7


  • Учителю
  • Рабочая программа для 2 класса по башкирскому родному языку

Рабочая программа для 2 класса по башкирскому родному языку

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

1. Аңлатма яҙыу.

Программа дөйөм белем биреү мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн федераль дәүләт стандарттарын иҫәпкә алып ,түбәндәге норматив документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө;

1. «Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы" Законы. 29.12.2012 йылдағы №273-ФЗ (ред.7 май 2013 йыл)

2. Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған,төп дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт стандарттарына №1897,17.12.2010 "Төп дөйөм белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттары индереү һәм раҫлау»

3.Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министырлығы тарафынан №253,31.03.2010 йылғы "Программаны тормошҡа ашырыу һәм дәүләт аккредитацияһы булған дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн ҡаралған һәм раҫланған дәрелектәр исемлеген индереү тураһында приказы"

4.Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министрлығы тарафынын раҫланған №576, 8 июнь 2015 йылғы " Программаны тормошҡа ашырыу һәм дәүләт аккредитацияһы булған дөйөм башланғыс,төп дөйөм, урта дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн ҡаралған һәм раҫланған дәреслектәр исемлегенә үҙгәрештәр индереү тураһында приказы."

5. «Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһындағы" Законы №696-3, 01.07.2013 йылғы

6. "Рәсәй Федерацияһыныңхалыҡтары телдәре" тураһында Законы.01.06.2005 йыл. №53-ФЗ (05.05.2014 йылда.ред)

7.Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары.Өфө.Китап.2011 (.авторҙар:.Абдуллина М.Ф.,Ғәбитова З.М.)

8.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең башҡорт балалары өсөн башҡорт теленән программа.Өфө. " Ватандаш."2010 й.( (авторҙары: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.)

9.Урта дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн Республика базислы Уҡыу планы.

10.Белорет ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең дөйөм белем биреү программаһы.

11.Белорет ҡалаһы 1 -се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2015-2016 уҡыу йылына Уҡыу планы.

Программа 2 -се кластар өсөн Башҡорт теле дәреслегенә нигеҙләнеп төҙөлдө.Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М.Өфө.Китап.

2. Уҡытыу предметына дөйөм характеристика.

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәни үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма үҫешен үҙ эсенә ала. Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларҙың өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Былар түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

  2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.

  3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтеләгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле - балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү

Башланғыс класта башҡорт телен өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтә

кәрәк:

  • Уҡыусыларҙың телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү.

  • Теленең лексикаһын, фонетикаһын, грамматикаһы буйынса төп белемде үҙләштереү.

  • Дөрөҫ яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу.

  • Башҡорт теленә эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалығын һаҡлауға туранан- тураға мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү, телгә ҡыҙыҡһыныу, үҙ телмәрен яҡшыртырға ынтылыш тәрбиәләү.



Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар



1.Танып белеү маҡсаты

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты. Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;

  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

3.Тәрбиәүи маҡсат

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):

  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:

  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

  • Яҙыу телмәрен үҫтереү

  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

  2. матур яҙыу күнекмәләре;

  3. байрам открыткалары яҙыу;

  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

3.«Башҡорт теле» предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше

Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә 2 класта бөтәһе 102 сәғәт бүленә., аҙнаһына 3-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып).

4. Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

5. Шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.



Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.



Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:





2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар;

7) тестарға яуаптар яҙыу.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.





Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

  • ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

  • башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

  • ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).











Дәрес темаһы

Сәғ.

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре

Контроль

төрө

Дата

план

Дата

фактик

Иҫкәр-

мә



Башҡортостан - тыуған илем. 2 с.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:



Шәхси һөҙөмтәләр: тыуған ер,ил төшөнсәләрен формалаштырыу,туған тел төшөнсәһенең асылына төшөнөү

Регулятив һөҙөмтәләр: эште шартына ярашлы башҡарыу,текст буйынса эште эҙмә-эҙлекле үтәү,инструкция,алгоритмға ярашлы эш итә белеү

Танып белеү һөҙөмтәләре: дәрестең темаһын билдәләү һәм уның маҡсаттарына төшөнөү.

Коммуникатив һөҙөмтәләр: тикшереү эше процесында үҙ фекереңде баҙнатлы әйтергә,уны иҫбатларға,яҡларға өйрәнеү.



1.



Башҡорт теленең алфавиты.

Башҡортостан.

Ил төкөрһә күл була. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышы.

1



1





Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Алфавиттан башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен табыу,һүҙҙәрҙә ике өндө белдереүсе өн-хәрефтәрҙе билдәләй белеү. Башҡортостан,Тыуған ил тураһында мәғлүмәт менән танышыу,әҫәрҙәр уҡыу.Уҡытыусы уҡығанды тыңлау һәм ҡабул итеү,бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү.



Уҡытыусы

һүҙе

һүҙлек эше

диалог

тасуири уҡыу

өндәрҙе айырып яҙыу

күсереп яҙыу

һорауҙарға яуап

01.09 - 05.09









Һаумы, мәктәп! 3 с.

Шәхси һөҙөмтәләр:тыуған йортҡа,уҡыған мәктәбеңә һәм класыңа һөйөү,ихтирам тәрбиәләү һәм иғтибар туплау,класташ - дуҫ,иптәш,хеҙмәттәш, ә

уҡытыусы - ихтирамға лайыҡ белемле шәхес, тәрбиәсе,белем алыуҙы ойоштороусы.эшкә һәм ғилемгә өйрәтеүсе оло шәхес булыуына төшөнөү.

Регулятив һөҙөмтәләр: эштең һөҙөмтәһен күҙаллау, уға ирешеү юлдарын,ысулдарын билдәләү.

Танып-белеү һөҙөмтәләре: танып белеү маҡсатында уҡыу мәсьәләһен ҡуя белеү,белем һәм мәғлүмәтте эҙләй белеү (һорау, белешеү, мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү һ.б.)

Коммуникатив һөҙөмтәләр: уҡыу диалогында әүҙем ҡатнашыу оҫталығына эйә булыу.

2.



Р. Ниғмәти.Теләк.





Х.Түләкәев.Тәүге көн.

Р. Хәйри. Ҡәләм. Башҡорт

телендәге ҡалын һәм нәҙек хәрефтәр.



1





1



1

Башҡорт телендәге ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙың айырмаһын белеү һәм һүҙҙәрҙә билдәләү, дөрөҫ әйтергә һәм яҙырғаөйрәнеү.

Әҫәрҙең жанрын билдәләү,шиғырҙы сәсмә әҫәрҙән айыра белеү. Әҫәрҙең йөкмәткеһен тыңлап аңлау һәм аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу,уҡытыусы тәҡдим иткән 2-3 һорауға телдән яуап биреү.Һорауҙар ярҙамында һүрәт буйынса әңгәмә ҡороу.



Тексты

уҡыу,

индивидуал эш,күмәк яуап,

ҡабатлауҙар

диалог төҙөү

һүҙбәйләнеш

төҙөү

һүҙлек ятлатыу

01.09 - 05.09



07.09 - 12.09









Йәмле йәй үтте. 5с.

Шәхсән һөҙөмтәләр: тәбиғәт- йәшәгән ер, һулаған һауа, ашау-эсеү өсөн матди аҙыҡ биреүсе сығанаҡ икәненә төшөнөү,уны яратырға һәм һаҡларға өйрәнеү.

Регулятив һөҙөмтәләр: башҡарылған эште тикшереү,уны өлгө менән сағыштырып, булған хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе таба,теркәй һәм төҙәтә белеү.

Танып-белеү һөҙөмтәләре: проблеманы асыҡлау маҡсатында тикшеренеү -эҙләнеү эшен ойоштороу, планлаштырыу күнекмәләренә эйә булыу,эшләгән эшеңде тикшерә, үҙләштереү кимәлен баһалай белеү.

Коммуникатив һөҙөмтә: мәҙәни аралашыу этикетына өйрәнеү, әңгәмәсеңде тыңлай, хуплай белеү,аңламағаныңды итәғәтле итеп һорашыу, яуап алыу һәм рәхмәт белдереү.



3.



С.Ҡудаш.Хуш, йәшел йәй!





Р. Байбулатов. Сәскәләр.

Сингармонизм. Йо,йө, йы, йе, йү, йә ҡушымсалары.



Г. Юнысова. Бәпкәләр.

Күсереп яҙыу.



1





1

1





1

1



Сингармонизм төшөнсәһен аңлау. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә дөрөҫ ялғауҙар ҡушып әйтеү һәм яҙыу.Хәреф ҡушымсаларының һүҙҙәрҙә ҡулланышын үҙләштереү,дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү ижектәр һанын билдәләү. Һүҙҙәрҙе юлдан- юлға дөрөҫ күсереү,бер ижекле һүҙҙәрҙең юлдан юлға күсерелмәүен төшөнөү.

Һүрәттәр һәм һүҙҙәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөү.

Әҫәрҙе аңлы,шыма,тасуири уҡыу,үҙ аллы эстән уҡып,йөкмәткеһен үҙләштереү.

Һөйләмдәр төҙөтөү

йөкмәтке һөйләтеү

тәржемә

күсереп яҙыу

сылбырлы уҡыу

һорау-яуап

тулы яуап

07.09 - 12.09



14.09 - 19.09







21.09 - 26.09







Көлә-көлә көҙ килә. 6с.

Шәхсән һөҙөмтәләр: матурлыҡты күрә белергә, тәбиғәтте,тирә-яҡ мөхитте һаҡларға өйрәтеү.

Регулятив һөҙөмтәләр: өйрәнелгән яҙыу ҡағиҙәләрен (орфограммаларҙы), текстар менән эшләү күнекмәләренең кимәлен һәм уларҙы тейешле урында, кәрәкле ситуацияларҙа ҡулланыу оҫталығын булдырыу, үҙләштереү күләмен һәм кимәлен төшөнөү һәм баһалай белеү.

Танып- белеү һөҙөмтәләре: өйрәнелгән уҡыу материалы (орфограмма, тел күренеше, уның ҡанундары, билдәле бер темаға һөйләм, текст төҙөү һ.б.)Сиктәрендә мәғлүмәт туплау ысулдары күҙаллау һәм алынған мәғлүмәтте маҡсатҡа ярашлы ҡуллана белеү.

Коммуникатив һөҙөмтәләр: фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы еткереү уны яҡлай белеү.

4.



Ф.Рәхимғолова. Сентябрь килде.



Е.Кучеров. Көҙ етте.

М.Дилмөхәмәтов. Бәхетле көн.

Ғ.Ғәлиәскәрова. Алмағас.

Д.Исламов. Көҙгө йәйғор.



Э өнөнөң әйтелеше.

К-г, ҡ-ғ, п-б өндәренең сиратлашыуы.

1





1

1

1

1



1





Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡы хәрефтәрен танып белеү,һүҙҙәрҙә ғ,ҙ,ҡ,ң,ҫ,һ тартынҡыларының яҙылышын өйрәнеү. Рус һәмбашҡорт һүҙҙәрендә э өнө әйтелешенең айырмаһын белеү. Ҡ-ғ,к-г,п-б өндәренең сиратлашыуы тураһында мәғлүмәт алыу һәм практикала ҡулланыу,миҫалдар ярҙамында һөйләмдәр төҙөү. Тирә-яҡты,тәбиғәтте күҙәтеү ҙәм әҫәрҙә тасуирланған тәбиғәт менән сағыштырыу.

Тасури уҡыу

күнегеүҙәр

дидактик уйын

шиғыр ятлатыу

һөйләү



диалог төҙөү

һорауға яуап

21.09 - 26.09





29.09 - 03.10





05.10 - 10.10















Кеше - эше менән. 7с.

Шәхси һөҙөмтәләр: класташың, уҡытыусың, ата - әсәйең, яҡындарың менән аралашырға, килешеп йәшәргә өйрәнеү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

Регулятив һөҙөмтәләр: уҡыу процесында тыуған ҡатмарлы ситуацияларҙы хәл итеү маҡсатында аҡыл, көс, зиһен эшмәкәрлеген туплай белеү.

Танып-белеү һөҙөмтәләре: дәрестә тәҡдим ителгән уҡыу материалын ( тексты, эш биременең шартын һ.б.) аңлы уҡыу, эштең маҡсатынан сығып ундағы мәғлүмәтте һайлап алып, эшкәртеп, тейешле маҡсатта ҡулланыу, текст материалын ирекле үҙләштереү һәм килеп тыуған уй-тәьҫораттар

соршалышында фекереңде ирекле рәүештә эҙмә-эҙлекле бәйән итә белеү.

Коммуникатив һөҙөмтәләр: телмәрҙе телдән ҡабул итеү һәм төп йөкмәткене аңлау.

5.



Ф.Иҫәнғолов. Һин ни эшләр инең? Батырҙар бар беҙҙең

арала! (Йәншишмә)



Р.Низамов. Батырлыҡ.

А.Йәғәфәрова. Яҡшылыҡҡа

яҡшылыҡ.

Ау,әү,ай,әй,йә,ей,уы,үе ҡушымсалары.



Контроль диктант.

Хаталар өҫтөндә эш.

Ҡабатлау дәресе.

1







1

1



1





1

1

1

Ау.әү,ай,әй,йә,ей,уы,үе ҡушымсаларын дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу.Рус һәм башҡорт һүҙҙәрендә В өнө әйтелешенең айырмаһын белеү һәм хатаһыҙ дөрөҫ әйтергә өйрәнеү. Хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәр тураһында мәғлүмәт алыу,уларҙы интонация менән дөрөҫ уҡыу. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу. Әҫәрҙе аңлы,тиҙ, тасуири уҡыу, йөкмәткеһен һүрәттәргә йәки исеменә ҡарап фараз итеү,әҫәрҙең төп мәғәнәһен билдәләү. Йөкмәткеһенән сығып,әҫәргә ҡарата үҙ фекереңде әйтеү.Әҫәр йөкмәткеһенә тап килеүсе мәҡәлдәрҙе һайлау һәм мәғәһен аңлау.



Күнегеүҙәр

күргәҙмәлелек

әңгәмә

коллектив текст

төркөмдәрҙә эш

һүҙлек ятлатыу

диктант яҙыу

һүҙлек ятлау



05.10-





10.10



12.10-

17.10







19.10-

24.10













Тарих биттәренән. 7с.

Шәхсән һөҙөмтәләр: башҡорт халҡының элекке тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Регулятив һөҙөмтәләр: тексты аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлеке үтәргә, уның нигеҙендә һөйләшергә йәки

тикшереү эштәрен үтәй белеү.

Танып- белеү һөҙөмтәләре: башҡорт халҡы тарихынан хикәйәләр. Башҡорт халҡының элекке тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Халыҡ тормошона бағышланған әҙәби материалдар туплай белеү.

Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин тураһында авторҙар эшкәртмәһендәге материалдар.

Коммуникатив һөҙөмтә: башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡылар, дифтонгылар менән эшләү. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

6.

.

М.Мортазин. Башҡортостан.

З.Биишева. Уйҙар.

Х.Мохтар. Мәктәпкә.

Ғ.Хөсәнов . Батырша.





Ҡ.Аралбаев. Муса батыр.

З.Злобин. Кескәй һыбайлы.

З.Вәлиди. Аҡтамыр.

1

1

1

1





1

1

1



Йа,йә,йо,йө,йы,йе,йу,йү,ай.әй,ой.өй.уй.ый.ей өн-хәреф ҡушымсаларын дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу,хаталы бирелгән һүҙҙәрҙә ошо ҡушымсаларҙы табыу һәм төҙәтеү. Интонацион һөйләм төрҙәрен телмәрҙә ҡуллана белеү.Текстан ҙур хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе табыу һәм яҙылышын аңлатыу.

Башҡортостан, башҡорт һәм башҡа халыҡтар.

Башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында мәғлүмәт алыу. Диалог төшөнсәһен үҙләштереү. Әҫәрҙе ролләп уҡыу. Уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләү,күҙәтеүҙәр яһау.

Күргәҙмәлеле

һөйләү

план төҙөү

һорау-яуап



һүҙлек ятлау



тест



һөйләү

19.10-

24.10



26.10-

07.11





09.11-

14.11







Бурай -бурай ҡарҙар яуа.9с.

Шәхсән һөҙөмтәләр: Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәттең матурлығына, балаларҙың ҡышҡы уйындарына һәм эштәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Регулятив һөҙөмтәләр: тәбиғәтте күҙәтеү, йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙеү тормошо менән танышыу. Яңы йыл байрамы, уға әҙерлек.

Танып-белеү һөҙөмтәләре: ҡыш тураһында кәрәкле мәғлүмәтте табыу,үҙ фекереңде иҫбатлау.

Коммуникатив һөҙөмтә: башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәрен, һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәрен, уларҙа һүҙҙәр тәртибе һәм тыныш билдәләрен ҡуйылышын аңлау.

7.



Й.Солтанов. Тәүге ҡар.



Г.Юнысова. Ҡар яуғас.

Башҡортса һүҙҙәрҙә баҫым.

Е.Кучеров. Ҡышты нисек үткәрәләр?

Һорау,хәбәр,өндәү һөйләмдәр.

Ф.Иҫәнғолов.Урманда ни өсөн йылы.

Ҡ.Даян. Шыршы.

М.Кәрим. Ҡыш бабай әкиәте.

Инша. Ҡышҡы уйындар.

1



1

1

1



1



1

1

1

1





Баҫым төшөнсәһе менән таныштырыу,башҡортса һүҙ ҙәрҙә баҫымдың ҡуйылышын төшөнөү һәм телмәр ҙә ҡулланыу. Һорау һүҙҙәренә баҫымды дөрөҫ ҡуйыу. Рус телендәге баҫым менән сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм баҫымын билдәләү. Бирелгән темалар буйынса өлгөгә ҡарап хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр төҙөү. Һүҙҙәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Картиналар буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү,һорауҙар ярҙамында һөйләргә өйрәнеү. Йомаҡ, көләмәс жанрҙарын өйрәнеү,уларҙы интонация менән уҡырға өйрәнеү. Күҙәтеүҙәр аша әҙер һорауҙар буйынса йыл миҙгелдәрен сағыштырыу һәм һүрәт -ләү. Кире һәм ыңғай образдарҙың характерын сағыштырыу.

Тасуири уҡыу

карточкалар

менән эш



картина буйынса эш

һүҙлек эше

иллюстрация



инша яҙыу

09.11-

14.11

16.11-



21.11



23.11-





28.11



30.11-

05.12







Беҙҙең ғаилә.9с.

Шәхсән һөҙөмтәләр: ата-әсәләр, туғандар, уларҙың эштәре, хәстәрҙәре. Ата-әсәләрҙе ҙурлау, ололау, хөрмәтләү, балаларҙың ғаиләләге эштәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Регулятив һөҙөмтә: һорауҙар ярҙамында ғаиләң, ата-әсәйеңдең һөнәре, эш урыны тураһында һөйләү. Иптәштәрең менән диалогҡа инеү.

Танып - белеү һөҙөмтәһе: : проблеманы асыҡлау маҡсатында тикшеренеү -эҙләнеү эшен ойоштороу, планлаштырыу күнекмәләренә эйә булыу,эшләгән эшеңде тикшерә, үҙләштереү кимәлен баһалай белеү.

Коммуникатив: башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Текста һорау, хәбәр, өндәү һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре, интонациялары.

8.



Ғ.Ғүмәр. Әсәйемә оҡшармын.



Ер аҫты байлығы.

Башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр.

Ф.Рәхимғолова. Һөнәрлеләр.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр,уларҙың интонациялары.

Ш.Ғәлиев. Оҡшаймы?

М.Дилмөхәмәтов. Һөнәр.

Контроль диктант.

Хаталар өҫтөндә эш

1



1

1



1



1



1

1

1

1

Ғаилә темаһына бәйле әҫәрҙәр уҡыу. Бирелгән текс- тарҙы эстән.ҡысҡырып, тиҙ, тасуири, аңлы уҡыу. Һорауҙар ярҙамында ғаиләң, ата-әсәйеңдең һөнәре, эш урыны тураһында һөйләү. Иптәштәрең менән диалогҡа инеү. Башҡорт телендәге үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе телмәрҙә ҡуллана белеү. Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау. Тәҡдим ителгән һорауҙарға хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәре менән яуап биреү.





Һөйләү

яттан яҙыу

күнегеүҙәр

план төҙөү

диалог

тасуири уҡыу

фонетик анализ



контроль диктант

һүҙлек

ятлау

30.11-

05.12-

07.12-





12.12



14.12-

19.12





21.12-26.12







Шанлы йылдар 6с.

Шәхси һөҙөмтәләр: халҡыбыҙҙың бөтә ил азатлығы, тыныслығы өсөн көрәшен, Бөйөк Ватан Һуғышында башҡорт халҡының, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын баһалау,төшөнөү.

Регулятив һөҙөмтә: башҡарылған эште тикшереү, уны өлгө менән сағыштырып,булған хаталарҙы,етешһеҙлектәрҙе таба,теркәй һәм төҙәтә белеү.

Танып-белеү һөҙөмтәһе: мәғлүмәтте эҙләй белеү (һорау,белешеү,мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү).

Коммуникатив һөҙөмтә: һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен, уларҙың предметтарҙы, билдәләрҙе, эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүен аңлау, телмәрҙә ҡулланыу.

9



Т.Сәғитов. Минлеғәли Шайморатов.

Ҡ.Даян. Шайморатов генерал.

Ғ.Әмири. Муса Гәрәев.

Р.Ниғмәти. Еңеүселәгә дан!

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе.

Уларҙың предметты, билдәне, эш-хәрәкәтте белдереүе.

1



1

1

1

1

1



Һүҙҙәрҙең лексик мәғәһен аңлатыу,һүҙҙәргә дөрөҫ һорау ҡуйыу. Лексик мәғәһе яғынан һүҙҙәрҙе төр- көмләү. Предметты, билдәне,эш-хәрәкәтте белде -реүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм бер-береһенән айыра белеү. Кем ? нимә? һорауҙарын рус телендәге һорауҙар менән сағыштырыу.Бөйөк Ватан һуғышы, батырҙар тураһындамәғлүмәт алыу. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен әҫәрҙәргә нигеҙләнеп аңлатыу. Шиғри әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү.

Күргәҙмәлеле

һөйләү

төркөмдәр,

рәттәр менән

эш

план буйынса

һөйләү

һорау-яуап

21.12-26.12

28.12-

16.01-



18.01

23.01











8 март - ҡатын-ҡыҙҙар көнө.4 с.

Шәхси һөҙөмтә: әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар, һеңлеләргә ихтирам,һөйөү хисе булдырыу.

Регулятив һөҙөмтә: һорау ярҙамында әсәй,өләсәй тураһында һөйләргә өйрәнеү, ғаилә тураһында мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Танып-белеү һөҙөмтәһе: өйрәнелгән уҡыу материалы (орфограмма, тел күренеше, уның ҡанундары, билдәле бер темаға һөйләм, текст төҙөү һ.б.)Сиктәрендә мәғлүмәт туплау ысулдары күҙаллау һәм алынған мәғлүмәтте маҡсатҡа ярашлы ҡуллана белеү.

Коммуникатив һөҙөмтә: предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек мәғәнәләрен белдереүен, шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар)ҙы ҡуллана белеү.

10.



М.Нагаева. Әсәләр.



Ф.Иҫәнғолов. Сер.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙеңяңғыҙлыҡ,уртаҡлыҡ,берлекһәм күплек мәғәнәһендә килеүе.

Изложение.

1



1



1





1



Һорау ярҙамында әсәй,өләсәй тураһында һөйләргә өйрәнеү. Ҡотлау открыткаһы,хат яҙыу. Картинаға исем ҡушыу һәм һорауҙар ярҙамында йөкмәткеһен һөйләү. Ғаилә тураһында мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм телмәрҙә ҡулланыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән таныштырыу,уларҙы текстан табыу һәм айырмаһын күреү,телмәрҙә ҡулланыу. Исемдәрҙең күплек ялғауҙарын билдәләү, һүҙҙәргә ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушыу.

Ижади эш

һөйләү

күнегеүҙәр

план буйынса һөйләү

изложение яҙыу



18.01-23.01

25.01-

30.01















Ай, Уралым, Уралым. 10с.

Шәхсән һөҙөмтә: Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө,билдәле шәхестәре тураһында мәғлүмәт алыу,тыуған илгә.туған телгә һөйөү тәрбиәләү. Регулятив һөҙөмтә: тексты аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлеке үтәргә, уның нигеҙендә һөйләшергә йәки

тикшереү эштәрен үтәй белеү.

Танып-белеү һөҙөмтәләре: Башҡортостандың күренекле шәхестәре,халыҡ шағиры. рәссам,композиторҙары тураһында мәғлүмәт алыу, уларҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләй белеү.

Коммуникатив һөҙөмтә: предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек, йүнәлеш һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе сараларҙы (ялғауҙар) үҙләштереү.

11



М.Кәрим.Тыуған Башҡортоста- ным.

С.Юлаев.Уралым.

Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында белешмә.

С.Агиш.Тыңлағыҙ! Өфө һөйләй.

М.Кәрим. Йыр булһын юлда -шың.

З.Исмәғилев тураһында белешмә.

Р.Нурмөхәмәтов тураһында белешмә.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек һ.б.мәғәнәләрҙе белдереүе.

1



1

1



1

1





1



1



3

Предметтың исемдәренең ваҡыт.урын.эйәлек мәғә- нәләрен төшөнөү,уларҙы текстан табыу. Һорауҙар ҡуйыу һәм телмәрҙә ҡулланыу. Кем? кемдәр?Нимә? нимәләр? Ҡайҙа? Ҡасан? Кемдең?һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр. Башҡортостандың күренекле шәхестәре,халыҡ шағиры. рәссам,композиторҙары тураһында мәғлүмәт алыу,уларҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләй белеү. Аныҡлаусы һорауҙар ярҙамында картинаның йөкмәткеһен һөйләү.

Текст менән эш



күнегеүҙәр



мәғлүмәт эҙләү

йөкмәткеһен

һөйләү



карточкалар

менән индивидуаль эш



01.02

06.02-





08.02



13.02-







15.02-

20.02-

22.02-

27.02









Башҡорт халыҡ ижады. 10с.

Шәхсән һөҙөмтә: башҡорт халҡының тормошо, кәсебе, кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттары, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ хаҡында халыҡ ижады әҫәрҙәре: әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, риүәйәттәр ярҙамында асыҡлау,төшөнөү.

Регулятив һөҙөмтәләр: уҡыу процесында тыуған ҡатмарлы ситуацияларҙы хәл итеү маҡсатында аҡыл, көс, зиһен эшмәкәрлеген туплай белеү

Танып-белеү һөҙөмтәләре: әкиәт төшөнсәһе менән таныштырыу. Уҡылған әкиәттәрҙең йөкмәткеһе аша әкиәт төрөн билдәләү алыу. Коммуникатив һөҙөмтә: эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәрен, берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар(ялғауҙар) үҙләштереү.

12.



Ата ҡаҙ менән төлкө.

Төлкө менән айыу.

Әкиәттәр.

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.

Берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар.

Ж.Кейекбаев. Айыу ниңә

ҡойроҡһоҙ ҡалған?

Һандуғас.

Мәҡәлдәр.

Йомаҡтар.

Контроль диктант.

Хаталар өҫтөндә эш.

1

1

1

1





1





1



1

1



1

1

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең башҡарылыу ваҡы тын,һөйләүсенең шаһит булыу-булмауын аңлау һәм телмәрҙә ҡулланыу. Эш хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр -ҙең берлектә йәки күплектә килеүен билдәләү һәм практикала ҡулланыу. Әкиәт төшөнсәһе менән таныш- тырыу. Уҡылған әкиәттәрҙең йөкмәткеһе аша әкиәт төрөн билдәләү. Әкиәтте ролләп уҡыу һәм сәхнәләш -тереү. Әкиәттең йөкмәткеһенә иллюстрациялар төшө- рөү. Әкиәттең дауамын йәки хайуандар тураһында әкиәт, йомаҡ уйлау.

Күргәҙмәлеле

иллюстрация



диалог



һөйләү

сюжетты һөйләү

ижади эш







контроль диктант

22.02-

27.02



29.02-

05.03-









07.03



12.03-



14.03-



19.03







Яҙ килә еремә. 6с.

Шәхсән һөҙөмтә: тәбиғәттә яҙғы күренештәр, ҡоштар, үҫемлектәр, балаларҙың, шулай уҡ ололарҙың яҙғы эштәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Регулятив һөҙөмтәләр: өйрәнелгән яҙыу ҡағиҙәләрен (орфограммаларҙы), текстар менән эшләү күнекмәләренең кимәлен һәм уларҙы тейешле урында, кәрәкле ситуацияларҙа ҡулланыу оҫталығын булдырыу, үҙләштереү күләмен һәм кимәлен төшөнөү һәм баһалай белеү.

Танып- белеү һөҙөмтәләре: өйрәнелгән уҡыу материалы (орфограмма, тел күренеше, уның ҡанундары, билдәле бер темаға һөйләм, текст төҙөү һ.б.) сиктәрендә мәғлүмәт туплау ысулдары күҙаллау һәм алынған мәғлүмәтте маҡсатҡа ярашлы ҡуллана белеү

Коммуникатив һөҙөмтәләр: предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр (сифаттар),уларҙың мәғәнәне төрлө кимәлдә, шулай уҡ башҡа билдәләр менән сағыштырып күрһәтә алыу, мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар) үҙләштереү.

13



Я.Хамматов. Яҙ башланды.



М.Ғафури.Яҙ. Ҡара ҡарғалар килде.

Ғ.Ғүмәр. Тамсылар.

М.Кәрим. Кил инде.



Ф.Иҫәнғолов. Дуҫтар.

Ҡ.Даян . Яҙғы гөлдәр.

1



1



1

1



1

1

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһында мәғлүмәт алыу, фекерләү,ҡағиҙә сығарыу һәм дәрес -тәге менән сағыштырыу, һығымта яһау. Һөйләмдәге һүҙ тәртибен төшөнөү һөйләм төҙөгәндә иғтибар итеү. Яҙ миҙгеленә бәйле мәғлүмәттәр менән таны- шыу: шиғырҙар, хикәйәләр,йомаҡтар,мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу. Шиғырҙы яттан тасуири һөйләү: темп тауыш тонына иғтибар итеү.

Уҡыу

сағыштырыу

яттан тасуири һөйләү

һығымта

һорау-яуап

14.03-

19.03

21.03-

24.03



04.04-

09.04

















Ҡәҙерленән дә ҡәҙерле. 4с.

Шәхсән һөҙөмтә: кешеләрҙең хеҙмәт емеше - икмәк, уның ҡәҙерен белеү, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Регулятив һөҙөмтәләр: уҡыу процесында тыуған ҡатмарлы ситуацияларҙы хәл итеү маҡсатында аҡыл, көс, зиһен эшмәкәрлеген туплай белеү.

Танып- белеү һөҙөмтәләре: проблеманы асыҡлау маҡсатында тикшеренеү -эҙләнеү эшен ойоштороу, планлаштырыу күнекмәләренә эйә булыу,эшләгән эшеңде тикшерә, үҙләштереү кимәлен баһалай белеү.

Коммуникатив һөҙөмтәләр: эш-хәрәкәтте процессты бедереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәрен (заман, һан, зат) үҙләштереү.

14

Ҡан-ҡәрҙәш. (Башҡорт халыҡ әкиәте)

Т.Сәғитов. Футбол тубы.

Предметтың исемен, билдәһен,эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәләге.

Һорауҙарға яуап.

1



1



2





Грамматик тема буйынса алған темаларҙы нығытыу- ға күнегеүҙәр эшләү.Икмәк,кеше хеҙмәте һәм хөрмә те тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләшеү,иптәштәре менән диалогка инеү.







Күнегеүҙәр

әңгәмә

уҡыу

күнегеүҙәр

һорау-яуап

11.04-



16.04



18.04-

23.04







Яҙ байрамдары. 6с.

Шәхсән һөҙөмтәләр: Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт , уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, яҙғы байрамдарҙы, экология мәсьәләһен төшөнөү.

Регулятив һөҙөмтәләр: төрлө милли байрамдар менән таныштырыу,фекер алыша белеү.

Танып -белеү һөҙөмтәләре: яҙ байрамдары: Беренсе май, Еңеү көнө тураһында мәғлүмәт туплау мәғлүмәтте эҙләй белеү (һорау,белешеү,мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү).

Коммуникатив һөҙөмтә: эш-хәрәкәтте белдереүесе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәренүҙләштереү, тәрәнәйтеү.

15.



Т.Ҡарамышева. Кәкүк сәйе.

А.Игебаев. Еңеү көнө.

Ҡ.Даян. Дуҫтар байрам итә.

К.Кинйәбулатова. Беренсе

Май.

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең үҙенсәлектәре.

Күсереп яҙыу.

1

1

1

1



1



1

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе текстан табып, уның затын, берлектә, күплектә килеүен билдәләү. Яҙ байрамдары: Беренсе май. Еңеү көнө тураһында мәғлүмәт туплау,әҫәрҙәр менән таныштырыу. Төрлө милли байрамдар менән таныштырыу,фекер алышыу. Башҡорт Милли байрамы -Кәкүк сәйе тураһын да һөйләү.





Күнегеүҙәр

мәғлүмәт



һөйләү



күсереп яҙыу

18.04-

23.04



25.04-

30.04-



02.05-07.05







Йәйҙең йәмле көндәрендә. 8с.

Шәхсән һөҙөмтә: Башҡортостанда йәйге тәбиғт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Регулятив һөҙөмтә: тексты аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлеке үтәргә, уның нигеҙендә һөйләшергә йәки

тикшереү эштәрен үтәй белеү.

Танып-белеү һөҙөмтәләре: йәй миҙгеле, Милли байрамдар тураһында мәғлүмәт алыу,Һабантуй тураһында һөйләү.

Коммуникатив һөҙөмтә: предметтың атамаларын, билдәләрен, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе, уларҙың мәғәнәләрен аңлау.

16.



Ә.Вәли. Йәй.етте.

М.Ғафури. Болон.

М.Кәрим. Урманда.

К.Кинйәбулатова. Йәй.

М.Кәрим. Һабан туйы.

Һабантуй. (Ағиҙел журналынан)

А.Игебаев. Гармун.



К.Кинйәбулатова. Уҡыусылар йыры.

Р.Ниғмәти. Йәйге каникулда.

Контроль диктант.

Хаталар өҫтөндә эш.

1



1



1





1



1



1

1

1

Уҡыу йылында үтелгән грамматик темаларҙы система ға һалыу һәм күнегеүҙәр эшләү. Йәй миҙгеленә бәйле әҫәрҙәр уҡыу. Милли байрамдар тураһында мәғлүмәт алыу.Һабантуй тураһында һөйләү. Аңлы.тиҙ,тасуири уҡыу текст аҙағында бирелгән һорауҙарға тулы яуап биреү.

Һөйләү

уҡыу

һорауҙарға яуап



Тест эшләү



контроль

диктант









презентация ҡарау

02.05-

07.05



10.05-

14.05

10.05-



14.05





16.05-

21.05

23.05-

28.05





















9.Ҡулланылған әҙәбиәт.



1.Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2010

2.Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2010.

3.Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 2010.

4.Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2010.

5.Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2010.

6.Сал Уралда - илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2010.

7.Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2010.

8.Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 2010.

9.Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2010.





Материал - техник ҡулланмалар

Аудиокассеталар:

  1. Туған тел. I - IV класс. 1 - 4 кассета, Өфө, 2010

  2. Фәиз Шәрипов. Сыңрай ҡурай DANCE, Өфө, Моң.

CD диск:

  1. Мөхәррам Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары.

  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1

  3. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Башҡорт ҡумыҙы.

Электрон дәреслектәр:

  1. Башкирский язык. ru.

  2. Балҡортостан иле.

  3. Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2010.

  2. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2010.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2010.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2010.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2010.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал