7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку на тему Уфа. Существительное (4 класс)

Конспект урока по башкирскому языку на тему Уфа. Существительное (4 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан Республикаһы

Туймазы районы муниципаль районы

Серафимовка ауылының 1-се урта мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы





Өфө - баш ҡала.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.





(4 класс)

</













Башҡарҙы: Шәрипова Ю.С.

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы











2014

Өфө - баш ҡала.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Маҡсат:1) Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте

арттырыу;һөйләү телмәрен үҫтереү;

2) Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын нығытыу;

3) тыуған илебеҙгә, баш ҡалабыҙға һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:мультимедиа проекторы, кроссворд,слайдтар.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.Һаумыһығыҙ уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар.Хәйерле көн.Хәлдәрегеҙ нисек?

-Ҡояшлы иртә кеүек.Башҡорт телен , Салауат телен өйрәнергә тип килдек.





Уҡыусылар, бер- беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, эстән генә дәрестең уңышлы, файҙалы булыуын теләйек. Ҙур теләк менән эш башлайыҡ.Бындай саҡта нимә тиҙәр әле.

-Хәйерле сәғәттә.

-Класта кем дежур?(Бөгөн мин дежур.Класта бөтәһе лә бар.Бөгөн 17апрель.Кесаҙна)

2.Артикуляцион күнегеү.

-Әйҙәгеҙ, башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшеү өсөн тын юлдарына гимнастика яһайыҡ.Шар тултырыу - тәрән итеп тын алып, уны кинәт сығарабыҙ.

-Ә хәҙер ижектәрҙе дөрөҫ итеп уҡыйбыҙ:

-ҙү,-йү,-ҡә,- ҡү, -ҫә,-ҫө,-ңә,-ңө.

(Бер уҡыусы уҡый, унан хор менән уҡыу). Бик яҡшы.

3.Маҡсатҡа сығыу:

- Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ икән? Быны белер өсөн һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табырһығыҙ тип уйлайым.









4-се слайд:

















(Дәрестә беҙ яҙырбыҙ, уҡырбыҙ.Уйнарға ла өлгөрөрбөҙ).

Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу .

Уҡыусылар, беҙҙә бөгөн ябай дәрес түгел. Беҙ уны сәйәхәт формаһында үткәрербеҙ. Ниндәй ҡалаға сәйәхәт иткәнебеҙҙе таҡтала бирелгән ребусты сискәс белербеҙ. Әйҙәгеҙ сисеп ҡарайыҡ.





-Беҙҙең республиканың баш ҡалаһын әйтегеҙ,әле (Өфө)

Тимәк, беҙ һеҙҙең менән Өфө ҡалаһында сәйәхәт итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ,яңы һүҙҙәрҙе хәтер һандығына һалып,яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын нығытырбыҙ.

Сәйәхәтебеҙҙе башлар алдынан дәфтәрҙә бөгөнгө числоны,класс эше,матур,дөрөҫ итеп Өө хәрефен,өң, өй ижектәрен,Өфө,Өсән һүҙҙәрен яҙып ҡуяйыҡ.

Өө- өң,өй

Өфө Өсән

-Бик яҡшы.Афарин балалар

-Сәйәхәткә сығыр өсөн беҙгәтранспорт кәрәк.Ә беҙ ниндәй транспорт менән сәйәхәткә сыҡҡанды йомаҡты сискәс белербеҙ.

Был күк өй ҡайҙа бара?

Эсе тулы бала-саға.

Аяғында кейем резиндан

Үҙе бер ҙә туймай бензиндан.(автобус)









Эйе, сәйәхәткә автобус менән барырбыҙ. Һәр бер туҡталышта һеҙгә эштәр биреләсәк, уларҙы башҡарып нота йыйырға кәрәк. Автобусҡа ултырғанда юл ҡағиҙәләрен дә онотмағыҙ.

-Әйҙәгеҙ,сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ.Мин һеҙгә уңыштар теләйем.

Төп өлөш. 1туҡталыш Иҫке Өфө ҡалаһы.

Баш ҡалабыҙҙың үткәне менән Альбина таныштырып китер.

Уҡыусы:Өфө ҡалаһы иң тәүҙә Торатау исеме менән йөрөтөлгән.Был бәләкәй ҡаланы имән ҡойма менән уратып алғандар һәм уны башҡорттар Имән ҡала тип тә атағандар. Ә бер нисә йылдан һуң Өфө исемен йөрөтә башлаған.

Рәхмәт һиңә.1-се туҡталыштың эшен башҡарҙыҡ һәм беҙҙең беренсе нота ла булды,таҡтаға элеп ҡуяйыҡ.(Ш.Карина элә).Юлыбыҙҙы дауам итәйек.

Уҡыусылар, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, Өфө ҡалаһына ингәндә нимә күренә?(Салауат Юлаевһәйкәле).





-Икенсе туҡталыштың исеме нисек була ?(С.Юлаев һәйкәле).

-С.Юлаев кем ул?(С.Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы)

-Һеҙ үҙегеҙ С. Юлаев һәйкәле тураһында нимә беләһегеҙ.

(Данил һөйләй)Салауат Юлаев һәйкәле - илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған. Һәйкәлдең авторы - скульптор Сосланбәк Дафаевич Тавасиев.

Афарин һиңә Данил.

С.Юлаев үҙе лә шағир булған.Һеҙ башҡорт теле дәрестәрендә уның шиғырҙарын уҡығанығыҙ бар. Йә, Самат уның шиғыры менән таныштырып үт әле.

Рәхмәт.. Милли батырҙарыбыҙҙы, шәхестәрҙе белегеҙ.Был эште лә башҡарҙыҡ,икенсе нотабыҙ ҙа булды.(Эльвина элә)

Ял минуты.

Өфө буйлап бик күп йөрөнөк,арып та киттек, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.МУЗЫКА





Бик яҡшы, матур итеп ултырҙыҡ,сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Өфөләге халыҡтар дуҫлығын күрһәтеүсе монумент нисек атала?(Дуҫлыҡ монументы)





Тимәк,3-сө туҡталыш нисек атала.(Дуҫлыҡ монументы). Был монумент тураһында мәғлүмәтте беҙ китаптан алырбыҙ. Китаптарҙы астыҡ 141-се бит,219-сы күнегеү.

Тексты уҡыр алдынан хәтер һандығына яңы һүҙҙәр һалып алайыҡ.

Сит-чужой дәүләт-государство

милләт-нация ырыу-племя

Мөһабәт һүҙен ижекләп өйтәбеҙ,аңлатмалы,синоним һүҙлектән ҡарап аңлатабыҙ,электрон һүҙлектән тәржемә итәбеҙ.

Һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып ҡуябыҙ.Был һүҙҙәрҙе киләһе туҡталыштарҙа ла ҡулланырбыҙ.

-тексты тәржемә итәбеҙ;

-һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

  1. Текста ниндәй һәйкәл тураһында һүҙ бара?

  2. Һәйкәлдең скульпторы кем?

  3. Был һәйкәл нимәне сағылдыра?

  4. Башҡортостанда ниндәй милләт кешеләре йәшәй?

  5. Ә һеҙҙең класығыҙҙы кемдәр уҡый?

Эйе, уҡыусылар беҙҙең Башҡортостаныбыҙ төрлө милләткә бай төбәк.Унда башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа,рустар ҙа, мариҙар ҙа, удмурттар ҙа йәшәйҙәр һәм беҙһеҙҙең менән бер ғаилә булып, дуҫлыҡтыңҡәҙерен белеп, ауыр саҡтарҙа бер - беребеҙгә ярҙам итеп,шатлыҡһәм ҡайғы - хәсрәттәрҙе уртаҡлашып бергә дуҫ - татыу йәшәргә тейешбеҙ.

Был эште лә бик яҡшы башҡарҙыҡ,3-сө нотаны ла элеп ҡуяйыҡ.(Самат)

-Ә хәҙер юлыбыҙҙы дауам итәйек.

5туҡталыш.Грамматика илендә.

Беҙ һеҙҙең менән Өфөнөң тетрҙарына килеп еттек. Ләкин беҙ унда инә алмайбыҙ. Унда шлагбаум төшөрөлгән. Бирелгән ребустарҙы сискәс кенә шлагбаум күтәреләсәк.Әйҙәгеҙ, төркөмдәргә бүленеп тиҙ генә ребустарҙы сисеп алайыҡ.

5-Биш+бүләк=Бишбүләк





- Башҡортостан ;

Ҡара + иҙел = Ҡариҙел

Тикшерәбеҙ.

Эйе,Бишбүләк-Башҡортостандағы район, Ҡариҙел-йылға исеме.

Был эште лә бик тиҙ башҡарҙығыҙ,4-се нотабыҙ ҙа булды.(Н.Карина элә)

Уҡыусылар, был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? (Баш хәреф менән)

- Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала? (Яңғыҙлыҡ исемдәр).

Өфө буйлап сәйәхәт иткәндә ниндәй яңғыҙлыҡ исемдәр беҙгә осраны?

(Өфө,С.Юлаев,Дуҫлыҡ монументы, Торатау,Башҡортостан,Ҡариҙел)





Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк, йәгеҙ 5-се нотаны ла беркетеп ҡуяйыҡ.(Илина элә)

Уҡыусылар, эште дауам итер алдынан күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ.

Күҙҙәрҙе йомдоҡ һәм үҙебеҙҙе һәйкәлдәр янында тип хис итәбеҙ.(МУЗЫКА)





Уҡыусылар тыңлағыҙ әле, һеҙ берәй тауыш ишетәһегеҙме? Нимәнең тауышы ул? Что это за звук. (журчание воды). Йәмле Ағиҙел йылғаһы аға.





Ә хәҙер, һеҙҙең менән Ағиҙел буйында "балыҡсы" уйынын уйнап алайыҡ. Таҡтала һүҙҙәр яҙылған. Һүҙҙәрҙе ике төркөмгә айырып яҙырға кәрәк.(Таҡтаға ике уҡыусы сыға)

театр Ағиҙел

йылға Салауат

һәйкәл Торатау

урам Өфө

Тикшерәбеҙ.

Дөрөҫ, шлагбаум күтәрелде ,6-сы нотаны таҡтаға элдек(Данил)һәм автобусҡа яйлап ултырҙыҡ, юлды дауам итәбеҙ.

6 туҡталыш.Театрҙар.

Беҙҙең алдыбыҙҙа театрҙар.

(Уҡытыусы слайдтар күрһәтә, һәр бер театр тураһында берешәр уҡыусы әйтеп бара)

1-се театр(Алина әйтә) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

2-се театр(Н.Карина)- «Нур»татар дәүләт театры.

3-сө театр(Самат) - Рус дәүләт академия драма театры.

4-се театр(Данил) -Опера һәм балет театры.

5-се театр( Алмаз)Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры

6-сы театр ( Альбина )Ҡурсаҡ театры





Эйе,театрҙар менән дә танышып үттек һәм һуңғы нотабыҙҙа ҙа булды.(Дима элә)

Уҡыусылар, Башҡортостан Республикаһы Указы менән республикабыҙҙа 2014 йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде? (мәҙәниәт йылы).

-Һүрәткә ҡарап әйтегеҙ әле, нимә килеп сыҡты? (мәҙәниәт йылы эмблемаһы).





Башҡортостан мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең йәмғиәттәге үҫтерелешен һаҡлау һәм күтәреү, йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү маҡсаты.

7туҡталыш.Йомғаҡлау.

Ә хәҙер ҡайтырға ваҡыт. Бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙе ошонда туҡтатып торабыҙ, артабан дәрестәрҙә дауам итербеҙ. Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

-Нимә ауыр булды?

- Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙарҙа булдыҡ?

Уҡытыусы: Өфө ҡалаһы бик ҙур һәм бай ҡала.Урамдары киң һәм матур.Беҙ уның менән ғорурланырға тейешбеҙ. Өфөнөң иҫтәлекле урындарын йәй көнө үҙегеҙгә ҡарап ҡайтырға тәҡдим итәм.

Афарин балалар. Һеҙҙең дәрестә ҡатнашып ултырыуығыҙға, тырышып эшләүегеҙгә бик ҡәнәғәтмен.Актив ҡатнашҡан уҡыусыларға ошондай баһа ҡуябыҙ.Баһалау.

Өй эше.Киләһе дәрескә ул һеҙгә ошондай өй эштәре бирәм.

1.дәрестә ҡулланылған яңғыҙлыҡ исемдәр менән 3 һөйләм төҙөргә;

2.үҙегеҙгә оҡшаған берәр туҡталышты һүрәт аша сағылдырығыҙ.

3.Өфө тураһында телевизорҙан, радионан йырҙар тыңлап килергә.

Дәресте йыр менән тамамлайбыҙ.

«Гүзәл Өфөм - башҡалам» йырын башҡарыу.

-Дәрес бөттө!Һау булығыҙ. Сығырға мөмкин!































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал