- Учителю
- Конспект урока по башкирскому языку на тему 'Моя семья' (2 класс)
Конспект урока по башкирскому языку на тему 'Моя семья' (2 класс)
Конспект урока во 2 классе
Тема: Минең ғаиләм (Моя семья).
Маҡсат: 1. Грамматик теманы үҙләштереү;
2. Уҡыусыларҙың хәтерен, иғтибарлылығын үҫтереү;
3. Өлкәндәргә ҡарата ихтирам, шәфҡәтлелек тәрбиәләү.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу.
-
Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
"Башҡорт телендә һөйләшәм" йырҙы иҫкә төшөрәйек.
II. Инеш әңгәмә.
-
Бөгөн кем дежур?
-
Кем юҡ?
-
20 тиклем һанап күрһәтәйек.
-
Бөгөн нисәһе?
-
Аҙнаның ниндәй көнө?
-
Аҙна көндәрен иҫкә төшөрәйек.
III. Үтелгәнде ҡабатлау.
(Таҡтала һүрәттәр "Йыл миҙгелдәре"
-
- Ниндәй йыл миҙгеле? (көҙ)
-
Көҙ тураһында йырҙы иҫкә төшөрәйек.
"Инде яланда"
-
-Был ниндәй йыл миҙгеле? (ҡыш)
-
Ҡыш тураһында ниндәй шиғыр беләһегеҙ?
Ҡар яуғас, ҡыш булғас,
Бар ағас яланғас. (2 тапҡыр)
-
-Ниндәй йыл миҙгеле? (яҙ)
-
Яҙ тураһында йырҙы иҫкә төшөрәйек.
"Яҙ, яҙ, яҙ килә"
-
-Ниндәй йыл миҙгеле? (йәй)
-
Йәй тураһында һөйләмдәр әйтегеҙ.
Йәй көнө сәскәләр үҫә. Ҡояш ҡыҙҙыра. Урманда ҡоштар һайрай.
IV. Артикуляцион күнегеү.
Был бармаҡ олатай,
Был бармаҡ өләсәй…
V. Дәрестең темаһына һәм маҡсатына сығыу.
-
Шиғыр ярҙамында беҙ кемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк? (олатай, өләсәй…)
-
Уларҙы бер һүҙ менән генә атағыҙ. (ғаилә)
-
Беҙ бөгөн парта артында көйөнсә генә сәйәхәткә барабыҙ. Беҙҙең сәйәхәт нимә тураһында буласаҡ?
-
Ә сәйәхәткә беҙ поезд менән барабыҙ.
(Поезд һүрәте эленә).
Поезд килә, поезд килә
Пип-пип-пип
Юлда торма, юлда торма,
Кит-кит-кит
(Балалар ҡулдары менән поезд тәгәрмәстәре хәрәкәттәре яһай)
VI. Төп өлөш.
1-се туҡталыш "Минең ғаиләм"
(3-4 уҡыусы фотоларын күрһәтеп ғаиләһе менән таныштыра)
- Поезға ултырышайыҡ. Хәйерле юл.
Поезд килә, поезд килә,
Пип, пип, пип…
2-се туҡталыш "Дәреслек биттәрендә"
- 39 сы битте астыҡ
1-се күнегеү - телдән, уҡыу, тәржемә.
2-се күнегеү - телдән
3-сө туҡталыш "Матур яҙыу"
-Дәфтәрҙәрҙе астыҡ. Число, Класта эш. Тема.
Матур яҙыу минуты.
3-сө күнегеү - яҙма (уҡыусылар таҡтаға сығып яҙалар)
Һүҙлек эше:
атайым - мой папа
әсәйем - моя мама
һеңлем - моя сестренка
сәйәхәт - путешествие
4-се туҡталыш "Ял минуты"
-Хәҙер ҡустыларыбыҙ тураһында шиғырҙы иҫкә төшөрәйек
Сәпәкәй, сәпәкәй…
Йыр "Трам-там-там"
Тәрбиәүи мәл.
- Һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙҙе, олатай, өләсәйҙәрегеҙҙе яратаһығыҙмы?
- Уларҙың яҡшылыҡтарына нисек яуап бирергә тейешһегеҙ? (Уларға ярҙам итергә, ҡайғы күрһәтмәҫкә, аҡыллы, яғымлы булырға, ҡартайғанда терәк булырға)
-Әгәр атай,әсәй, өләсәй, олатайҙарҙы һәм башҡа туғандарығыҙҙы яратһағыҙ, уларға ярҙам да итһәгеҙ, һеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратырҙар, һеҙҙең менән ғорурланырҙар. Ә кесе туғандарығыҙ һеҙгә оҡшарға тырышыр.
Уйын "Самауыр".
5-се туҡталыш "Һүрәтле кроссворд"
-Кроссвордты сисәйек. Бында ниндәй һүҙ йәшеренгән? (ғаилә)
VI. Дәресте йомғаҡлау.
-Сәйәхәттең аҙағына ла еттек.
-Дәрес-сәйәхәттә ниндәй туҡталыштарҙы хәтерегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ?
(Какая остановка понравилась?)
VII. Өйгә эш. Һүрәт "Минең ғаиләм"
VIII. Баһалау.