- Учителю
- Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку 5 класс
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку 5 класс
Башҡортостан республикаһы
Федоровка районы Динес муниципаль
бюджет дөйөм белем биреү м2кт2бе
"?аралды"
Методик берләшмә ет2ксе3е
_______.
Протокол №1,
"___" ___________ 2014 йыл
" Килешелгән "
Укыу-укытыу эштәре буйынса директор урынба9ары ______Сабитова С.К
"___" ___________ 2014 йыл
"Ра9лайым"
Директор:
_________ Муллабаева Р.М
"___" ___________ 2014 йыл.
2013-2014 уҡыу йылына
5-се класс өсөн
башҡорт (дәүләт) теленән
эш программаһы
йылына-68с24
а6на4а-2 с24
Сабитова Эльвира Фл1с ҡыҙы төҙөнө
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.,Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008 йыл
нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2012
Аңлатма яҙыу
5-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2сәғәт).
Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2012
Программа кимәле: базалы
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2008.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И.,
Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2012
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. - Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлгән.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
-
башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
-
башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
-
бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
-
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
-
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
-
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
-
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
-
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
-
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.
Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
-
Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
-
Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
-
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
-
Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
-
8 - 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
-
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
-
Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
-
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
-
Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
-
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
-
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
-
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
-
контроль күсереп яҙыу - 1,
-
һорауҙарға яуап - 1,
-
контроль диктант - 3
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)
Календарь-тематик план
Йылына 68(аҙнаһына 2сәғәт иҫәбенән).
№
Тема
!тк2ре1 ва7ыты
иҫкәрмә
план.
үткәр.
Көҙ. Белем көнө. Туған тел. 12 сәғәт.
С.Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.
Б.Бикбай. Туған тел.
Баш7орт халы7 2ки2те"Әминбәк"
Башҡорт теленең 16енс2лекле өнд2ре
К.Кинйәбулатова. Көҙ еткәс.
Р.Ғарипов. Торналар.
Б.Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.
Сағыштырыу тураһында төшөнсә.
М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы.
А.Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.
Күсереп яҙыу.
Синоним
Тыуған ер. Башҡортостан. 9 сәғәт.
Д.Бураҡаев. Урал тауҙары.
Т.Ғәниева. Уралиә тигән ил.
Ә.Вәхитов. Аҡһаҡал аманаты.
Башҡорт телендә ғ, һ, ң, ҫ тартынҡыларының урыны.
Шәжәрә.
А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.
Ф.Иҫәнғолов. Хәмит күпере.
Ф.Иҫәнғолов. Йылмайыу.
Р.Ғарипов. Алма. Омоним тураһында төшөнсә.
Ҡыш. 7 сәғәт.
Н.Мусин. Ҡоралайҙар.
М.Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта. Әлфиә.
Контроль диктант.
Декабрь урталарында.
Баҫым.
В.Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда.
Экскурсия. Ҡышҡы уйындар.
Башҡорт халыҡ ижады. 15 сәғәт.
Аҡъял батыр.
Минең ғаиләм. Инша.
Ҡамыр батыр.
Уҡыу техникаһын тикшереү. Көрәш. Йомаҡтар.
Мәҡәлдәр. Мәҡәл тураһында төшөнсә.
Башҡорт халыҡ йырҙары. Оҙон көйҙәр.
З.Биишева. Йәшәү - хеҙмәт.
Мин кем булырға теләйем?
Р.Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң.
Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк.
Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән.
Омонимдар. Ғ.Рамазанов. Ағайым хаты.
Ә.Вәхитов. Өс бөртөк бойҙай. Синонимдар
М.Кәрим. Дан кәпәс түгел.
Н.Мусин. Атайымдың ос һәнәге.
Әсә - донъяла иң изге йән. 2 сәғәт.
Ә.Әминев. Әсикмәк. Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы.
Әсә йөрәге. Ҡобайыр. Ғ.Аллаяров. Таҫтамал
Яҙ килә. 12 сәғәт.
Тыуған ер менән таныштырыу.
З.Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ.
Контроль диктант.
Хаталар өҫтөндә эш. Беҙҙең ғаилә.
М.Кәрим. Һеңлемдең төшө.
Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
Ғ.Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.
Ҡылымдарҙың ҡулланылышы.
М.Кәрим. Бөркөтлө. Күкрәктауҙағы әңгәмә.
Башлыҡ һайлау.
Вәзирҙең беренсе һәләкәте. Өсөнсө терәү. Ҡаптыңмы, балыҡ ҡарағы!
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен ҡабатлау.
Еңеү көнө. 3сәғәт.
К.Мәргән. Ҡурайсының үлеме.
Р.Ниғмәти. Еңеүселәргә дан!
Миҙал һәм малай.
Тәбиғәт. 2 сәғәт.
З.Хисмәтуллин. Урман ҡунағы.
С.Агиш. Турыҡай.
Йәй. 6 сәғәт.
С.Муллабаев. Йомарт йәй.
Б.Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай.
Контроль диктант.
Йәйге эштәр.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
. Һабантуй байрамы.
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
-
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2008.
-
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.
-
Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. - Өфө, 2005.
-
Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. - Өфө, 2005.
-
Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
-
Башҡорт теле. 5 - 6 кластар өсөн электрон дәреслек.
-
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996
-
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.
Материаль - техник ҡулланмалар.
-
телевизор
-
DVD плеер
-
компьютер
-
принтер
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.
-
Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. - Өфө: Китап, 2012
-
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.
-
Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.
-
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.
-
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.
-
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
-
Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
-
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.