7


  • Учителю
  • Рус мәктәптәренең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

Рус мәктәптәренең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





Йөкмәткеһе



  1. Аңлатма яҙыу 2



  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе 3



  1. Календарь - тематик планлаштырыу 4



  1. Планлаштырылған һөҙөмтәләр 7







































  1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн - 5.

Төҙөүсеһе Миһранова Гөлфиә Азат ҡыҙы

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6.сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө - 2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө - Китап - 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2010.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған "Йәншишмә", "Аҡбуҙат", "Аманат" гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.



  1. Уҡыу дисциплинаһының йөкмәтҡеһе

  1. Беҙҙең мәктәп (12 дәрес)

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

  1. Башҡортостан ере буйлап… (16 дәрес)

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

  1. Ҡыш дауам итә (16 дәрес)

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

  1. Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел (6 дәрес).

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше..

  1. Яҙ килә, яҙ! (13 дәрес)

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  1. Йәмле йәй килә (4 дәрес).

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.









  1. Календарь-тематик план

Дата

Тема

План б-са



Фактик

Грамматик

Лексик

Дәрес һаны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрө





Беҙҙең мәктәп (12 дәрес)

1

02.09



Үткәндәрҙе

Ҡабатлау.

Белем көнө.

1

Мәктәп йыһаздарын рус теле менән сағыштырыу, предметты, билдәне, эште белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡулланыу, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы материалдар ҡулланыу

2

07.09



Үҙенсәлекле өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

Теле телгә йоҡмай.

1

3

09.09



Һүҙ. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе.

Намыҫлы бул.

1

4

14.09



Исем тураһында төшөнсә.

Башҡорт бал ҡорто.

1

5

16.09



Диалог.

Ҡояш.

1

6

21.09



Текст.

Сыйырсыҡ.

1

7

23.09



Исемдәрҙең килеш ялғауҙары.

Ҡоштар.

1

8

28.09



Баҫым.

Р. Тимершин. Алмағас.

1

9

30.09



Инеү диагностик эше

Башҡортостан - бай ил.

1

10

05.10



Исемдәрҙең күплек ялғауҙары.

Көҙ күренештәре.

1

11

07.10



Сифат.

К. Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс.

1

12

12.10



Текста һөйләмдәр тәртибе.

Беренсе тапҡыр.

1

Башҡортостан ере буйлап… (16 дәрес)

13

14.10



Сифат. Синонимдар.

Ватан.

1

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү, дәүләт символдары, уларҙың мәғәнһе, Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү, Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу, оло кешеләрҙең, балаларҙың тормошо һәм эштәренә һөйөү тәрбиәләү, диалог ҡороу

14

19.10



Антоним.

Владислав Меос.

1

15

21.10



Исемдәрҙең килеш ялғауҙары.

Салауат батыр һәйкәле.

1

16

26.10



Антоним.

Күренекле шәхестәр.

1

17

28.10



[уы] өнөнөң дөрөҫ әйтелеше.

Ҡайындар ниңә аҡ?

1

18

09.11



Һорау һөйләм.

Нимә ул Ватан?

1

19.

11.11



Синонимдар. Омонимдар.

Башҡортостан - дуҫлыҡ иле.

1

20.

16.11



Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

С. Юлаев. Тыуған илем.

1

21.

18.11



Контроль эш.



1

22.

23.11



Ҡылым

Кем уңған?

1

23.

25.11



Ҡылымдың зат ялғауҙары,

Сәләмәт тормош.

1

24.

30.11



Ҡылымдың барлыҡ/юҡлыҡ формаһы.

М. Кәрим. Дим буйы.

1

25

02.12



Ҡылымдың барлыҡ/юҡлыҡ формаһы.

Башҡортостан тәбиғәте.

1

26

07.12



Ҡылым.

Тәбиғәт ҡосағында.

1

27

09.12



Ҡылымдың билдәһеҙлек ялғауы.

Оло яҙыусы һәм ғалим.

1

28

14.12





"Башҡортостан ере буйлап" темаһын йомғаҡлау.

1







Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел (6 дәрес).

29

16.12



Сифат.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

1

Халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр тураһында диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу, ишеткәнде, күргәнде, уҡығанды һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, уҡытыуҙа компьютер ҡулланыу

30

21.12



"Йы", "йе" ҡушымсалары.

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала.

1

31

23.12



Һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр.

Ғаилә байрамы.

1

32

28.12



Этикет һүҙҙәре.

Ҡунаҡҡа саҡырыу.

1

33

30.12



Ҡылымдың шарт ялғауҙары.

Кем дуҫ?

1

34

18.01



"Ҡылым" темаһын йомғаҡлау.

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

1



20.01

Ҡыш дауам итә (16 дәрес)

35

25.01



Текст.

Ф. Мәҡсүтова. Ҡар бөртөктәре.

1

Тәбиғәтте танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу үҫтереү, тәбиғәтте һаҡлау тураһында әңгәмә ҡороу, башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәрен ҡулланып текст төҙөү, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү



36

27.01



Ҡушма һөйләм.

Ҡоштар донъяһы.

1

37

01.02



Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Г. Яҡупова. Уртаҡ ҡыш.

1

38

03.02



Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Ҡар яуа.

1

39

08.02



Һүҙбәйләнеш.

Икмәк.

1

40

10.02



Рәүеш.

Ә. Бикташев. Хыял.

1

41

15.02





Ҡыш көнө.

1

42

17.02





Юл ҡағиҙәләре.

1

43

22.02



Контроль диктант.



1

44

24.02



Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

Светофор.

1

45

01.03



Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе (ҡабатлау)

Н. Нәжми. Ҡыш.

1

46

03.03



Ҡылымдарҙың киләсәк заман формаһы.

Ҡарағай урманындағы иртә.

1

47

08.03



Рәүеш.

И. Кинйәбулатов.

1

48

10.03



Рәүеш дәрәжәләре.

Телефондан һөйләшә беләһеңме?

1

49

15.03



Сифат (ҡабатлау).

Ишәк, эт, бесәй, әтәс (әкиәт)

1

50

17.03





Ағастарҙың файҙаһы.

1





Яҙ килә, яҙ! (13 дәрес)

51

22.03



Һан тураһында төшөнсә.

Р. Янбулатова. Ҡоштар ҡайта.

1

Картина, экскурсия, сюжетлы һүрәттәр буйынса телдән (һәм элементар яҙма) текстар төҙөү, класта дуҫлыҡ, берҙәмлек күренештәрен күҙәтеү, уҡытыуҙа инновацион(яңылыҡҡа ынтылған) ҡараш эҙләү, һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).

52

24.03



Мәҡәлдәр.

Тәбиғәтте шулай яраталармы?

1

53

05.04



Сифат.

Күҙҙәреңдә, әсәй - донъя...

1

54

07.04



Текстың структураһы.

К. Кинйәбулатова. Ҡарғалар йыры.

1

55

12.04



Йомғаҡлау диагностик эше



1

56

14.04





Ҡарға бутҡаһы.

1

57

19.04



Диалог

Баҡсала

1

58

21.04



Һөйләм төҙөү.

Ф. Рәхимғолова. Апрель йылмая.

1

59

26.04





Борис Домашников.

1

60

28.04



Ҡабатлау. Һан.

Еңеү көнө.

1

61

03.05



Һан төркөмсәләре.

Көн режимы.

1

62

05.05



Төп, бүлем, рәт һандары.

Борсоулы мәғлүмәттәр.

1

63

10.05



Сама, кәсер һандары.

Ете.

1







Йәмле йәй килә (4 дәрес).

65

12.05



Ҡылым зат ялғауҙары.

Г. Фәйзи. Йәйҙе яратам.

1

Йәйге тәбиғәтте танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу үҫтереү, тәбиғәтте һаҡлау тураһында әңгәмә ҡороу, башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы

66

17.05



Контроль эш. Диктант

Һаумы, йәй!

1

67

19.05





"Йүкә - бал биреүсе"

1

68

24.05



Йомғаҡлау

М. Сиражи. Йәй.

1

6970

26.05

31.05



6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.























4. Планлаштырылған һөҙөмтәләр

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 4-7 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 4,5 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;



9





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал