7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку (5 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (5 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Аҡсәйет ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы


МБ ултырышында ҡаралды Килешәм: Раҫлайым:

Протокол №____ Директор урынбаҫары Аҡсәйет урта мәктәбенең «_____»___________2015й Дәүләтбаева Л.Р. директоры Ғәлимов И.М.

"_____"________2015й. Приказ № ___

"______"_______2015й. .

Башҡорт теленән эш программаһы

5 -се класс


Төҙөнө:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы

Нурисламова Ифира Рәмзи ҡыҙы


2015й.

Аҡсәйет

Аңлатма яҙыу.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа"(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн) буйынса төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Хажин В.И.,Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2012.

Уҡытыусының әҙәбиәт буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө : Китап, 2008.

2. Ғ.Хөсәйенов.Әҙәбиәт теорияһы.-Өфө:Китап,2010.

3.Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Өфө,Китап,2009 йыл

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. - Өфө: Китап, 2012.


Эш программаһы 69 сәғәткә бүленгән, аҙнаға 2 сәғәт (байрам көндәрен индереп).


Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

1.Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6.Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе

үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

контроль күсереп яҙыу - 1,

һорауҙарға яуап - 1,

контроль диктант - 4,

изложение - 1;

инша - 2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Уҡыу йылы эсендә контроль характерҙағы яҙма эштәрҙең күләме түбәндәгесә тәҡдим ителә:


Эш төрҙәре

Кластар


1

2

3

4

5

6

7

8

9

Күсереп яҙыу

2

2

2

1

1

1


Һорауҙарға яуап

2

2

2

2

1

1

1

Диктант

2

4

4

5

4

4

4

4

4

Изложение


2

2

2

2

2

2

2

2

Иншалар


2

2

2

2

2

2

2

2


Контроль характерҙағы яҙма эштәр текстарының күләме түбәндәгесә билдәләү:

Эш төрҙәре

Кластар


1

2

3

4

5

6

7

8

9

һүҙлек диктанты

5-6

6-8

8-10

10-12

12-15

15-18

18-20

20-22

22-24

Диктант

10-15

15-20

25-30

35-40

40-50

60-70

80-90

90-100

100-110

Изложение


15-20

20-30

30-40

40-50

50-60

60-70

70-80

100-110

Инша


15-20

20-35

35-45

45-55

55-65

65-75

75-85

85-95


V класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

I.Телдәән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

әгәр уҡыусы:

  1. Тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. Үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылыштар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙм2-эҙлелек һаҙланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

4) әгәр уҡыусы ҡоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәһен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

II. Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе - тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

III. Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалалау.

Билдәләр Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр грамоталылыҡ

«5»

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан - 5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

"4"

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик,

13 пунктуацион,5 грамматик хата

"3"

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, 8 грамматик хата

"2"

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә - 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата .

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы

(йүнәлеше).

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  • социомәҙәни компетенция;

  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Тел - кешеләрҙең төп аралашыу ҡоралы. Туған телде белеү, уның йәмғиәттәге әһәмиәте тураһында шиғырҙар, мәҡәлдәр уҡыу, әңгәмә үткәреү - 1 сәғәт.

Башланғыс кластарҙа тел буйынса үтелгән материалды ҡабатлау - 2 сәғәт.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт һәм рус телендә бер хәрефтәр менән белдергән өндәр. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр - 2сәғәт.

Тартынҡы өндәр. Уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен рус телендәге тартынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.В, уы, үе өндәре (4 сәғәт)

Башҡорт телендәге к,г һәм һ һәм х; v һәм w; с һәмҫ; з һәм ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә фонетик күнегеүҙәр.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше - 13сәғәт.

Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр - 7сәғәт

Башҡорт телендә сингармонизм законы, уҡыусыларҙы практикла уның төрҙәре менән таныштырыу - 6сәғәт.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус теле һүҙҙәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре - 5 сәғәт.


Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре, башҡорт һүҙҙәрендә баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендә һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе баҫымдың үҙенсәлектәре һәм уларҙы сағыштырыу. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙе дөрөҫ баҫым менән әйтергә өйрәтеү. Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы - 4 сәғәт.


Башҡорт теленең һүҙлек байлығы. Уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр, һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланыуы - 2 сәғәт.


Синонимдар, омонимдар, антонимдарҙы телмәрҙә ҡулланыу, төрлө һүҙлектәр менән эшләү - 3 сәғәт.


Фразеологик берәмектәр. Нығынған һүҙбәйлнештәрҙең аңлатҡан мәғәнәһен асыҡлау, уларҙы һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге роле. Башҡорт һәм рус телендәге нығынған һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу - 1 сәғәт.


Башҡорт телендә һүҙьяһалыш һәм һүҙ составы. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар: һәр ялғауҙың һүҙгә үҙенсәлекле мәғәнә төҫмөрләнеше биреүен күҙәтеү.

Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар, уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда, һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуы һәм һуҙынҡылар өҫтәлеүе.

Тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы - 10 сәғәт


Фонетика, һүҙьяһалыш, һүҙ составын һәм лексиканы дөйөмләштереп ҡабатлау - 5сәғәт.


Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә, хат яҙыу - 2сәғәт.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау - 1 сәғәт.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

  2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

  3. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

  4. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

  5. 8 - 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

  6. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

  7. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

  8. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

  9. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

























Дәрестең темаһы

Сәғ. һаны

Дәрестең тибы

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Контроль эш төрҙәре

Йыһазлау

Дата

план

фак


I сирек


1

Тел-кешеләрҙең иң әһәмиәтле сараһы."Белем көнө"темаһына кескәй хикәйә төҙөү

1

әңгәмә

Белем көнө темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу,ҡыҫҡа хикәйә төҙөргә өйрәтеү

Хикәйә төҙөү


Тел тураһында мәҡәлдәр шиғырҙар

02.09

2

Башланғыс кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

ҡабатлау

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен белеү, һүҙҙәрҙең транскрипцияларын яҙырға белеү

Тест

Дәреслек

тестар

07.09

3

Бөтә үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау

1

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау


карточкалар

09.09

4

Фонетика.Өн һәм хәреф

1


Яңы тема

Өн һәм хәрефте айыра белергә өйрәтеү,дөрөҫ әйтеү

Алфавит ҡабатлау

Алфавит

таблица

14.09

5

Фонетика һәм орфоэпия.Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр.

1

Яңы тема

Өн һәм хәрефте айыра белергә өйрәтеү,дөрөҫ әйтеү.Башҡорт теленең өндәр системаһын ҡабатлау

Алфавит ҡабатлау

Дәреслек

схема

16.09

6

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр,уларҙың һаны һәм әйтелеше

1

нығытыу

Һуҙынҡы өндәрҙе тартынҡы өндәрҙән айыра белергә өйрәтеү


Таблица

Дәреслек

21.09

7

Үтелгәндәр буйынса иҫкәртмәле диктант

1

Б.т.ү.

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү

Диктант яҙыу

Диктанттар йыйынтығы

23.09

8

Хаталар өҫтөндә эш.Һуҙынҡы өндәр араһында w өнөнөң дөрөҫ әйтелеше

1

нығытыу

Һуҙынҡы өндәр янында тартынҡы өндәрҙе әйтергә өйрәтеү

Карточка менән эш

Карточкалар

Дид. китаптар

28.09

9

Тартынҡы өндәр,уларҙың һаны һәм әйтелеше

1

нығытыу

Тартынҡыларҙың яһалышы, уларҙың яңғырау, һаңғырау тартынҡыларға бүленеше,яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙың парлашыуы тураһында мәғлүмәт алыу

Алфавит ҡабатлау

Дәреслек дид.китаптар

30.09

10

Ғ,ҡ өндәренең дөрөҫ әйтелеше

1

Яңы тема

Ғ,ҡ өндәренең әйтелешен, уларҙың тик башҡорт һүҙҙәрендә генә булыуын аңлатыу

Фонетик анализ

Дәреслек

карточкалар

05.10

11

Ғ,ҡ, һ-х,н-ң,с-ҫ,з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү,фонетик күнегеүҙәр эшләү

1

нығытыу

Бирелгән тартынҡылар менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү

Фонетик анализ

Дәреслек

дид.китаптар

07.10


12

Т.ү.Инша . Алтын көҙ

1

Б.т.ү.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡулланып инша яҙыу

инша

Журналдар

картиналар

12.10

13

Хаталар өҫтөндә эш .Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Һөйләү күнекмәләре

1

нығытыу

Дәреслек

14.10

14

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау,фонетик күнегеүҙәр

1

ҡабатлау,фонетик

күнегеүҙәр

Фонетик күнегеүҙәр эшләү, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү

анализдар

таблица

19.10

15

Административ контроль диктант

1

контроль

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү

диктант


Диктанттар йыйнтығы

21.10

16

Хаталар өҫтөндә эш.Тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы

1

нығытыу

Тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙыу

анализ

Дид.китаптар

26.10

17

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау

1

ҡабатлау

Үтелгән грамматик темаларҙы системаға килтереү

тестар

Тестар

Дид.китаптар

28.10

II сирек


18

Һуҙынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

1

ҡабатлау

Һуҙынҡы өндәр, уларҙы ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларға бүлергә өйрәтеү

Һүҙҙәр төҙөү

Дид.китаптар

09.11

19

Һуҙынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен, яҙылышын ҡабатлау

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, һүҙҙәр төҙөгәндә дөрөҫ ҡулланыу

Күнегеүҙәр

Картина. журналдар

11.11

20

Һуҙынҡы өндәр,уларҙың һаны һәм составы. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Һуҙынҡы өндәрҙең парҙарын табыу

Күнегеүҙәр

Дәреслек

16.11

21

Изложение."Урманда "

1

Б.т.ү.

Ишеткәнде тулы итеп яҙырға белеү, тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү һәр өлөшкә

Изложение яҙыу

Изложениелар йый-ғы

18.11

22

Хаталар өҫтөндә эш,фонетик анализдар

1

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системаға килтереү

анализдар

карточкалар

23.11

23

Башҡорт телендә сингармонизм законы

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Сингармонизм законын ҡуллана белеү

Күнегеүҙәр эшләү

Дәреслек

Дид. китаптар

25.11

24

Үтелгәндәр буйынса фонетик күнегеүҙәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Закондарҙы ҡулланып фонетик күнегеүҙәр эшләү


Тестар

Дид. китаптар

30.11


25

Башҡорт телендә сингармонизм законы(практик планда уның төрҙәре менән таныштырыу)

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Сингармонизм законын ҡуллана белеү

алфавит

дәреслек

02.12

26

Башҡорт телендә ижек.Уның төрҙәре

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, ижек ҡалыптары төҙөү

Ижеккә бүлеү

таблица

07.12

27

Ижек. Ижектең төрҙәре

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, ижек ҡалыптары төҙөү

Ижеккә бүлеү

Журналдар

дәреслек

09.12

28

Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теле һүҙҙәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, ижек ҡалыптары төҙөү.Рус һәм башҡорт телендә ижектәргә бүлеү

Ижеккә бүлеү

Дәреслек

Дид. китаптар

14.12

29

Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Һүҙҙәрҙе юлдан - юлға дөрөҫ күсереү ҡағиҙәләре

Ижеккә бүлеү

карточкалар

16.12

30

Фонетика темаһы буйынса контроль диктант

1

Контроль

дәрес

Уҡыусыларҙың грамоталылыҡтарын тикшереү

Диктант яҙыу

Диктанттар йыйнтығы

21.12

31

Хаталар өҫтөндә эш.Фонетик күнегеүҙәр

1

ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системаға килтереү


Дид. китаптар

23.12

32

Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар темаһын дөйөмләштереп ҡабатлау

1

Нығытыу дәресе

Телмәр ағышында тартынҡыларҙың һәм һуҙынҡыларҙыңһүҙҙең төрлө урынында килеүе


Тестар

дәреслек

28.12

III сирек


33

Баҫым,уның үҙенсәлектәре

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Һүҙҙәргә баҫымды дөрөҫ ҡуйырға белеү,дөрөҫ ҡуйыу

(171)

дәреслек

18.01

34

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре.Төп өлөштәре;логик баҫым,пауза,фраза баҫымы,телмәр методикаһы,тойғо баҫымы

1


Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланыу

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияны дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү

Интонация ҡуйыу

Журналдар

дәреслек

20.01

35

Изложение "Буран ваҡытында "

1

Б.т.ү.

Ишеткәнде тулы итеп яҙырға белеү, тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү һәр өлөшкә

Изложение

яҙыу

Изложение китабы

25.01

36

Хаталар өҫтөндә эш.Фонетик күнегеүҙәр.

1


Төрлө типтағы күнегеүҙәр эшләү


Дәреслек

Өҫтәмә материалдар

27.01

37

Һүҙьяһалыш һәм уның һүҙ составы. Тамырҙаш һүҙҙәр

1


Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланыу

Башланғыс синыфтарҙа алынған белемдәрҙе нығытыу, иҫкә төшөрөү

Дәреслек

201-се бит

Дид.китаптар

01.02

38

Һүҙьяһалыш һәм уның һүҙ составы. Тамырҙаш һүҙҙәр

1

Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланыу

Тамырҙаш һүҙҙәрҙе таба белергә өйрәтеү

Һүҙҙәр төҙөү

Дәреслек

карточкалар

03.02

39

Һүҙ составы,ялғауҙарҙың төрҙәре

1

Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланы

Һүҙ составы буйынса алған белемдәрҙе ҡулланыу, ялғау төрҙәрен үҙләштереү

Ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуйыу

журналдар

08.02

40

Һүҙ составы,ялғауҙарҙың төрҙәре

1

Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланы

Һүҙ составы буйынса алған белемдәрҙе ҡулланыу, ялғау төрҙәрен үҙләштереү

Һүҙ составы буйынса тикшереү

таблица

10.02

41

Һүҙ составы,ялғауҙарҙың төрҙәре

1

Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланы

Һүҙ составы буйынса алған белемдәрҙе ҡулланыу, ялғау төрҙәрен үҙләштереү

Һүҙ составы буйынса тикшереү

Дәреслек

таблица

15.02

42

Т.ү.Күсереп яҙыу. Ялғауҙарҙың яҙылышы

1

Контроль дәрес

Уҡыусыларҙың грамоталылыҡтарын тикшереү

Контроль күсереп яҙыу

Өҫтәмә материалдар

17.02

43

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры. ялғауҙар

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Журналдар

Дид.китаптар

22.02

44

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Ялғауҙарҙың төрҙәре

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгәндәрҙе системаға килтереү


дәреслек

24.02

45

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы

1

Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланы

Башҡорт теленең үҙенең һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе айыра белеү, уларҙы дөрөҫ яҙыу, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлек байлығын арттырыу

һүҙлектәр

29.02

46

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы.Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлеге

1


Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланы

Күп мәғәнәле һәм бер мәғәнәле һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу

Һүҙлек эше

Һүҙлектәр

дәреслек

02.03

47

Т.ү.Һорауҙарға яуаптар яҙыу.

1

Контроль дәрес

Белемдәрҙе системаға һалыу

07.03

48

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт теленең һүҙлек байлығы.Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлеге

1

Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланы

Башҡорт теленең үҙенең һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе айыра белеү, уларҙы дөрөҫ яҙыу, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлек эше

дәреслек

09.03

49

Омоним һүҙҙәр

1

Белем һәм

оҫталыҡты

комплекслы

ҡулланы

Омонимдарҙы табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлектәр менән эш

Омонимдар китабы

14.03

50

Административ контроль диктант

1

Контроль дәрес

Белемдәрен тикшереү


Диктанттар йыйынтығы

16.03

51

Хаталар өҫтөндә эш.Омоним һүҙҙәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Омонимдарҙы табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу


Омонимдар китабы

21.03

52

Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау

1

нығытыу

дәресе

Алған белемдәрҙе системаға һалыу


Дәреслек карточкалар

тестар

23.03

IV сирек


53

Синоним һүҙҙәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Синонимдарҙы табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлектәр менән эш

Синонимдар китабы

04.04

54

Синоним һүҙҙәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

синонимдарҙы табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлектәр менән эш

дәреслек

06.04

55

Антоним һүҙҙәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Антонимдарҙы

табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлектәр менән эш

Антонимдар китабы

11.04

56

Антоним һүҙҙәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Антонимдарҙы табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлектәр менән эш

Дәреслек

Дид.китаптар

13.04

57

Фразеологик берәмектәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Фразеологик берәмектәрҙе табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлектәр менән эш

Фразеология китабы

18.04

58

Т.ү.Инша "Беҙҙең яҡтарҙа яҙ"


Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡулланып инша яҙыу


Журналдар

Слайд-шоу

20.04

59

Хаталар өҫтөндә эш.Фразеологик берәмектәр

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Фразеологик берәмектәрҙе табырға белеү, айырыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланыу

Һүҙлектәр менән эш

Дәреслек

картина

25.04

60

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш һәм һүҙ составы

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу


Һүҙлектәр менән эш

Дәреслек

журналдар

27.04

61

Һүҙьяһалышҡа грамматик анализ

1

нығытыу

Анализ тәртибен белеү


Таблица

дәреслек

04.05

62

Үтелгәндәр буйынса фонетик анализ

1

Белем һәм оҫталыҡты комплекслы ҡулланыу

Дөйөмләштереп системаға һалыу


таблица

11.05

63

Һүҙьяһалыш, һүҙ составын дөйөмләштереп ҡабатлау

1

ҡабатлау

Һүҙьяһалыш темаһын ҡабатлау, анализ тәртибен белеү


Дәреслек

Өҫтәмә материалдар

16.05

64

Йомғаҡлау контроль диктант

1

Контроль дәрес

Белемдәрен тикшереү

Диктант яҙыу

Диктанттар йыйынтығы

18.05

65

Хаталар өҫтөндә эш.Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә,хат яҙа белеү

1

Яңы тема

Үтелгәндәрҙе системаға һалыу


дәреслек

23.05

66-67

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау,йомғаҡлау,

йәйгә эштәр биреү

2

Ҡабатлау дәресе

Башҡорт теле буйынса бөтөн үтелгәнде ҡабатлау, йомғаҡлау


Дәреслек

тестар

25.05

30.05



Материаль - техник ҡулланмалар.

  • телевизор

  • видеомагнитофон

  • DVD плеер

  • компьютер

Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2008

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова

Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8. В.Ш.Псәнчин "Әсә теле" дәрестәренә методик күрһәтмәләр 5 класс. Өфө -

2007.

9. Әхтәмов М.Х..Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө - 2009.

10. Ж.Кейекбаев., Г.Ғ.Сәйетбатталов. Башҡорт теле. Өфө - 2006.

11. М.Ғ.Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле 5-9 Өфө-2013







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал