7


  • Учителю
  • Разработка урока по башкирскому языку Тел белгестәре ярышы (9 класс)

Разработка урока по башкирскому языку Тел белгестәре ярышы (9 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Интелектуаль уйын-дәрес

«Тел белгестәре ярышы»

Маҡсаттар: 1. Синтаксис бүлеге буйынса белемдәрҙе системаллаштырыу;

2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

3. Коллективта эшләргә өйрәтеү, бер-береңде хөрмәт итеү, ярҙамсыллыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

А 4 биттәре, ручка, маркер, тел тураһында плакаттар, жетондар.

План:

  1. Ойоштороу мәле - 2 минут

  2. Инеш өлөш - 5 минут

  3. Төп өлөш - 33 минут

  4. Йомғаҡлау - 5 минут

Инеш өлөш

Уйындың шарты: уйын биш турҙа үткәрелә, һәр тур алдағыһынан ҡатмарлыраҡ.

Уйнаусылар 4-5 кешенән торған командаларға бүленә. Командалар исем һайлай.

Тәүге турҙа шаярыуға ҡоролған һорауҙар бирелә. Икенсе турҙа предмет буйынса, ә өсөнсө-дүртенсе турҙа төрлө өлкәләрҙән донъяны танып белеүгә, ижади фекерләү етеҙлегенә ҡоролған һорауҙар тәҡдим ителә.

Уйын барышында һәр дөрөҫ яуапҡа жетон бирелә. Жюри ағзалары барыһын да күҙәтеп бара.

Төп өлөш

Беренсе тур (командаларға һорау)

  1. «Төҫлө» ниндәй диңгеҙ була? /Аҡ, ҡара, һары, ҡыҙыл/

  2. Өфөнөң уртаһында нимә бар? /»Ф» харефе/

  3. Ниндәй йыл бер генә көн була? /Яңы йыл/

  4. Ниндәй һандар бойора ала? /йөҙ, ҡырҡ/

  5. Йомоҡ күҙ менән нимә күрергә мөмкин? /төш/

  6. Һыуҙы иләктә тотоп буламы? /Туңды ғына/

  7. Яҙ менән көҙ нимә менән ботә? /»ҙ» харефе менән/

  8. Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас нимә эшләй? /ҡоро ергә баҫа/

  9. Кәзәгә ете йәше тулғас нимә эшләй? /һигеҙенсегә китә/

10. Һыуҙа ниндәй таш булмай? /ҡоро таш/

11. Һыйыр ни өсөн ята? /ултыра алмай/

Икенсе тур

  1. Ниндәй һөйләмгә башҡа һөйләмдәр «түбәнһетеп ҡарай».

  2. Ниндәй синтаксис берәмеге өндәшә?

  3. Ниндәй һүҙҙәргә һәм һөйләмдәргә бирелгән атама шишмә мәғәнәһен дә бирә ала?

  4. Ниндәй һөйләмдәр бер генә һүҙҙән тора?

  5. Ниндәй һөйләмдәр эйәреп йөрөргә ярата?

  6. Ниндәй һөйләмдәр ҡатнашып йөрөй?

  7. Өндәргә, бойорорға яратыусы һөйләмдәр әйтегеҙ?

Яуаптар: 1. Кәм һөйләмдәр, сөнки уның һәр саҡ киҫәге төшөп ҡалған була.

2. Өндәш һүҙ.

3. Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

4. Атама һөйләм.

5. Эйәрсән һөйләм.

6. Ҡатнаш һөйләм.

7. Өндәү, бойороҡ һөйләм

Өсөнсө тур

«Aҙашҡан өндәре булған берәр шиғри страфа» яҙылган карточкаларҙы һайлап алып, харефтәрҙе урындарына ҡуялар.

  1. Минең һеңлем Нәсимә

Баҫма таҡҡан сәсенә. /таҫма/

  1. Яр буйында балалар

Һыуға бармаҡ һалалар. /ҡармаҡ\

  1. Aсәй эштән ҡайтҡансы,

Аш бешерә һалғайным,

Тик ашыҡтым шикелле,

Боҙон артыҡ һалғанмын. /тоҙон/

  1. Майҙан тулып шаулайҙар,

Туп тирәләр малайҙар. /тибәләр/

  1. Бесәй биткәйен йыуа,

Ҡыйығын һыйпап ҡуя. /мыйығын/

Дүртенсе тур

Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ, һөйләмдәр төҙөп, синтаксик анализ яһағыҙ:

-ләм-мим булыу

-ауыҙына йөҙөк йәшереү

-табанын ялтыратыу

-кәкре ҡайынға терәү

-танауҙы сөйгә элеү

Бишенсе тур

Тел һүҙе менән яһалған фразеологик берәмектәрҙе кем күберак әйтә ала.

Йомғаҡлау

Еңеүселәрҙе билдәлаү.





















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал