7


  • Учителю
  • Урок башкирской литературы на тему: Подготовка к сочинению по произведению Н.Мусина Звериная шкура

Урок башкирской литературы на тему: Подготовка к сочинению по произведению Н.Мусина Звериная шкура

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвященную 85-летнему юбилею народного писателя Нугумана Мусина





Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған республика методик эшкәртмәләр конкурсы эше













Подготовка к сочинению по произведению

Нугумана Мусина "Звериная шкура"







Ноғман Мусиндың "Йыртҡыс тиреһе" әҫәре буйынса инша яҙыуға әҙерлек дәресе









Мухетдинова Альфина Муллаяровна,

учитель башкирского языка и литературы

муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения

средняя общеобразовательная школа с.Шулганово

Татышлинского района









Мөхөтдинова Әлфинә Муллаяр ҡыҙы, Тәтешле районы Шүлгән ауылының муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы

урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы







Ноғман Мусиндың "Йыртҡыс тиреһе" әҫәре буйынса инша яҙыуға әҙерлек



Дәрестең маҡсаттары:

Йөкмәткегә ҡарата. Н.Мусин ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Повестағы геройҙарҙы үҙ-ара сағыштырыу юлы менән әҫәрҙәге конфликтты асыҡлау. Кешенең көсө һәм көсһөҙлөгө нимәлә тигән һорауҙарға яуап табыу.Әҫәрҙәге ҡапма-ҡаршы төркөмдөң характер сифаттарын асыу. Автор позицияһын асыҡлау, уға баһа биреү.

Йәмғиәттәге тиҫкәре күренештәргә тәнҡитле ҡараш тәрбиәләү, улар менән көрәшергә ынтылыш үҫтереү.

Иншаның төҙөлөшөнә ҡарата. Иншаның инеш, төп өлөш, йөмғаҡлау өлөштәрендә яҙыласаҡ материалдарҙы тикшереү юлы менән күҙаллау, иншаның күләмен билдәләү. Яҙма формала текст төҙөргә өйрәтеү.

Дәрес тибы: һығымта яһау һәм систематизациялау (алған белемде системаға һалыу) дәресе.

Уҡытыу методы: эҙләнеү методы.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, проблемалы уҡытыу, компьютер технологияһы.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет буйынса һөҙөмтәләр: уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен белеү, әҫәрҙе анализлай белеү, геройҙарға ҡылыҡһырлама бирә белеү.

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләү, кәрәкле мәғлүмәтте таба һәм уны урынлы ҡуллана белеү.

Шәхси һөҙөмтәләр: үҙ фекереңде яҙма рәүештә логик эҙлеклелектә аңлата белеү, башҡорт әҙәби телендә стилистик яҡтан дөрөҫ һөйләмдәр төҙөү.

Йыһазландырыу: Ноғман Мусиндың портреты, "Йыртҡыс тиреһе" әҫәре, уҡыусылар алып килгән материалдар (образдарға характеристика, афоризмдар, мәҡәлдәр), компьютер, презентация материалдары.

Дәрестең киңәйтелгән план-конспектыЭш

төрҙәре

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Йыһаз



Психологик инеш

Психологик кәйеф шарттары булдырыу.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, балалар! Беҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ижадын өйрәнеү буйынса дәрестәрҙе дауам итәбеҙ. Һеҙ уның ижадын бик яратып өйрәндегеҙ. Беҙҙең бөгөнгө дәрес иһә һеҙҙе юғары мәҙәниәтле, яҡшы менән яманды айыра белеүсе кеше итеп тәрбиәләргә, тормошта үҙ урынығыҙҙы табырға ярҙам итә торған дәрес булыр тип уйлайым. Дәресте башлайыҡ!

Слайд 1.

Н.Мусиндың портреты

Эшмәкәрлеккә үҙбилдәләнеш



Н.Мусин ижадын өйрәнеү һәм уның "Йыртҡыс тиреһе" әҫәре буйынса башҡарылған эштәрҙе барлау

Һорауҙар:

Н.Мусин ижадын өйрәнгәндә нимәләр эшләнек?

Яуаптар:

Н.Мусиндың биогра- фияһын өйрәндек, элек уҡылған әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙөк ("Тайғаҡ баҫма", "Ҡоралайҙар", "Атайымдың ос һәнәге"), "Йыртҡыс тиреһе" әҫәрен уҡып, анализланыҡ.

Н.Мусиндың

китаптары-

нан

күргәҙмә,

альбом материал-

дары



Н.Мусин тураһында нимәләр белдегеҙ?

Әҙәби диктант тәҡдим итеү

(телдән тикшереү)

Ике вариантта бирелгән терәк һүҙҙәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөп әйтәләр

Слайд 2.

2-се слайдтың яуаптарын тикшереү



Ишембай р-ы, Ҡолғона а.



Салауат р-ы, Арҡауыл а.

Маҡар урта мәктәбе

Өфө, 9-сы гимназия

М.Горький ис. әҙәбиәт институты

Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты

Тәүге шиғыры -"Ленин", 1950

Тәүге хикәйәһе -"Минең дуҫ", 1953

Тәүге ҙур әҫәре -"Зөһрә" повесы

Тәүге китабы "Йүрүҙән"

С.Юлаев ис. Премия +

С.Юлаев ис. Премия -

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Шағир, журналист

Прозаик, публицист

Төп тема: кеше һәм тәбиғәт, ер кешеһенең дәрәжәһе

Төп тема: туған тел, халыҡ, ил, милләт яҙмышы





Дәрестең темаһын, маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү

Өйгә эште тикшереү

Ниндәй өй

эше бирелгәйне?

Әҫәр буйынса инша яҙыу өсөн материал йыйырға.



Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү

Бөгөнгө дәрестең темаһы һәм маҡсаты нисек булыр?

Тема: Инша яҙырға әҙерлек дәресе

Маҡсат: алып килгән материалдарҙы тикшереп, системаға һалыу, иншаның темаһын асыҡлау, инша өсөн план төҙөү



Инша яҙыу өсөн белем кимәлен асыҡлау

Был маҡсатҡа ирешеү өсөн беҙ нимәләр беләбеҙ?

Беҙҙең алда ниндәй материалдар

(белемдәр) бар?

1.Әҫәрҙең тема, проблема, идеяһын беләбеҙ.

Тема: изгелектең яуызлыҡ тарафынан еңелеүе.

Проблема: ҡараңғы мөхиттән сығыу юлының барлығы-юҡлығы.

Идея: ғәҙелһеҙ йәмғиәткә тәнҡитле ҡараш тәрбиәләү.

2.Образдарҙы асыҡлай, уларға ҡылыҡһырлама бирә беләбеҙ.



Ғәмәли эш.

Төркөмләп эшләү.

Бирем: әҫәрҙәге ҡапма-ҡаршы төркөм- дәргә ҡылыҡһырлама бирегеҙ. Уларҙың көслө һәм көсһөҙ яҡтарын айырып күрһәтегеҙ.

Ике төркөмгә бүленеп эшләйҙәр:

Яуымбай һәм уның улы Һолтанбай -байлыҡтан намыҫты өҫтөн ҡуйып, ауыр ваҡытта үҙҙәренән өҙөп илгә, халыҡҡа ярҙам итергә әҙер тороусы, намыҫтары ҡушҡанса йәшәүсе, тырыш, ғәҙел кешеләр. Физик көслө, аҡыллы, ныҡ ихтыяр- лы, намыҫлы, рухи бай булыуҙары - көслө кешеләрҙә генә була торған һоҡланғыс сифаттар. Улар өсөн йәмғиәттәге алыш-биреш, ялағайлыҡ - бөтөнләй сит күренеш. Уларҙың көсһөҙлөгө - намыҫһыҙ кешеләргә ҡаршы тора алмауҙа, насар сифаттар нормаға әйләнгән йәмғиәттә йәшәргә мәжбүр булыуҙа.

Булашов, милиционер, райком кешеләре, прокурор - заман түрәләре, үҙҙәренең эш урынын байлыҡ йыйнау, ришуәт алыу һәм биреү, уларса йәшәмәгән намыҫлы кешеләрҙе кәмһетеү өсөн ҡулланған әхлаҡһыҙ, принципһыҙ ҡомһоҙ заттар. Көстәре -ҡулдарында булған власть, ҙур эш урындары, ә кеше булараҡ улар бер меҫкендәр.

Уҡыусылар-

ҙың

әҫәр геройҙарына ҡылыҡһыр

лама-

лары

(әҫәргә

анализ

яһаған

дәрестә яҙылған,

өйҙә тулыланды-

рылған)

Проблема ҡуйыу

Образдарға ҡылыҡһырлама нимә бирә?

а)ҡайһы төркөмдәр араһында конфликт тыуыуын күрһәтә;

б)конфликттың сәбәбен, уның кем файҙаһына бөтөүен асыҡлай



Парлап эшләү

Инша яҙыу өсөн ниндәй темалар (тематика) тәҡдим итәһегеҙ?

Яуаптар:

1. Кешенең көсө һәм көсһөҙлөгө.

2.Айыуҙы еңгән кеше ни өсөн кешенән еңелә?

3.Ғәҙелһеҙ йәмғиәттә кешегә баһа.

4.Әҫәрҙәге геройҙарға сағыштырмаса ҡылыҡһырлама.





Төп теманы нигеҙләгеҙ

Темаларҙың һәр береһендә кеше, уның көслө һәм көсһөҙ яҡтары хаҡында һүҙ бара, шунлыҡтан иншаның темаһы итеп "Кешенең көсө һәм көсһөҙлөгө" темаһын алырға була.





Тема һайланды. Хәҙер ни эшләйбеҙ?

Инша яҙыу буйынса белемдәрҙе барлайбыҙ. Беләбеҙ:а)иншаның инеш, төп өлөш, йомғаҡлау өлөштәре була;

б)Иншаның күләмен билдәләйбеҙ;

в)Инша өсөн план төҙөйбөҙ.





Ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?

Баяғы темаларҙы иншаның планы итеп ҡулланып була.



Ғәмәли өлөш.

Инеш өлөш өсөн материалдар.

Инеш өлөштә нимә хаҡында яҙырға кәрәк тип уйлайһығыҙ? Тәкдимдәр, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.















Уҡыусылар өйҙә әҙерләгән презентациялар күрһәтелә:

1)Кешенең көсө һәм көсһөҙлөгө тураһында афоризм , цитаталар….

2)Кешенең физик, аҡыл көсө тураһында халыҡ мәҡәлдәре

3) Кешене көслө итеп күрһәтеүсе сифаттар. Был сифаттарға ҡаршы насар сифаттар.









слайд 3





слайд4





слайд5



Слайд 3

Көчлелегең белән горурланма! Кешелегең белән горурлан!

Муса Җәлил.

Что может быть хуже в человеке, чем покорность в нужде и заносчивость в богатстве.

Ибн Аби-Талиб, арабский мудрец



Слайд 4 (Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килгән халыҡ мәҡәлдәре)



1. Ил ҡайғыһы - ир ҡайғыһы

2.Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме булған меңде йығыр

3. Кем ҡулында иллелек, уның һүҙе иң элек.

4. Нәфес -енәйәт етәксеһе.

5. Яман килде -яу килде.



Слайд5



Көслөлөк билдәһе, кешенең дәрәжәһе,

бәҫе булған

яҡшы сифаттар

Көсһөҙлөк, түбәнлек билдәһе булған

насар сифаттар

Рухи ныҡлыҡ

Ғилемле булыу

Ихтыяр көсө

Намыҫ

Ғәҙеллек

Сабырлыҡ

Тырышлыҡ

Хеҙмәт һөйөү

Турыһын һөйләү

Ялағайлыҡ

Ике йөҙлөлөк

Һүҙеңдә тормау

Алдашыу

Урлашыу

Ябай халыҡҡа ҡарата кәмһетеүле мөнәсәбәт

Наҙанлыҡ











Һорауҙар:

1.Был цитаталарҙы ҡайҙан алдығыҙ, уларҙың авторҙары хаҡында бер нисә һүҙ әйтегеҙ.

2.Мәҡәлдәр һәм афоризмдар әҫәрҙәге кемдәрҙе характерлай?

Балаларҙың яуаптары тыңлана.



Белемдәрҙе киңәйтеү, һүҙлек эше

Тәҡдим ителгән слайдтарҙа кем тураһында һүҙ бара

Уҡыусылар афоризмдарҙың һәм халыҡ мәҡәлдәренең ҡайһы геройға хас булыуы хаҡында фекер алыша, афоризмдарҙы башҡорт теленә тәржемә итә. Уҡытыусы афоризм авторҙары хаҡында ҡыҫҡа белешмә бирә.



Коррекциялау

Кемдең өҫтәмәләре бар?

Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана, һығымта яһала.



Проблема ҡуйыу

Ошолар тураһында фекер йөрөтөү инеш өлөш өсөн етерлек материал була аламы?

Инеш өсөн был материал етә, сөнки унда төп тема яҡтыртылмай, бары тик төп темаға ҡағылышлы фекерҙәр әйтелә.



Инеш өлөштөң ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.

Һығымталар буйынса йомғаҡ яһау

Тимәк, инеш өлөштә нимәләр тураһында яҙырһығыҙ, йомғаҡлап ҡуйығыҙ.

Яуаптар:

Кешенең дәрәжәһен бәҫен (аҡыл, намыҫ, физик көс, рух ныҡлығы) һәм түбәнлеген (ялағайлыҡ, үҙ фекерең булмау, алдашыу һ.б.) күрһәтеүсе сифаттар хаҡында яҙабыҙ. Яҡшы сифаттар элек-электән башҡорт халҡы өсөн ҡиммәт булған, быны халыҡ мәҡәлдәре йәки афоризмдар менән раҫлап ҡуябыҙ.



Ғәмәли эш. Төп өлөш өсөн материалдар.

Төркөмләп эшләү

Төп өлөшкә ниндәй фекер, һөйләм ярҙамында күсергә була?

Бер нисә вариант тәҡдим итегеҙ.

Балалар төркөмдәрҙә эшләйҙәр:

1.Беренсе юл.

Был теманың башҡорт әҙәбиәтендә ниндәй әҫәрҙә яҡтыртылыуын әйтергә була. Мәҫәлән, З.Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" повесында ике малайҙың дуҫлығы береһенең ҡурҡаҡлы- ғы, һүҙендә тормауы арҡаһында өҙөлһә, артабан был дуҫлыҡтың көсө намыҫлы, ғәҙел эштәр менән раҫлана.

2. Икенсе юл.

Ноғман Мусиндың беҙ уҡыған башҡа әҫәрҙәрендә лә кешенең көсө хаҡында һүҙ бара. Миҫалға "Тайғаҡ баҫма" әҫәрен алайыҡ. Әҫәрҙең геройы Рәхмәт - ғәҙел- леге, ярҙамсыллығы менән көслө.



З.Биишева-

ның

"Дуҫ

булайыҡ"

повесы























Н.Мусиндың

"Тайғаҡ

баҫма"

әҫәре

Төп өлөштөң ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.

Һығымталар буйынса йомғаҡ яһау

Яҡшы. Төп өлөштә ниндәй һорауҙарға яуаптар эҙләйһегеҙ?

1. Әҫәрҙәге ҡапма-ҡаршы төркөм кешеләренең характер сифаттары, донъяға ҡараштары,маҡсаттары яҡтыртыла.

2. Айыуҙы еңгән кешенең ни өсөн кешенән еңелеүе асыҡлана.

3.Төп һорауға яуап табабыҙ: ни өсөн яҡшылыҡ яманлыҡ тарафынан еңелә? Киреһенсә булырға тейеш бит.





Яуабығыҙ ниндәй булыр?

Яуаптар:

Кешенең көсө физик көстә генә булмайынса, намыҫ, ярҙамсыл булыуҙа, ғәҙеллектә икәнен, был сифаттар Яуымбай һәм Һолтанбайҙың төп сифаттары икәнен күрҙек. Тимәк, улар йәшәгән йәмғиәттә был сифаттар түгел, ә ғәҙелһеҙлек,ялағайлыҡ, ике йөҙлөлөк, урлашыу, һүҙ менән эштең тап килмәүе, ялған кеүек сифаттар өҫтөн.





Проблема ҡуйыу

Был фекерҙе нисек итеп дәлилләрһегеҙ?

1.Әҫәрҙән цитаталар ҡулланып (Миҫалдар: Һолтанбай үҙенең атаһы хаҡында "ирлек намыҫына тап төшөрмәй йәшәгән атай",ти; Яуымбайҙың улына әйткән васыяты: "Кешелегеңде, намыҫыңды юғалтма, улым, хәләл көс менән йәшә. Донъяңда харам малдың остоғо ла булмаһын. Кешеләргә ярҙамсыл, изгелекле бул, әммә заман түрәләре ҡурайына бейемә. Улар -үҙ көйөн көйләп кенә, башҡаларҙы уйламай йәшәүсе бәндәләр"

2.Автор позицияһын асыҡлау аша.





Автор позицияһы нимәлә сағыла, уны асыҡлағыҙ.

Яуаптар:

а)Яуымбайҙың да, Һолтанбайҙың да, Бөтә көслөлөк билдәһе булған яҡшы сифаттары булыуға ҡарамаҫтан, тормош - тары ауыр, ә ғүмерҙәре фажиғале тамамлана, тимәк, улар йәшәгән йәмғиәт дөрөҫ ҡоролмаған. Унда ялған хаҡлыҡты еңә, закондар боҙола. Автор ошо йәмғиәткә тәнҡитсел ҡарарға өйрәтә.

б) Н. Мусин үҙ әҫәрен "Йыртҡыс тиреһе" тип атай.Бында йыртҡыстар - түрәләр, уларҙың башҡаларға ҡарата йыртҡыстарса мөнәсәбәте. Улар айыуҙан да ҡурҡынысыраҡ.



Ғәмәли эш. Йомғаҡлау өсөн материалдар

Иншаның йомғаҡлау өлөшөнә еттек, бында нимә яҙырһығыҙ?

Башҡа ваҡыттағы һымаҡ, бында әҫәргә, геройҙарға үҙ ҡарашыбыҙҙы сағылдырырға тейешбеҙ. Дәрестә әйтелгәндәр дөйөмләштерелә, һығымта яһала.





Йомғаҡлау өлөшөнөң йөкмәткеһе.

Һығымталар буйынса йомғаҡ яһау.

Ниндәй һорауҙарға яуап эҙләрһегеҙ?

а)Мин бындай йәмғиәттә йәшәргә теләйемме?

ә)Ни эшләп йәмғиәттә ҡырағай закондар урынлашҡан?

б)Мин был йәмғиәттә нимә үҙгәртә алам?

в)Үҙгәртеү өсөн миңә Яуымбай һәм Һолтанбайҙа булмаған ниндәй көстәр кәрәк?

г)Ундай көстө үҙеңдә нисек тәрбиәләргә?

ғ)Әҫәрҙә ҡуйылған проблеманан сығыу юлы бармы?

д) Йомғаҡлауҙа үрнәк итеп М.Аҡмулла, С. Юлаев, Һ. Дәүләтшина, М. Мортазиндарҙың тормошон, уларҙың иң ауыр ваҡытта ла һығылып төшмәүҙәрен, рухи яҡтан көслө булыуҙарын, ҡаҡшамаҫ ныҡлыҡтарын күрһәтергә кәрәк.

е)Афоризмдар ҡулла- нып, үҙ фекерҙәребеҙҙе нығытып ҡуйырға тейешбеҙ.





































Булған белемде ҡулланыу

Быға тиклем яҙған иншалар өҫтөндә нисек эшләй инек?Йәғни нимәләр беләбеҙ?

Артабан ниндәй эшләр ҡалды?

Тағы нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк?

1.Артабан өйҙә иншаны яҙабыҙ.

2.Уны стилистик яҡтан камиллаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Һүҙ, фраза, һөйләмдең дөрөҫ төҙөлөшөн һәм үҙ-ара бәйләнешен тикшерәбеҙ.

3.Булған материал- дарҙы системаға килтерәбеҙ. Һүҙлектәр ҡулланып, орфографик, пунктацион хаталарҙы бөтөрәбеҙ.

4.Булған материал- дарҙы ҡулланып та, күләме етмәһә, йәки текстың йөкмәткеһе тулы булмаһа, тағы мәғлүмәттәр өҫтәйбеҙ.

5. Иншаны тикшереп сығабыҙ, ҡараламанан дәфтәргә күсереп яҙабыҙ, систалығына иғтибар итәбеҙ.



Рефлексия



Дәрестең маҡсаты ниндәй ине? Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимәләр эшләнек?

Нимәләр белдек?

Дәрес өйҙә инша яҙыу өсөн файҙалы булдымы?

Үҙегеҙҙең бөгөнгө эшегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?

Кемдәр иншаны тулыһынса күҙаллай, нимә һәм нисек яҙырға икәнен аңланы, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ.

Кемдәргә дәрестәге материал етерлек түгел йәки ауыр тойолдо?

Иптәштәрегеҙҙең эшен, алып килгән материалдарҙы нисек баһалайһығыҙ?

Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана, билдәләр ҡуйыла.



Өйгә эш



Бөгөнгө дәрес материалдарын ҡулланып, "Кешенең көсө һәм көсһөҙлөгө" темаһына инша яҙырға.

Кем беҙ дәрестә ҡарап үткән башҡа теманы һайланы, шул темаға яҙырға ла мөмкин.





Йомғаҡлау.



Уҡыусылар, һеҙ дәрестә бик актив эшләнегеҙ. Беҙ бөгөн бик ауыр һорауҙарға - нисек көслө булырға, нисек ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшергә, намыҫлы булып йәшәргә тигән һорауҙарға яуап эҙләнек. Был эзләнеүҙәр хәҙер ҙә, алдағы тормошоғоҙҙа ла бик мөһим роль уйнар тип уйлайым. Һәр кем үҙ фекерҙәрен матур һүрәтләү сараларын ҡулланып, теманы дөрөҫ асып, матур әҙәби тел менән яҙылған, тәрән фекерҙәре ярылып ятҡан иншалар яҙып килерһегеҙ, тип ышанам. Дәрес бөттө, һау булығыҙ!

















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал