- Учителю
- Урок башкирского языка Труд взрослых и детей
Урок башкирского языка Труд взрослых и детей
Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте.
4синыф.
Дәрестең маҡсаты.1.Һөйләү телмәрен үҫтереү,үҙ аллы һәм аңлы уҡырға,эшләргә өйрәтеү.
2.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә йомғаҡлау дәресе.
3.Тыуған ергә,тәбиғәткә һөйөү,туғандарға ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу.Тыр-тыр ,сәскә,карта,һүрәттәр,Һүҙҙәр,"Аҡбуҙат",
журналы, (№9,2003.) биремдәр.
Таҡтала.Тыр-тыр һүрәте,тема,текст,һүҙҙәр.
Текст.Нефть-ҙур байлыҡ.Ул Башҡортостанда иң тәүҙә Ишембай ҡалаһында табылған.
Нефть Туймазы.Бәләбәй,Өфө эргәһендә лә сығарыла.
Һүҙҙәр:Башҡортостан,тау,ил,урман,йылға,бай,күп,матур.
Дәрес барышы:1.Ойоштороу.-Һаумыһығыҙ,балалар!
-Һаумыһығыҙ,ҡунаҡтар!
-Ултырығыҙ!
Дәрестең темаһы.Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте.
Дәрестең маҡсаты:Дәрестә хеҙмәт,Башҡортостан тураһында белемебеҙҙе ҡабатларбыҙ,яңғыҙлыҡ Һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе лә иҫкә төшөрөрбеҙ.
1.Артикуляцион күнегеү.
ҙа-ҙа-ҙа-ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
ҙы-ҙы-ҙы-ҡаҙҙар йылғаға барҙы.
ҙә-ҙә-ҙә-рәхәтләнеп йөҙә.
ҙы-ҙы-ҙы-ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
2.Беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар менән бергә бер малай килгән.(таҡтала тора.)
-Һинең исемең нисек?
-Минең исемем Тыр- тыр.
-Эйе,уның исеме Тыр-тыр.Ул ҡунаҡҡа буш килмәгән,үҙе менән күстәнәстәр килтергән.Яҡҡшы,дөрөҫ яуаптарға сәскә таратам.
-Нимә ул хеҙмәт?Ниндәй икенсе һүҙ менән алмаштырып була?
-Ғаиләлә кемдәр эшләй?
-Атайың кем булып эшләй?
-Әсәйең кем булып эшләй?
-Төҙөүсе нимә эшләй?(Төҙөүсе өй һала.)
-Уҡытыусы нимә эшләй?(Уҡытыусы балалар уҡыта.)
(Шофер,игенсе,һатыусы,тәрбиәсе,табип,нефтсе.)
-"Аҡбуҙат" журналынан уҡыйым.Һөнәрҙәр күп-һайлап ал!Миләүшә Ғәлиева.Ниндәй һөнәрҙәр тураһында бара?
а)Күбәләкле ал күлдәге б)Белем илен күргәнемюҡ,
Эй килешә Ләйләгә. Бәләкәй мин әлегә.
Ләйлә кейгән күлдәктәрҙе "Уҡытыусы ишек аса,-
Уңған апайҙар тегә. Ти әсәйем,-ул илгә."
в)Ағайым- етеҙ урмансы г)"Кем эшләмәй-шул ашамай",-
Тәбиғәтте һаҡлаусы, Яҡшы белә ашнаҡсы.
Терпекәйҙе,тейенкәйҙе, Шоколадтан торт бешереп
Ҡуянҡайҙы яҡлаусы. Тәмләтеп ҡарамаҡсы.
Мин дә урман ҡарайым Телдәреңде йоторлоҡ,
Ғорурланһын ағайым. Һөнәрҙәрен оторлоҡ!
-Эйе,һөнәрҙәр күп.Һөнәрҙе үҙеңә оҡшағанды,күңелеңә яҡын һөнәрҙе һайларға кәрәк.Уның өсөн яҡшы уҡырға кәрәк.
-Һин үҫкәс кем булаһың?(уҡыусыларҙан һорайым.)
-Атай-әсәйҙәр эшләйҙәр,эш хаҡы алалар.Ә һеҙ эшләйһегеҙме?
-Уҡыу-ул ҙур ,ауыр эш.Белем алыр өсөн тырышып,яҡшы уҡырға кәрәк.Илебеҙгә файҙалы,аҡыллы белгестәр кәрәк.
ЯЛ МИНУТЫ.
3.Хәҙер Башҡортостан тураһында һөйләшеп алайыҡ.
-Беҙҙең республика нисек атала?(картанан күрһәтәм.) Уның баш ҡалаһы-Өфө.Һеҙ ниндәй районда,ауылда йәшәйһегеҙ?(уҡыусылар таҡтаға сығып күрһәтә.)
-Күрше райондарҙы беләһегеҙме?(картанан күрһәтәм.)
-Ә ниндәй күрше өлкә бар?(Силәбе өлкәһе.)
4.Текст өҫтөндә эш.(таҡтала.)-Үҙ аллы уҡыу.
-Уҡыусынан уҡытам.Тәржемә итәләр.Нимә тураһында бара.
-Өфө,Ишембай,Туймазы,Бәләбәй-нимәисемдәре?Ни өсөн ҙур хәреф менән яҙылған?
-Ҡала исемдәре ҙур хәреф менән яҙыла.
-Текста уртаҡлыҡ исемдәр бармы? Нимә ул уртаҡлыҡ исемдәр?Миҫалдар килтерегеҙ.
5.Таҡтала һүҙҙәр яҙылған,шул һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөйҙәр.Иң матур һөйләмде уҡытып таҡтаға яҙҙырам.
6.Текст уҡыйым.
Ура…Уның күкрәгенән көс алып,урау-урау юлдар үтеп,беҙҙең данлы Ағиҙелебеҙ,тынғыһыҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ҡарап ашыға.Йырҙарҙа йырланған Ашҡаҙар,көйҙәрҙә көйләнгән Дим менән Һаҡмар,маҡтап һөйләгән Сәрмәсән,данлап телгә алынған Танып,Эҫем кеүек йылғалар тыуған яҡтың йәмен тыуҙыра.
-
Ниндәй исемдәр ишеттегеҙ?Нимә исемдәре?
-
Беҙҙең ауыл эргәһендә ниндәй йылғалар аға?Эҫем йылғаһы.
(картанан күрһәтәм.)
Йомғаҡлау.1.Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?(ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте тураһында.Һөнәрҙәрҙе ҡабатлайбыҙ.Балаларҙың хеҙмәте-ул уҡыу.Яҡшы уҡыусы ата-әсәләргә киләсәктә ҙур ярҙамсы була.)
2.Ниндәй исемдәр яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала?Ми-
ҫалдар килтерегеҙ.Ниндәй исемдәр уртаҡлыҡ исемдәр тип атала?Миҫалдар килтерегеҙ.
3.Беҙҙең республика,район,ауыл нисек атала?
Баһалау.Нисә сәскә йыйҙығыҙ?Был Тыр-тыр күстәнәсе.(чупа-чупс.)Афарин!Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт!
Өйгә эш.хеҙмәт тураһында ике мәҡәл яҙып килергә.