7


  • Учителю
  • Рабочая программа по литературному чтению на родном башкирском языке на курс начального общего образования, 4 классы на 2016 - 2017 учебный год

Рабочая программа по литературному чтению на родном башкирском языке на курс начального общего образования, 4 классы на 2016 - 2017 учебный год

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала
  1. Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Эш программаһы башланғыс кластарҙа "Туған башҡорт телендә әҙәби уҡыуҙар" предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләрен үҫтереүгә йүнәтелгән.

Шәхси үҫеш кимәле:

Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

• тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

• башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

• дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

• үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге

• башҡа кешеләрҙең яҙма һәм һөйләү телмәренә иғтибар итеү (интонация, темп, тон, һүҙҙәр һәм тыныш билдәләренең ҡулланылышы һ. б.).

Был һөҙөмтәләргә ирешеүҙең сараһы булып дәреслектәге күнегеүҙәр тора

Предмет-ара кимәле:

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү. Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала. Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

• белем алыу (уҡыу-укытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында, телде ҡуллана белеү оҫталығы;

• аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

• телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

• үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырга ынтылыу;

• һорауҙар биреү оҫталығы.

Предмет кимәле:

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

• башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;

• орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

• өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика бирә) алыу оҫталығы;

• үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.









4 класс

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

• Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

• Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

• Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;

• Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

• Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

Предмет һөҙөмтәләре.

• Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

• Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.

• Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

• Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.

• Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

• Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

• Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.

• Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

• Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.

• Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.



2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

4 класс.



Мәктәп, Ватан (2 сәғәт).

1 сентябрь - Белем байрамы. Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.

Йәйге хәтирәләр (4 сәғәт).

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

Тәбиғәт бүләктәре (4 сәғәт).

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. "Көҙ" темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.

Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.

Илем тарихы - халҡым тарихы (6 сәғәт).

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.

Тормош - ижад (3 сәғәт).

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.

Йәшәү - Ватанға хеҙмәт итеү (3 сәғәт).

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә ( 3 сәғәт).

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа (6 сәғәт).

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (3 сәғәт).

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. "Илебеҙ тыныс булһын" темаһына альбом төҙөү.

Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр (3 сәғәт).

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.

Балдай татлы һыуҙарым (4 сәғәт).

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү.

Башҡортостан мәҙәниәте (4 сәғәт).

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ (6 сәғәт).

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. "Яҙғы моңдар" темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Кеше - кеше булһын (5 сәғәт).

Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. "Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш" тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (2 сәғәт).

Беренсе Май - дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. "Беренсе Май" темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Һаумы, йәмле йәй (10 сәғәт)

Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теле буйынса бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау



Тематик сәғәттәрҙе бүлеү таблицаһы



Автор

программаһы

Эш программаһы

1.

Мәктәп, Ватан



2

2

2.

Йәйге хәтирәләр



4

4

3.

Тәбиғәт бүләктәре



4

4

4.

Илем тарихы - халҡым тарихы



6

6

5.

Тормош - ижад



3

3

6.

Йәшәү - Ватанға хеҙмәт итеү



3

3

7.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә



3

3

8.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа



6

6

9.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ



3

3

10.

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр



3

3

11.

Балдай татлы һыуҙарым



4

4

12.

Башҡортостан мәҙәниәте



4

4

13.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ



6

6

14.

Кеше - кеше булһын



5

5

15.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы



2

2

16.

Һаумы, йәмле йәй



10

10

Бөтәһе:

68

68





















































































6



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал