7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку Произведение С.Агиша Гость и совесть. Глагол.

Конспект урока по башкирскому языку Произведение С.Агиша Гость и совесть. Глагол.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





















"С.Агиштың "Ҡунаҡ һәм намыҫ" хикәйәһе. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау."

темаһы буйынса асыҡ дәрес конспекты

(7 класс )

Маҡсаттар: С.Агиштың "Ҡунаҡ һәм намыҫ" хикәйәһен өйрәнеү. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау; уларҙы айыра белеүҙе, танып белеүҙе үҫтереү. Һорауҙарға тулы яуап бирә белеүҙе, телмәрҙәрен үҫтереү. Халыҡ ауыҙ ижадына һөйөү тәрбиәләү. "Намыҫ" төшөнсәһен асыҡлау, намыҫлы булырға өндәү. Башҡорт халҡының күркәм сифаттарын асыу. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарға ҡарата тәрән ихтирам хисе тәрбиәләү.





Йыһаз: Мультимедиа проекторы, кроссворд, мәҡәлдәр, китаптар күргәҙмәһе.





















2016













I Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Ултырығыҙ. Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Ә хәҙер тиҙәйткестәр әйтеп, телебеҙҙе шымартып алайыҡ әле.

(мультимедиа проекторы аша таҡтаға сығарыла)





  • Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарға ҡарҡылдап китеп бара.





  • Көрмәлеләр көртмәлене килтереп өлгөртмәне.





  • Ҡаса - боҫа ҡыҙыҡайҙар ҡыҙынған ҡыҙыу ҡомда.

-Уҡыусылар, уҡыу тиҙлеген арттырыу өсөн күнекмә лә эшләп алайыҡ әле. Хәҙер 71 - се битте астыҡ китаптарҙа, ошондағы тексты бышылдап ҡына уҡығыҙ әле. Миңә лә ишетелерлек булһын, иптәштәрегеҙгә ҡамасауларлыҡ та булмаһын. Нисек тә шәберәк уҡырға тырышығыҙ. Кем шәберәк булдыра алыр икән? (уҡыйҙар)

-Яҡшы, етеп торор.

II Өй эшен тикшереү.

III Яңы тема үтеү.

  1. Инеш өлөш.

  • Ә хәҙер таҡталағы һөйләмдәрҙе уҡып сығығыҙ әле.

Үҙ намыҫың үҙ ҡулыңда.

Ояты барҙың выжданы бар.

Намыҫыңды йәштән һаҡла.

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул.

Килгәнде өйөңә керт, алдына икмәк - тоҙ ҡуй.

Өйөң тар булһа ла, күңелең киң булһын.

  • Былар нимә? Уларҙа халҡыбыҙҙың ниндәй сифаттары тураһында һүҙ бара? Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?

Дәрестең темаһын , маҡсаттарын асыҡлау.

  1. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн С.Агиштың "Ҡунаҡ һәм намыҫ" хикәйәһен өйрәнәсәкбеҙ, ҡылым төркөмсәләрен дә ҡабатлаясаҡбыҙ.

(Число, тема яҙыу)

  1. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы? Нимә ул намыҫ, ҡунаҡсыллыҡ?

  2. Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлегенән ҡарайыҡ әле, унда ниндәй аңлатма бирелде икән?









(һүҙлектән уҡыу, таҡтала: намыҫ - честь, совесть)

Выждан - намыҫ һүҙенең синонимы, тағы ла оят, ғәрләнеү һүҙҙәре лә мәғәнәһе менән бик яҡын тора.

  1. Һүҙлек эше.

Ситән -плетень

Ваҡиға - история

  1. Тексты уҡытыусының тасуири уҡыуы.

  2. Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә.

- Хикәйәнең төп геройы кем?

- Ул үҙенең уңайһыҙ хәлдә ҡалыуы тураһында нимә һөйләй?

- Был ваҡиға һеҙгә оҡшанымы?

- Башҡорт халҡының ниндәй ғөрөф - ғәҙҙәттәрен сағылдыра ул?

( Һүҙлектән ғөрөф - ғәҙҙәт һүҙен ҡарау)

*(Ҡунаҡсыллыҡ, алсаҡ йөҙлөлөк, хөрмәт итә белеү)

- Беҙҙең башҡорт халҡына тағы ла ниндәй ғөрөф - ғәҙҙәттәр хас?

*(ярҙамсыл, ҡыйыу, ихлас, ябай, алсаҡ йөҙлө, көләс, тыйнаҡ, тырыш, һәләтле, эш һөйәр булыу)

4) Текст өҫтөндә эш.

- Ҡунаҡсыллыҡ тураһында һүҙ барған урындарҙы текстан кем табып уҡып бирә?

- Намыҫ тураһында төп герой нимә ти?

- Нимә инде ул намыҫ уҡыусылар?

- Намыҫ, ҡунаҡсыллыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

(Мәҡәлдәр әйттереү, экрандан уҡыу)

- Уҡыусылар, быйыл Бөйөк Еңеүҙең нисә йыллығын байрам итәбеҙ?

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: дошмандарға ҡаршы көрәштә намыҫ тигән сифат яугирҙарға хас булғанмы?

- Беҙҙең башҡорт халҡында үҙ Ватаныңды һөйөүгә, үҙ дәүләтеңде һаҡлауға, тыуған илең, халҡың алдында ғәскәри бурысты үтәүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Был вазифаны үтәү дәрәжә, намыҫ эше һанала. Ысын мосолман тыныс ваҡытта ла, иленә яу килгәндә лә иле алдындағы иҙге бурысын элек - электән намыҫлы үтәй.













5) Ял минуты.

- Дүрт йыл буйына һуҙылған һуғышта яугирҙарға нимәләр рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн һаҡларға ярҙам итте икән? Нисек ял итте икән улар, күңелдәрен нисек күтәрҙе икән?

*(өс мөйөшлө хаттар, йыр, бейеү, ҡурай моңо,..)

- Һеҙ ҙә арығанһығыҙҙыр, ял итеп бейеп алайыҡ.

(бейеү күнекмәләрен үҫтереү)

6)Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау.

а) Кроссворд тултырыу.

- Ә хәҙер һорауҙарға яуап биреп кроссворд тултырып алайыҡ.







Ҡ



Ы







Л



Ы









м





























- Нимә? Ни эшләй? Һорауҙарына яуап булып, эштең, хәрәкәттең һәм хәлдең исемен белдергән ҡылымдар нисек атала?

(исем ҡылым)

  • Рус телендәге инфинитивҡа тура килеп, ни эшләргә һорауына яуап биреүсе ҡылым?

(уртаҡ ҡылым)

  • Исемдең эшен, хәрәкәтен, билдәһен белдереп, ниндәй?, нимә эшләгән?, нимә эшләүсе?, нимә эшләйәсәк? Һорауҙарына яуап биреүсе ҡылым?

(сифат ҡылым)

  • Төп ҡылымды ваҡыт йәки эшләнеү рәүеше яғынан асыҡлап килә торған нисек?, ни эшләп?, ни эшләгәс? Һорауҙарына яуап биреүсе ҡылым?

(хәл ҡылым)

- Былар бөтәһе лә ҡылымдың нимәләре?





б) Бирелгән һөйләмдәрҙәге ҡылымдарҙың төркөмсәләрен билдәләргә.

1) Тыуған ерҙе дошмандарҙан һаҡлап, үҙ намыҫыңды үтә.

2) Тормош - минең өсөн намыҫ менән йәшәү.

3) Үҙ илен яратҡан кеше уны бер ҡасан да һатмаҫ.

4) Намыҫыңды йәштән һаҡларға өйрән.





в) Һан диктанты.

(экранда)

Исем ҡылым - 1, уртаҡ ҡылым - 2, хәл ҡылым - 3, сифат ҡылым - 4.

Ҡылымдарҙың үҙҙәрен яҙмайынса. Уларға тура килгән һандарҙы ғына яҙырға.





Тырышып, (икеле) алмаҫҡа, уҡыусы (бала), эшләү, алдашмаҫҡа, йырлап, яҙыу, (илен) һөйөүсө, (илеңде) һатмаҫҡа, еңгән (батыр), гөрләшеп, бейей - бейей, илай торған, ышаныусы.

IV. Дәресте йомғаҡлау.

1) Бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

Уҡытыусы һүҙе: Намыҫ, ҡунаҡсыллыҡ башҡорттарҙа күптәндән һынала килгән, ата - бабаларҙан иң ҙур бүләк булараҡ ҡалған халҡыбыҙ сифаттары. "Намыҫ", "намыҫлылыҡ" менән бергә "чисталыҡ", "сафлыҡ" һүҙҙәре лә йөрөй. Намыҫлы тип беҙ хәйлә, ҡурҡаҡлыҡ һәм ялған менә үҙен быҫратмаған кешене әйтәбеҙ.

Намыҫлы кеше ул - тура һүҙле һәм ҡыйыу кеше. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә торған, яҡындарын, таныш - белештәрен һәм хатта таныш түгел кешеләрҙе лә хөрмәт итә, ярата торған кеше.

Киләсәктә һеҙ ҙә илебеҙгә тоғро, намыҫлы кешеләр булып үҫерһегеҙ, тип ышанам.

  1. Дәресебеҙ шуның менән тамам. Һеҙгә оҡшағандыр, тип ышанам.

(билдәләр ҡуйыу)

V. Өй эше.

"Намыҫ - ул минеңсә..." темаһына кескәй хикәйә төҙөргә.





















</





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал