- Учителю
- Рабочая программа для 5 класса башкирский (родной) язык
Рабочая программа для 5 класса башкирский (родной) язык
" Раҫлайым " " Килешелгән" " ММБ ултырышында ҡаралды"
Мәктәп директоры Директор урынбаҫары Протокол№ ------
Шәфиева Л.М. Маликова А.Ш. -----------------------
Эш программаһы
Башҡорт ( туған) теленән 2015-2016 уҡыу йылына.
Класс 5
Уҡытыусы Абсаликова Әсмә Әпҡәҙир ҡыҙы
Аҙнаға 2 сәғәт
Уҡыу йылына программа буйынса 68 сәғәт
Сиректәргә бүлеү
Сирек
Дөйөм сәғәт һаны
Диктанттар
Иншалар
Изложениелар
Зачеттар
1
1
1
1
1
1
2
Йыл
13
5
4
4
Эш программаһы" Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн
башҡорт тел һәм әҙәбиәтенән программа" .Авторҙары Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. Өфө,2008й.
Дәреслек Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Рус мәктәптәренең 5- се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.Авторҙары. Вилданов Ә.Х., Хажин В.И. Өфө- 2008.
Дәрестәр теҙмәһе
Дәрес
Дүшәмбе
Шишәмбе
Шаршамбы
Кесаҙна
Йома
Шәмбе
Байрамдарға тап килә -------------------------------------------------------------------------------------------------
------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------------
Иҫкәрмәләр -----------------------------------------------------------------------------------------------------------
5 класс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Календарь- тематик план
№
Дәрестең темаһы
Сәғәт
һаны
Дата
Контроль төрө
Төп төшөнсәләр
Региональ
компонент
Электрон
уҡыу ресурстар
Иҫкәрмә
План
факт
көҙ
УУЭ.Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу; шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.
1.
С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә А. Волков. "Беренсе сентябрь" картинаһы.
Тасуири уҡыу
Уҡыу йылы
һүрәттәр
1
2.
Б.Бикбай. Туған тел.
Р. Ғарипов Туған тел .
1
Һорауҙарға яуаптар
Ватан, туған ил
портрет
3.
Фонетика . орфоэпия.
1
Орфоэпик
күнегеүҙәр
лингвистика
таблица
4.
Әминбәк. Әкиәте.
Әкиәттең төп фекере.
1
.сатраш
иллюстрация
5.
Әминбәк. әкиәт тураһында төшөнсә биреү.
1
План төҙөү
иллюстрация
6
Әкиәт буйынса изложение.1
Текст төҙөү
Логик эҙмә- эҙлелек
7
Диктант 1.
1
Дөрөҫ
яҙыу
йыйынтыҡ
8.
Һуҙынҡы өндәр.
Фонетик күнегеүҙәр
1
Анализ яһау
Тартынҡы
һуҙынҡы
таблица
.
1
9
К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс.
Ф. Рәхиғолова.
Көҙгө Урал.
Р. Ғарипов. Торналар.
1
Һүрәтләү сараларын табыу
.алтын көҙ
портрет
10
Инша №1. И. Левитан. "Алтын көҙ" Картина буйынса.
1
Бәйләнешле текст төҙөү
Алғы, артҡы план
картина
.11
Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.
Сағыштырыу тураһында төшөнсә
1
Тасуири уҡыу
Йыл миҙгелдәре
презентация
1
12
М. Кәрим . Сыйырсыҡ балаһы.
1
Һорауҙарға яуап
портрет
13
14.
А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.
Тү.Изложение.2
1
Йөкмәткеһен һөйләү
Портрет, мәҡәлдәр китабы
йыйнтыҡ
15.
Синоним тураһында төшөнсә.
Һорауҙарға яуап..
1
Синонимик рәт төҙөү
Синонимдар һүҙлеге
16
Башҡорт телендә к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡылары.
1
Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү
Парлы һәм парһыҙ өндәр
алфавит
17.
Н. Әминева. "Тыуған ер"
Д. Бураҡаев "Урал тауҙары"
"Тыуған ер" ҡобайыр.
1
Тасуири
уҡыу
Ҡобайыр аламы
Портрет
һүрәттәр
18.
.
Т. Ғәниева "Уралиә".
Р. Ниғмәти "Йәмле Ағиҙел
буйҙары",
Ф. Рәхимғғлова. Мин - Башҡортостандан
1
Һорауҙарға яуап
Тыуған ил
Портреттар
Башҡортостан картаһы
19
Ә. Вахитов "Аҡһаҡал аманаты".
1
Йөкмәткеһен һөйләү
Аманат, васыят
портрет
.
1
20
.
А.Йәғәфәрова "Дуҫлыҡ ме
нән шаярмайҙар".
Дуҫлыҡ тураһында инша яҙыу.
1
Һорауҙарға яуап
дуҫлыҡ
Мәҡәлдәр
китабы
21
Ф. Иҫәнғолов "Хәмит күпере"
Хикәйәнең төп фекере. Антонимдар.
1
Йөкмәткеһен һөйләү
Васыят, атай һүҙе
Портрет, антонимдар һүҙлеге
22
Ф. Иҫәнғолов "Йылмайыу".
1
Аңлы уҡыу
Бурьяҡ, быуа
портрет
23.
Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ.
Р. Ғарипов. Алма.
Омоним тураһында төшөнсә.
1
Тасуири уҡыу
Омонимдар һүҙлеге
24
Ҡыш
УУЭ.Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу; шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.
С. Әлибай. ҡыш.
1
Тасуири уҡыу
Ҡышҡы уйындар
презентация
25
Н. Мусин. ҡоралайҙар.
Әҫәрҙең төп фекере.
1
Һорауҙарға яуаптар
кейектәр
Портрет, ҡоралай һүрәте
1
26.
В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урман.
Ҡ. Даян Шыршы.
1
Өлгөлө уҡыу
Ылыҫлы ағастар
Һүрәттәр, портреттар
27
М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.
1
Йөкмәткеһен
һөйләү
тырышлыҡ
портрет
.
1
28
Башҡорт халыҡ ижады.Аҡьял батыр
1
Йөкмәткеһен һөйләү
Халыҡ ижады жанрҙары
иллюстрация
29.
ҡамыр батыр әкиәте
1
Һорауҙарға яуап
гипербола
иллюстрация
.
1
30
Инша. Минең яратҡан әкиәтем.
Мәҡәлдәр.
Йомаҡтар.
1
Тестарға яуап
афоризм
Мәҡәлдәр китабы
31
Башҡорт халыҡ йырҙары.
Йырҙарҙың тематикаһы.Таҡмаҡтар.
1
Тасуири уҡыу
Рифма
ҡушымта
аудиояҙма
31.
Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң
1
Һорауҙарға яуап
портрет
32
З. Биишева. Йәшәү- хеҙмәт.
1
Тасуири уҡыу
презентация
33
Алфавит.
1
.яттан һөйләү
агглютинация
алфавит
1
34
Диктант 2
1
Дөрөҫ яҙыу
Йыйынтыҡ
35
Ф. Туғыҙбаева. Яңы күлдәк
1
Ролләп уҡыу
һөнәрҙәр
презентация
Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән
Сәлмән әкиәте
1
Өлөштәргә бүлеп һөйләү
Көл-ашлама
дәреслек
.
1
36
Д. Бүләков. Яралы китап.
Фәғилә апай образы.
План төҙөү
Музей, экспонат
портрет
37
ғ. Рамазанов. Ағайым хаты.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонация.
Тасуири уҡыу
әрме, хәрби бурыс
альбом
38
Контроль диктант.3
һүҙьяһалыш.
Дөрөҫ яҙыу
Диктанттар йыйынтығы
39
Ә. Вахитов. өс бөртөк бойҙай.
Аңлы ,шыма уҡыу
Паек,бойҙай, ҡара хәбәр
портрет
40
М. Кәрим. Дан кәпәс түгел.
Ролләп уҡыу
Дан, шөһрәт, атай даны
Портрет, китаптар
41
ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы.
Һүҙлектәр менән эш
Парлау, ҡабатлау
таблица
42
Изложение 3
Текст төҙөү
йыйынтыҡ
43
Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге. Идея - тематикаһы
.
портрет
44
Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.
Йөкмәткеһен үҙләштереү
Күбә, ос һәнәк
презентация
.45
Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы.
Әсә йөрәге. ҡобайыр
Геройға хар-ка яҙыу
ырыу
аудиояҙма
47
Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.
К.Кинйәбулатова
Һорауҙарға яуап
ҡомартҡы
портрет
48.
Яҙ
УУЭ.Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу; шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.
Яҙ. Р. Назаров . Яҙ килә.
Яҙ билдәләрен билдәләү
тәбиғәт
һүрәттәр
.49
З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ.
Йҡкмәткеһен һөйләү
Сыйырсыҡ ояһы, инә сыйырсыҡ
һүрәттәр
50
Ҡушма һүҙҙ
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Үҙ аллы эш
Ҡыҫҡартылған
һүҙҙәр
Таратма материал
51
.
С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән.
Р.Ғарипов .Һабантурғай
Тапсуири уҡыу, һүрәтләү саралары табыу
Офоҡ.,
Ялан.
портреттар
Инша №2.
Бәйләнешле текст төҙөү
Текстың структураһы
52.
М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.
Аңлы уҡыу, һөйләү
Сәсеү, төш.
шәфҡәтлек
портрет
.
53.
Б. Ноғоманов. ҡарһылыу менән Яҙһылыу.
Тасуири уҡыу
миҙгелдәр
тпортрет
54.
Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт. Идея - тематикаһы.
Аңлы уҡыу
Нәфсе, ҡомһоҙлоҡ
һүрәттәр
55.
Ғ Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт .Образдары.
Геройға хар-ка яҙыу
Сал, ҡая.
иллюстрация
56.
Диктант 4
Дөрөҫ яҙыу
йыйынтыҡ
57.
Хаталар өҫтөндә эш.Тасуири уҡыу
Үҙ аллы эш
журналдар
.
58
М.Кәрим .Өс таған
.
Аңлы уҡыу
Таған, сер, вәғәҙә
презентация
59
М.Кәрим.Әҫәрҙең идеяһы.
Харак-ка төҙөү
птртрет
буклет
.60
А. Игебаев. Еңеү көнө.
Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан.
Тасуири уҡыу
ғорурлыҡ
открыткалар
61.
.
К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме.
Ҡурайсының батырлығы.
Һорауҙарға яуап
ҡыйыулыҡ
портрет
.
62.
.
В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.
Йөкмәткеһен үҙләштереү
батырлыҡ
иллюстрация
.63
Изложение
Бәйләнешле тект төҙөү
йыйынтыҡ
64
Урман ҡунағы.
Йөктмәткеһен үҙләштереү
урмансы
.
Һорауҙарға яуап
һүҙлек
65
.
С. Агиш. Турыҡай
Ҡонан, дүнән, тай
портрет
66
.
М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған.
Тасуири, ролләп уҡыу
Мәҫәл, аллегория
иллюстрация
.
.
67
. Контроль диктант 5
Дөрөҫ яҙ
йыйынтыҡ
.
..
67.
Йәй
УУЭ.Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү, танып-белеү кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу
Йәй. С Муллабаев. Йомарт йәй.
Тасуири уҡыу
һүрәттәр
.
68
.
. Йомғаҡлау дәресе
.
Тестарға яуап бир.
Морф.синтаксик
анализ
. Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 5-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт).
Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2008
Программа кимәле: базалы
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2008.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И.,
Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2008
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. - Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлгән.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
-
башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
-
башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
-
бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
-
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
-
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
-
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
-
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
-
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
-
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
3.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.
Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.
Әҙәбиәт.
С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.
Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.
Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).
Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.
К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.
Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.
Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири
уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).
Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин - Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.
Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү - хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.
Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.
Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.
Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.
Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.
К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.
Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.
Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.
Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.
М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.
Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.
А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.
Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?
Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.
Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.
С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.
Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
4.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
-
Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
-
Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
-
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
-
Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
-
8 - 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
-
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
-
Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
-
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
-
Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.
5. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
-
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
-
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
-
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
-
контроль күсереп яҙыу - 1,
-
һорауҙарға яуап - 1,
-
контроль диктант - 5,
-
изложение - 2;
-
инша - 2.
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
- -һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)
6. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
-
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2008.
-
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.
-
Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. - Өфө, 2005.
-
Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
-
Башҡорт теле. 5 - 6 кластар өсөн электрон дәреслек.
-
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996
-
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.
-
Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2008
-
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.
-
Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.
-
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.
-
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Материаль - техник ҡулланмалар.
-
телевизор
-
компьютер
-
принтер , мультимедиапроекторы