7


  • Учителю
  • Урок башкирского языка на тему 'Словосочетание'

Урок башкирского языка на тему 'Словосочетание'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

Маҡсаты: 1) һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары тураһында төшөнсә биреү, аңлатыу;

2) туған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү;

3) уҡыусыларҙың һүҙлектәрен байытыу, фекерләү ҡеүәһен арттырыу.

Йыһазландырыу: проектор, ноутбук, дәреслек, дидактик материалдар китабы

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле - психологик инеш.

Уҡытыусы: - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Уҡыусылар: (шиғырҙы экрандан уҡыйҙар) - 1 слайд

-Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине, телем.

Рәхмәт һиңә һинең аша

Алам тәрбиә, белем.


  1. Булған белемде актуалләштереү

-Афарин, Бөгөн дә туған телебеҙ серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ йәнә әсә телебеҙҙең төрлө мәғәнә нескәлектәрен, хис-тойғо биҙәктәрен күрербеҙ.

-Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, өйгә эштәрҙе ҡарап сығам( 16 биттәге ҡағиҙәне уҡырға, 23 күнегеү)

- Үткән дәрестә беҙ ниндәй тема үткән инек? Кем яуап бирер? (2 слайд)

Уҡыусының яуабы. -Беҙ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм темаһын үттек.

- Ә нимә була ул һүҙбәйләнеш? Кем яуап бирер?

Уҡыусының яуабы: - һүҙбәйләнеш - ул 2 йәки бер нисә һүҙҙең мәғәнәләре буйынса бәйләнеше.

  • Ә ул һөйләмдән нимәһе менән айырыла?

Уҡыусының яуабы: Һөйләмдән айырмалы рәүештә ул бер бөтөн уйҙы аңлатмай., бары тик һүҙҙәр кеүек үк һөйләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

  • Рәхмәт, ә һөйләм нимә була? Кем яуап бирер?

Уҡыусының яуабы : Һөйләм һүҙҙәр төркөмөнән, йәғни һүҙбәйләнештәрҙән төҙөлә һәм тамамланған уйҙы белдерә.

  • Рәхмәт. Ә хәҙер экранға күҙ һалығыҙ. (3 слайд)

( экранда мәҡәлдәр бирелгән, уларҙа һүҙбәйләнештәрҙең аҫтына һыҙылған)

Атай менән әсәй - алтын ҡанат.

Яҡшы һүҙ һөйөндөрөр,яман һүҙ көйөндөрөр.

Әйткән һүҙ - атҡан уҡ.

Баҡа менән йылан бер күлдә , икеһе лә бер телдә.

-Әйҙәгеҙ, бирелгән мәҡәлдәрҙән һүҙбәйләнештәрҙе айырып алып ,тикшереп , төп һүҙ менән эйәреүсе һүҙҙәрен табайыҡ.

(4 Слайдта)

Атай менән әсәй

Алтын ҡанат

Баҡа менән йылан

Яҡшы һүҙ


Атҡан уҡ


Яман һүҙ


Уҡыусылар һүҙбәйләнештәрҙе табып, тикшереп төп һүҙ менән эйәреүсе һүҙҙәрен билдәләйҙәр.

  • Уҡыусылар, бөтә һүҙбәйләнештәрҙә лә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәрҙе таптыҡмы?

  • Юҡ, ни өсөн?

  • Уҡыусының яуабы :Сөнки ике һүҙбәйләнештә һүҙҙәр бер-береһенә эйәреп килмәгән.

  • Тимәк беренсе бағаналағы һүҙбәйләнештәр икенсеһенән яһалыу юлы менән айырыла.

Шулай итеп , бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
(5 слайдта: Туғыҙынсы октябрь, йома. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары)

  • Һәм дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй булыр икән? Кем әйтә?

  • Уҡыусының яуабы: Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнеү.

  • Афарин!

18-се битте астыҡ барыбыҙ ҙа! 25-се күнегеүгә иғтибар итәйек..

1 уҡыусы биремде уҡый.

  • Рәхмәт, һөйләмдәрҙе уҡып, һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырайыҡ. Улар ике төркөмгә бүленгән. Экранға күҙ һалайыҡ

( 6 слайдта).

Айыу менән бабай

Беҙ шатбыҙ


Йомарт һәм шәфҡәтле

Байрасҡа күсте

Йылы, матур

Шатланышып остолар

Йылыға һәм яҡтыға

Матур һөйләне


Атаһының тыныслығы


-Беренсе төркөмдәге һүҙҙәр үҙ-ара нисек бәйләнгән?

- Икенсе Төркөмдәге һүҙҙәр үҙ-ара нисек бәйләнгән?


Уҡыусының яуабы: - 1 се төркөм "менән, һәм "теркәүестәре аша бәйләнгән, интонация ярҙамында.

Уҡыусының яуабы : 2-се төркөм бер -береһенә эйәреп килә.

  • Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, һүҙбәйләнештәр үҙ -ара ике төрлө юл- теҙмә һәм эйәрте-ле бәйләнеш юлдары менән барлыҡҡа килә.

  • (7 слайдта схема)

  • Теҙмә бәйләнештә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәр булмай, улар бер-береһенә тиң булып, бер үк һорауға яуап булалар. Мәҫәлән , айыу менән бабай, яҙ һәм йәй, йомарт һәм шәфҡәтле - теҙеү теркәүестәре ярҙамында, йылы, йомарт йәки йомшаҡ, йылы - теҙеү интонацияһы ярҙамында бәйләнәләр. Шулай булғас уларҙа береһенән сығып икенсеһенә һорау ҡуйып буламы?

  • Уҡыусының яуабы: Юҡ, әлбиттә. Сөнки улар тиң киҫәктәр.

  • Эйәртеүле бәйләнештә иһә һүҙҙәр бер-береһенә тиң булмайҙар, береһе береһенә эйәреп килә. Шуға ла береһен эйәреүсе, икенсеһен эйәртеүсе һүҙ тип атайҙар. Эйәртеүле бәйләнештә килгән һүҙҙәр бер-береһенә килеш ялғауҙары, эйәртеү интонацияһы, бәйләүестәр ярҙамында бәйләнә. Һ әм уларҙың береһенән икенсеһенә һорау ҡуйып була. Мәҫәлән, Байрасҡа күсте һ-дә Байрасҡа эйәреүсе һүҙе күсте һүҙенә бәйләнер өсөн төбәү килештә килгән, уны башҡа килештә ҡуйып булмай. Матур һөйләне һ-ше үҙ-ара эйәртеү интонацияһы менән бәйләнә. Мәктәпкә тиклем бара һүҙ-ше бер-береһенә тиклем бәйләүесе менән бәйләнгән.


Күнегеүҙәр эшләү:


1) Әйҙәгеҙ, хәҙер күнегеүҙәр эшләүгә күсәйек. 26 сы күнегеү, тексты уҡырға, бағаналап бишәр теҙмә һәм эйәртеүле һүҙбәйләнешкә миҫалдар күсереп алырға. ,бер-береһенә нимә ярҙамында бәйләнгән, һөйләп бирергә. Башта уҡыйым, иғтибар менән тыңлағыҙ.


  • Уҡыусылар 1 мәртәбә үҙ аллы уҡый, аҙаҡ ике - өс уҡыусы ҡысҡырып уҡыйҙар, үҙ аллы эшләп алғандан һуң миҫалдарын уҡыйҙар.

"Төньяҡ амурҙары " әҫәре

2) Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән башта теҙмә, һуңынан эйәртеүле юл менән барлыҡҡа килгәндәрен күсереп алығыҙ һәм нисек бәйләнгәнен аңлатығыҙ

Ҡаланан ҡайттыҡ;урманға тиклем барҙыҡ; ат менән һыйыр; атҡа ла, һыйырға ла; иланы ла иланы; шәп йүгерә; бысраҡ юл; ҡысҡырып һөйләшә; тау бите; атайымдың ҡайышы; кәзә һөтө; яҡты, йылы; бара һәм ҡайта; мөхәббәт һәм нәфрәт; яҡшы уҡый; сыҡҡан да киткән; ал, ҡыҙыл һәм аҡ; еләк йыя; ат ҡарай. Мәҫәлән,

3) -Афариндар! Киләһе күнегеү карточкаларҙа бирелә. Бирелгән һүҙҙәрҙән һеҙгә һүҙбәйләнештәр төҙөргә һәм уларҙың бәйләнеү юлдарын күрһәтергә кәрәк (яҙып эшләйҙәр тиҙ генә).

(8 слайдта)

Башҡортостан, Республикаһы, халыҡ, көн, ил, тыуған , ер, башҡорт, үҙ, иҫтәлекле, һәм, татар , менән , тел

-Ә хәҙер саҡ ҡына күҙҙәребеҙҙе ял итттереп, йондоҙ һанап алайыҡ. (экранда разминка)


4) Хәҙер уҡыусылар, һеҙгә ижади эш тәҡдим итәм. Ул синквейн тип атала.

(9 слайд)

Был 5 строфалы шиғыр 20 быуат баштарында Америка Ҡушма штаттарында барлыҡҡа килгән.

синквейн

1 юл - синквейн темаһын күрһәтеүсе исем

2 юл - синквейн темаһының, предметының 2 сифатын билдәләй, 2 сифат һүҙ төркөмөнән тора

3 юл - ошо теманы йәки предметтың эш-хәрәкәтен күрһәтеүсе 3 ҡылым

4 юл - предмет, тема тураһында һөйләм итеп төҙөлә

5 юл - бер һүҙ менән генә һығымта яһау

Мәҫәлән,

Әсәй тураһында синквейн уҡып күрһәтәм. Һеҙгә тел тураһында яҙырға кәрәк. ( 10 слайд)

Тел

Туған, үҙ телем

Һөйләшәм, уҡыйым, аралашам

Ата-бабам һөйләшкән, аңлашҡан тел.(ул минең халҡымдың байлығы)

Әсәм теле.(бөйөк тел)

(5 минут тирәһе ваҡыт бирелә)

5) Һөйләмдәрҙе һүҙбәйләнештәргә тарҡатырға, яҙма рәүештә эшләйбеҙ: (карточкалар таратырға) (11 слайд)

Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ. (Р.Фәхретдин)


6) Бирелгән һүҙҙәргә иш һүҙҙәр өҫтәп, беренсе бағаналағы һүҙҙәрҙән теҙмә, икенсе бағаналағы һүҙҙәрҙән эйәртеүле юл менән һүҙбәйләнештәр яһап яҙығыҙ. Мәҫәлән, тырышты һәм эшләне, яҡшы һүҙ

Ғәлим

Яҡшы

Тырышты

Китап

Тәмле

Урмандан

Арып

Тәмле

Ҡоралды

Арып

Атайымдар

Ҡоралды

күршеләргә

һеҙҙән


7) Эйәртеүле юл бәйләнеше менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙән теҙмә юл менән һүҙбәйләнештәр яһағыҙ:

Ҡарлы ямғыр, уллы ата, кеҫәле күлдәк, майлы икмәк, әсәнең ҡыҙы, ҡояшлы иртә

Мәҫәлән, ҡар һәм ямғыр

Һығымта:

  • Шулай итеп, уҡыусылар, һүҙбәйләнештәр ниндәй юлдар менән яһалалар?

Уҡыусының яуабы: теҙмә һәм эйәртеүле юлдар менән.


Өй эшен аңлатыу:

  • Әйҙәгеҙ, хәҙер өйгә эште яҙып ҡуябыҙ: дәреслектән 28-се күнегеү, ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға. (өйгә эште аңлатып китергә)

Рефлексия:

  • Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестең маҡсатына ирештекме бөгөн?

  • Эйе икән, тимәк, алдығыҙҙа ятҡан смайликтарҙы күрһәтегеҙ.

Уҡыусылар смайликтар күтәрә.

  • Алдығыҙҙа ятҡан һөйләмдәрҙе ҡулланып, үҙегеҙгә баһа бирегеҙ:

Мин дәрестә: яҡшы эшләнем; эшләнем, әммә үҙем менән ҡәнәғәт түгелмен; бер нимә лә эшләмәнем; теманы аңламаным.

Баһалар ҡуйыу:

-Дәресте шиғыр юлдары менән тамамлап ҡуяйыҡ: (12 слайд)

Әсә телен белгәндең

Теле матур, бай булыр.

Белмәгәндең белеме

Һәм күңеле һай булыр.

-Рәхмәт, һау булығыҙ.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал