7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)

Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





Лексик тема: Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт

Грамматик тема: Өндәү һөйләм



Белем биреү маҡсаты: Өндәү һөйләмде башҡа төр һөйләмдәрҙән айырырға өйрәтеү



Үҫтереүсе маҡсат: Уҡыусыларҙың телмәрен активлаштырыу;

Уҡыусыларҙың диалогик һәм монологик телмәрен үҫтереү



Тәрбиәүи маҡсат: Уҡыусыларҙа өләсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү;



Йыһазландырыу: Мультимедия проекторы, компьютер, индивидуаль эш өсөн карточкалар





План:



1. Ойоштороу этабы (6 мин)

2. Өй эшен тикшереү этабы (5 мин)

3. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү этабы (6 мин)

4. Уҡыусыларҙың яңы теманы ҡабул итеүгә әҙерләү этабы (1 мин)

5. Яңы белемде үҙләштереү этабы (15 мин)

6. Яңы белемде нығытыу этабы (10 мин)

7. Өй эше, уны башҡарыу буйынса күрһәтмәләр биреү этабы (2 мин)





ДӘРЕС БАРЫШЫ





I ОЙОШТОРОУ ЭТАБЫ



Уҡытыусы:

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һеҙҙең йөҙҙәрегеҙҙе күреүемә мин бик шатмын.

Синыф бүлмәһен елләткәнһегеҙ, таҡта һөртөлгән.

Уҡыусылар, дәресте диалог формаһында башлап ебәрәйек.



- Хәйерле көн, балалар!

- Хәйерле иртә, уҡытыусым!

- Һинең исемең кем?

- Минең исемем Настя. (Һәр кем үҙ исемен әйтә.)

- Әсәйеңдең исеме нисек?

- Әсәйемдең исеме Надя. (Уҡыусы әсәһенең исемен әйтә.)

- Һин кемде яратаһың?

- Мин әсәйемде, атайымды, өләсәйемде, олатайымды яратам.





ФОНЕТИК КҮНЕГЕҮ



Көҙ килгән, көҙ килгән,

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.

Ҡайындар, тирәктәр, талдар

Һарынан күлдәк кейгән.



Г.Юнысова



(Уҡыусылар хор менән уҡыйҙар. Һ, ө, ә, ү, ҙ өндәрен уҡытыусы менән бергәләп әйтеп ҡарайҙар)





II ӨЙ ЭШЕН ТИКШЕРЕҮ ЭТАБЫ



Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, һеҙгә өй эше итеп һүрәт эшләргә биргәйнем. Һүрәтегеҙҙә конкрет бер ситуацияға нигеҙләнеп өләсәйегеҙ менән үҙегеҙҙе сағылдырырға (Мәктәпкә барыу, саф һауала йөрөү, гәзит-журнал уҡыу һ.б.) һәм шуға таянып диалог төҙөргә ине. Әйҙәгеҙ, кем ҡыйыуыраҡ? Кем үҙенең һүрәте менән таныштыра?

Уҡыусы: (Таҡта янына сығып һүрәттәрен күрһәтәләр һәм һөйләйҙәр)

  • Хәйерле иртә, Алена!

  • Хәйерле иртә, өләсәй!

  • Алена, әйҙә магазинға барып киләйек.

  • Әйҙә! Беҙ унда нимә алабыҙ?

  • Тәмлекәстәр алырбыҙ. Кискеһен ҡунаҡҡа апайыңдар килә.

  • Өләсәй, миңә туңдырма һатып алаһыңмы?

  • Алырмын.

(Уҡыусыларҙың диалогтары бына ошондай юҫыҡта булырға мөмкин. Әле беҙ Алена исемле ҡыҙҙың өләсәһе менән магазинда йөрөгән һүрәте менән таныштыҡ.)





III УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БЕЛЕМЕН ТИКШЕРЕҮ ЭТАБЫ



Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, яңы темаға күсер алдынан, һеҙҙең үткән дәрестәге тема буйынса белем кимәлегеҙҙе тикшерәйем әле. Беҙ һеҙҙең менән һорау һөйләм тураһында һөйләшкәйнек. Шулаймы? Һорау һөйләм тип ниндәй һөйләмгә әйтәбеҙ?

Уҡыусы:

  • Һорау һөйләмдәр бер эш-хәл йәки ваҡиғаның үтәлеүе тураһында хәбәр итәләр. Һорау мәғәнәһе төрлө грамматик саралар менән белдерелергә мөмкин: һорау киҫәксәһе, һорау алмаштары, һорау интонацияһы.

Уҡытыусы:

  • Бик дөрөҫ! Әйҙәгеҙ хәҙер ошо ҡағиҙәне миҫалдар ярҙамында нығытайыҡ. Бына һеҙгә һорау һөйләмдәр бирелгән. Һеҙҙең бурыс: күп нөктәләр урынына һүҙҙәр ҡуйып, уларға тулы яуап бирергә. (Проектор аша күрһәтелә)













… ниндәй урамда?

… нисек барып була?

Әйтегеҙ әле, … ҡасан килде?

… ҡайҙа була?

… нисәлә ҡайта?







Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, тәүҙә һәр кемегеҙ үҙ-аллы ҡарағыҙ. (Уҡыусылар уҙ-аллы ҡарай). Әйҙәгеҙ, кем уҡый ?



Уҡыусы: (сиратлап әйтәләр. Миҫал:)



почта бүлексәһе ниндәй урамда?

Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)С.Юлаев майҙанына нисек барып була?

ӘКонспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)йтегеҙ әле, әртистәр ҡасан килде?

ата-әсәләр йыйылышы ҡайҙа була?

апайымдар нисәлә ҡайта?





Уҡытыусы:

  • Афарин, уҡыусылар! Бына һеҙҙең менән үткән дәрестә алған белемдәребеҙҙе нығытып та ҡуйҙыҡ. Тимәк, һорау һөйләмдәр бер эш-хәл йәки ваҡиғаның үтәлеүе тураһында белеүҙе маҡсат итеп ҡуя.





IV УҠЫУСЫЛАРҘЫ ЯҢЫ ТЕМАНЫ ҠАБУЛ ИТЕҮГӘ ӘҘЕРЛӘҮ ЭТАБЫ



Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән өндәү һөйләмдәр менән танышып үтәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең телмәрҙә лә өндәү һөйләмдәрҙе ҡулланырға өйрәнербеҙ. Дәрес барышында һүрәттәр менән танышып китербеҙ, уларға бәләкәй генә хикәйә лә төҙөп ҡарарбыҙ.





V ЯҢЫ БЕЛЕМДЕ ҮҘЛӘШТЕРЕҮ ЭТАБЫ



Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ текст менән таныша башлауға тиклем һүҙҙәр менән танышып сығайыҡ. (Проектор аша һүҙҙәр йыйылмаһы сыға)



Листья, ветка, осенний лес, осенний праздник.





Ошо һүҙҙәрҙе дәфтәрегеҙгә яҙып алыуға тиклем бергәләп хор менән уҡып сығайыҡ. (Уҡыусылар уҡытыусы менән бергәләп ҡысҡырып уҡыйҙар).

Уҡыусылар, ошо һүҙҙәрҙең башҡорт теленә нисек тәржемә ителеүен беләһегеҙме, юҡмы? (Уҡыусылар әгәр аңламай икән проекторҙа һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе сыға).



Япраҡ, ботаҡ, көҙгө урман, көҙгө байрам.





Әйҙәгеҙ, хәҙер уларҙы һүҙлек дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Ошо һүҙҙәр иҫебеҙҙә нығыраҡ ҡалһын өсөн, уҡыусылар, һәр беребеҙ һөйләм төҙөп сығайыҡ.

Уҡыусылар: (сиратлап әйтеп сығалар)

  • Бөгөн беҙ япраҡ йыйҙыҡ; Ағас ботаҡтарынан композиция яһаныҡ; Көҙгө урман шул тиклем матур; Уҡыусылар көҙгө байрамға яҡшы әҙерләнгән һ.б.

Уҡытыусы:

  • Афарин, уҡыусылар! Тимәк, икенсе эш төрөнә күсергә ваҡыт. Һәр берегеҙҙең алдында күнегеү ята. Иғтибар итегеҙ, һеҙгә унда диалог бирелгән.(Күнегеү карточкала таратыла.)



Бер көн Камил көҙгө урмандан бик бошонҡо ҡайтты. Әсәһе быны бик тиҙ һиҙеп алып:

  • Улым, һиңә ни булды! - тине.

Камил илап ебәрҙе:

  • Беҙҙең класта малайҙар бик алама!..

Әсәһе аптырап:

  • Барыһыламы! - тине.

  • Барыһы ла, - тине ул, емерелгән ҡашы аҫтынан түбәнгә ҡарап. - Көҙгө байрамға япраҡ йыйып йөрөгән саҡта бер үҙемде ҡалдырып ҡасып бөттөләр!

  • Шаяртҡандарҙыр! - тине әсә кеше йылмайып. - Рәмил дә һинән йәшендеме ни?

  • Ул әйтә: " Уйнап тик йөрөйһөң, - ти. - Япраҡ, ағас ботағын йыймай ҡыҙҙар баҫтырып йөрөгәнеңде барыбыҙ ҙа күрҙек " - ти. Шуның өсөн минән ҡасырға булғандар, - тип ауыҙ эсенән генә мығырҙаны Камил.

Әсәһе улына йылмайып ҡараны лы:

  • Бына ҡайһылай шәп ботаҡ йыяһың икән! - тине.





Уҡытыусы:

  • Хәҙер мин һеҙгә уны ҡысҡырып уҡыйым. Һеҙ, үҙ сиратында, тик кенә ултырмайһығыҙ, ә ҡулығыҙға ҡәләмдәр алып үҙегеҙгә аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙып барырһығыҙ. Аҙаҡтан бергәләп ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышырбыҙ. Килештекме?

Уҡыусы: (Уҡыусылар ҡулдарына ҡәләм ала һәм уҡытыусының уҡығанын күҙәтеп баралар)

  • Килештек!

Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, кемгә ниндәй һүҙ аңлашылманы?

Уҡыусылар:

  • Бошонҡо; һиҙеү; алама; емерелгән ҡаш; баҫтырыу; мығырҙаны. (Уҡыусыларға текст буйынса ошондай һүҙҙәр аңлашылмаҫҡа мөмкин).



Бошонҡо - грустный;

Һиҙеү - чувствовать;

Алама - плохой;

Ҡашты емереү - нахмурить брови;

Баҫтырыу - гнаться за кем то;

Мығырҙаны - ворчать.

(Уҡыусылар уҡытыусы менән бергә ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәләр, хор менән уҡыйҙар, аҙаҡ дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар).

Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ ошо хикәйә буйынса бергәләп бәләкәй генә әңгәмә ҡороп алайыҡ. Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ шул һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ. Килештекме!?

Уҡыусылар:

  • Килештек!

Уҡытыусы:

  • Диалогты кемдәр алып бара? Исемдәре нисек?

Уҡыусы:

  • Диалогты Камил менән әсәһе алып бара.

Уҡытыусы:

  • Камил ҡайҙан бик бошонҡо ҡайтҡан?

Уҡыусы:

  • Камил көҙгө урмандан бошонҡо ҡайтҡан.

Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ: класс малайҙары Камилдан ҡасып дөрөҫ эшләгәндәрме?

1 - се уҡыусы:

  • Минең уйлауымса, класс малайҙары дөрөҫ эшләгәндәр. Сөнки япраҡ, ботаҡ йыйыу эше бөтәһенә лә ҡушылған икән, тимәк, уны барыһы ла башҡарырға тейеш. Камилдың уйнап йөрөүен малайҙар оҡшатмаған, шуға күрә йәшенергә мәжбүр булғандар.

2 - се уҡыусы:

  • Ә минең фекерем шулай: Камил нимә генә ҡылмаһын, класташтары уны ташлап китергә тейеш түгел. Сөнки урманда кеше бер үҙе генә ҡалһа, шом арта. Ә яныңда һәр ваҡыт иптәштәрең булһа, бер ниндәй ҡурҡыныс янамай.

Уҡытыусы:

  • Афарин, уҡыусылар, диалогтың эстәлеге менән таныштыҡ. Ә хәҙер әйҙәгеҙ үҙегеҙ генә сылбыр буйлап уҡығыҙ. (Уҡыусылар сылбыр буйлап уҡып сыға).

Киләһе эш төрө түбәндәгесә буласаҡ. Беҙ был диалог менән яҡшы таныштыҡ. Мин уҡып сыҡтым, һеҙ үҙегеҙ уҡып сыҡтығыҙ, бергә әңгәмә ҡорҙоҡ. Шулай булғас хәҙер һеҙ ошо текст буйынса үҙегеҙ диалог төҙөп ҡарағыҙ. Был эште ике уҡыусы бергә башҡарырға мөмкин. Йәғни, бер уҡыусы һорау бирә, икенсеһе яуап бирә. Аңлашылдымы?

Уҡыусылар:

  • Аңлашылды! (Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ-ара диалог ҡорорға өйрәнә. Аҙаҡ синыф алдында диалог менән сығыш яһайҙар).

Уҡытыусы:

  • Афарин, уҡыусылар! Әңгәмәбеҙ уңышлы ғына килеп сыҡты. Хәҙер ошо уҡ хикәйә буйынса беҙ һеҙҙең менән дәфтәрҙәрҙә яҙма күнегеү эшләп алырбыҙ.



Ял минуты



Ашлыҡтар үҫте,

(Ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә)

Башаҡтар беште.

(Сүгәләп ултырырға)

Ҡояш ҡыҙҙыра,

(Баҫырға, аяҡ осонда күтәрелергә)

Тиргә төшөрә.

(Билдән бөгөлөргә)

Халыҡ ашыға,

(Урында йүгерергә)

Китә баҫыуға,

(Урында атларға)

Урағын ура.

(Ураҡ урған хәрәкәт яһарға)

Был ҡай саҡ була? (Уҡыусыларҙан ишетергә теләгән яуап: көҙгө эштәр мәле)





Барыбыҙ ҙа урындарыбыҙға ултырҙыҡ. Тимәк, беҙ яҙма эшкә әҙер! Уҡыусылар, хәҙер ошо текст буйынса өндәү һөйләмдәрҙе табайыҡ.

Уҡыусы:

  1. Улым, һиңә ни булды!

  2. Беҙҙең класта малайҙар бик алама!..

  3. Барыһыламы!

  4. Көҙгө байрамға япраҡ йыйып йөрөгән саҡта бер үҙемде ҡалдырып ҡасып бөттөләр!

  5. Шаяртҡандарҙыр!

  6. Бына ҡайһылай шәп ботаҡ йыяһың икән!

Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, кем уҡып күрһәтә?(Сылбырлап уҡыйҙар).

Уҡытыусы:

  • Афарин! Өндәү һөйләмдәрҙе дөрөҫ һайлап алып яҙғанһығыҙ. Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы ҡағиҙәгә йүнәлтәйек. Әйҙә, Миша, уҡып ишеттер әле! (39 -сы бит).

Миша:

  • Восклицательное предложение (өндәү һөйләм) выражает эмоциональное отношение говорящего к своему высказыванию: восторг, восхищение, возмущение, гнев, гордость и т.д. В конце восклицательного предложения ставится восклицательный знак.

Уҡытыусы:

  • Тимәк, уҡыусылар, өндәү һөйләмдәр өндәүҙе, саҡырыуҙы, һөйләүсенең эш-хәлгә ҡарата ҡарашын, тойғоһон белдерә. Өндәү һөйләм аҙағында өндәү билдәһе ҡуйыла.







VI ЯҢЫ БЕЛЕМДЕ НЫҒЫТЫУ ЭТАБЫ



Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, бөгөнгө алған белемебеҙҙе нығытып ҡуяйыҡ. Киләһе эш төрө түбәндәгесә: хәҙер экранда көҙгө тәбиғәт һүрәте сығыр, һеҙ шул һүрәтте файҙаланып, көҙҙө тасуирларға һәм иҫбатларға тейеш булаһығыҙ. (Проектор аша терәк һүҙҙәр менән бергә көҙ миҙгеле сыға.)



Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)



ТЕРӘК ҺҮҘҘӘР: Көҙгө көн, алтын көҙ, һары күлдәк, шыршы, үлән, күләүек, ямғыр, ҡоштар тауышы, ҡояш, алтын япраҡ, тыныс, матурлыҡ, һайрай, хайран ҡалыу, ағас күләгәһе, һыу, саф һауа, ер, ял итеү, көҙгө урман.





Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, тәү сиратта көҙгө көндө тасуирлайбыҙ, һуңынан көҙ миҙгеле һеҙгә ни өсөн яҡын икәнен иҫбатларбыҙ. Эште түбәндәгесә бүлешәбеҙ: беренсе рәт - "Көҙҙө мин яратам, сөнки…", икенсе рәт - "Көҙҙө мин яратмайым, сөнки…" тигән темаға бәләкәй генә хикәйә уйлай.

Уҡыусылар: (Уҡыусылар һөйләргә әҙерләнәләр. Хәкәйәләре түбәндәгесә булырға мөмкин:)

  • Көҙ килде! Бар тирә-яҡ төрлө төҫкә инде! Ағастар һары күлдәк кейһәләр, шыршылар өҫтәрен алмашмаған. Йәшел көйөнсә тик ултыралар. Миңә көҙ миҙгеле бик оҡшай, сөнки беҙ көҙгөһөн бик мул итеп уңыш алабыҙ. Аҙаҡтан ҡыш буйына рәхәтләнәбеҙ.



  • Һүрәттә мин көҙгө урманды күрәм. Ерҙә күләүек ята. Унда ағастарҙың күләгәләре сағылған. Ямғыр бер туҡтауһыҙ яуғас, шулай ята бирә күләүек. Мин көҙҙө яратмайым, сөнки һауа торошо ныҡ үҙгәреүсән: ел сыға, ямғыр яуа… Мәктәпкә барғанда һыуланып бөтәбеҙ.

Уҡыусы:

  • Афарин, уҡыусылар!



VII ӨЙ ЭШЕ



Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, дәрестә бик әүҙем ҡатнаштығыҙ. Һеҙгә өй эше итеп һүрәт бирәм.





Конспект урока по башкирскому языку на тему Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт.Өндәү һөйләм (8 класс)





(Карточкаларҙа таратыла). Һүрәткә ҡарап, хикәйә төҙөп яҙырһығыҙ. Хикәйәгеҙҙә диалог та булырға мөмкин. Ә бөгөнгә һаубулығыҙ! Юлда имен-аман йөрөгөҙ! Бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!









10





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал