7


  • Учителю
  • Урок на тему Ф.Тугызбаева Платье(2 класс)

Урок на тему Ф.Тугызбаева Платье(2 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Синонимдар. Ф. Туғыҙбаеваның «Яңы күлдәк» хикәйәһе. (V класс.)

Маҡсат :

  • синонимдар менән таныштырыу;

  • әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү;

  • дөрөҫ әйтеү, оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү;

  • һүҙлек байлыҡтарын арттырыу;

  • матурлыҡты күрә һәм һаҡлай белергә өйрәтеү.

Йыһазлау: Магазин, кейем- һалым һүрәттәре, терәк сигналдар, карточкалар, компьютер, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, башҡорт кейемдәре, кейемдәр (пиджәк, эшләпә, яулыҡ, башлыҡ...)

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.

Фонетик күнегеү.

Һаумыһығыҙ!

һаумы, ҡояш!

Йоҡо, йоҡо, ҡас,

Бәхетлегә юлың ас!

Тәмле һыу, һалҡын һыу,

Битемде йыу, күҙемде йыу,

Ҡолағымды йыу, ҡулымды йыу.

II. Теманы, маҡсатты билдәләү.

Уҡытыусы. Бөгөн беҙ дәрестә Ф. Туғыҙбаеваның «Яңы күлдәк» хикәйәһен уҡырбыҙ һәм синонимдар тураһында белербеҙ. (1- се слайд)

Бөгөн беҙ магазиндарға сәйәхәт итәйек. Кем магазинда йөрөргә ярата?

Магазинға барыр алдынан эшебеҙҙе бөтөрөп китәйек, өй эшен тикшереп алайыҡ. Поставьте надписи к картинкам (2-3- сө слайд)

Магазинға барыр өсөн транспорт кәрәк. Ниндәй транспорт менән сәйәхәт итәрбеҙ? (Автобус һүрәте күрһәтелә, 4- се слайд). Ә автобус ябай түгел, ул тылсымлы (волшебный ) һәм эштәрҙе үтәгәс кенә юлға сыға. (5, 6- сы слайд)

Терәк сигналдар менән эшләү.

Синонимдар

а) терәк сигналдар буйынса теманы таҡтала аңлатыу;

б) дәреслек буйынса нығытыу;

в) дәфтәрҙә эшләү, миҫалдар яҙыу.

Светофор аша үтер өсөн эш. (7-8 -се слайд) Уҡыу кимәлен тикшереү.

Һүҙҙәрҙе тәржемә итеп, синонимдарҙы парлап яҙырға һәм тәржемә итергә.

Батыр, ҡыйыу, шатланыу ҡыуаныу, аҙыҡ, ризыҡ, оло, ҙур, бәләкәй, кескәй

а) һүҙҙәрҙе уҡыу;

б) Оптималь уҡытыу (уҡытыусы һүҙҙәрҙе уҡый, уҡыусылар башҡортсаға тәрәжемә итә, синонимын әйтә);

в) Синонимдарҙы ҡулланып,һөйләмдәр төҙөү.

Магазинға инеү өсөн эш. (Магазин, кейем-һалым һүрәттәре күрһәтелә. «Магазин»да милли кейемдәр ҙә эленгән)

Уҡытыусы. (9- сы слайд) Был ниндәй магазин? Унда нимәләр һатыла? Магазиндә ниндәй бүпектәр бар? Ниндәй әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра?

Оҡшаған кейемдәрҙе кейеп ҡарау.

- Костюм кейеп ҡара.

- Костюмыңды сис.

- Һиңә оҡшаймы?

- Ни өсөн оҡшай?

Уҡытыусы. Яңы кейем кейҙек. Көҙгө алдында ҡыуанабыҙ, шатланабыҙ. Яңы кейем кейгәндә ниндәй теләктәр теләйҙәр?

Алғыш әйтеү. (10- сы слайд) Күлдәгең бигерәк матур, ҡотло булһын!

Йылы тәнеңдә туҙһын, иҫән-һау кей!

«Милли кейем» темаһына ситуатив картиналар менән эш (ҡыҙҙарға башҡорт ҡыҙҙары, малайҙарға башҡорт ир-егеттәре кейеме төшөрөлгән һүрәттәр тәҡдим ителә). Башҡорт милли кейеме тураһында һөйләү. (11, 12, 13 - сө слайд)

Ял минуттары ( бейеү көйө ҡуйыла)

Хәҙер ял итеп алайыҡ.

Йырлап алайыҡ әле лә,

Бейеп алайыҡ әле.

Матур- матур кейемдәрҙе

Һайлап алайыҡ әле.

III. Лексик материал өҫтөндә эш.

Һүҙлек эше: (14- сө слайд) бүлеге, һайлашты, тап-таман, килешә, матурлыҡты таный, һаҡлап кей, һатырмын.

Һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү, һүҙлеккә яҙыу, өндәрҙең сиратлашыуына текстан миҫалдар табыу:

бүлек - бүлеге, күлдәк - күлдәге ( 15- се слай)

IV. Ф. Туғыҙбаеваның «Яңы күлдәк» хикәйәһе өҫтөндә эш.

1. Уҡытыусы. Мин уҡығанды иғтибар менән тыңлағыҙ һәм уйлағыҙ: Гөлниса ниндәй күлдәк һайлап алды икән?

2.Тексты тасуири уҡыу.

3.Тәржемә итеү.

4. Һорауҙарға яуап биреү.

- Гөлниса ҡайҙа бара?

</<font face="Cambria, serif">- Магазинға кем менән барҙы?

- Ул унда нимә һатып алды?

- Һатыусы апай ни эшләне?

- Гөлнисаның күлдәге ниндәй?

- Гөлниса кемгә оҡшарға теләй?

5. Ике уҡыусы өҙөктө сәхнәләштерергә әҙерләнә, ә ҡалғандар «матур» һүҙенә синоним табып, һүҙбәйләнештәр һөйләмдәр төҙөй.

Матур- йәмле, сибәр, күркәм, һылыу...

Йәмле көн, күркәм байрам, һылыу ҡыҙ, сибәр кеше...

Йәй көндәре бигерәк йәмле.

V. Йомғаҡлау. Һорауҙарға яуап биреү.

VI. Өй эше.

  • «Минең кейем шкафым» диалог төҙөргә

  • Алғышты ятларға

  • Тема буйынса үтелгән һүҙҙәрҙе ятларға



















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал