- Учителю
- Урок-обобщение по теме Птицы Башкортостана по башкирскому языку 10 класс
Урок-обобщение по теме Птицы Башкортостана по башкирскому языку 10 класс
Тема. "Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ҡоштар темаһы"
Маҡсат. "Ҡоштар"темаһы буйынса белемдәрҙе тикшереү, тәбиғәткә ҡарата, ҡоштарға ҡарата һөйөү, һаҡсыллыҡ тәрбиәләү, телмәр үҫтереү.
Йыһа: интерактив таҡта, дәреслек, аудиотаҫма
Дәрес барышы
1.Ойоштороу мәле
--Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Дәресте бөгөн беҙ йыр менән башлап ебәрәбеҙ.
"Сыңрау торна" йыры (аудиояҙма)
2.Дәрестең маҡсатын әйтеү
--Уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ, кем әйтер?
(ҡоштар тураһында)
--Дөрөҫ, беҙ бөгөн "Ҡоштар" темаһын йомғаҡлап, бәйге үткәрәсәкбеҙ. Бәйгелә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының бөтә жанрҙарына байҡау яһап, уларҙа ҡоштар ниндәй урында тороуын ҡарарбыҙ. Хәҙер ике командаға бүленәбеҙ һәм исем, девиз уйлайбыҙ.
3. Төп өлөш. Бәйге.
--Шулай итеп, беҙҙең командалар: "Бөркөттәр" һәм "Ҡыҙылтүш". Девиздары:
--Әйҙәгеҙ, сәйәхәтебеҙҙе башлайбыҙ. Беренсе туҡталышыбыҙ "Йомаҡтар" тип атала.
(командалар бер-береһенә йомаҡтар әйтешәләр, яуаптарын табалар, һәр бер яуап менән балдар йыялар)
--яҡшы, уҡыусылар, был туҡталышта бөтәгеҙ ҙә үҙегеҙҙе зирәк, белемле итеп күрһәттегеҙ. Хәҙер икенсе туҡталышҡа рәхим итегеҙ. Был туҡталыш "Мәҡәлдәр" тип атала.
--Өсөнсөтуҡталыш - "Һынамыштар"
--"Тиҙәйткестәр" туҡталышы.
"Ҡара ҡарға ҡунған ҡарға,
Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға" тиҙәйткесен бөтә команда менән бергә әйтергә, өс ҡабат рәттән. Кемдең дәртлерәк, шәберәк, дөрөҫөрәк килеп сығыр.
</<font face="Times New Roman, serif">Бишенсе туҡталыш - "халыҡ йырҙары" ("Ҡаҙ ҡанаты", "Сыңрау торна", "Кәкүк", "Ай, былбылым", "Кейек ҡаҙҙар", "Көйөлдө", "Ҡысҡырмасы, кәкүк", "Һандуғас"
Алтынсы туҡталыш - "Легендалар". Һәр команда ҡоштар тураһында бер легенда һөйләй.
4. Йомғаҡлау
Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына байҡау яһаныҡ һәм бөтә жанрҙарҙа ла ҡош темаһы бар икәнен иҫбат иттек. Хатта барлыҡ ырыуҙарҙың да үҙ тамғаһы, ағасы менән бер рәттән ҡошо ла бар. Ни өсөн шулай?
(" сөнки башҡорт халҡы ирек яратҡан, ҡоштар, башҡорттар өсөн , азатлыҡ символы", " ҡоштар башҡорт халҡына һунарҙа ярҙам иткәндәр", "улар атта ултырған саҡтарында үҙҙәрен "ҡанатлы" итеп тойғандар, үҙҙәрен ҡошҡа тиңләгәндәр" кеүек яуаптар )
--Афарин, уҡыусылар,бәйге тамамланды. Һеҙҙең ҡоштар тураһында мәғлүмәтегеҙ бай булыуына бик шатмын. Балдар тигеҙ.
Һәр командаға өсәр "биш"ле һәм икешәр "дүрт"ле билдәләрен тәҡдим итәм. Кемгә ниндәй баһа ҡуйырға үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.
Өй эше: Асҡын районы ырыуҙары тамғаһы, ҡошо тураһында белешмә әҙерләргә.
Өҫтәлмә материалдар.
Йомаҡтар:
1.Йыраҡтан килгән ҡунағыбыҙ.
Тәҙрә артында тора. (Ҡарлуғас.)
2.Ҡолға башында йорто,
Эсендә тора йырсы. (Сыйырсыҡ.)
3.Бар белгәне "ҡар" ҙа "ҡар",
Йәй буйына ҡар даулар. (Ҡарға.)
4.Көндөҙ -йоҡланым,
Төнләиланым.(Өкө.)
5."Ҡыж-ҡыж " тиептауышбирә,
Мороно,-гүйә, көрәк.
Йылы яҡтан яҙын ҡайта,
Ниндәй ҡоштиһең? (Өйрәк.)
6. Әсәй көтә был ҡоштарҙы,
Улар тоя һөйөү, наҙ.
Бәпкәләрен сығарғанда,
Шатлығынан бейей…(Ҡаҙ.)
7. Аяҡтары уның оҙон,
Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма,
Яҙын ҡайтҡас, ниңә көҙөн китә,
"Тор-райыҡ" тиһәлә…(Торна.)
1."Ҡар" ҙа "ҡар" тип осоп йөрөй,
Ҡысҡыраюҡҡа-барға.
Исеме уның ... .
2. йомортҡа ла баҫмай
Балаһын да баҡмай.
4. Йылы яҡҡа ирекһеҙҙән
Осоп китә ҡар яуғас.
Яр буйында, ҡыйыҡтарҙа
Оя ҡора ... .
Мәҡәлдәр:
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй
Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Аҙ ҡап, ҡаҙ ҡап
Һауалағы торнанан ҡулдағы сәпсек яҡшы
Һынамыштар:
-
Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр яуа.
-
Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.
-
Һайыҫҡан шыҡырыҡлаһа, кеше килә.
-
Сыбар сыйырсыҡтар алдан килһә, иген уңыр.
-
Ала ҡарға ҡарҙа борхолдаһа, көн үҙгәрер.
-
Һауала ҡоштар күп осһа, ҡарлы көнгә.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ҡоштар темаһы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйәхинурова Рәзифә Исмәғзәм ҡыҙының Х класында асыҡ дәрес өлгөһө
Асҡын - 2015