7


  • Учителю
  • Научная работа Духовно-нравственное воспитание в произведениях М.Карима

Научная работа Духовно-нравственное воспитание в произведениях М.Карима

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Мостай Кәримдең "Өс таған" повесында рухи тәрбиә мәсьәләре.



Тикшеренеү эшенең актуаллеге: Бына Мостай олатай "Өс таған" повесында беҙҙең кеүек малайҙарҙың тормошо аша беҙгә идеялар бирә. Тормош ауырлығына ҡарамай, яҡты хыялдар менән йәшәргә, намыҫлы, матур йәшәргә өйрәтә.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты: Мостай Кәримдең "Өс таған" повесындағы рухи тәрбиә мәсьәләһен асыҡлау.

Бурыстары:

1. Мостай Кәримдең "Өс таған" повесын өйрәнергә;

2. Повестағы рәхи тәрбиәнең тормошҡа ашырылыу мәсьәләрен асыҡларға;

3. Мостай Кәримдең "Өс таған" повесындағы рухи тәрбиә тураһында фәнни тикшеренеү үткәрергә;

4. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса класс сәғәтендә сығыш яһарға.

Тикшеренеү эшенең гипотезаһы: тикшеренеү эше уңышлыраҡ, әгәр ҙә:

- Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы төплө өйрәнелһә;

- повестағы рәхи тәрбиәнең тормошҡа ашырылыу мәсьәләре асыҡланһа;

- Мостай Кәримдең "Өс таған" повесындағы рухи тәрбиә фәнни күҙлектән сығып өйрәнелһә;

- тикшеренеү һөҙөмтәләре класс сәғәттәрендә рухи тәрбиә эшендә ҡулланылһа.

Тикшеренеү эшенең объекты:. Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы.

Предметы: Мостай Кәримдең "Өс таған" повесында тәрбиә проблемаһы.



Тикшеренеү эшенең фәнни яңылығы: Мостай Кәримдең "Өс таған" повесының рухи тәрбиә сығанағы булараҡ әһәмиәте тикшерелә.

Тикшеренеү эшенең ғәмәли әһәмиәте: тикшеренеү һөҙөмтәләрен класс сәғәттәрендә, башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙа рухи тәрбиә биреүҙә файҙаланырға мөмкин буласаҡ.

ИНЕШ



Мәктәптә тәрбиә тураһында күп һөйләйҙәр. Тыңлауһыҙ, әҙәпһеҙ уҡыусыларҙы "тәрбиәһеҙ" тиҙәр. Уҡытыусылар нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлаталар. Уларҙы айырырға өйрәтәләр. Дәрес ваҡытында, йәки өйҙә китап уҡыһаҡ: "Был герой дөрөҫ эшләгәнме, юҡмы? Был герой тәрбиәлеме, юҡмы?", - тип һорайҙар, күмәкләшеп тикшерәбеҙ. Яҡшы геройҙарға оҡшарға тырышабыҙ, насарҙарынан һабаҡ алабыҙ, уларҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа тырышабыҙ. Лев Толстой, Константин Паустовкий, Лев Кассиль һәм башҡа рус яҙыусыларының хикәйәләрен йыш тикшерәбеҙ. Уҡытыусылар был әҫәрҙәрҙе тәрбиә сараһы булараҡ йыш ҡулланалар.

Минеңсә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә әҫәрҙәре бик көслө тәрбиә әһәмиәтенә эйә. Уның геройҙары беҙҙең һымаҡ уҡ ябай малайҙар, улар ҙа хаталана, шул уҡ ваҡытта уларҙың үҙ уйҙары, теләктәре хыялдары бар. Улар ата-әсәһенән, оло кешеләрҙән алған тәрбиәне ҡулланып йәшәйҙәр, тормошта һынап ҡарап, йәшәргә өйрәнәләр.



























I БҮЛЕК Әҙәбиәт - тәрбиә ҡоралы



Әҙәбиәттең тәрбиә көсө тураһында ғалимдар, яҙыусылар, уҡытыусылар күп яҙалар. Мәҫәлән, әҙәбиәттең бик көслө тәрбиәгә эйә булыуы тураһында Лев Толстой, Максим Горький, Д. Ушинский билдәләйҙәр. Академик Г.Н. Волков, башҡорт ғалимдары Ғ.С. Ҡунафин, М.Х. Иҙелбаев, З. А. Әлибаев, М. Ғималова балаларҙы тәрбиәләүҙә әҙәбиәттең ролен юғары баһалайҙар.

Уҡыусыларҙы, ғөмүмән балаларҙы, яҡшы кеше итеп тәрбиәләүҙә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре ныҡ ярҙам итә ала. Уның педагогик көсө тураһында уҡытыусылар күп яҙалар, И.И. Валеев фәнии тикшеренеүҙәр үткәрә, яҙыусылар һәм шағирҙар мәҡәлә баҫтыра.

Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүселәр бөтәһе лә уның балаларҙы яратҡанлынлығын билдәләйҙәр. Бала насар күңелле булмай, улар һәр ваҡыт яҡшыға ынтыла. Үҙе аңлауы буйынса яҡшылыҡтар эшләргә тырыша, хыялында ҙур батырлыҡтар эшләй, киләсәккә пландар ҡора, ти үҙе шағир. Улар ололарға оҡшарға тырышалар, уларҙың үҙ хаҡлыҡ, дөрөҫлөк кодексы бар. Яҡшылыҡҡа ышаналар улар. Ихлас дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләләр.

Ысынлап та, Мостай Кәрим геройҙары беҙҙе йәшәргә өйрәтәләр.



















II БҮЛЕК

Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы



Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы бик ҡыҙыҡлы, мажаралы әҫәр. Ваҡиғалар Урал тауҙары ҡуйынында урынлашҡан бик матур тәбиғәтле Бөркөтлө ауылында, 1950-се йылдарҙа, йәй башында бара. Бөркөтлө ауылының тәбиғәтен һүрәтләү аша автор тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй. Уны бер ниндәй ҙә матур сит илдәргә алыштырмаҫлыҡ итеп күрһәтә. Ошонда уҡ ул тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләй башлай.

Повестың төп геройҙары - ябай ауыл малайҙары: Ғабдулла, Айҙар, Вәзир, Яҡуп. Уларҙың тышҡы күренеше һәр береһенеке үҙенсәлекле итеп асыҡ һүрәтләнә һәм малайҙарҙың характерҙарын билдәләй. Улар төрлө кәүҙәле, йөҙлө, төрлө холоҡло. Тәбиғәт биргән һыҙаттарҙан тыш, уларҙың холҡон ғаилә тәрбиәһе лә билдәләй. Ғабдулланың уйсан, етди булыуын өлөсәһе тәрбиәләүе билдәләһә, Айҙарҙың отҡорлоғо, эшкә әрһеҙлеге күп балалы ғаиләнән булыуынан, Вәзирҙең бошмаҫлығы әсәһенән, Яҡуптың өлгөлө булыуы ата-әсәһенең уны ныҡ ҡәҙерләүенән килә.

Бөтә 12 йәшлек малайҙар кеүек беҙҙең геройҙар үҙаллы кешеләр булырға тырышалар. Уларҙың үҙ тормоштары. Ата-әсәнән йәшерер серҙәре, эштәре бар. Ләкин уларҙы кемдеңдер артынан эйәргән банда тип булмай. Был малайҙар - тәрбиәле егеттәр. Ололарҙан алған тәрбиәне тормошта ҡулланырға тырышалар. Бәлки был ололар өсөн ҡыҙыҡ тәжрибә генәлер, ә улар өсөн бик мөһим. Мәҫәлән, башлыҡ һайлағанда улар ғәҙеллек һаҡлайҙар. Сабый саҡтан һеңдерелгән йолаларҙы тоталар. Балалыҡ көнләшеүе, үсәү булғанда ла саманан сыҡмайҙар, әҙәп һаҡлайҙар. Шул уҡ ваҡытта мәкерҙе ҡабул итмәйҙәр, балалыҡ ихласлығы менән туранан-тура мөнәсәббәтен белдерәләр. Мәҫәлән, уғрылыҡтың насар икәнен белгәнгә, бер ниндәй алама уйһыҙ, холоҡ-ҡылығына ярашлы, насар ятҡанды алған Вәзиргә: "Урланыңмы? Һин ҡараҡ! Ҡараҡҡа мәсхәрә!", - тип тураһын әйтәләр. Йәмәғәт фекерен белдерәләр, ҡабул итәләр.

Мостай Кәримдең "Өс таған" повесында ун ике йәшлек малайҙар тулы тормош менән йәшәйҙәр. Уларҙың күңелендә яҡты идеялар, тормошҡа ашырыр хыялдар бар. Улар ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, шул хыялдарҙы ғәҙел тормошҡа ашырырға ынтылалар. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләләр, кеше фекерен хөрмәт итергә, үҙ һүҙен, хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнәләр..











































III БҮЛЕК

Мостай Кәримдең "Өс таған" повесында рухи тәрбиә мәсьәләре

Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы аша ниндәй тәрбиә алырға мөмкин? Мин үҙем өсөн күп һабаҡтар алдым.

Мостай Кәримдең "Өс таған" повесын өйрәнеү нигеҙендә алған һабаҡтар:

Мөғжизәләргә ышанырға кәрәк. Шәрифулла ағайҙың хикәйәһе уйҙырма икәнен белһәләр ҙә, малайҙар күңелдәре менән барыбер мөғжизәләргә ышана әле. Мөғжизәләр хыялды байыта, тормошто биҙәй.

Мөғжизә булмаһа ла ҡулдан килгәнсә файҙалы яҡшы эш эшләргә кәрәк. Кирәмәт күлендә балыҡ үрсетеп кешеләргә, тәбиғәткә яҡшылыҡ эшләһәң дә, барыбер, яҡшы.

Намыҫлы йәшәргә. "Тура эште кәкре ҡул менән эшләмәйҙәр". Көсөңдән килгәнен үҙең эшлә.

Тыныс эш итергә. Башлыҡ һайлау алдынан уйланыу. Ҡапылғара алдан ҡысҡырмай, уйлап, ашыҡмай эшләргә тырышалар.

Үҙеңде тыя белергә. Вәзир юхалап ҡарай - файҙаһыҙ. Үҙен генә төшөрә. Ләкин көлмәйҙәр.

Хис-тойғоға юл ҡуймаҫҡа. Вәзир хәйләләшһә лә, мыҫҡыл итмәйҙәр, ғәҙел тикшереп хөкөм сығаралар. Вәзир хәйләһен танып өндәшмәй. Мөнәсәбәттәр һаҡлана.

Үҙ теләгеңде алдан йөрөтмәҫкә. Һәр кем башлыҡ булғыһы килһә лә, ғәҙел һайлауға юл ҡуялар.

Иптәштәреңде хөрмәт итергә. Төртмә телләнһәләр ҙә, саманан сыҡмайҙар. Мыҫҡылға юл ҡуйылмай.

Үс тотмаҫҡа. Еңелеү нисек кенә ауыр булмаһын, ҡабул итәләр.

Ваҡланмаҫҡа. Вәзир кейем йыртылды тип яу һалмай.



Йола буйынса йәшәргә. Ололарҙан күргән халыҡ йолаларын тоторға, һаҡларға тырышалар.

Йоланы боҙмаҫҡа. Бәйгеләрҙә, көрәштә асыҡ күренә.

Йолаларҙы хөрмәт итергә. Дөрөҫ итеп көрәшергә тырышалар.

Хәрәмләшмәҫкә. Аяҡ салыш, хәйләләшеү, хәрәмләшеү юҡ.

Кеше әйберенә ҡул һуҙмаҫҡа. Уғрылыҡты ҡабул итмәйҙәр. Ҡырҡа ҡаршы сығалар, бәкене кире биреүҙе талап итәләр.

Ғәфү үтенә белергә. Вәзиргә Шәрифулла ағайға бәкене кире биреп, ғәфү үтенергә ҡушалар.

Ғәфү итә белергә. Эстән Вәзирҙе ғәфү итәләр.

Ғәҙел яза бирергә. Гражаданлыҡ позицияһы күрһәтеп, үҙҙәренә бик ҡыйын булһа ла Ғабдулла менән Айҙар уғрылыҡ өсөн Вәзиргә бик ҡаты, ләкин ғәҙел яза бирәләр.

Хатаңды аңлай белергә. Вәзир хатаһын тәрән аңлай. Нимә ярай, ярамағанлығын төшөнә.

Кешеләргә изгелек эшләргә, уның өсөн хаҡ һорамаҫҡа. Кирәмәткә барыбер ярҙам итергә кәрәк.

Ололарҙы тыңларға. Һәр бер малай ата-әсәһен ярата, тыңлай.

Ололарҙы хөрмәт итергә. Ололар насарға өйрәтмәй, улар беҙҙең турала борсола, дөрөҫ итеп тәрбиәләргә тырыша. Ғабдулла - Нәғимә инәй.

Дан кәпәс түгел. Атай даны - байлыҡ та, кейем дә түгел балаларына күсергә. Һәр кем үҙ данын үҙе яуларға тейеш.

Үҙ фекереңде булдырырға. Һәр ваҡыт әсәй ҡуйынында ғына йәшәп булмай. Яҡуп үҙ фекерен булдыра.

Үҙ фекереңде яҡларға. Дөрөҫ юл менән булмаһа ла, Яҡуп Вәзирҙе нахаҡҡа ғәйепләргә бирмәй. Ғабдулла "Беҙ яҡшы эштәр эшләйәсәкбеҙ!", - ти. Әлегә бәләкәй генә булһа ла.



Ҙур кешеләр тормошона әҙерләнергә. Һәр эштә йола буйынса йәшәргә, ололарға оҡшарға тырышалар.

Сынығырға. Әсәйҙәр өсөн дөрөҫ юл менән булмаһа ла, таштан-ташҡа һикерергә, йүгерегә, йөҙөргә һ.б. өйрәнеп көслө, сыныҡҡан булып үсергә тырышалар.

Матур итеп эшләй белергә. Айҙар нисек мурҙаны оҫта үрә.

Һөнәр ҡамасауламай. Һәр эш үҙе һөнәр! Балыҡ тота белеү, мурҙа үреү…

Балаларға әҙерәк үҙаллылыҡ бирергә. Малайҙар уйын, эштәр аша йәшәргә өйрәнә.

Компромисс табырға. Малайҙар ата-әсәһенә, ата-әсәләр малайҙарға, малайҙар бер-береһенә бер аҙ юл ҡуялар.

Кеше күңелен һый менән яулама, эшең менән яула. Вәзир перәниктәр менән яулай алмағанды, балыҡ тотошоп, йәшерен генә мурҙаға һалып яулай.

Матурлыҡты күрә белергә. Тәбиғәт матурлығын күрә беләләр. Ҡирәмәт тауы, йондоҙҙар уйыны, киске-таңғы ҡоштар тауышы, Ҡылыс күле - Ҡояш, юл һ.б.

Тәбиғәтте һаҡларға, яратырға. Кирәмәтте ҡотҡарыу идеяһы, ауылыңды, тирә-яҡты күреү, яратыу… Ваҡ балыҡтарҙы ебәреү…

Ныҡышмалы булырға. Бәрелеп-һуғылып, күгәреп бөтһә лә, һыуға бата яҙһа ла Яҡуп бик ныҡышмалы күнекмәләрен дауам итә.

Дуҫлыҡ ихлас булһын. Малайҙар бер-береһенең насар яғын эҙләмәйҙәр. Ышаналар, ышаныстарҙы аҡларға тырышалар.

Кеше байлығы бушлай ҙа кәрәкмәй. Байлыҡты үҙ көсөң менән тап. Мурҙаға үҙе ингән балыҡ та шик тыуҙыра. Бушлай килгән байлыҡ ҡыуандырмай. Үҙ эше, көсө менән мал табырға тырыша малайҙар.

Батырлыҡ эҙләмә. Миҙал тағып ҡына батыр булып булмай.



Ҡурҡаҡ булма. Яҡуп ҡурҡҡанда кәмәлә лә йөҙә алмай, ә ҡурҡыуын еңгәс, бөтә нәмәне булдыра.

Ҡулыңдан килгәнен дөрөҫ эшләһәң, батырлыҡ һине үҙе табыр. Ғабдулла үҙен уйламай, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып бәләкәй ҡыҙ бала Гөлнурҙы ҡотҡарырға ташлана. Быны ул миҙал өсөн эшләмәй. Яҡутың да "насар" һөнәре Ғабдулланы ҡотҡара. Көршәк, тәҙрә ватыу батырлыҡ булмаһа, бында ул дуҫына ярҙамға килә.

Ысын батырлыҡ эшләһәң, берәү ҙә һине бәләкәй тимәҫ, хөрмәт итер. Ғабдулланы ун ике йәшлек малай тип тормай, барыһы ла уны батыр ир итеп һанай. Гөлнурҙы ҡотҡарғандан һуң оло ағайҙар, олатайҙар ҙа уға хөрмәт менән ҡарайҙар.

Телебеҙ бик матур, туған телеңде ярат. Нәғимә инәйҙең телмәре йыр кеүек.

Бер-береңә ярҙам кәрәк. Ауыр саҡта дуҫтарға ярҙам итеү. Вәзир балыҡ тота, Яҡуп үгеҙгә ата, малайҙар алыҫ юлға Ғабдулланың хәлен белергә бара.

Ауырлыҡтар еңер өсөн бирелгән. Ниндәй генә ауырлыҡтар: аслыҡ, ямғыр, ҡолауҙар, яланғас йөрөү һ.б. булмаһын, уларҙы еңеп була.

Проблемаларҙы еңеү беҙҙе көслөләндерә генә. Һәр проблеманы еңгән һайын беҙҙең геройҙар физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслөләнә генә баралар.

Һәләт хөрмәткә лайыҡ. Айҙарҙың халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы һәр кем дә һоҡланыу тыуҙыра, хөрмәт уята.

Алдарға ярамай. Ғабдулла врачка хат яҙып ҡалдыра, өләсәһенә лә дөрөҫөн яҙа.

Ҙур эштәр, пландар ҡорбандар талап итә. Шәп эштәр өсөн малайҙарға йыш ҡына әсәләренән әләгә, һыҙырылған, күпкән ерҙәр ҙә арта.

Кешене борсолдорма. Ата-әсәйҙәрҙе, өләсәйҙе тынысландырыр-ға тырышалар.

Кешегә бәлә һалма. Үҙ ҡылығың өсөн үҙең яуап бир.

Яҡты хыялдар менән йәшәргә. Малайҙар бөгөн Кирәмәтте ҡотҡарһа, иртәгә илде, Ерҙе ҡотҡарыр.

Оло тормошҡа бөгөндән әҙерлән.





















































Йомғаҡлау



Шулай итеп, мин Мостай Кәримдең "Өс таған" повесындә тәрбиә мәсьәләләрен тикшереп үҙем өсөн бик күп асыштар яһаным. Артабан тормошта ҡулланырлыҡ һабаҡтар алдым. Шуларҙан иң мөһиме - бәләкәйҙән үк оло тормошҡа, оло эштәргә әҙерләнеп үҫергә кәрәк. Яҡты хыялдарҙы, идеяларҙы тормошҡа ашырыға ынтылырға кәрәк. Оло эштәр кеселәрҙән башлана.



Әҙәбиәт:



Ахияров К.Ш. Народная педагогика и современная школа. Уфа: БГПУ, 2000.



Башҡортостан уҡытыусыһы, 2004, №10. 2003,№5., 1999, №10.



Бикбаев Р. Халҡым тауышы, 1999, 20 октябрь.



Валеев И.И. Башкирская этнопедагогическая культура и Мустай Карим. - Уфа: Китап, 2000.



Валеев И.И. Педагогика Мустая Карима Издание 2-е, исправленное и дополненное. - Уфа: Китап, 2003.



Ватандаш, 1999, №10.



Истоки, 2000, №17.



Истоки, 1999, №20.



Мостай Кәрим әҫәрҙәре.



Бикташова Э.Р. Народная педагогика в творчестве Мустая Карима. HYPERLINK «www.proshkolu.ru/user/elmira-73/file/3689984/» www.proshkolu.ru/user/elmira-73/file/3689984/



Бикташева ЭР. Народная педагогика в творчестве Мустая, 2012.,













 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал