).

- Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө число, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Ун беренсе февраль

Шаршамбы

К. Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп», «Ҡылым» темаһын ҡабатлау.

III. Дәреслектең 106 - сы битен асайыҡ һәм Кәтибә Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп» шиғыры менән танышып китер алдынан К. Кинйәбулатова тураһында иҫкә төшөрәйек? Кем ул К. Кинйәбулатова?

(К. Кинйәбулатова - балалар яҙыусыһы).

К. Кинйәбулатованың «Ду6тарым күп» шиғыры 5өҫтөндә эш:

1) Һүҙлек эше.

Яңы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып ҡуйыу. Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөргә.

Алъяпҡыс быуҙым - повязала фортуг

һый - угощение

Ваҡ - мягкий

Тиреп алыу - собрать

Йөҙөп килеү - приплывут

һауа - небо

2) шиғырҙы уҡытыусы тасури уҡый.

3) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

4) сылбырлы уҡыу

5) рәтләп уҡыу

6) хор менән уҡыу

7) һорауҙарға яуап биреү.

а) шағирә нимә менән ғорурлана? Уның ниндәй шиғырҙарын уҡығанығыҙ бармы?

б) географик атамаларҙы картанан күрһәтеп яҙып алыу;

в) кеше исемдәрен яҙып алыу һәм мәғәнәләрен аңлатыу;

г) башҡорт халыҡ аштары, эсемлектәрен яҙып алыу. Уҡыусыларҙан тағы ниндәй аштар, эсемлектәр белеүҙәре тураһында һорашыу.

д) Алъяпҡыс, Аҡъяр мәғәнәләренең яҙылышын аңлатыу.

е) ь,ъ билдәләренең дөрөҫ яҙылышына миҫалдар килтереү (көньяҡ, Яхъя …)

IV. Грамматик тема өҫтөндә эш.

- Хәҙер, ошо шиғырҙан ҡылымдарҙы табайыҡ. (уҡыусылар шиғырҙан ҡылымдарҙы табалар. Уларҙы тәржемә итәләр)

V. Дәрестең төп темаһы буйынса инеш әңгәмә.

Дуҫлыҡ турһында һөйләшеү.

- Уҡыусылар, һеҙҙең дуҫтарығыҙ бармы?

- Улар ҡайҙа йәшәйҙәр?

- Кемде ысын дуҫ итеп әйтеп була?

- Дуҫтарығыҙға һәр саҡ ярҙам итәһегеҙме?

VI. Кроссворд сисеү.

Горизонталь буйынса:

1) йыл миҙгеле;

2) өрөп, тын тултырылған уйынсыҡ.

Вертикаль буйынса:

1) часто һүҙенең тәржемәһе;

2) кеше күңеленән сыҡҡан моң.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

- шулай, итеп беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәйек?

- Дуҫтарһыҙ йәшәп буламы?



VIII. Баһалау.

Бөгөн «5» ле билдәләре…,

«4» ле билдәләре,

«3» лө билдәһе…

IX. Өй эше.

- Уҡыусылар, өйҙә үҙегеҙҙең дуҫығыҙ тураһында бәләкәй генә хикәйә төҙөп яҙығыҙ! Һау булығыҙ !



















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал