7


  • Учителю
  • Разработка урока на тему: Х. Әхмәтов 'Тыуған ауылым'. Эйәртеү теркәүестәре.

Разработка урока на тему: Х. Әхмәтов 'Тыуған ауылым'. Эйәртеү теркәүестәре.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Х.Әхмәтов "Тыуған ауылым". Эйәтреү теркәүестәре.


Маҡсат: Х.Әхмәтовтың тормошо һәм ижады менән танышыу, шиғыр йөкмәткеһен аңларға һәм һөйләргә өйрәтеү, эйәртеү теркәүестәре менән танышыу.


Йыһаҙландырыу: Х.Әхмәтовтың портреты, Башҡортостан картаһы, дәреслек, компьютер.

Дәрес барышы:

1.Һаумыһығыҙ балалар, ултырығыҙ!


Йырҙан ғүмерлерәк нимә бар һуң?

Йыр тормошто биҙәй, хеҙмәтте.

Йыр кешегә дуҫ та һәм юлдаш та,

Йыр йәшәртеп йәшәй йөрәкте!

( А.Игебаевтың шиғыр юлдарын үҙем уҡыйым)


2.

а) - Уҡыусылар, ә ни өсөн беҙҙең дәрес йыр һүҙе менән бәйле икән?

(уҡыусыларҙың яуаптары)

Йыр менән бәйле..., сөнки беҙҙең бөгөн танышасаҡ шәхесебеҙ - композитор Хөсәйен Әхмәтов.

б) - Уҡыусылар, хәҙер дәфтәрҙәрҙе йыйып алайыҡ һәм икенсе дәфтәрҙәргә бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.(дата һәм тема таҡтаға яҙылған)


3.Хөсәйен ағай Әхмәтов тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Булма һа, әйҙәгеҙ беҙ уның менән танышып китәйек.( портретын күрһәтәм)

- Бына ул киң маңлайлы, сал сәсле композиторыбыҙ Х.Әхмәтов 1914 йылдың 6 ғинуарында Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.Ул күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның бала сағы бикауыр була һәм йәшләй етем ҡала.Ауырлыҡтар ҙа уны урап уҙмай: Урал йылғаһында һалға тиклем ағыҙа ул. Бала саҡтан уҡ йыр моңға ғашиҡ булған ул...

Хөсәйен ағайҙың матур моңло тауышы тураһында булған бер хәлде һөйләп алайым әле һеҙгә, уҡыусылар.

1930 йылдың көҙөндә Х.Әхмәтов ике туған ағаһы (Хажи) Темәс ауылына китәләр. Унда һигеҙйыллыҡ мәктәп була. Ара алыҫ булыу сәбәпле, (50саҡрым)уҡыу башланыуға барып етә алмайҙар.Өйгә кире ҡайтмаҫҡа ҡарар итеп, улар Баймаҡҡа йүнәләләр. Юлдың ауырлығы һиҙелмәһен өсөн, улар икәүләп, юл буйы йырлап баралар. Һәм ҡапыл,артта ат тояҡтары тауышын ишетеп, үлән араһына ҡасалар. Был кешеләр туҡтап,уларҙы табып, үҙҙәренең ауылына алып ҡайтып китәләр.

Баҡтиһәң, был кешеләр,уларҙың юл буйлап, моңло, матур итеп йырлағандарын тыңлап килгәндәр икән. Һәм үҙҙәренең ауылдарында үткәргән көҙгө уңыш байрамында Хөсәйен ағайҙы йырлатҡандар.

Ошонан һуң Х.Әхмәтов Баймаҡ Тау сәнәғәте мәктәбендә уҡый һәм тамамлай.

Унан үҙенең тырышлығы менән Ҡазан музыка техникумын тамамлай. Бының менән генә сикләнмәй.Мәскәү дәүләт консерваторияһына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙе теләп фронтҡа китә.Һуғыштан һуң ғына ул консерваторияны тамамлай.

Унда уҡыған осорҙа бик күп йырҙар, романстар яҙа. Ишеткәнегеҙ барҙыр "Урал", "Ғилмияза", "Сибай" йырҙарын...Беҙ белгән "Шайморатов генерал" шиғырына, көйҙө Х.Әхмәтов яҙған.

Композиторыбыҙҙың бик күп орден, миҙалдары бар. Шулай уҡ ул Салауат Юлаев премияһы лауреаты.

Ул йөҙәрләгән йырҙың авторы.


4. а)Уҡыусылар, хәҙер Х.Әхмәтовтың "Тыуған ауылым" шиғырын үҙаллы уҡып сығығыҙ. (Һуңынан бер, ике уҡыусы ҡысҡырып уҡып сыға)

б) Был шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара? ( уҡыусылар менән әңгәмә ҡорам)

в) Ә һеҙ, уҡыусылар, Хөсәйен ағай кеүек үҙ тыуған яғығыҙҙы яратаһығыҙмы?(әңгәмә)


5. Ял минуты.(уҡыусыларға йомаҡтар таратып бирәм. Бер-береһенә йомаҡ әйтешеп алалар)


6.Балалар, хәҙер темабыҙҙың икенсе өлөшө -теркәүестәргә күҫәйек.

Беҙ, теркәүестәрҙе ике төргә бүленә тигәйнек..Ниндәй теркәүестәрҙе беләбеҙ? (яуап)

Эйе, теҙеү һәм эйәртеү.


7. Таҡтала эшләйбеҙ. Шаҡмаҡтарҙы теркәүестәр менән тултырабыҙ



м

м

Й

ә


а

ғ

л

л


Яуаптар: әммә, йәки, тағы, әллә.


8. Ә эйәртеү теркәүестәренә- сөнки ( потому что), шуға ла (поэтому), тимәк( значит), әгәр (если), шулай булғас ( в результате этого), айырыуса, бигерәк тә һәм башҡалар инә.(87-се биттәге ҡағиҙәне уҡыйбыҙ).


9. 109-сы,110-сы күнегеүҙәр өҫтөндә эшләйбеҙ.


10. Дәресте йомғаҡлау.

Уҡыусылар, беҙ бөгөн Х.Әхмәтов менән таныштыҡ. Хөсәйен ағай кем ул? (Яуап)

Кем картанан уның тыуған районын, ауылын күрһәтер?

Унда ниндәй йылғаны күрәһегеҙ? ( Һаҡмар)


11.Өйгә эш: 111-се күнегеү ( аңлатма бирәм)


12. Уҡыусыларҙы баһалайым.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал