7


  • Учителю
  • Открытый урок по башкирскому языку на темуКөҙ. Сифат темаһын ҡабатлау.

Открытый урок по башкирскому языку на темуКөҙ. Сифат темаһын ҡабатлау.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема. Көҙ. Сифат темаһын ҡабатлау.

</ Маҡсат:

1) Сифат темаһы буйынса белемде иҫкә төшөрөү, нығытыу, көҙ миҙгеле тураһында белемде тәрәнәйтеү;

2)уҡыусылаҙың фекерләү һәләтен, һөйләү телмәрен үҫтереү;

3)тыуған яҡтың матурлығына һөйөү һәм иғтирам тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, карточка, һүрәттәр, китаптар, дәреслек.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ ҡәҙерле уҡыусылар!

  • Һаумыһығыҙ!

  • Кәйефтәрегеҙ нисек?

  • Иртәнге ҡояш кеүек,

Башҡорт теле , дәүләт теле

Өйрәнергә тип килдек!

Уҡытыусы. Балалар ниндәй дәрес башланды? Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Дәресте дауам итәйек. Бөгөн дәрестең темаһы:" Көҙ. Сифат темаһын ҡабатлау." Дәрестең маҡсаты: Сифат темаһы буйынса белемде нығытыу , көҙ миҙгеле тураһында белемде нығытыу.

II. Артикуляцион күнегеү.

  1. се слайд.

Йо - йомро, йомшаҡ.

Йы - йылы, йылғыр.

Йө - йөнтәҫ, бөйөк.

Йү - йүләр, йүгерек.

Йә - йәшел, йәмле.





  1. се слайд.

Йәшел яулыҡтарын һалған,

Аҡ ҡайындар моңайып.

Һарыға һабышҡандарҙыр

Көҙ килгәнгә моғайын.

III. Бөгөн дәресебеҙҙе дәрес сәйәхәт формаһында үткәрәбеҙ. "Сәйәхәт " һүҙе русса нисек була? Беҙгә сәйәхәт итергә нимә кәрәк буласаҡ? Дөрөҫ транспорт. Һеҙ ниндәй транспорт төрҙәрен беләһегеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуаптары).

Ә техника булмағанда кешеләр нимә менән сәйәхәт иткәндәр? (ат, ишәк, дөйә)

Хәҙер мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, ә һеҙ яуабын табығыҙ.

Был күк өй ҡайҙа бара?

Эсе тулы бала саға.

Аяғында кейем резиндан, үҙе бер ҙә туймай бензиндан. (Автобус)

Бына беҙҙең транспорт әҙер.

  1. сө слайд. Автобус һүрәте.

  2. се слайд. Беренсе туҡталаш. Мәктәп.

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм-

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

1 Мәктәп темаһына һөйләмдәр төҙөү.

2 Карточкалар менән эшләү. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр өҫтәп яҙырға һәм телдән тәржемә итергә. (Таҡтаға сығып дөрөҫ яуаптарҙы яҙыу)

Уҡытыусы. Юлыбыҙ "Көҙгө Өфө" аша үтә, ләкин унда шлагбаум төшөрөлгән.Ул бары тик сифаттарға миҫалдар әйтеп,өй эшен тикшергәндән һуң ғына күтәреләсәк. Сифат тип беҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә әйтәбеҙ? Улар ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр? Һәр уҡыусы сифатҡа миҫалдар килтерә. Өйҙә һеҙгә "Көҙ" хикәйәһенән сифаттарҙы табып яҙырға ине. (Өй эшен тикшереү.) Ниһәйәт шлагбаун күтәрелде.

  1. се слайд.

Икенсе туҡталыш. Көҙгө Өфө

  • Уҡыусылар, ҡарағыҙ әле ҡала урамдары ниндәй булған. Бөтә ерҙә һары япраҡтар ҡойолған. Ваҡ күҙле ямғыр яуа. Урамдарҙа күләүектәр йыйыла. Һыуҙы сәсрәтеп машиналар елә. Кешеләр зонт тотоп эшкә ашығалар.





  1. сы слайд.

Өсөнсө туҡталыш. Көҙгө тәбиғәт.

1 Таҡталағы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

2 Көҙ тураһында йомаҡтар уҡыу.

1. Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ.

2. Ҡар аҫтында ҡышлаған , бүркен йәшел тышлаған.

3. Яҙ килһә кейенә, көҙ килһә сисенә.

4. Бәүелә - бәүелә үҫтем, эйелә - бөгөлә күстем, бураға инеп боҫтом, алдығыҙға төштөм.

  1. се слайд.

Дүртенсе туҡталыш. Көҙгө урман.

  • Уҡыусылар, урманда ниндәй ағастар үҫә?(Ҡайын, уҫаҡ, саған, миләш, балан, шыршы). Көҙ көнө ағастарҙың япраҡтары ниндәй төҫтә? Ниндәй ағас һәр саҡ йәшел? Урманда ниндәй йәнлектәр йәшәй? (айыу, терпе, ҡуян, бүре, төлкө)

  1. се слайд. Схема буйынса һүҙбәйләнештәр төҙөү.

Открытый урок по башкирскому языку на темуКөҙ. Сифат темаһын ҡабатлау.





Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында әңгәмә.

  1. сы слайд. Ял минутты.

-Балалар, хәҙер автобустан сығып саф һауа һулайыҡ.

- Һаумы, алтын ҡояшым!

Һаумы, зәңгәр күгем!

Иҫәнме һин, елкәйем!

Барығыҙҙы сәләмләйем!

  • Ә, хәҙер урман йәнлектәре булайыҡ.

Болан кеүек сабайыҡ.

Айыу кеүек атлайыҡ.

Ҡуян кеүек һикерәйек.

Терпе кеүек йомарланайыҡ.

Урыныбыҙға ултырайыҡ.

  1. сы слайд.

Бишенсе туҡталыш. Тасуири уҡыу туҡталышы.

Ф. Рәхимғолова "Көҙ биҙәктәре".

1. Уҡырға әҙерлек әңгәмәһе.

2. Уҡытыусы үҙе шиғырҙы уҡый.

3. Шиғырҙы строфалап уҡыу.

4. Йомғаҡлап уҡыу.

- Уҡыусылар шиғырҙан сифаттарҙы табып сығайыҡ.

Һорауҙарға яуап биреү.

  1. Көҙ биҙәктәре шиғырҙа нимәлә әйтелә?

  2. Емештәр нисек күренәләр?

  3. Ҡала урамдарында миләштәр күргәнегеҙ бармы?

  4. Улар ниндәй булалар?

IV. Йомғаҡлау.

  • Сәйәхәтебеҙ тамам. Ул һеҙгә оҡшанымы?

V. Өй эше. "Көҙ биҙәктәре" шиғыры буйынса һүрәт төшөрөргә, һөйләргә.

VI. Баһалау.















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал