7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку Одежда (3 класс)

Конспект урока по башкирскому языку Одежда (3 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Кейем-һалым. Телмәр үҫтереү.

Маҡсат: - Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм фразалар үҙләштереү; Бәйләнешле телмәр, тулы һәйләмдәр төҙөргә өйрәнеү;

  • Һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешләе һөйләү телмәрен, дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;

  • Кейем-һалымды таҙа, бөхтә тотоу, ипле булыу кеүек сифаттар тәрбиәләү.



Дәрес барышы.



Ойоштороу моменты:

А) Класты сәләмләү. Иҫәнләшеү.

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңгәр һауа!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Һаумыһыҫыҙ, дуҫтарым!



Б)



Дәрескә маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу:

  • Беҙ дәрескә ниндәй бурыстар ҡуябыҙ?

  • Беҙ нимәгә ирешергә тейешбеҙ?

(-яңы һүҙҙәр өйрәнергә

-бөгөнгө теманы үҙләштерергә

-дөрөҫ уҡып өйрәнергә, дөрөҫ уҡып өйрәнергә

-телмәр үҫтерергә)

- Ни өсөн ул беҙгә кәрәк?

- Нисек итеп өйрәнербеҙ икән, әйҙәгеҙ бергәләп планлаштырып ҡарайыҡ.

(Өндәрҙе ҡабатларбыҙ

Яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш үткәрербеҙ

Яңы теманы нығытыу өсөн дәреслек буйынса күнегеүҙәр эшләрбеҙ

Дәфтәрҙә эш булыр

-Бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләрбеҙ? Ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табығыҙ.

( Яуап: дәрестә яҙырбыҙ, уҡырбыҙ, уйнарға ла өлгөрөрбөҙ.)

Конспект урока по башкирскому языку Одежда (3 класс)Конспект урока по башкирскому языку Одежда (3 класс)Конспект урока по башкирскому языку Одежда (3 класс)



  • Яҡшы, яңы теманы уңышлы өйрәнербеҙ тип ышанам, ә ниндәй тема икәнен һуңғараҡ үҙегеҙ әйтертерһегеҙ.

Телмәр үҫтереү:

-Үҙенсәлекле өн-хәрефтәрҙе ҡабатлау, ижектәр төҙөтөп уҡытыу.

-Һүҙҙәр уйлатыу

( Хәрефтәр сәскәләрҙә яҙылған була, икенсе яғында тема. Аҫтараҡ, япраҡтарҙа "Хикмәтле һандар", шулар буйынса алфавиттан кәрәкле хәрефтәр табып тема асыҡлана: КЕЙЕМ-ҺАЛЫМ,



Был темаға һүҙҙәр беләбеҙме?

Эйе икенсе класта танышҡайныҡ, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп үтәйек.

(Таҡталағы һүрәттәр ярҙымында кейем-һалым атамалары ҡабатлана. Бер-нисә һөйләм төҙөтөлә.)

-Аңлауымса был һүҙҙәрҙе бөтә уҡыусыларҙың дә иҫендә ҡалмаған, шуға карточкалар таратым бирәм, бөтәгеҙгә лә нығытырға кәрәк буласаҡ.



Дәреслек менән эш.

-Әйҙәгеҙ күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеп китәйек. Ҡайһылары таныш түгел, һүҙлектән табып яҙып ҡуяйыҡ.

Түбәтәй

Алъяпҡыс

Кеҫә

Яға

Балаҡ

Ең



Иғтибар менән таҡтаға ҡарайбыҙ.

(Ҡаралған видиосюжеттарға оҡшатып молнолог төҙөтөү)

А)-был ҡыҙ нимә тураһында һөйләй?

Был магазин ҡайҙа? Эйе Серафимда магазиндар хәҙер бик күп, кәрәкле өйберҙе һайлап алырға мөмкинлек бар, шулаймы?

-Кем магазиндарҙа булғаны бар һәм шул турала һөйләп китергә теләй?

Б) -Ә һеҙҙең айырым кейем шкафы бармы?

В) -Һеҙ мәктәптә, тышта нимәләр кейеп йөрөйһөгөҙ? Әйҙәгеҙ шул турала әйтеп китегеҙ.



ЯЛ МИНУТЫ

-Ҡыҙҙар яңы кейемдәре тураһында беҙгә һөйләгәйне, һеҙ дуҫығыҙҙа яңы әйбер күрһәгеҙ нимә эшләйһегеҙ? Берәй әмә әйтәһегеҙме?

-Әйҙәгеҙ хәҙер башҡортса матур итеп теләктә теләргә өйрәнәйек.



Күнегеүҙәге теләктәрҙе уҡыу. Тәржемә итеү

Дәфтәрҙә эш:

Матур яҙыу минуты

Оҡшаған өс иң яҡшы теләктәрҙе дәфтәргә яҙып алыу.



Яҙып алдыҡ. Әйҙәгеҙ хәҙер уларҙы телмәрҙә ҡулланып өйрәнәйек.

Диалог төҙөтөү. (Терәк-схема: Иҫәнләшеү. Ҡайҙа барыуын асыҡлау.

Унда ни эшләүе тураһында асыҡлау. Теләктәр теләү)





Дәресте нығытыу өсөн күнегеүҙәр

Әйҙәгеҙ бергәләп уйнап алайыҡ.

(Кроссвордта кем күберәк кейем атмаларын табыр?)

Ребустар сисеү



Дәресте йомғаҡлау:

-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр белдей?

-Нимәгә өйрәндек?

Үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?



Баһалау.

Өй эше. Яҙҙырыла һәм аңлатыла.













 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал