7


  • Учителю
  • Урок башкирского языка (5 класс)

Урок башкирского языка (5 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы

Үрге Тәтешле 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы









Мостай Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы.










Әҙерләне: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы: Әүхәҙиева А.Һ.

Үрге Тәтешле - 2014


5 класс, дәреслек авторҙары:В.И.Хажин, Ә.Х.Вилданов, 43-сө бит.

Тема: Мостай Кәрим.Сыйырсыҡ балаһы.

Маҡсат:

1) хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәтеү.

2) уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү.

3) ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М. Кәрим портреты,китаптар күргәҙмәһе, ҡоштар һүрәте,проектор.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ. Хәйерле иртә.

-Дәрескә әҙерлек тураһында шиғырыбыҙҙы уҡып күрһәтәйек әле:

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ әҙербеҙ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр алдыҡ,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

-Бөгөн нисәһе? Көндөң исемен беләһегеҙме?

-Һауа торошо нисек?

2. Яңы тема өҫтөндә эш.

1) Балалар, мин һеҙгә бер йомаҡ әйтәм, ә һеҙ уны сискәс бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән, әйтеп ҡарарһығыҙ яраймы.

Йомаҡ.

Ҡолға башында йорто,

Эсендә йәшәй йырсы. (Сыйырсыҡ)

Балалар әйткәс, проектор аша күрһәтелә.



Дәрес темаһын һәм маҡсатын әйтеү.

- Эйе, уҡыусылар, бөгөн беҙ күренекле яҙыусы М.Кәримдең яҡты иҫтәлегенә арнап, "Сыйырсыҡ балаһы" тигән хикәйәһе менән танышырбыҙ.

Уның йөкмәткеһен иҫегеҙҙә ҡалдырып, һорауҙарға яуап бирербеҙ.

2)Уҡытыусы М.Кәримдең биографияһы менән таныштыра.

М. Кәрим- күренекле шағир. Ошо октябрь айында уның тыуыуына 95 йәш тула. Хәҙерге ваҡытта ул вафат. Уның бик күп китаптары баҫтырылып сығарылған. (китаптар күргәҙмәһе).

Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Иң билдәле әҫәрәре

Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»

Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)

II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре)

III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995 йылдың 28 апреле)

2 Ленин ордены (1967, 1979)

I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)

II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)

Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)

Почёт билдәһе ордены (1949)

РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе (1982)

БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)

Башҡортостандың Фәнәр Академияһының почетлы академигы (1992)

1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы

Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия

Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән.

Мостай Кәримгә һәйкәл.

3) Дәфтәргә яҙыу: Мостай Кәрим.

(1919- 2005), билдәле әҫәрҙәр.

(Физминут)

3. Йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш:

а) Һырғауыл- ҡолға

тыйнаҡлы- әҙәпле,скромный

һармаҡ- аҡылһыҙ,глупый

болдор- крыльцо

кәртә- изгородь

йылдам- шустрый

шуҡ- непослушный

сөйөү- ырғытыу, подкидывать

боҫоу- спрятаться

б) Тексты уҡытыусының тасуири уҡыуы.

в) Һорауҙарға яуап алыу:

- был хикәйәлә кем тураһында һүҙ бара?

- Әлфиә насар ҡыҙмы? Ул ни өсөн сыйырсыҡ балаһының осоп төшөүен теләй?

- һеҙ Әлфиәнең ҡылығын хуплайһығыҙмы? Уның урынында һеҙ нимә эшләр инегеҙ?

а) ала бесәй менән Әлфиәнең ҡылығын сағыштырығыҙ. Айырма бармы?

- сыйырсыҡ балаларына характеристика бирегеҙ. Бишенсе сыйырсыҡ балаһы тураһында китаптан табып уҡып күрһәтегеҙ.

- инә сыйырсыҡ , Әлфиәнең ҡулында балаһын күргәс ,ни эшләй? (таптырып уҡытыу)

- Әлфиәнең әсәһе ҡошсоҡто күргәс, нимә тип әйтә? (44- се бит, ролдәргә бүлеп уҡытыу).

- Әлфиә ниндәй төш күрә?

Сыйырсыҡ менән уның ҡошсоғо һеҙгә йәл булдымы? Ҡоштарға ниндәй ярҙам күрһәтеп була?

Һығымта: ҡоштарҙы һаҡларға, уларға ярҙам итергә, ашатырға, оялар яһарға кәрәк. Ҡош ояларын туҙҙырырға, уларҙың балаларына тейергә ярамай.

- 43- сө бит, 3- сө абзацты күҙ менән генә уҡыу, шыбырлап уҡыу, хор менән уҡыу.

- Ниндәй бүлектәргә бүлеп була? Исем бирегеҙ.

4. Дәресте йомғаҡлау.

- Был дәрестә нимә белдегеҙ?

- Мостай Кәрим тураһында нимә белдегеҙ?

- Хикәйә һеҙгә оҡшанымы? Ул нимәгә өйрәтә?

- Баһалау.

Өйгә эш: Әлфиәгә ҡылыҡһырама яҙып килегеҙ.






Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа №1 с. Верхние Татышлы МР Татышлинский район Республики Башкортостан

Конкурс на лучшую методическую разработку, посвященную 95-летию народного поэта Республики Башкортостан Мустая Карима

Тема урока: Мустай Карим рассказ «Скворчонок»



Подготовила: учитель башкирского языка и литературы Авхадиева А.Х.





Верхние Татышлы - 2014 год



5 класс

Тема: Мостай Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә (Ғүмерем миҙгелдәре китабынан)

Маҡсат:

1) хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәтеү.

2) уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, характеристика төҙөргә өйрәтеү.

3) Әсәйҙәргә, инәйҙәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М. Кәрим портреты,китаптар күргәҙмәһе, ҡоштар һүрәте,проектор.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ. Хәйерле иртә.

-Дәрескә әҙерлек тураһында шиғырыбыҙҙы уҡып күрһәтәйек әле:

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ әҙербеҙ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр алдыҡ,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

-Бөгөн нисәһе? Көндөң исемен беләһегеҙме?

-Һауа торошо нисек?

2. Яңы тема өҫтөндә эш.

Дәрес темаһын һәм маҡсатын әйтеү.

- Эйе, уҡыусылар, бөгөн беҙ күренекле яҙыусы М.Кәримдең яҡты иҫтәлегенә арнап, "Ап-аҡ мөғжизә" тигән хикәйәһе менән танышырбыҙ.

Уның йөкмәткеһен иҫегеҙҙә ҡалдырып, һорауҙарға яуап бирербеҙ.

2)Уҡытыусы М.Кәримдең биографияһы менән таныштыра, белгәндәрҙе дөйөмләштерә.

М. Кәрим- күренекле шағир.

Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Иң билдәле әҫәрәре

Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»

Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».

3. Һүҙлек эше. Әҫәрҙе уҡыу, сылбырлы уҡыу. Һорауҙарға яуаптар биреү.

4. (Физминут)

5. Әҙәбиәт дәфтәрҙәрҙә эш.

6.Өйгә эш. Аҡсалға характеристика бирергә.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал