7


  • Учителю
  • Гөлфиә Юнысованың 'Әсәм Һүҙҙәре' шиғыры буйынса асыҡ дәрес

Гөлфиә Юнысованың 'Әсәм Һүҙҙәре' шиғыры буйынса асыҡ дәрес

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Г. Юнысова. "Әсәм һүҙҙәре"

Маҡсат: Г. Юнысованың ижады менән таныштырыу; һүҙ байлыҡтарын арттырыу; нәфис телмәр үҫтереү, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу; әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:


Дәрес барышы

  1. Психологик инеш.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Минең исемем Гөлнур Ғилмеғәли ҡыҙы, Ҡәҙер урта мәктәбендә һеҙҙең кеүек балалар уҡытам. Бөгөн беҙҙең үҙенсәлекле дәрес. Бер - беребеҙгә ҡараныҡ, йылмайҙыҡ. Ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек. Йөҙөбөҙҙәге йылмаю дәрес аҙағына тиклем һеҙҙе ташламаһын.

  1. "Уңыш" ситуацияһын тыуҙырыу

Өй эшен тикшереү

  • Үткән дәрестә Найл Ғәйетбайҙың "Аҡбулат батыр" тигән әкиәте менән танышҡан инегеҙ. Әйҙәгеҙ ошо әкиәтте иҫкә төшөрөп үтәйек.

  • Ни өсөн Аҡбулат бик ҡайғырған? Баҡый бабайға Айбулат ниңә барған? Бабай егетте һынап ҡарар өсөн ниндәй эш ҡушҡан? Биш йылдан һуң Аҡбулаттың ҡиәфәте үҙгәрәме?

  • Дәрестә һеҙ уға ҡылыҡһырлама ла бирҙегеҙ. Әйҙәгеҙ әле уны ла

иҫкә төшөрөп китәйек. Аҡбулат батыр Баҡый бабайға барғансы ниндәй ине? Һуңынан ниндәй кешегә әүерелде?

  • Ысынлап та, уҡыусылар , көҙгөгә ышанма бары тик үҙеңә генә ышанырга кәрәк. Батырҙарға, матурҙарға хас эштәр башҡарырға, сөнки халыҡ һәр кеше тураһында уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап түгел, ә башҡарған эштәренә ҡарап фекер йөрөтә. Тимәк, кешене батырлыҡ, теүәкәллек, үҙенә булған матурлыҡ матурлай.

  1. Маҡсатҡа сығыу

  • Бөгөн дәресебеҙҙә нимә тураһында һүҙ алып барабыҙ икән? Хәҙер мин һеҙҙең иғтибарығыҙға анаграмма тәҡдим итәм. Анаграмма ул һүҙҙе кирегә уҡығанда ла, шул уҡ һүҙ килеп сыға тигән һүҙ.

Слайд 1

Шундай һүҙ был: уҡып була

Ыңғайға ла, кирегә лә.

Балаһы өсөн әҙер тора

Янған утҡа инергә лә

  • Ниндәй һүҙ инде был?

Слайд 2 ӘСӘ (ыңғайға уҡыһаҡ та, кирегә уҡыһаҡ та ниндәй һүҙ килеп сыға инде?)

  • Ысынлап та, әсә балаһы өсөн бөтә әйбергә лә әҙер тора. Әйтегеҙ әле, беҙ йылына нисә тапҡыр әсәйҙәре байрам менән ҡотлап, уларҙы яратыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. (әсәйҙәр байрамы, 8 мартта)

  • Ошо байрамда ғына түгел, ә көн һайын әсәйҙәргә яратыуыбыҙҙы белдереп, уларға хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ.

  • Һәр кем өсөн дә ин яҡын кеше ул - әсәй! Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең әсәйегеҙ тураһында һөйләп ишеттерегеҙ.

  • Эйе, һәр кемдең әсәһе үҙенә иң матуры, иң һәйбәте һәм ҡәҙерлеһе булып ҡала. Беҙ әле әсәйҙәребеҙ тураһында ябай һөйләмдәр аша һөйләп бирҙек. Ә инде рәссамдар, компазиторҙар, яҙыусылар әсәләренә оло һөйөүҙәрен үҙҙәренең әҫәрҙәре аша еткергәндәр. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә лә әсә тураһында күпме шиғри әҫәрҙәр ижад ителгән. Шундай шағирҙарҙың береһе менән бөгөн дәрестә танышып китәрбеҙ. Ул - Гөлфиә Юнысова. Уның "Әсәм һүҙҙәре" тип аталған шығырын өйрәнербеҙ, был шиғыры менән нимә әйтергә теләгәнен белербеҙ. (слайд 3 Гөлфиә Юнысованың "Әсәм һүҙҙәре" шиғыры)

  1. Маҡсатты хәл итеү

Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.

  1. Кем һүң ул Г. Юнысова?

Слайд 4 Г. Юнысованың портреты

Гөлфиә Аҙноғол ҡыҙы Юнысова 1948йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған. Әлшәй урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Сибай педагогия училищеһында уҡыта. Өфөлә "Башҡортостан ҡыҙы" журналында баш мөхәррир булып эшләй. Г. Юнысова балалар өсөн бик күп шиғырҙар ижад итә. Уның 22 китабы баҫылып сыға. Айырым шығырҙары 25 телгә тәржемә ителгән. (китаптар күргәҙмәһен күрһәтеү) (слайд 5, 6, 7 китаптар)

Гөлфиә Юнысова шиғырҙарына Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова һәм башҡа композиторҙар 300-ҙән ашыу йыр ижад иткән. Уның «Осоп булмай ҡанатһыҙ» музыкаль комедияһы Сибай драма театрында ҡуйылды.

(слайд 8) Бына был күренештә. 2015 йылдың 3 декабрендә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов шағирә Гөлфиә Иҙелбаеваға (Юнысоваға) «Башҡортостандың халыҡ шағирәһе» исемен бирә. Ул - республиканың ун бишенсе халыҡ шағиры, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иһә икенсе булып ошо абруйлы исемде алды.

  1. "Әсәм һүҙҙәре" шиғыры өҫтөндә эш.

  • Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы.

  • Хәҙер дәреслектә бирелгән Г. Юнысованың "Әсәм һүҙҙәре" тип аталған шиғыры менән танышып үтәрбеҙ. Мин һеҙгә уны тасуири итеп уҡып күрһәтәм. Иғтибар менән генә тыңлап ултырабыҙ. Һуңынан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе ҡарап үтәрбеҙ.

  • Һүҙлек эше ( слайд 9)

намыҫ - күңелдән килгән яуаплылыҡ хисе, совесть

саф күңел - благородная душа

асыҡ йөҙ - приветливо

тура һүҙ - ҡаты итеп әйтелгән һүҙ

кенә тотма - күңелеңдә асыу, үс йөрөтмә

киртеп ҡуй ҡолағыңа - иҫеңдә ҡалдыр

  • Уҡыусылар, уйлап ҡарағыҙ әле, был шығырҙың исемен тағын нисек итеп атап була? ( Әсәм кәңәштәре)

  • Ысынлап та "Әсәм кәңәштәре" тип әйтеп була. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт беҙгә үҙҙәренең кәңәштәре менән ярҙам итеп торалар.

  • Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, был шиғырҙы сылбырлап уҡып сығайыҡ. Һуңынан әсәйҙең кәңәштәрен барлап сығарбыҙ.

  • Һорауҙарға яуап алыу

  • Ә хәҙер әсәнең биргән кәңәштәрен барлайыҡ һәм мәғәнәләренә төшөнәйек.

  • Ниндәй кеше генә бәхетле була ала? (намыҫлы)

  • Беренсе кәңәш ниндәй инде? (Намыҫлы булыу)

  • Икенсе кәңәште кем табыр? (хеҙмәтеңдән изгелек күр). Нимә ул хеҙмәт? ( эш башҡарыу). Эйе, эште яратып, аҙағына еткергәндә генә нәтижәһе була.

  • Артабанғы кәңәште билдәләйбеҙ. (Кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт саф күңелле, асыҡ йөҙлө булырға). Икенсе төрлө әйткәндә тағы нисек әйтеп була был һүҙҙәрҙе? (Кешеләргә матур итеп өндәшергә, һораһалар матур итеп яуап бирергә, кәрәк ваҡытта ярҙам итергә)

  • Тағы ниндәй кәңәштәр бар? (бер кешегә лә асыу тотмаҫҡа; тыуған ерҙе яратырға, ҡәҙерләргә) Эйе, уҡыусылар, берәрһенә асыуығыҙ килә икән уға үпкәләп, һөйләшмәй йөрөмәҫкә. Беҙҙең тыуған еребеҙ берәү генә шунлыҡтан беҙ уны берәр йыраҡ ерҙәргә сығып китһәк бик һағынып ҡайтабыҙ.

  • Һеҙ бик күп һорауҙарға матур итеп явап бирҙегеҙ, ә хәзер ял итеп алайыҡ.

Ял минуты (слайд 10 )


  • Афарин, ял итеп, көс йыйып алдыҡ. Эште давам итәйек. Уҡыусылар, шиғырҙағы "йәшәү ул - ут" тигән юлдар нимә хаҡында һөйләй икән? Утты икенсе төрлө нисек әйтеп була? (усаҡ)слайд11 Эйе, усаҡты күҙ алдына килтерәбеҙ. Ул дөрләп янһын өсөн уға ағастар өҫтәп торорға кәрәк. Йәшәгәндә лә кеше үҙенә ағас урынына көс, дәрт, үҙенә ышаныс өҫтәп тороға тейеш.

  • Бер әсә лә балаһына насарлыҡ теләмәй, әсәй биргән кәңәштәрҙе тыңларға, уларҙы үтәргә кәрәк.

  • Ә хәҙер әсәй тураһында эстәлекле бер шиғыр тыңлап үтәйек. Уны беҙгә һөйләп ишеттерер.

  • Рәхмәт, бик матур итеп һөйләнең.

  • Ысынлап та, уҡыусылар, әсәйҙәрҙең эштәре бик күп. Улар бөтә эште лә башҡарырға етешәләр. Шулай булғас һеҙҙең бурысығыҙ уларға ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итеү.

  • Ижади эш

  • Уҡыусылар, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә әсәй тураһында шиғыр яҙып алайыҡ. Беҙ уны синквейн алымы менән яҙырбыҙ.

(слайд 12) Синквейн - Француз теленән тәржемә иткәндә 5 юллыҡ шиғыр тигәнде аңлата.

(Слайд 13) Мин белеүемсә һеҙ синквейн яҙыу алымы менән танышһығыҙ, шулайҙа уны яҙыу тәртибен иҫкә төшөрөп үтәйек.

1 - се юлға - теманы асыҡлаусы һүҙ, исем ( кем?)

2 - се юлға - темаға тура килә торған ике сифат (ниндәй?)

3 - сө юлға - темаға тура килә торған өс ҡылым (ни эшләй?)

4 - се юлға - теманы асыусы һөйләм ( 4 һүҙҙән)

5 - се юлға - темаға ҡарата үҙ фекереңде бер һүҙ менән белдереү (кем?)

  • Ә хәҙер үҙ аллы эш башҡарабыҙ. Дәфтәрҙәргә синквейн төҙөйбеҙ, унан беҙгә уҡып ишеттерерһегеҙ.

  • Әйҙәгеҙ кем уҡып ишеттерәм, ти.

Әсәй

Яғымлы, һөйкөмлө

Ярата, ҡайғырта, борсола

Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белегеҙ!

Дуҫ

  • Афарин, бына ниндәй матур синквейндар килеп сыҡҡан. Һеҙ әсәйегеҙ тураһында бик матур һүҙҙәр яҙғанһығыҙ.

  1. Өй эше. Баҡалау.

Г. Юнысованың "Әсәм һүҙҙәре" шиғырын ятларға.

Бөгөнгө асыҡ дәрестә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға 5 билдәһе ҡуям.

Рефлексив анализ

Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек?

Шиғыр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Эйе уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәттәр алғанһығыҙҙыр тип ышанам. Беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыусы шағирә Г. Юнысова тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Уның йөрәгенән урғылып сыҡҡан шиғри юлдары беҙҙе әсәйҙәрҙең һүҙҙәрен тыңларға, кәңәштәрен үтәргә, уларҙы һәр ваҡыт яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәтә.

Дәресебеҙҙең аҙағын Гөлфия Юнысова шығырына яҙылған йыр менән тамамлап ҡуяһы килә. Был йырыбыҙ әсәйҙәребеҙгә бүләк булыр. ("Әсәйҙәргә бүләккә" йырын бергәләп башҡарыу)


Әсәйҙәргә бүләккә.

  1. Әсәйҙәргә рәхмәт хисе

Тулған беҙҙең йөрәктә.

Иң матур йырҙар йырлайбыҙ

Беҙ уларға бүләккә.


  1. Яҙғы тәбиғәт беҙгә ҡушыла

Беҙҙең изге теләккә.

Иң тәүге нәфис сәскәләр

Әсәйҙәргә бүләккә.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал